» » Өмөтөн өҙмәй әле

Өмөтөн өҙмәй әле23.06.2014

Бик күп тиңдәштәренең яҙмышына хас булғанса, сығышы менән Иҫтамғол ауылынан булған Зәйтүнә Баймөхәмәт ҡыҙы Астанованың бала сағы ла Бөйөк Ватан һуғышы дәүеренә тура килә. Әсәһе Мәрйәм Ғәйнулла ҡыҙы һөйләгәнсә, ире яу юлына китергә тип сыҡҡан еренән өйгә кире әйләнеп кергән. Тап йырҙарҙа йырлағанса, ҡыҙ балаҡайымды ҡыҙғанам, тигән кеүек, бишектә ятҡан Зәйтүнәһен ҡыҫып-ҡыҫып һөйә икән. Һуңынан ҡатынына, бына был бәләкәсемде йәлләйем, ә ҙурҙары бирешмәҫ, ти. (Үкенескә ҡаршы, 1937 йылғы Нурҙиҙә апаһы 7 йәшендә генә ҡарасәсәк сиренән вафат булған. Ҙур апаһы, 7 балаһын етем итеп, 1975 йылда гүргә кергән. Үлемесле ауырыуға тарыған ерҙән тере ҡалыуын, моғайын, атаһы фатихаһынандыр, тип уйлай ул). Шул уҡ төндә ауылдың 21 һөлөктәй аҫыл ирҙәрен һуғышҡа оҙаталар. Ә 1943 йылда ғаилә атай кешенең хәбәрһеҙ юғалыуы хаҡында ҡайғылы хәбәр ала.
Һуғыш касафаты арҡаһында ауыр йылдар булһа ла, Зәйтүнә Астанова шаянлыҡта уҙғарған ғәмһеҙ бала сағын моңһоу ҡатыш һағыныу менән иҫкә ала. Кескәй сағынан Хөснә, Мәрхәбә әбейҙәре, Ғәтиә, Тайфа өләсәйҙәре, Сажида, Нажия, Флүрә апайҙары ҡарамағында яратылып-һөйөлөп кенә үҫә ул. Тиктормаҫ ҡыҙыҡай әсәһе менән иртәнсәк кишер түтәленә һыу һибә. Ә төштән һуң, иптәш ҡыҙҙары менән өй уйнап, түтәлдең аҫтын-өҫкә килтерә… Был ҡырын эше беленгәс, уның артынан ҡыуа төшкән Фәйрүзә апаһынан ҡасып, әсәһенең киң күлдәк итәге аҫтына кереп сума. Хәйер, әсәйҙең күлдәк итәге уны оятҡа ҡалыуҙан әллә нисә ҡотҡара.
- Миңә 4-5 йәш тирәһе булғанда, - тип иҫкә ала ул, - Көҙөйҙән Бүләкәй апайым килгән ине. Яңы ғына көсөкләгән эттәрен дә ниңә эйәрткәндәрҙер. Бахыр, эттәренең имсәге һөт менән тулышҡан. Үҙе саҡ баҫып тора. Йәлләүҙән ни эшләргә белмәй, өйҙән тәгәс алып сыҡтым да этте һауырға ултырҙым. Шул мәлдә генә өйҙән сығып килгән ҡунаҡтарҙың аптырауҙан аһ итеүҙәре! Был юлы ла мине әсәйҙең киң күлдәк итәге ҡотҡарҙы.
1949 йылдың 1 сентябрендә тәү башлап мәктәп тупһаһы аша атлап үткән уҡыусы тырышып, бар көсөн һалып уҡый. Был йылдарҙы ул былай тип иҫкә ала:
- Ауылға дүрт уҡытыусы килгән ине. Барыһы ла сәстәрен үреп, оҙон толомдарын баштарына урап ҡуя инеләр. Уҡытыусы халҡы миңә шундай изге йәндәй тойолдо. Хатта, улар ашамай-эсмәй йәшәй икән, тип уйлай торғайным. Оҙаҡ ваҡыт ауырып, дәрес ҡалдырырға тура килгәс, уҡытыусым мине үҙе йәшәгән фатирына - Ҡалҡыу Мәрйәмдең өйөнә алып ҡайтты. Һабаҡтан ҡайтҡас, минең өсөн өҫтәмә дәрестәр ойошторҙо. Уҡытыусым менән мунсаға ла бергә барғас, уларҙың да беҙҙең кеүек ғәҙәти кешеләр икәнлегенә тамам инандым.
Бер аҙ үҫә төшкәс, тормошобоҙҙоң шау шатлыҡтарҙан ғына тормағанлығын аңғарыу кимәленә еткән инем инде. Көндөҙ ваҡыт эш менән үтә. Кистәрен, төтәнәк шәм яҡтыһында, дәрес әҙерләйем. Ул саҡтарҙа әсәйҙең кәрәсинде йәлләү сәбәбен хәҙер генә аңланым. Ул һары таңдан ҡара кискәсә колхоз эшенән бушамай. Йә иһә депутат эше менән ҡайҙалыр китә. Шуға күрә йорттағы хужалыҡ эшендә өләсәйҙең күҙ терәп торған ярҙамсыһы һаналдым. (Өләсәйҙең ике уланы яу ҡырында ятып ҡалған. Ҡыҙы Сәғиҙәне лә Өфөгә хеҙмәт армияһына ебәргәс, әсәй балалары менән өләсәй янына ҡайтырға мәжбүр булған). Ҡайһы саҡтарҙа тиҙәктән һуғылған утыныбыҙ ҙа бөтә. Әсәй менән икебеҙ боронғо зыярат янындағы ағастарҙы, уларҙың ваҡ ҡына сыбыҡ-сабыҡтарын санаға һалып алып ҡайтабыҙ. Самауыр ҡайнатыу өсөн дүңгәк ҡулайлы. Уны йыйыр өсөн йыш ҡына тауға үҙемә йөрөргә тура килә. Көс етмәгәнлектән, дүңгәктәрҙе аяғым менән типкесләп, уларҙы тау битенән аҫҡа тәгәрәтеп төшөрәм. Шул дүңгәк өсөн бригадир ағайҙың әрләй-әрләй мине ат менән баҫтырғанын һаман онота алмайым… Үҙем бәләкәй генә булһам да, арыш ононан күнәктә икмәк баҫам. Өләсәйем, зәғиф Сәғиҙә апайым (ул хеҙмәт армияһында имгәнеп ҡайтҡан ине) мине өйрәтеп ултыралар. Йәштәштәрем Бибикамал, Фариза менән иген утарға йөрөнөк. Эшкә барған көндө бригадир таяҡ һыҙып билдәләй. Башаҡ йыйырға ла барабыҙ.
Әммә, үҫә төшкән һайын, ғәзиздәрҙән-ғәзиз кешеһе - атаһын юҡһыныу тойғоһо һаман көсәйгәндән-көсәйә төшә. Бер мәл ул апаһы менән ауыл клубында «Чапаев» тигән фильм ҡарай. Ҡайтҡас: «Мин атайымды күрҙем, уның һаҡал-мыйығы атайымдыҡы кеүек», - ти. Зәңгәр күкте иңләп самолет осһа ла: «Атайымды ҡалдырып кит», - тип ҡысҡырыр була…
Шул рәүешле, көлә-илай, Зәйтүнә Баймөхәмәт ҡыҙы ла еткән ҡыҙ ҡорона инә. Ауылындағы 7 йыллыҡ мәктәпте тик яҡшы билдәләргә генә тамамлағас, артабан белем алыуын Миндәктә дауам итә. Уҡыған йылдарынан тағы бер ваҡиғаны онотмай ул. Ашарҙарына икмәктәре бөткәс, йома кис ете ҡыҙ ҡасып ҡайталар. Өс ҡыҙ Зәйнәкәйҙәге Бибикамалдарҙа йоҡлай, ә алда киткәндәр Көҙөйҙә төн үткәрә. Дүшәмбе көн директор быларҙан һорау ала. Аҙыҡ бөттө, тип әйтеү урынына, тәүәккәл Зәйтүнә, барыһы өсөн дә: «Өйҙө һағындыҡ», - тип яуаплай. - «Улай һағынғас, бөтөнләй ҡайтып кит», - ти директор. Класс бүлмәһенә шым ғына кереп ултырғанында тағы берәй уҡытыусы директорҙың һүҙҙәрен ҡабатлаһа, дәрестән сығыр ҙа ҡайтыр ҙа китер ине ул. Хәлдәрен аңлаптыр, бүтәнсә балаларҙы борсомайҙар.
Зәйтүнә ханым алыҫ бала саҡ илендә күргән-кисергәндәре, тәүтөҙөүсе ролендә Учалы ҡалаһында нисек эш башлап ебәргәне, хеҙмәттә сынығыу тәрбиәһе алғаны тураһындағы иҫтәлектәрен айырым бер дәфтәргә теркәп ҡуйған. Ҡулъяҙманың һәр битен асҡан һайын, ҡалалағы объекттарҙың берәм-берәм ҡалҡып сығыуы, уларҙың ни рәүешле төҙөлә барғаны күҙ алдынан үткән кеүек.
Ул ваҡыттарҙағы закон буйынса, уҡыу йортона инер алдынан һәр кем комсомол путевкаһы буйынса ҡайҙалыр эшләп алырға тейеш булған. Миндәк мәктәбен тамамлаған 18 йәшлек ҡыҙҙарҙы: Зәйтүнә Астанова, Маһинур Баһауетдинова, Нажия Йылҡыбаева, Луиза Лоҡманова, Фәрхинур Мөхәмәтйәрова, Мәр-йәм Мөхәмәткилдина, Бүләкәй Сәйфетдинова, Зәкиә Таһированы яңы нигеҙ һалына башлаған Учалы ҡалаһына эшкә ебәрәләр. Маһинур, Фәрхинур, Зәйтүнәне 1-се төҙөлөш тресына штукатур-маляр эшенә тәғәйенләйҙәр.
- 8 июль көнө, - тип хәтерләй Зәйтүнә апай, - бригадир Фуат ағай электр подстанцияһының бейек-бейек бағаналарын буярға ҡушты. Берҙән-бер хәүефһеҙлек сараһы - билдәргә бәйләнгән билбау, муйындарға аҫылған буяу һауыты һәм итектәргә тығылған щетка, сепрәк. Производство практикаһын үткән осорҙа, хәҙерге тимерле-бетон изделиелары заводы биләмәһендә урынлашҡан конторала йәштәр өсөн кистәрен махсус курстар эшләне. Көнөбөҙ эш менән үтһә, кистәрен беҙгә теоретик белем бирҙеләр. Йәштәргә шефлыҡ эше лә юғары кимәлдә ҡуйыла ине. Мәҫәлән, беҙҙең бригада Межозерныйҙа щиттарҙан йорт төҙөгәндә, Лилиә Хәйбуллина, Мәстүрә апайҙарҙың эшкә өйрәткәндәре өсөн уларға бөткөһөҙ рәхмәтлемен. Сөнки улар тауыш күтәрмәй, йөҙөбөҙҙән алмай ғына, беҙҙең һымаҡтарҙы үҙҙәренең эш өлгөһөндә тәрбиәләнеләр. Ике йыл эсендә, ниһайәт, төҙөүсе эшенең асылына төшөндөрҙөләр. Бергә эшләгән Маһинур, Зәкиә, Луиза Сибай медучилищеһына, Фәрхинур Белорет педучилищеһына, Нажия пединститутҡа уҡырға инделәр. Артабан уҡыу теләге миндә лә көслө ине. Ләкин мөмкинлек менән теләк тура килмәне. Минең ҡарамаҡта олоғайған әсәйем, апайымдың улы Хатип ҡустым. Фатир алыу бәхетенә ирешкәс, икеһен дә үҙемдең яныма күсереп алдым. Шуныһына ҡыуанам: ғүмеренең аҙаҡҡы йылдарында әсәй тыныс, бәхетле ҡартлыҡ кисерҙе. Ҡустым да төҙөүсе һөнәрен үҙ итте. Тик, Чернобыль фажиғәһе һөҙөмтәһелер, уның ғүмер генәһе ҡыҫҡа булды. Ә мин яҙмышымды төҙөүсе һөнәре менән бәйләргә ҡарар иттем. 1963 йылда техникумда төҙөлөш һөнәрҙәренә уҡытыу буйынса киске бүлек асылғас, шунда уҡырға керҙем.
Ҡала Советына депутат итеп һайлағандарында, Зәйтүнә Баймөхәмәт ҡыҙына ни бары 21 йәш кенә була. Комсомолдың өлкә конференцияһына делегат итеп һайлау ҙа һис осраҡлы булмай. Йәмәғәт эшмәкәре ролендә көндән-көн танылыу яулаған ҡыҙ сессияларҙа әүҙем ҡатнаша. Һайлаусылары менән осраша, күп балалы ғаиләләргә ярҙам ойоштора. Уҡыу йортон да уңышлы тамамлай. Дәүләт имтихандарын тапшырғанда, комиссия рәйесе Дмитрий Карпенко 146-сы трестың ПТО бүлегенә техник итеп эшкә саҡыра. Әҙәм балаһын эсәр һыу ҙа әллә ҡайһы тарафтарға әйҙәп йөрөтөр, ти. Тормош иптәше Тымыҡ океанда һыу аҫты кәмәһендә хеҙмәт итеү сәбәпле Петропавловск-Камчаткала ла йәшәйҙәр. Бында ла йөрәгенә ятҡан эшен дауам итә - «Камчатскгражданпроект»та техник булып эшләй. Вулканология һәм сейсмология фәнни-тикшеренеү институтында ер тетрәгәндә уртаса балл кимәлен билдәләү компанияһында ла ҡатнаша. Хәрби комиссариатта ла хеҙмәт итергә тура килә. Һөҙөмтәле эшмәкәрлеге өсөн Хөрмәт ҡағыҙҙары менән бүләкләнә. 1975 йылдың июлендә Зәйтүнә ханым ҡалаға кире әйләнеп ҡайта. ПТЖХ-ла - техник, аҙаҡ мастер була. 1985 йылда ауыл хужалығы идаралығында проект-смета документтарын әҙерләүсе, 1988-1994 йылдарҙа архитектура өлкәһендә инженер-проектсы вазифаһын башҡара. 1994 йылдың февраленән МПМК-ла - мастер, аҙаҡ инженер булып эшләй. Ул һыҙған проекттар буйынса Учалыла - йорттар, психоневрология интернатында - бина, Туңғатарҙа - мәктәп, Сәфәрҙә - балалар баҡсаһы төҙөлә. Клуб, икмәк бешереү цехы, фельдшер-акушер пункттары, музыка мәктәптәре - барыһы ла Зәйтүнә Баһауетдинованың ҡултамғаһы ҡуйылған проекттар буйынса эшләнгән. Эшһөйәр ҡатын ҡайҙа ғына тир түкһә лә, етәкселәренән, ә етәкселәр хеҙмәткәрҙән уңа. Эшен күрә һәм баһалай белгәндәренә рәхмәтле ул. Бихисап Маҡтау ҡағыҙҙары, Рәхмәт хаттары ла ошо хаҡта һөйләй. Тик был донъяла бер нәмә лә мәңгелек түгел. 1995 йылда штаттар ҡыҫҡартылыу сәбәпле, 38 йыллыҡ стаж менән уға яратҡан шөғөлөнән айырылырға тура килә.
Шулай, тәүтөҙөүсе ролендә, Зәйтүнә Баһауетдинованың дәртле йәшлек йылдары ҡалабыҙҙы төҙөү эшмәкәрлеге менән бәйле. Учалының алтын юбилейын билдәләгән ваҡытта, ҡала-район телевидениеһының хеҙмәт ветераны хаҡында махсус тапшырыу әҙерләп күрһәтеүе лә быға дәлил булып тора.
Тәүтөҙөүсенең әйтәһе һүҙе лә бар:
- Элекке объекттарҙың емерек хәлдә булыуҙарына тыныс ҡына ҡарай алмайым, - ти ул.
Тормошонан ҡәнәғәт булһа ла, сабый сағынан оҙата килгән һағыш - атаһы тураһындағы билдәһеҙлек күңеленә һаман тынғы бирмәй. Инде өләсәй ҡорона ингән Зәйтүнә Баймөхәмәт ҡыҙы ҡәҙерле атаһы тураһында хәбәр аласағына ышана. Ҡәберен генә лә таба алһам да, риза булыр инем, тигән йәшерен өмөт менән йәшәй. Нисәмә йылдар арауығында аҙашҡандарҙы табыштырған һәм осраштырған «Көт мине» тапшырыуына яҙған хатына ла быйыл 14-се йыл китте.

 
  • Оҡшаш яңылыҡтар
  • Комментарийҙар
Тыл батырҙарыТыл батырҙары
Зәкиә Рәхмәтуллина-Кейекбаева үҙе эшләгән музейҙа һаҡланған белешмәләр ярҙамында Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан яҡташтарының, ирҙәре мәңгелеккә яу... Тотош уҡырға
Ҡәҙерлем, берҙән-беремҠәҙерлем, берҙән-берем
Әсәйем. Әсәкәйем… Әле мин уның ҡәбере эргәһендә торам. Гүр эйәһе булғанына ла ун алты йыл тулып китте. «Баш һәм аяҡ остарым яғына ике таш ҡуйырһығыҙ.... Тотош уҡырға
Бөтә йөрәктәнБөтә йөрәктән
Ғүмерҙәре буйы колхозда эшләгән һауынсы, быҙау ҡараусы апайҙарҙың, пенсионер уҡытыусы, һатыусы һәм башҡа һөнәр эйәләренең йылы һүҙгә, иғтибарға... Тотош уҡырға
Бөтә йөрәктәнБөтә йөрәктән
Ғүмерҙәре буйы колхозда эшләгән һауынсы, быҙау ҡараусы апайҙарҙың, пенисионер уҡытыусы, һатыусы һәм башҡа һөнәр эйәләренең йылы һүҙгә, иғтибарға... Тотош уҡырға
Тормошобоҙҙоң яҡты маяғыТормошобоҙҙоң яҡты маяғы
Әҡлимә Сафинаның «Сәфәрем - тыуған төйәгем» китабын икенсе тапҡыр уҡып сыҡтым. Бик яҡшы баҫма ул, бигерәк тә йәш быуын өсөн ауыл тарихын белеү... Тотош уҡырға


Материал ебәрергә

Рубрикалар


Яңылыҡтар архивы




Номерҙар архивы

Яңылыҡтар календары

«    Ғинуар 2018    »
ДшШшШршКйЙмШбЙкш
1234567
891011121314
15161718192021
22232425262728
293031 

Популяр яңылыҡтар


Яңы йылға өмөт-ышаныстар бағлайбыҙЯңы йылға өмөт-ышаныстар бағлайбыҙ
Ҡомаҡ (1924, 1936, 1948, 1960, 1972, 1984, 1996,...

Ғаилә йылы буласаҡҒаилә йылы буласаҡ
Башҡортостан башлығы Рөстәм Хәмитов 2018 йылды...

Изге ғәмәл менән  үткәрәйекИзге ғәмәл менән үткәрәйек
Мөхәммәт пәйғәмбәр ғәләйһиссәләм Миләди иҫәп...

Төклө аяғың менән - Һары Эт, ырыҫлы һәм имен бул!Төклө аяғың менән - Һары Эт, ырыҫлы һәм имен бул!
Эт йылын өйҙә һәм иң яҡын кешеләр менән ҡаршы...

Балҡып китте мәҙәниәт йортоБалҡып китте мәҙәниәт йорто
Капиталь ремонт үткәндән һуң тантаналы рәүештә...


Бөтә хоҡуҡтар ҙа яҡланған. Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда һәм уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Яйык» («Яик»)
гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет сайттарында тура актив гиперһылтанма ҡуйырға.