» » Иң бәхетлеләрҙең береһе - мин

Иң бәхетлеләрҙең береһе - мин13.04.2017

Иң бәхетлеләрҙең береһе - минИң бәхетлеләрҙең береһе - мин,
Ата-бабам ерендә тыуғанмын.
Ошонда үҫеп, буй еткереп,
Ағай, атай, олатай булғанмын.
«Бәхет» төшөнсәһен һәр кем үҙенсә аңлай. Ошо көндәрҙә 85 йәшлек юбилейын ҡаршылаусы Оҙонгүл ауылының тәүге ир-егет уҡытыусыһы Ишмөхәмәт Рамаҙанов, һәр хәлдә, үҙен бәхетле һанай.
Хозур тәбиғәтле Оҙонгүл ауылында тыуып-үҫеп, буй еткереп, уҡытыусы һө-нәренә эйә булғас, ғаилә ҡороп, тыуған ерҙә ерегеп 41 йыл ауылдаштары-ның бала-сағаһына белем һәм тәрбиә бирә. Ғү-мер буйы мөғәлимлелек итә. Юҡҡамы ни, йәш сағынан уҡ ололап «ағай» тип өндәшәләр.Үҙе әйтмешләй ағай булыуы анһат түгел - белем һәм тәртип кә-рәк. Оло яуаплылыҡ, ты-рышлыҡ, дөрөҫ йәшәү рәүеше лә талап ителә ауыл уҡытыусыларынан.Ауыл ерендә эшләгән башланғыс класс остаз-дары хәреф танытып, һандарҙы ҡушып-алып белем биреп кенә ҡалмай, бала күңеленә тәрбиә орлоҡтары сәсеп, уны тормош тигән оло һуҡмаҡҡа ныҡлап аяҡ баҫтырырға әҙерләй. Шуғалыр ҙа инде беҙҙе ул бөтә нәмәгә өйрәтте - төймә лә тектек, ҡулъяулыҡ та сиктек, ҡышын сана шыуҙыҡ, трамплиндан һикерҙек, «Йәшерәм яулыҡ» та уйнаныҡ. Мандолина сиртеп йыр дәрестәре үткәреүен, май аҙағы яҡынлашһа, бөтә мәктәп менән экскурсияларҙы көтөп ала инек.

Оло остаздан белем-тәрбиә алған уҡыусылар бөгөн төрлө һөнөр эйә-ләре.Үҙҙәре күптән ола-тай-өләсәй булып бөт-кәндәр инде. Ә шулай ҙа һаман йәшеллеккә кү-мелгән «Ҡыҙҙар тауы» итәгендәге мәктәбебеҙҙе һағынабыҙ. Ошо йылы хистәр, яҡты хәтирәләр юҡһынғанда күңел ҡыл-дарыбыҙҙы сиртер һәм ғүмер буйы беҙҙе оҙатып барасаҡ.
Оло йәшкә еткәндә лә ижад итәһегеҙ. Ғәжәп бит! Тимәк, үҙегеҙҙе кәрәк тип тояһығыҙ. Йәштәргә, балаларға әйтер һүҙегеҙ - шиғри йыйынтыҡҡа тупланған өгөт-нәси-хәттәрегеҙ, ауылдың тарихына, ер-һыуына, ауылдаштарығыҙға ҡа-ғылышлы иҫтәлектәр, шиғри шәлкемдәр - оло бүләк, рухи ҡомартҡы, изге аманат. Беренсе йыйынтыҡ - «Йылы һүҙ - йән аҙығы», икенсеһе «Хәтирәләр һан-дығынан» тип атала.
Шиғри юлдарҙа йәшәү мәғәнәһе - яҡты эҙ ҡал-дырыу, йәшәү нигеҙе - та-тыулыҡ, тырышлыҡ тип, матур, парлы йәшәргә өндәйһегеҙ. Ҡасандыр Мостай Кәрим, Ғилемдар Рамаҙанов шиғри һүҙгә отҡорлоғоғоҙҙо тойоп, шиғриәткә һуҡмаҡ һа-лырға оло фатихаларын бирәләр.
Ике йыйынтыҡта ла тыуған еребеҙҙең илаһи матурлығына һоҡлана-һығыҙ, төйәгебеҙҙе ож-махҡа тиңләп, ҡәҙерен белергә өндәйһегеҙ. Үҙегеҙ ошонда ерегеп, илгә хеҙмәт итеп шуның менән оло ғорурлыҡ тойғоһо кисереп йәшәйһегеҙ, нәҫелегеҙҙе дауам итер-ҙәй уландар-ейәндәр үҫтерҙегеҙ. Игелекле, алсаҡ ҡыҙҙарығыҙ һеҙҙе бөткөһөҙ бәхетле итә!
Ижад ҡомары, илһам, шиғри һүҙгә маһирлыҡ ижадсының йәшенә ҡа-рамай. Тыуған ерлек-тән айырылмаған, мә-ҡәл-әйтемдәргә бай, фәһемле фекерҙәрегеҙ йәш быуынды ҡайғыр-тып, үткәндәрҙе барлап, бөгөнгөнө уйлап, ки-ләсәкте хәстәрләп яҙыл-ған. Шиғри шәлкемдә-рем балаларға, ауыл-даштарыма ҡалһын тип йәшәйһегеҙ.
Күңелдәрҙе арбар шиғри юлдар, яҡты иҫтәлектәр, парсалар авторы - ер-һөйәр, илһөйәр, телһөйәр, мөғәллим, аҡһаҡал ир уҙаманы бөгөн оло юбилейына әҙерләнә. Ил-йортоноң ҡотон һаҡлап илһамланып тормоштан көс-дәрт табып йәшәгеҙ ҙә йәшәгеҙ. Ауырыу-һыҙланыуҙарға бирешмәгеҙ, ҡартайырға ашыҡмағыҙ. Беҙ, иҫәпһеҙ-һанһыҙ уҡыусыларығыҙ, ауылдаштарығыҙ һеҙгә һаулыҡ, таҙалыҡ, бәхет теләйбеҙ. Һеҙгә иң изге теләктәребеҙҙе, сикһеҙ рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ һәм баш эйәбеҙ.
Нәйрә ИШМӨХӘМӘТОВА.
Озерный ауылы.


 
  • Оҡшаш яңылыҡтар
  • Комментарийҙар
Татыулыҡта үткән ғүмерТатыулыҡта үткән ғүмер
Сәфәр ауылында йәшәүсе Рәмилә Сәбиғиәр ҡыҙы һәм Халит Жәләлетдин улы Ғариповтар туғандары, балалары, ауылдаштары өсөн өлгө булып торған ғаилә.... Тотош уҡырға
Тере Салауатыбыҙ!Тере Салауатыбыҙ!
«Китап» нәшриәтендә «Бөйөк Салауат» исемле әҙәби-нәфис китап баҫылды. Унда Салауат Юлаевтың үҙенең шиғырҙары һәм уның хаҡында быуаттар һуҙымында... Тотош уҡырға
Йәнә йыйылдыҡ бергәЙәнә йыйылдыҡ бергә
Илебеҙ мәктәптәрендә, яңы уҡыу йылына старт биреп, Белем көнө байрамы үтте. Учалы ауылы башҡорт гимназияһы алды ла был иртәлә балалаларҙың шат... Тотош уҡырға
Беҙҙең бәхетБеҙҙең бәхет
Нимә ул бәхет? Уны һәр кем үҙенсә аңлайҙыр. Кемдер уны эшендә эҙләй, икенселәр - байлыҡта, өсөнсөләр - ғаиләлә, ә берәүҙәр «күңелле» йәшәүҙә. Илсе... Тотош уҡырға
Оло бәхетОло бәхет
Ҡатын-ҡыҙ өсөн әсә булыу иң ҙур бәхет. Ике яратҡан йәрҙең мөхәббәт емеше, көтөп алған сабый донъяны йәм, наҙ менән тултыра. Шуның менән бер рәттән ул... Тотош уҡырға


Материал ебәрергә

Рубрикалар


Яңылыҡтар архивы




Номерҙар архивы

Яңылыҡтар календары

«    Апрель 2018    »
ДшШшШршКйЙмШбЙкш
 1
2345678
9101112131415
16171819202122
23242526272829
30 

Популяр яңылыҡтар


Башҡорт матрешкалары - милли кейемдәБашҡорт матрешкалары - милли кейемдә
Быға тиклем рустарҙың матрешкаларын ғына күргәнем...

«Халыҡ» исеменә тап төшөрмәнеләр«Халыҡ» исеменә тап төшөрмәнеләр
Районыбыҙҙа 43 халыҡ һәм өлгөлө үҙешмәкәр...

Был донъяла ниҙәр бар?Был донъяла ниҙәр бар?
РФ Президенты Владимир Путин Мөрә-жәғәтнамә менән...

«Киләсәккә белем - 2018» форумы үтте«Киләсәккә белем - 2018» форумы үтте
Ҡала-район мәктәптәрендә йыл да ойошторола килгән...

Иң тәмле икмәк -  ПоляковкалаИң тәмле икмәк - Поляковкала
Районыбыҙҙың төньяҡ зонаһына юл төшкәс, бер...


Бөтә хоҡуҡтар ҙа яҡланған. Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда һәм уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Яйык» («Яик»)
гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет сайттарында тура актив гиперһылтанма ҡуйырға.