Кем бәхетле?02.09.2014

Тышта йәйге төн. Баҡсала сиңерткәләр сырылдаша. Cирендең хуш еҫтәре асыҡ тәҙрәнән бүлмәгә инеп тарала. Ә һауала йым-йым килеп йондоҙҙар серле йылмайыша.

Тик бөгөн Мөнирә инәйҙе ниңәлер йоҡо алманы. Ары әйләнде, бире әйләнде, уйҙарға сумды. Мөнирә инәй тороп, тәҙрә эргәһенә килеп баҫты. «Ниндәй сихри төн. Һандуғастар йыры, йәшлек... Бар ине бит күңелле саҡтар…» Тәҙрәнән иҫкән йылы ел уның сал төшкән көмөш сәстәрен туҙҙырҙы. Уйҙары бала саҡҡа әйләнеп ҡайтты.
Мөнирә әле бәләкәй саҡта уҡ атаһы һуғышҡа киткәйне. Ауылда атайһыҙ аслы-туҡлы йәшәгән ғаиләләр ул ваҡытта күп булды. Үҙенән бер нисә йәшкә өлкән ағаһын ҡыҙыҡай бик яратты. Уның менән бергә быҙау көтөүен көтөргә йөрөй торғайнылар. Бер көн шулай, быҙауҙарҙы йылға буйына килтерҙеләр ҙә, яр буйына ултырҙылар. Аръяҡта кишер баҫыуы. Унда Мөнирәнең әсәһе ҡарауылсы булып эшләй. Закир туғанына боролдо ла:
- Әйҙә, әсәйемдән кишер һорап алайыҡ, - тине.
- Юҡ, бригадир күреп ҡалһа, әрләр.
- Ә мин шыуышып ҡына барам да, йолҡоп, йолҡоп килтерәм. Һин ултырып тор, йәме? - Мөнирә баш һелкеп ризалашты.
Яңғыҙы тороп ҡалғас, моңланып китепме, яңғыратып йырлап ебәрҙе. Йырлап та бөтмәне, эргәһенә егеүле ат килеп туҡтаны. Арбанан мөләйем йөҙлө ҡатын төштө лә: «Һеңлекәшем, ниңә моңланып киттең? Яңғыҙың нишләп ултыраң?» - тип ҡыҙыҡһынды. Мөнирә яланғас аяҡтарын күлдәк итәгенә йәшерҙе лә ҡыйыуһыҙ ғына: «Мин ағайым менән быҙау көтәм. Асыҡҡас, ағайым кишер килтерергә китте», - тине. Ҡатын яңғыратып көлдө. Был Мөнирәгә нисектер сәйер тойолдо. Ул сумкаһынан нимәлер ҡараны ла, бәләкәй танышына икмәк һондо. Мөнирә уны ике ҡуллап тотто ла урманға ҡарай йүгерҙе. Аяғын нимәлер әсеттереп алғас ҡына туҡтаны, ағас араһынан тегеләрҙе күҙәтә башланы. Ат ҡуҙғалғас, икмәкте күкрәгенә ҡыҫып, элекке урынына барып ултырҙы. «Йә иҫәркәй, ҡырағай кеше кеүек ниңә тороп йүгерҙем икән. Рәхмәт тә әйтмәнем дә һуң», - тип үҙ-үҙен әрләне. Ул арала ағаһы ла килеп етте. Мөнирә ҡыуана-ҡыуана таныш булмаған апайҙың икмәк биреп китеүен һөйләне. Кишерҙе йыуып яртыһын ергә күмеп ҡуйҙылар, иртәгә алып ашарбыҙ тип. Тамаҡтары туҡ булғас, күңелдәре лә күтәрелеп китте. Закир һеңлеһенә:
- Зурайғас та бер-беребеҙҙе онотмайыҡ. Мин өй һалып сыҡһам, һиңә ярҙам итермен. Һин байып китһәң, миңә ярҙам итерһең. Барыбер ҡасан да булһа беҙ ҙә Хәнифәләр кеүек туҡ йәшәрбеҙ әле, - тине.
- Эйе шул, Хәнифәнең атаһы бригадир бит. Беҙ ҙә бәхетле булырбыҙ, эйе бит, ағай.
Бер-береһен йыуатып, ас тамаҡтарын туҡ итеп көндәрен үткәрҙеләр. Шулай йәмле йәй сәскәле күлдәген оҙаҡламай алтын һарыға мансыны. Ураҡ урылып бөткәс, Мөнирә ҡыҙҙар менән бергәләп баҫыуҙа ятып ҡалған башаҡтарҙы йыйырға йөрөнө. Унда ла ҡасып, боҫоп ҡына барып ҡайталар, бригадир күреп ҡалһа, тетмәңде тетә. Бер көн шулай ҡыҙҙар менән күмәкләшеп баҫыуҙан ҡайтып баралар. Һәр береһендә төрлө төҫтәге яулыҡ. Мөнирәнең ҡулында шаҡмаҡлы төйөнсөк. Әсәһе уны ашъяулыҡ итеп йөрөтә. Әсәһенән һорамай ҙа алып сығып киткән ине уны. Шулай, ҡыҙҙар менән күңелле генә килгәндә, юлда бер һыбайлы күренде. Бригадир - Хәнифәнең атаһы. Ҡыҙҙар ҡурҡышып, ни эшләргә белмәй, бер-береһенә ҡарашты. Һыбайлы килеп тә етте, ҡысҡырып та ебәрҙе:
- Оятһыҙҙар! Кемдән һоранығыҙ? Һеҙ бит колхоз милкен урлайһығыҙ!
- Ә беҙ урлашманыҡ, баҫыуҙа ятып ҡалған башаҡтар ер туңһа бары серей бит.
- Ҡаршылашмағыҙ!
Ул берәм-берәм ҡыҙҙарҙың төйөнсөктәрен тартып алды ла, уҫал ҡараш ташлап, үҙ юлында булды. Йөрәктәре әрнеүҙән ҡыҙҙарҙың күҙенән туҡтауһыҙ йәш аҡты. Бөртөкләп йыйған бойҙай башаҡтары ла, бригадирҙың кешелекһеҙ, таш бәғерле булыуы ла күңелдәрен рәнйетте.
Кис яҡынлашты. Мөнирә әсәһенә ашъяулыҡ тураһында нисек әйтергә белмәй аҙапланды. Сәйгә ултырғас:
- Әсәй, башаҡтан ҡайтып килгәндә Хәнифәнең атаһы төйөнсөктәрҙе тартып алды. Мин шаҡмаҡлы ашъяулыҡты алып барғайным, - тине.
- Эй, Аллаһ. Инде хәҙер балалар ризығын ғына тартып алаһы ҡалды инде уға. Туймаҫ бәндә булды бит, - тине әсәһе.
Төнө буйы Мөнирә йоҡлай алманы, бригадирҙың уҫал ҡарашы уның күҙ алдынан китмәне. Таң алдынан йоҡлап киткән ине, һыйыр һауырға ваҡыт та етте. Һыйыр ҡыуғас, Хәнифәләрҙең өйө эргәһенән ҡайтты. Шул саҡ уның күҙенә таныш әйбер сағылып ҡалды. Эленгән керҙәр эргәһендә уларҙың ашъяулығы тора. Эштән килгән әсәһенә күргәнен һөйләп бирҙе. «Була бит оятһыҙ бәндәләр,» - тип әрләй-әрләй сығып китте әсәҺе. Хәнифәләрҙең арт яҡ ҡапҡаһынан инде лә керҙәр араһында торған ашъяулыҡты тартып алды. Ишек алдында йөрөгән малайҙың:
«Эй, ни эшләйһең?» - тиеүенә, «Мин һеҙҙең кеүек урлашмайым. Үҙемдекен алам,» - тип яуап бирҙе.
Яҙғы кистәрҙә ҡыҙҙар һәм егеттәр тауға уйынға йыйылышалар. Бөгөн дә Гөлзифа менән Тәскирә Мөнирәгә килеп еткәндәр. «Әйҙә, киттек, хәҙер Хәнифәне лә алып сығабыҙ,» - тиҙәр. Ашъяулыҡ менән булған хәлдән һуң уны күргеһе килмәй ине. «Әлләсе,» - тип ризаһыҙ ғына яуап биргәйне лә әхирәттәренән ҡотолоп буламы һуң. Гөлзифа Хәнифә артынан инеп китте, ә Тәскирә менән Мөнирә соланда ҡалды. Шул саҡта булған күңелһеҙ күренеш әле булһа ла Мөнирәнең йөрәген һыҙлата. Ашлы һыуҙа икмәк киҫәктәре ята ине, Тәскирә уларҙы тиҙ генә һоҫоп алды ла ҡабалана-ҡабалана ашап ҡуйҙы. Ә үҙе ғәйепле генә: «Бөгөн ашарға икмәк булмағайны», - тине. Мөнирә быны ишетмәне лә шикелле, уйға сумды. «Ниндәй ҡыҙғаныс, Тәскирәнең ашарлыҡ бер ҡабым икмәге лә юҡ. Ә Хәнифәнең атаһы менән Тәскирәнең атаһы бер туған. Тик ул һуғышта, ә әсәһе оҙаҡ ауырығандан һуң үлеп ҡуйҙы. Бына ни эшләтә ҡомһоҙлоҡ кешене. Үҙенең бер туған ағаһының ҡыҙына ла ярҙам итә алмаған, ул ниндәй..» - ошо урында уның уйы бүленде. Һәр саҡ кейгән зәңгәр күлдәген елберләтеп Хәнифә сыҡты. Дүртәүләшеп тауға ашыҡтылар. Байтаҡ ҡына йыйылған ҡыҙҙар янына оҙаҡламай егеттәр ҙә килде. Гармун уйнап ебәреү менән йәштәр дәртләнешеп бейергә тотондо. Шул саҡ сырылдап ебәргән тауыш ишетелде. Барыһы ла тынып ҡалды. Был Хәнифәнең әсәһе Сәлимә апай ине. Килеп етеү менән йәштәргә уҫал ҡараш ташланы ла ҡыҙын эйәртеп, йәштәрҙе әсе итеп әрләй-әрләй ҡайтып китте. Хәнифә киткәс Гөлзифа, Тәскирә, Мөнирә йылға буйына төштөләр. Ҡыҙҙарға нисектер моңһоу ине. Гөлзифа һүҙ башланы:
- Миңә Хәнифә һандығындағы әйберҙәрен күрһәтте. Унда төрлө-төрлө ебәк күлдәктәр, ҡашмауҙар…
- Булһа һуң, - тип бүлдерҙе Тәскирә. - Барыбер әсәһе уны кейергә ҡушмай, һаҡлай. Уйынға ла бит тик зәңгәр күлдәген кейә. Бәхетһеҙ ул минеңсә…
- Юҡ, бәхетле.
- Бәхетһеҙ!
Туҡта әле, ул ысынлап та бәхетһеҙ булды. Ун һигеҙ йәше тулғас, көсләп тигәндәй, күрше ауылдағы бер ҡартҡа кейәүгә бирҙеләр. Тик Хәнифә уны оҡшатмай, ҡасып, кире атай йортона ҡайтты. Атаһы уны бик ныҡ туҡманы. Өйгә бикләп ултыртып ҡуйҙы. Кисен-көндөҙөн кеше күҙенә күренмәне. Шунан һуң кейәүгә сыҡманы. Ҡартлыҡ көнөндә лә яңғыҙы ғүмер уҙғара.
Ә Мөнирә… Ул үҙе кеүек ярлы ғына егет менән дуҫлашты һәм уға кейәүгә сыҡты. Тик Рәүефе генә оҙон ғүмерле булманы. Бынан дүрт йыл элек көтмәгәндә йөрәге туҡтап үлеп ҡуйҙы. Ике малайға ғүмер бирҙеләр. Икеһе лә өйләнгән, балалар үҫтереп, шаулатып-гөрләтеп донъя көтәләр. Их ғүмер, аҡҡан һыу менән бер. Һикәлтәле таштар ҙа булырға мөмкин, тик ул ҡаршылыҡтар алдында туҡтап ҡалмаҫҡа кәрәк, ә шаулап-гөрләп ағырға ғына. Ҡайһы берәүҙәрҙең тормошо талғын ғына аҡҡан йылға төҫлө, тора-бара уны ләмдәр ҡаплап, һыуы болғансыҡлана. Ә был бәхетле тормошта йәшәгәс, сыңлатып аҡҡан йылға төҫлө йырлап, бер-беребеҙгә ярҙам итеп йәшәйек һәм беҙҙең ғүмер-йылғабыҙ һәр ваҡыт саф, пак ҡалһын.
 
  • Оҡшаш яңылыҡтар
  • Комментарийҙар
Һынауҙарға бирешмәйҺынауҙарға бирешмәй
Йәмле Миндәк йылғаһы буйында, тауҙар ҡосағына һыйынып ҡына ултырған Байрамғол ауылында икенсе бала булып донъяға ауаз һалған малайға Рәфҡәт Игликов... Тотош уҡырға
Тормош хәтирәләренәнТормош хәтирәләренән
Ҡолош ауылының тарихын, халыҡтың үткәнен белеү, музейға материал туплау ниәте менән ололарға барып, һорап, яҙып алып сыҡтым. Башлап Миңһылыу апайға... Тотош уҡырға
Ғүмерлек һабаҡҒүмерлек һабаҡ
Вәдүт ата-әсәһенең уң ҡулы - ярҙамсыһы булып үҫте. Атаһы һуғыш инвалиды, әсәһе - сирле, улар йыш ҡына дауаханала яттылар. Өлкән апаһы йыраҡта -... Тотош уҡырға
БЕР ЯҢЫЛЫШ   АҘЫМБЕР ЯҢЫЛЫШ АҘЫМ
Сәлиә Ғатауллина (ХИКӘЙӘ) – Ҡыҙым, нишләп был юлы ла кейәүҙе апҡайтманың... Тотош уҡырға
БЕР ЯҢЫЛЫШ АҘЫМ (аҙағы)БЕР ЯҢЫЛЫШ АҘЫМ (аҙағы)
7 ...Теге саҡта, Диләфрүздең үлеменән һуң, Радмирҙың ҡасан, ни хәлдә ҡайтып киткәнен бөтөнләй хәтерләмәй Гөлзифа. Диләфрүздең табутта ятҡан... Тотош уҡырға


Материал ебәрергә

Рубрикалар


Яңылыҡтар архивы




Номерҙар архивы

Яңылыҡтар календары

«    Ғинуар 2018    »
ДшШшШршКйЙмШбЙкш
1234567
891011121314
15161718192021
22232425262728
293031 

Популяр яңылыҡтар


Ҡайҙа ҡиммәтерәк?Ҡайҙа ҡиммәтерәк?
Яңы йыл алдынан ниндәй ҡалаларҙа Ҡыш бабайҙы...

Байрамдар тыныс үтһенБайрамдар тыныс үтһен
Тиҙҙән барыбыҙҙың да яратҡан байрамы - көтөп...

Ғаилә үтәй алмаҫлыҡ бурыс бармы икән?Ғаилә үтәй алмаҫлыҡ бурыс бармы икән?
Ҡала мәҙәниәт үҙәгендә физик мөмкинлектәре...

«Ҡанат ҡуйылғандай булды», - ти ирекмән«Ҡанат ҡуйылғандай булды», - ти ирекмән
Рәсәй Президенты В. Путин «Рәсәй ирекмәне - 2017»...

Яңы йылға өмөт-ышаныстар бағлайбыҙЯңы йылға өмөт-ышаныстар бағлайбыҙ
Ҡомаҡ (1924, 1936, 1948, 1960, 1972, 1984, 1996,...


Бөтә хоҡуҡтар ҙа яҡланған. Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда һәм уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Яйык» («Яик»)
гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет сайттарында тура актив гиперһылтанма ҡуйырға.