» » Йыр - ул үлемһеҙ тарих

Йыр - ул үлемһеҙ тарих15.11.2017

Учалы район китапханаһы район мәҙәниәт йорто менән берлектә «Башҡорт музыкаһы - бөйөк сәнғәт» исемле мәҙәни сара үткәрҙе.
Башҡорт йыры, башҡорт моңо… Ул башҡа һис бер нәмә менән тиңе булмаған айырым бер күренеш. Унда ысынында яҡты нур, саф мөхәббәт балҡышы. Башҡорт үҙенең бар булмышын йөрәк түренән урғылып сыҡҡан моңға һалған һәм был моң, әйтерһең, йәйғор булып балҡып, барыр юлдарын быуаттарҙан-быуаттарға олғаштырып тора.
Беҙҙең маҡсат башҡорт халҡының йыр-моңдарының тарихын халыҡҡа еткереү, йәш быуынға аңлатыу, йырҙар нисек яҙылыуын, ҡайҙан алып композиторҙар уны ижад итеүен һәм тарихын һөйләп китеү ине.
Халыҡтың барлыҡҡа килеүе лә, йәшәгән урыны ла, тарихы ла, донъяға ҡарашы ла мәҙәниәткә йоғонто яһай. Үҙенә генә хас мәҙәниәт, ҡабатланмаҫ ҡиммәттәр булдырыуға башҡорт халҡының элек-электән бөтә шарты ла булған.
Кисәлә тарихи йырҙар менән бер рәттән эстрада йырҙары ла яңғыраны. «Тәфтиләү» йырының тарихи менән «Һөйәнтөҙ» фильмы күрһәтелде.
Мәҫәлән, «Тәфтиләү» йыры тарихы. Бында, киреһенсә, дан йырлау түгел, ә ләғнәт уҡыу күҙәтелә. Сөнки 1735-1736 йылдарҙағы башҡорт ихтилалын баҫтырыуҙа суҡындырылған татар Ҡотломөхәмәт Тәфкилев айырыуса ҡанһыҙлыҡ күрһәтә. Аяуһыҙ рәүештә халыҡты йорттарын бикләп, тотош ауылдарҙы яндыра. Һәм халҡыбыҙ был хаялыҡҡа йәне әсеп, килер быуындар белһен тип, йырҙарында булһа ла сағылдырырға тырыша. Был фажиғә Асҡын районының Һөйәнтөҙ ауылында була.
Ә инде мөхәббәт темаһына бағышланған йырҙар тәрән лиризм менән һуғарылған. Шундайҙарҙың береһе - «Сәлимәкәй» йыры. Йырҙың легендаһы тәүге тапҡыр ХХ быуаттың 20‑се йылдарында ишетелә. Йырҙың авторы Буранбай сәсән тип фараз ителә, ул уны үҙенең һөйгәне Сәлимәгә арнай. Йырҙы ике тапҡыр Абдулла Солтанов исеменәге премия лауреаты Гөлсирә Сибәғәтуллина башҡарҙы.
«Ҡышҡы романс», «Ялан сәскәләре», халыҡ араһында популярлыҡ яулаған йырҙарҙың барлыҡҡа килеү тарихтары ла бәйән ителде. Илиза Ғәллимова ошо йырҙарҙы башҡарҙы, музыкаль яҡтан Илшат Ғарипов биҙәне. Мәҙәни сара китап күргәҙмәһе менән тамамланды.

 
  • Оҡшаш яңылыҡтар
  • Комментарийҙар
Дуҫлыҡ ептәре нығыйДуҫлыҡ ептәре нығый
Ошо көндәрҙә Ишкен ауылы мәҙәниәт йортонда Халыҡтар берҙәмлеге көнөнә арналған «Дуҫлыҡ-2017» исемле ҙур концерт үтте. Был сарала Наурыҙ ауылы... Тотош уҡырға
Теле барҙың иле барТеле барҙың иле бар
Милли тел аралашыу ҡоралы ғына түгел, ул ижад емеше. Донъяла күпме тел бар, шуларҙың һәр береһе кешенең әйтергә теләгән фекерен бойомға ашыра. Һәр... Тотош уҡырға
Яҡташыбыҙ беренсеЯҡташыбыҙ беренсе
БДУ-ның Учалы вәкиллеге студенты Руслан Шакиров Мәскәү ҡалаһында үткән «Башҡорт йыры» фестивалендә беренсе урын яулаған. Композитор С. Низаметдинов... Тотош уҡырға
Моңо ҡалды халыҡ күңелендәМоңо ҡалды халыҡ күңелендә
Радиотулҡындар, зәңгәр экрандар аша йыш ишетелгән «Күҙҙәремә ҡара», «Күҙ нурым», «Ялан сәскәләре», «Иҫке өй» йырҙары күптәребеҙҙең «күңел дәфтәрендә»... Тотош уҡырға
Моң һүнмәһенМоң һүнмәһен
Милли сәнғәтебеҙҙең быуындан-быуынға еткерелеүендә БСТ каналы тапшырыуҙары ҙур роль уйнай. Уның «Байыҡ», «Башҡорт йыры» һәм башҡа проекттары буйынса... Тотош уҡырға


Материал ебәрергә

Рубрикалар


Яңылыҡтар архивы




Номерҙар архивы

Яңылыҡтар календары

«    Декабрь 2017    »
ДшШшШршКйЙмШбЙкш
 123
45678910
11121314151617
18192021222324
25262728293031

Популяр яңылыҡтар


«Биш ҡыҙым - биш шатлығым»«Биш ҡыҙым - биш шатлығым»
Яҙмышына мең рәхмәтле Айгөл Фәттәхова. Янында...

Ләйсән өсөн тауыш бирәйекЛәйсән өсөн тауыш бирәйек
Яңы Байрамғол ауылында йәшәүсе туғыҙ йәшлек...

ФотофактФотофакт
Сираттағы «Аҙна һайын приз» лотерея уйынында...

Урамдар яҡтырып ҡалдыУрамдар яҡтырып ҡалды
Ике йыл элек район хакимиәте башлығы Фәрит...

Йәшлек саялығы һағындыраЙәшлек саялығы һағындыра
Рәйхана Байдәүләтова менән осраҡлы рәүештә...


Бөтә хоҡуҡтар ҙа яҡланған. Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда һәм уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Яйык» («Яик»)
гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет сайттарында тура актив гиперһылтанма ҡуйырға.