» » Ауылым тормошон йәмләй улар

Ауылым тормошон йәмләй улар17.11.2017

Ураҙ китапханаһы һәм мәҙәниәт йортонда үткәрелгән саралар гөрләп тора.
Китапхана мөдире Нәркизә Шәйәхмәтова - байрамдарҙы ойоштороусы ғына түгел, шулай уҡ йырсы, «Оҫта ҡулдар» бәйләм түңәрәге етәксеһе лә. Һәр кисәлә әүҙем ҡатнашыусы ошо түңәрәк ағзалары - ауылыбыҙҙың ҡотон, рухын һаҡлаусылар, милләтебеҙгә битараф булмаусы ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ. Бәйләм түңәрәгенә йөрөүсе ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ өсөн шулай уҡ йәш быуынды тәрбиәләү, ололарҙы хөрмәтләү, ғөмүмән, донъя ҡотон һаҡлау - йәшәү рәүеше ул. Кәрәк икән, тәнҡитләп, вайымһыҙҙарҙы тормош асылына ҡайтарырға ла ярҙам итерҙәр.
Донъяларын да күркәм итеп көткән, репетицияларға ла йөрөргә ваҡыт тапҡан иҫ киткес егәрле һәм мәрхәмәтле ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ мәҙәни сараларҙа ла иң әүҙемдәре.
Ошоға дәлил булып күптән түгел Ынйы һәм Риф Шәриповтар тарафынан тергеҙелгән «Ураҡсы ҡыҙ» фольклор ансамбле тора.
Октябрь башында «Һуң түгелдер...» исемле кисәне Нәркизә Шәйәхмәтова ауыл хакимиәтендә, китапханала, почтала һәм мәҙәниәт йортонда эшләп хаҡлы ялға сыҡҡан ололарға арнап үткәрҙе. Күңелдәре күтәрелеп, күҙҙәре осҡон-ланып, дәртләнеп киткән ағай-апайҙарға ҡарап йәштәр ҙә үҙҙәренә сәм, ҡот, нур алғандай булдылар.
Ә инде республика көнөнә арналған әҙәби-музыкаль кисә үҙе бер иҫ китерлек тамаша булды. Мәҙәниәт йортоноң художество етәксеһе Айнур Хисамов менән Нәркизә Шәйәхмәтова байрамды саф башҡорт телендә алып барҙылар. Кисәлә Ураҙ ауылы хакимиәте башлығы Салауат Лоҡманов сығыш яһаны һәм ауыл тормошонда ҡайнап йәшәүселәргә, коллективтарға рәхмәт хаттары тапшырҙы. Мәҙәни сараларҙа, йәмәғәт, матбуғат биттәрендә актив ҡатнашыусы - Фәриҙә Ситдиҡова, Тамара Фәғәлова, Ынйы һәм Риф Шәриповтар, ойошма һәм коллективтарҙан - Ураҙ лицейы, балалар сәнғәт мәктәбе, «Оҫта ҡулдар» түңәрәге, «Нур» ҡулланыусылар йәмғиәте һатыусылары һәм почта бүлексәһе бүләкләнделәр.
Кисә йыр-бейеү менән үрелеп барҙы. Йыр-моңға ғашиҡ апайҙарҙан торған «Ураҡсы ҡыҙ» ансамбле бөтә байрамдың биҙәге булды. Улар башҡарыуында йырҙар бер тамашасыны ла битараф ҡалдырмағандыр. Етәкселәре Ынйы һәм Риф Шәриповтар ҙа айырым сығыш яһанылар. Ә инде Айнур Хисамов менән Нәркизә Шәйәхмәтоваларҙың күркәм дуэты күптән тамашасыларҙың һөйөүен яулаған.
Концертта Ураҙ лицейы ҡыҙҙары ла үҙҙәренең дәртле бейеүҙәре менән ҡыуандырҙы (етәкселәре - Гөлназ Шәйхетдинова). Шулай уҡ Айназа Мортазинаның, Лүзә Мөхәмәҙиеваның айырым сығыштары ла бик күркәм булды. Ураҙ балалар сәнғәт мәктәбе директоры Жеүәйрә Пешкованың думбырала уйнауына ҡушылып Айнур Хисамовтың ҡобайыр әйтеүе - милләтебеҙҙең бәҫен күтәреп ебәреүсе сығыш булды.
Байрам һуңында барыһының да сәхнәгә сығып, лицей уҡыусыларының башҡарған хорына ҡушылып, тыуған еребеҙҙе данлауы ғорурлыҡ тойғоһо уятты.
Бына ул - ауылыбыҙҙың тормошон йәмләү өсөн көстәрен дә, ваҡыттарын да йәлләмәгән ауылдаштарым. Һеҙгә артабан да ижади уңыштар, тағы ла күберәк яҡшы эштәрегеҙ менән ҡыуандырыуығыҙҙы һәм ныҡлы һаулыҡ теләйбеҙ.
Ошондай матур сараны ойоштороусы Нәркизә Шәйәхмәтова һәм уның уң ҡулы - «Оҫта ҡулдар» бәйләм түңәрәге ҡатын-ҡыҙҙарына бик ҙур рәхмәттәр әйтәбеҙ.
 
  • Оҡшаш яңылыҡтар
  • Комментарийҙар
Ҡотло булһын күлдәгеңҠотло булһын күлдәгең
Һәйтәк мәҙәниәт йортонда эшләп килгән «Әхирәттәр» түңәрәге ағинәйҙәр ҡоро менән берлектә Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар байрамына арналған «Ҡотло булһын... Тотош уҡырға
«Аҡман-тоҡман» ғүмерле булһын«Аҡман-тоҡман» ғүмерле булһын
Ғәҙәттә, сәхнәлә әленән-әле ҡатын-ҡыҙҙарҙың сығыш яһауына өйрәнеп бөтөлгән. Ә бына Сораман ауылында тик ир-аттарҙан ғына торған «Аҡман-тоҡман»... Тотош уҡырға
Илебеҙ тыныс булһын!Илебеҙ тыныс булһын!
Ураҙ ауылы китапханаһында әрме сафына китеүсе егеттәргә арналған бик матур кисә үтте. Уны китапхана мөдире Нәркизә Шәйәхмәтова һәм Ураҙ мәҙәниәт... Тотош уҡырға
Кескәйҙәргә тамашаКескәйҙәргә тамаша
Балаларҙы яҡлау көнөндә генә түгел, ә даими рәүештә беҙ, ололар, кескәйҙәрҙе яратырға, ҡурсаларға, йәберләмәҫкә бурыслыбыҙ. Ошо матур көндө Ураҙ... Тотош уҡырға
Күңелле байрамКүңелле байрам
Ҡотой ауылы клубында «Ҡатын-ҡыҙ - донъя тотҡаһы» исемле кисә үтте. Сараны Ураҙ музыка мәктәбе уҡытыусыһы Лидиә Ямалова һәм клуб йыйыштырыусыһы Рина... Тотош уҡырға


Материал ебәрергә

Рубрикалар


Яңылыҡтар архивы




Номерҙар архивы

Яңылыҡтар календары

«    Апрель 2018    »
ДшШшШршКйЙмШбЙкш
 1
2345678
9101112131415
16171819202122
23242526272829
30 

Популяр яңылыҡтар


Башҡорт матрешкалары - милли кейемдәБашҡорт матрешкалары - милли кейемдә
Быға тиклем рустарҙың матрешкаларын ғына күргәнем...

«Халыҡ» исеменә тап төшөрмәнеләр«Халыҡ» исеменә тап төшөрмәнеләр
Районыбыҙҙа 43 халыҡ һәм өлгөлө үҙешмәкәр...

Был донъяла ниҙәр бар?Был донъяла ниҙәр бар?
РФ Президенты Владимир Путин Мөрә-жәғәтнамә менән...

Иң тәмле икмәк -  ПоляковкалаИң тәмле икмәк - Поляковкала
Районыбыҙҙың төньяҡ зонаһына юл төшкәс, бер...

«Киләсәккә белем - 2018» форумы үтте«Киләсәккә белем - 2018» форумы үтте
Ҡала-район мәктәптәрендә йыл да ойошторола килгән...


Бөтә хоҡуҡтар ҙа яҡланған. Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда һәм уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Яйык» («Яик»)
гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет сайттарында тура актив гиперһылтанма ҡуйырға.