» » Мансурға сәфәр ҡылдыҡ

Мансурға сәфәр ҡылдыҡ13.04.2017

Районда йәшәһәм дә, Мансур ауылын күргәнем юҡ ине. Учалы районының ағинәйҙәр ҡоро рәйесе Мәрзиә Солтанбаева Мансур ауыл биләмәһенә «Үҙ һаулығың үҙ ҡулыңда» исемле кәңәшмәгә сағырғас, ҡуш ҡуллап риза булдым.
Ауыл Советы хакимиәте башлығы Ишбулды Батыршин ҡунаҡтарҙы ҡаршы алып мәҙәниәт йортона тиклем оҙа-та барҙы.
Мәҙәниәт йорто яңы, ыҡсым, яҡты, ә иң мөһиме - йылы. Матур итеп йыйыштырылған. Килеп инеү менән боронғо һандыҡ, келәмдәр, самауыр, еҙ тас, ҡомған ҡуйылған.

Түргә биш өҫтәл ҡуйылған ине. Тәүгеһендә - данлыҡлы башҡорт балы. Икенсеһендә - районыбыҙҙа үҫкән дарыу үләндәре. Өсөнсө өҫтәлдә тамырҙар ҡулланып эшләнгән майҙар, бәлзәмдәр, дарыуҙар. Дүртенсеһендә - кәзә һөтө һәм унан эшләнгән ҡымыҙ. Һуңғыһында - ҡот ҡойоу өсөн кәрәк-яраҡ, банкаларға һалынған һөлөктәр.
Ҡунаҡтарҙы ҡымыҙ, буҙа менән ҡаршы алдылар. Тәүге һүҙҙе Ишбулды Фазыл улы алды. «Моңһоҙҙарға моң таратыусы, дәртһеҙҙәргә дәрт өҫтәүсе, аҡылға, тормош тәжрибәһенә бай ҡатын-ҡыҙҙар һеҙ. Байрамығыҙ уң булһын», - тине ул.
Йәшлегеңде, һаулығыңды һаҡлап ҡалырға теләһәң, өҫ-тәлеңдән бал өҙмә, тиҙәр. Һүҙҙе ауылда бал ҡорттары тотҡан Ольга Степановаға бирҙеләр. «Сәскә балы ашҡа-ҙан, ашҡаҙан аҫты биҙе сир-ҙәрен, бауырҙы дауалай. Ҡа-рабойҙай балы организмдан шлактарҙы сығара, гемоглобинды күтәрә. Йүкә балы һыуыҡ тейгәндән, тынысланыу өсөн бик файҙалы. Прополис та бик күп дауалау сифаттарына эйә», - тип балдың файҙаһы тураһында ентекле итеп һөйләп ишеттерҙе ул. Ошо файҙалы эш менән 25 йыл шөғөлләнә икән.
Роза апай кәзә һөтөнөң, ҡымыҙының, кәзә мамығынан бәйләнгән шәл, ойоҡбаш, бирсәткәләрҙең файҙаһы ту-раһында һөйләне.
Элек төрлө ауырыуҙан, ҡан баҫымы юғары булғанда һөлөк ултыртҡандар. Шәфҡәт туташы Мөхәримә Ғайсарова һөлөк ҡуйыуҙың файҙаһы тураһында бәйән итте. Ул ошо йүнәлештә белем алып ҡайтҡан. Ҡунаҡтар араһында ла һөлөк ултырттырырға теләк белдереүселәр булды.
Онотола барған боронғо дауалау алымдарын тергеҙеү бик яҡшы. Шәфҡәт туташы Мәмдүҙә Мөхтәруллина ҡот ҡойоу тураһында һөйләне. Нисек итеп уның ярҙамында, мәҫәлән, ҡурҡҡан баланы да-уаларға икәнлеген аңлатты, ҡунаҡтарҙы саҡырып ҡот ҡо-йоп та, кернә тартыу ысулын да күрһәтте.
Зәйнәп Вилданова үләндәр йыйыу менән мәшғүл икән. «Башҡортостанда файҙалы үләндәр аяҡ аҫтында», - ти ул. Үләндәрҙең шифаһын бик яҡшы белә ул. Май айында ҡайын япрағы, июндә сәскәләр йыя, көҙ көнө тамыр-ҙар ҡаҙып ала. Уларҙы йыуып киптерә лә майҙар, бәлзәмдәр эшләй. Әрем үләнен хатта төрлө зәхмәттәрҙе ҡурҡытыр, насар көстәрҙән арыныр өсөн ишек башына, йә булмаһа, соланға элеп ҡуялар. Бер-ике төймәһен ауыҙыңа ҡапһаң, шундуҡ йүтәлде баҫа. Ә инде мунса яҡҡанда кипкән үләнде бешереп, шуның һыуы менән ҡойоноп сыҡһаң, ифрат фай-ҙалы икән.
Килмәк ауылынан саҡы-рылған ағинәй Рәйхана ханым да дарыу үләндәре, уларҙың файҙаһы тураһында һөйләне. Үҙе йыйып ҡулланған үлән-дәрен дә килтергән. Һәр үлән ниндәй ауырыуҙан файҙалы икәнлеген бик матур итеп бәйән итте. Ошо үләндәр ярҙамында үҙенең ауырып киткән тормош иптәшен дә аяҡҡа баҫтырған ул.
Сораман ауылынан саҡы-рылған ағинәй Зөбәйҙә Ҡәлә-мованың дин, намаҙ тураһын-дағы мәғлүмәте барыһына ла хуш килде. Ул «Киске Өфө» гәзитенән күнегеүҙәрҙе яҙып алған. Шуларҙы күрһәтте.
Шәүрә Нәҙершина аҡ ба-лсыҡтың файҙаһы тураһында аңлатып китте. Мәҫәлән, аҡ балсыҡты ҡаҙып алғас көнө буйы ҡояш нурҙары аҫтында тотаһың. Кис булғас, керетеп ҡуйырға кәрәк. Айға күрһәтергә ярамай. 5-6 көн шулай ҡабатларға. Аҡ балсыҡ ҡояштан энергия алырға тейеш. Шунан һуң һыу ҡойоп ултыртып ҡуяһың. Һыуын һарҡытҡас ҡаймаҡ кеүек шыйыҡса барлыҡҡа килә. Ошо шыйыҡсаны марляға һалып, һыҙлаған ергә ябырға, өҫтөнән полиэтилен менән ҡапларға. Бер аҙ тотҡандан һуң иртәнсәк ергә күмергә кәрәк. Бер ҡулланған балсыҡты икенсе тапҡыр ҡулланырға ярамай. Аяҡтар, ҡулдар, быуындар, хатта теш һыҙлағанда файҙаланырға мөмкин.
Һәр сығыш музыкаль номер-ҙар менән оҙатылып барҙы. Сығыштар тамамланһа ла, ҡу-наҡтар ҡайтырға ашыҡманы. Берәүҙәр йөрәк һылатты, икен-селәр ҡот ҡойҙорҙо, өсөнсөләр һөлөк һалдырҙы.
Ҡунаҡтарҙы урындағы ха-кимиәт башлығы мәктәп би-наһына төшкө ашҡа саҡырҙы. Аш алдынан аят уҡылды, хә-йер таратылды. Ҡунаҡтарҙы ҡаршы алыусыларға, концерт номерҙары әҙерләүселәргә, бағыусыларға, ағинәйҙәргә Хөрмәт грамоталары тапшырылды.
Бөтә ағинәйҙәр исеменән урындағы хакимиәт башлығына, мәҙәниәт йорто, мәктәп директорына, артистарға оло рәх-мәтебеҙҙе белдерәбеҙ, сәлә-мәтлек теләйбеҙ, артабан да татыу, әүҙем булығыҙ.
Йәмилә НУРДӘҮЛӘТОВА.
Яңы Байрамғол ауылы.

 
  • Оҡшаш яңылыҡтар
  • Комментарийҙар
Өс быуын ҡатнаштыӨс быуын ҡатнашты
Район ағинәйҙәренең сираттағы ултырышы Килмәк ауылында үтте. Улар «Өләсәйем һандығы» тип исемләнгән бик матур кисә әҙерләгәндәр. Сарала мәктәп... Тотош уҡырға
Файҙалы шөғөлФайҙалы шөғөл
Учалы ҡалаһында йәшәүсе Ғилмийәровтар ғаиләһе кәзә үрсетеү менән 2000 йылдан мәшғүл. Осраҡлы ғына һөтөнөң файҙаһы тураһында ишетеп ҡалған Ғәлимулла... Тотош уҡырға
Ярлының «һыйыры»Ярлының «һыйыры»
Әсә һөтөнә тиң Грек мифтары буйынса, ярҙамға мохтаж, сабый Зевсты Крит утрауы мәмерйәһендә Амалфея кәзәһе үҙ һөтө менән имеҙеп, үлемдән ҡотҡарып... Тотош уҡырға
Дәрт алып ҡайттыҡДәрт алып ҡайттыҡ
Әбйәлил районында республика кимәлендә үткәрелгән ағинәйҙәр йыйынында булып ҡайттыҡ. Районыбыҙҙағы ойошма етәксеһе Мәрзиә Солтанбаева, Ҡотой ауылынан... Тотош уҡырға
Һаулығың үҙ ҡулыңдаҺаулығың үҙ ҡулыңда
Шәмбе көнө Ленин майҙанында аҡ халатлыларҙы күреп күптәр аптырашта ҡалғандыр, моғайын. Белеүебеҙсә, был көндө ҡала майҙанында «Сәләмәтлек көнө»... Тотош уҡырға


Материал ебәрергә

Рубрикалар


Яңылыҡтар архивы




Номерҙар архивы

Яңылыҡтар календары

«    Апрель 2018    »
ДшШшШршКйЙмШбЙкш
 1
2345678
9101112131415
16171819202122
23242526272829
30 

Популяр яңылыҡтар


Башҡорт матрешкалары - милли кейемдәБашҡорт матрешкалары - милли кейемдә
Быға тиклем рустарҙың матрешкаларын ғына күргәнем...

«Халыҡ» исеменә тап төшөрмәнеләр«Халыҡ» исеменә тап төшөрмәнеләр
Районыбыҙҙа 43 халыҡ һәм өлгөлө үҙешмәкәр...

Был донъяла ниҙәр бар?Был донъяла ниҙәр бар?
РФ Президенты Владимир Путин Мөрә-жәғәтнамә менән...

«Киләсәккә белем - 2018» форумы үтте«Киләсәккә белем - 2018» форумы үтте
Ҡала-район мәктәптәрендә йыл да ойошторола килгән...

Иң тәмле икмәк -  ПоляковкалаИң тәмле икмәк - Поляковкала
Районыбыҙҙың төньяҡ зонаһына юл төшкәс, бер...


Бөтә хоҡуҡтар ҙа яҡланған. Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда һәм уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Яйык» («Яик»)
гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет сайттарында тура актив гиперһылтанма ҡуйырға.