Шәрифә тауы08.09.2017

Беҙҙең Учалы районы тарихҡа бай. Һәр бер ауылда тау-йылға атамалары ҙур хәтер һаҡлай. Тик уларҙың сығышы һәм тәрән мәғәнәһе онотола бара. Ә бит атамаларҙа йәш быуын фәһем алырлыҡ ата-бабаларҙың тормош ваҡиғалары сағылған.
Учалы-Белорет юлында йәйрәп ятҡан Бәләкәй Ҡаҙаҡҡол ауылын ғына алайыҡ. Башта зауряд-есаул Зәйнәкәй Бикбавов (1766-1838 йылдар) хөрмәтенә Зәйнәкәй тип атала. Кантон заманында халыҡ тирә-яҡтан күсенгәс (күберәге Ҡаҙаҡҡол ауылынан), рәсми рәүештә Бәләкәй Ҡаҙаҡҡол исеме тағыла. Аҙағынан ошолай тип тә һамаҡлап мәрәкәләйҙәр: «Зәйнәкәй, минең Зәйнәкәй! Ни өсөн һин бәләкәй? Ә шуға һин бәләкәй - Ҡаҙаҡҡол бит Бәләкәй!».
Ауылдың бер яғында Миндәк йылғаһы аға, икенсе яғында - Яланғас тауы. Алыҫ ҡына, көнсығышта, Йүкәле тауы ҡалҡҡан. Ә бына мәсет артында ғына башланған тауҙың исеме онотола бара. Тауҙың төп исеме - Шәрифә. Аяныс хәл, карталарҙа күп атамалар йә алмаша, йә боҙоп яҙыла. Ярар ҙа, Шәрифә тауы дөрөҫ теркәлгән.

Тауға исем биргән Шәрифәнең шәхесе тураһында урындағы халыҡ төрлөсә һөйләй. Йәнәһе лә, ошо исемле ҡатын тауҙа еләк йыйғанда йыландан сағылып һәләк булған. Икенсе версия буйынса - сытыр-сатыр йыйғанда әллә бүре, әллә айыу тәләф итә. Халыҡ ауыҙ-тел ижадында Шәрифә исеменә ҡағылған ҡомартҡылар ҙа һаҡлана. Шәрифә, килен бала, әллә тыуған яҡтарын һағынып, әллә һөйгән йәрен көткәндә, тауға менеп, доғалар уҡып, ошолай һамаҡлар булған, ти (урындағы боронғо диалект телен үҙгәртмәй яҙабыҙ):
Хәсрәт уйҙан баштар ҡата,
Тормоштарым булды тамуҡ!
Серҙәремде һөйҙәр инем
Бушатырҙыҡ кеше юҡ!
Наһаҡ әйтеп хаталана әҙәм,
Рәнйеү-доға уҡый кәкүк!
Үҙ-үҙемде әрҙәр инем,
Миндә генә ғәйеп юҡ!
Ут-һыуҙан күрҙек зыян,
Тик бәндәнән нығыраҡ көйөк!
Күл төбөнә сумыр инем,
Тын алырҙыҡ хәлем юҡ!
Әҙәм теле бигерәк әсе,
Йәнде саға йылан кеүек!
Һәр яраны онотор инем,
Ғәфү итерҙек хаҡым юҡ!
Тыныс эҙҙәп тауға мендем,
Күңелдәрем һаман бойоҡ!
Ожмахтарға барыр инем,
Теге донъянан ҡайтыу юҡ!

Бына шулай булған выждан-намыҫ кө-сө, хәтәр хәтер! Беҙҙең быуындан ниндәй хәтер ҡалыр инде... Бәлки Шәрифә һы-лыу тураһында башҡа мәғлүмәттәр ҙә һаҡланғандыр, берәйһе яҙһа, яҡшы булыр ине.
Фәрмүт МӨХӘМӘТКИЛДИН.
Өфө ҡалаһы.

 
  • Оҡшаш яңылыҡтар
  • Комментарийҙар
Данлыҡлы Мөхәммәт муллаДанлыҡлы Мөхәммәт мулла
Учалы районы Ҡолош ауылында 1891-1956 йылдар аралығында Мөхәммәт Хәҙисов исемле бик уҡымышлы, һәләтле мулла йәшәгән. Күренекле шәхес Зәйнулла ишан... Тотош уҡырға
Яугир хәтирәләреЯугир хәтирәләре
Бөтә ғүмерен хәрби тормошҡа арнаған, тыуған илен һаҡлап тоғро хеҙмәт иткән гвардия подполковнигы, алты орден кавалеры һәм бик күп миҙалдар менән... Тотош уҡырға
Тормош юлдары ҡатмарлыТормош юлдары ҡатмарлы
Әсәйем Хөснә Гәбделнафиҡ ҡыҙы Габдуллина Яңы Байрамғол ауылында 1908 йылда урта хәлле крәҫтиән ғаиләһендә тыуа. Олатайым Гәбделнафиҡтың иген... Тотош уҡырға
Яҡташыбыҙ иҫтәлегенәЯҡташыбыҙ иҫтәлегенә
Бәләкәй Ҡаҙаҡҡол ауылының спорт майҙансығында физкультура уҡытыусыһы Әмир Нурмөхәмәтов етәкселегендә Чечня һуғышында һәләк булған Ҡалуй ауылы батыры... Тотош уҡырға
Ауылдар тарихыАуылдар тарихы
Был мәҡәләмде оло быуын кешеләренең иҫтәлектәренә таянып яҙҙым. Олатайым Шакир Ғәбитов 1865-1870 йылдарҙа Башҡортостан тарихын өйрәнеүсе П.И.... Тотош уҡырға


Материал ебәрергә

Рубрикалар


Яңылыҡтар архивы




Номерҙар архивы

Яңылыҡтар календары

«    Ғинуар 2018    »
ДшШшШршКйЙмШбЙкш
1234567
891011121314
15161718192021
22232425262728
293031 

Популяр яңылыҡтар


Яңы йылға өмөт-ышаныстар бағлайбыҙЯңы йылға өмөт-ышаныстар бағлайбыҙ
Ҡомаҡ (1924, 1936, 1948, 1960, 1972, 1984, 1996,...

Ғаилә йылы буласаҡҒаилә йылы буласаҡ
Башҡортостан башлығы Рөстәм Хәмитов 2018 йылды...

Изге ғәмәл менән  үткәрәйекИзге ғәмәл менән үткәрәйек
Мөхәммәт пәйғәмбәр ғәләйһиссәләм Миләди иҫәп...

Төклө аяғың менән - Һары Эт, ырыҫлы һәм имен бул!Төклө аяғың менән - Һары Эт, ырыҫлы һәм имен бул!
Эт йылын өйҙә һәм иң яҡын кешеләр менән ҡаршы...

Балҡып китте мәҙәниәт йортоБалҡып китте мәҙәниәт йорто
Капиталь ремонт үткәндән һуң тантаналы рәүештә...


Бөтә хоҡуҡтар ҙа яҡланған. Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда һәм уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Яйык» («Яик»)
гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет сайттарында тура актив гиперһылтанма ҡуйырға.