» » Ауылыбыҙ таланттарға бай

Ауылыбыҙ таланттарға бай10.11.2017

Рәсүл ауылы клубында Халыҡтар берҙәмлеге көнөнә арналған матур кисә уҙҙы.
Бөтәһен дә байрам менән ҡотлап тәүҙә балалар концерт күрһәттеләр. Руфина менән Зарина Камалетдиновалар шиғыр менән кисәне асып ебәрҙеләр. Динә Динмөхәмәтова менән Миләүшә Мусина «Беҙҙең Рәсәй» йырын башҡарҙылар. Балалар ансамбль менән «Башҡортостан - тыуған ерем» йырын йырланылар. Башланғыс класта уҡыған Зәлиә Ибраһимова, Гөлназ Динисламова, Руфина һәм Зарина Камалетдиновалар «Хан ҡыҙы», «Беләҙегем-йөҙөгөм» бейеүҙәрен оҫта итеп башҡарҙылар. Һуңынан «Таланттар эҙләйбеҙ» конкурсы башланды. Күрше ауылдарҙан да төрлө талант эйәләре килгән ине. Ишкен ауылынан Фәнил Фәттәхов көләмәстәр һөйләне, баянда уйнап үҙе сығарған таҡмаҡтарын,«Йәшлегем» йырҙарын башҡарҙы һәм ул «Төрлө талантҡа эйә» номинацияһында бүләкләнде. Иманғол ауылынан килгән Зәлиә Зәйнетдинова башҡорт, татар бейеүҙәрен бейеп «Оҫта бейеүсе» номинацияһына лайыҡ булды. Ҡоҙаштан Минзәлә Иҫәнбаева «Заман йырҙарын оҫта башҡарыусы» номинацияһына еңһә, Люциә Рәхмәтуллина «Ретро йырҙарын оҫта башҡарыусы», ә ейәне Ғайсар Ильясов шулай уҡ «Заман йырҙарын оҫта башҡарыусы» итеп тныла.
Рәсүл ауылы бәйгеселәре лә килгән ҡунаҡтарҙан бер ҙә ҡалышманы. Земфира Шәмсетдинова «Бөтә йырҙар-ҙы ла оҫта башҡарыусы», Таңһылыу Ғүмәрова «Баш-ҡорт халыҡ йырҙарын оҫта башҡарыусы» итеп табылды. Лилиана Таһирова «Бөрйән ҡыҙы», һинд халыҡ бейеүҙәрен башҡа-рып «Халыҡ бейеүҙәрен оҫта башҡарыусы», Руфина Камалетдинова «Ламбада» бейеүен бейеп «Оҫта бейеүсе» һәм Зарина Камалетдинова «Бейеүсе» йырын йырлап «Төрлө талантҡа эйә» номинацияһын ала, сөнки кескәй генә ҡыҙсыҡ матур йырлай һәм бейей. Ләйсән Юлбирҙина ҡумыҙҙа төрлө көйҙәр, ҡош-хайуан тауыштары ишеттереп «Башҡорт халыҡ музыка ҡоралында оҫта уйнаусы» номинацияһын яулай. Фәниә Динмөхәмәтова шиғыр һөйләп «Иң оло ҡатнашыусы» булып танылһа, 4 йәшлек ейәнсәре Камила Динмөхәмәтова ла шиғыр һөйләп «Иң кесе ҡатнашыусы», уртансы ейәнсәре Динә Динмөхәмәтова «Талир тәңкә» бейеүен башҡарып «Оҫта бейеүсе» номинацияһында дәртләндерелә.
Мусина Миләүшә «Хәҙерге заман йырын оҫта башҡарыусы» номинацияһында билдәләнде.
Тамашасыларға оло рәхмәттәр әйтеп, ҡәнәғәт булып таралыштыҡ. Барлыҡ ҡатнашыусыларға, уларҙың ата-әсәләренә, тамашасыларға, ихлас күңелдән ҡул сабып дәртләндереп ултырған олоһона ла, кесеһенә лә рәхмәтемде белдерәм. Һәр ваҡытта ла шулай дәртегеҙ һүнмәһен, һүрелмәһен, тигән теләктә ҡалабыҙ.
Гүзәлиә ДИНМӨХӘМӘТОВА,
Рәсүл ауылы.

 
  • Оҡшаш яңылыҡтар
  • Комментарийҙар
Дуҫлыҡ ептәре нығыйДуҫлыҡ ептәре нығый
Ошо көндәрҙә Ишкен ауылы мәҙәниәт йортонда Халыҡтар берҙәмлеге көнөнә арналған «Дуҫлыҡ-2017» исемле ҙур концерт үтте. Был сарала Наурыҙ ауылы... Тотош уҡырға
Икеләтә байрамИкеләтә байрам
Рәсүл ауылы мәҙәниәт йортонда әсәйҙәргә бағышланған матур кисә үтте. Кисәне клуб мөдире Гүзәлиә Дилмөхәмәтова яғымлы, күң елдәрҙе иретерлек ҡотлау... Тотош уҡырға
Йыр  бүләк иттеләрЙыр бүләк иттеләр
Комсомольск ҡасабаһының мәҙәниәт йортонда Әсәләр көнөнә арналған «Йәшлеккә ҡайтыу» тип исемләнгән күркәм байрам уҙҙы. Сараның тәүге өлөшөн... Тотош уҡырға
Афарин, сәфәрҙәр!Афарин, сәфәрҙәр!
Сәфәр ауылы мәҙәниәт йортонда 8 Март байрамына арналған ҙур кисә уҙғарылды. Тәүҙә «Замана балалары» тип исемләнгән балалар һәм ололар ҡатнашлығында... Тотош уҡырға
Иң шәп өләсәйИң шәп өләсәй
Наҙлы яҙҙың тәүге байрамы айҡанлы, Илсе ауылы клубында иң шәп өләсәйҙәрҙе билдәләүсе «Супер өләсәй» ярышы үтте. Унда өс ғаилә ҡатнашты: ейәнсәре... Тотош уҡырға


Материал ебәрергә

Рубрикалар


Яңылыҡтар архивы




Номерҙар архивы

Яңылыҡтар календары

«    Ноябрь 2017    »
ДшШшШршКйЙмШбЙкш
 12345
6789101112
13141516171819
20212223242526
27282930 

Популяр яңылыҡтар


Агроном -  ул ер  табибыАгроном - ул ер табибы
«Кем дә кем, бер башаҡ үҫкән ерҙә тағы берҙе...

ФотофактФотофакт
Сираттағы «Аҙна һайын приз» лотерея уйынында...

Ләйсән өсөн тауыш бирәйекЛәйсән өсөн тауыш бирәйек
Яңы Байрамғол ауылында йәшәүсе туғыҙ йәшлек...

Нисек йәшәйһең, өкө?Нисек йәшәйһең, өкө?
Ҡыҙыҡ, әгәр ҙә төнгө һунарсы Өкө әфәндегә, йә,...

Намыҫ менән эшләйҙәр һәм йәшәйҙәрНамыҫ менән эшләйҙәр һәм йәшәйҙәр
Байрамғолдар ашлыҡ һуғыу, һөт һауыу буйынса элек...


Бөтә хоҡуҡтар ҙа яҡланған. Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда һәм уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Яйык» («Яик»)
гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет сайттарында тура актив гиперһылтанма ҡуйырға.