» » Дуҫлыҡ ептәре нығый

Дуҫлыҡ ептәре нығый10.11.2017

Ошо көндәрҙә Ишкен ауылы мәҙәниәт йортонда Халыҡтар берҙәмлеге көнөнә арналған «Дуҫлыҡ-2017» исемле ҙур концерт үтте.
Был сарала Наурыҙ ауылы һәүәҫкәрҙәре Ғиләжева Фатима, Хөснуллина Әҙилә, Әхмәтханова Сәғиҙә һәм Ғабдрахманова Динара тамашасыларға моңло йырҙарын бүләк итһәләр, Ишкен ауылы һәүәҫкәрҙәре Фәсхетдинова Гүзәл төрлө милләттәр (татар, мари, башҡорт) бейеүҙәрен ҙур оҫталыҡ менән башҡарҙы, тамашасыларҙың һөйөүен яуланы, ә иң бләкәй бейеүсе ете йәшлек Зарипова Илнара «Бөрлөгән» бейеүсе менән үҙенең бейеүсе буласағын иҫбатланы. Бапанин Рәүеф өҙҙөрөп гармунда уйнаһа, Фәттәхов Фәнил үҙе гармунда уйнап
«Ишкәксе» йыры менән таң ҡалдырҙы. Ишкендә өй һайын гармунсылар, тиһәң дә хата булмаҫ. Бапанина Нурсилә менән Ғимаҙова Илүзәнең дуэт йырҙары тамашасы һөйөүен яуланы. Лоҡманов Фәсих, Нурсилә һәм Рәүеф Бапаниндар, Фәттәхов Фәнил ҡатнашлығында сәх-нәләштергән көләмәстәр, тамашасыларҙы күҙҙәренән йәш сыҡҡансы көлдөрҙө.
Уральскийҙан килгән Ҡәләмов Илдар концертты му-зыкаль яҡтан биҙәне һәм йырҙарын да бүләк итте. Ишкен ауылы мәҙәниәт йорто мөдире Ғимаҙова Илүзәнең концертты оҫта итеп, юғары күңел күтәренкелегендә алып барыуы ошо сараға ҡабатланмаҫ йәм өҫтәне, ә ул «Тип йөрәгем бер ҙә туҡтама» йырын башҡарғанда залдағы халыҡ аяҡ өҫтө баҫып алҡышланы, бер нисәүһе хатта бейеп тә киттеләр. Мәҙәниәт йорто залының тамашасылар менән тулы булыуы артистарға яҡшы кәйеф һәм дәрт өҫтәһә, үҙ сиратында тамашасылар-ҙың да күңелдәре асылып, рухи яҡтан байып, рәхмәттәр әйтеп, концерт һуңынан ойошторолған дискотекала бейеп таралыштылар.
Луиза КАМАЛОВА,
Учалы ҡалаһы.

 
  • Оҡшаш яңылыҡтар
  • Комментарийҙар
Ауылыбыҙ таланттарға байАуылыбыҙ таланттарға бай
Рәсүл ауылы клубында Халыҡтар берҙәмлеге көнөнә арналған матур кисә уҙҙы. Бөтәһен дә байрам менән ҡотлап тәүҙә балалар концерт күрһәттеләр. Руфина... Тотош уҡырға
Кисә  гөрләп үттеКисә гөрләп үтте
Халыҡ-ара ололар көнө айҡанлы Ҡолош ауылының мәҙәниәт йортонда «Аулаҡ өй» тип аталған кисә үтте. Байрамға тыл ветерандары, ололар һәм пенсионерҙар... Тотош уҡырға
«Аҡман-тоҡман» ғүмерле булһын«Аҡман-тоҡман» ғүмерле булһын
Ғәҙәттә, сәхнәлә әленән-әле ҡатын-ҡыҙҙарҙың сығыш яһауына өйрәнеп бөтөлгән. Ә бына Сораман ауылында тик ир-аттарҙан ғына торған «Аҡман-тоҡман»... Тотош уҡырға
Икеләтә байрамИкеләтә байрам
Рәсүл ауылы мәҙәниәт йортонда әсәйҙәргә бағышланған матур кисә үтте. Кисәне клуб мөдире Гүзәлиә Дилмөхәмәтова яғымлы, күң елдәрҙе иретерлек ҡотлау... Тотош уҡырға
Тальян байрамы үттеТальян байрамы үтте
Ишкен ауылы мәҙәниәт йортонда «Уйна гармун, уйна!» тип аталған һәүәҫкәр гармунсылар ярышы үтте. Сараға тирә-яҡ ауылдарҙан һәм Свердловск, Төмән... Тотош уҡырға


Материал ебәрергә

Рубрикалар


Яңылыҡтар архивы




Номерҙар архивы

Яңылыҡтар календары

«    Февраль 2018    »
ДшШшШршКйЙмШбЙкш
 1234
567891011
12131415161718
19202122232425
262728 

Популяр яңылыҡтар


Йыһан ҡунаҡтары төш  кенә булғанЙыһан ҡунаҡтары төш кенә булған
Телевизорҙан йәнһүрәт ҡарап ултырам. Шул ваҡыт...

Йәштәр форумы дуҫтарын йыйҙыЙәштәр форумы дуҫтарын йыйҙы
Ошо көндәрҙә Учалы тау сәнәғәте колледжында...

Ҡыҙҙарыбыҙ таһыл  һәм саяҠыҙҙарыбыҙ таһыл һәм сая
Ошо көндәрҙә Стәрлетамаҡ ҡалаһында 2004-2005...

Хеҙмәттәшлек күпере нығыйХеҙмәттәшлек күпере нығый
Аньхой университетының Рәсәйҙе өйрәнеү үҙәге...

Егеттәр маҡтауға лайыҡЕгеттәр маҡтауға лайыҡ
Күптән түгел район һәм ҡала хакимиәттәре призына...


Бөтә хоҡуҡтар ҙа яҡланған. Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда һәм уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Яйык» («Яик»)
гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет сайттарында тура актив гиперһылтанма ҡуйырға.