» » Иҫтамғол «Аҡтамаҡтары»

Иҫтамғол «Аҡтамаҡтары»16.02.2015


(Аҙағы. Башы 13-14-се һан-дарҙа).

Әхмәҙиевтар
1834 йылдағы документта уларҙың нәҫел сылбыры бына ошо тәртиптә бирелә: Кейекбай-Мулдаш-Йомабай-Аҫылхужа-Әхмәҙи-Әхмәт-Хәлит, Хәдижә, Хафиза. Был нәҫелдәргә ҡағылышлы йәнә бер документ иғтибарға лайыҡ. Ул Сораман ауылының 1917-1918 йылдарҙа шәриғәт ҡанундары буйынса ғаилә ҡороусылар исемлеге. Русса «О браке» тип атала. Аң-лайышлыраҡ булһын өсөн, аҡҡа ҡара менән яҙылғандарҙы һүҙмә-һүҙ бирәм: «Иҫтамғол ауылынан Әхмәҙи улы Әхмәт. 23 йәш. Сораман ауылынан Мәрхәбә Әбүбәкир ҡыҙына 17 йәш. Ҡыҙ атаһының атаһы (олатаһы) Мөхәмәтйәр Динмөхәмәт улы. Егет атаһы: Әхмәҙи Аҫылхужа улы. Шаһиттар: Әлтәфетдин Ишморат улы. Ниғәмәтйән Мамила улы».

Бына ошо факт та Иҫтамғолда йәшәгән Әхмәҙиевтарҙың Аҫылхужа улы Әхмәҙиҙән таралғандарын раҫлай. Ә Әхмәт кем булған? Шул турала тулыраҡ мәғлүмәт алыу өсөн, уның бер туған һеңлеһе Хәдижә Әхмәҙи ҡыҙы менән осраштым (ул яҙмышын «Көҙәндәр» аймағы улы Ғамир Ваһапов менән бәйләгәне, ағаһының Мортазин отрядында йөрөгәне, 1937 йылда ҡулға алынғаны тураһында ҡабатлау кәрәкмәҫ). Хәтер һандығына байҡау яһаған ағинәй, үҙе өсөн үтә лә яҡын булған ағайы тураһында һөйләп биреүҙе үтенгәс, уғата йәнләнеп китте.
Уларҙың ғаиләһендә тағы Хафиза (1931) исемле ҡыҙ буй еткерә. Ире Ханнанов Муллағәләм улы Ғәбделхәй менән Белорет ҡалаһында йәшәнеләр. Өс балаға (Әлфиә, Ғәбделәхәт, Ғабдулажан) ғүмер бүләк иттеләр. Йорт хужалары ауылдарынан барғандарҙы һәр ваҡыт асыҡ сырай менән ҡар-шы алдылар. Йыш ҡына төндө үткәреү өсөн күптәр уларҙың йортонда туҡтай ине.
Әхмәт улы Хәлит Әх-мәҙиевтың йәмәғәте Лиза Фәттәх ҡыҙы Сораман ауы-лының «Зыуымдар» аймағы ҡыҙы. Уның нәҫел-нәсептәрендә хәрби хеҙмәткәрҙәр исемдәре өҫтөнлөк итә. Мәҫәлән, Ғабдулваһап улы Абдрахмандың (1791-1844 ) йорт старшинаһы булыуы тураһында мәғлүмәт һаҡланған. Лиза апай 1959 йылдың февралендә Иҫтамғол ауылындағы Әхмәҙиевтар йортона килен булып төшкән. Уның тормош иптәше Хәлит ағай тәүге йылдарҙа колхоздың алдынғы тракторсыһы булараҡ, «Сиҙәм ерҙәрҙе үҙләштергән өсөн» миҙалы менән бүләкләнгән. Һуңынан ҡалған ғүмерен малсылыҡҡа арнай. Лиза еңгәбеҙ үҙе лә тик ятмай: ауыл хужалығындағы төрлө эштәрҙә ҡатнаша, ашнаҡсы ла булып эшләй. Йәштәрҙең тормошон йәмләп, бер-бер артлы ғына донъяға килгән ул-ҡыҙҙары, береһенән-береһе аҡыллы булып, буй еткерә. Тик тормош арбаһы ҡасан шулай бер көйгә генә тәгәрәгәне бар? 1985 йылда Лиза еңгәнең ире кинәт кенә ауырып, яҡты донъянан китеп бара. Оло ҡайғыһынан айнырға ла өлгөрмәгән әсә оло улы Хәмиттән, ҡыҙы Лидиәнән дә мәңгелеккә айырылыуҙы ауыр кисерә. Әсә йөрәге нисек кенә телгеләнмәһен, ул ҡалған балаларының шатлыҡ-ҡыуаныстарынан йәшәргә көс, йыуаныс таба. Ә күҙ нурҙары, балалары, ысындан да, йәшәгән һәм эшләгән урындарында һис һынатмай. Оло улдары Фәнил атай йортона яҡын ғына ерҙә үҙ нигеҙен ҡорған. Уңған, донъяһын гөлдәй итеп тотҡан кәләше Гөлгөнә менән Розалина, Розалия исемле һылыуҙарҙың береһен кейәүгә биреп, үҙҙәре олатай-өләсәй ҡорона инергә лә өлгөрҙөләр. Йорт хужаһының ҡабатланмаҫ йәшлек йылдарының 20 йылын хәрби хеҙмәт өлкәһенә арнағаны тураһында мин аҙаҡ ҡына белдем. Уның һөйләүенсә, ил алдындағы бурысын үтәп ҡайтҡас, ул, Барнаул ҡалаһында Эске эштәр министрлығының махсус урта белем биреү мәктәбен тамамлап, лейтенант званиеһына эйә була. Артабан Санкт-Петербург ҡалаһындағы юридик университетында белем ала. Иркутск өлкәһенең Усть-Илинск ҡалаһында йәшәй һәм эшләй. Өлгөлө хеҙмәте өсөн 2-се дәрәжә знагы, маҡтауға лайыҡ хеҙмәте өсөн 1-cе, 2-се, 3-сө дәрәжә миҙалдар менән бүләкләнә. 38 йәшендә хаҡлы ялға сыға. Запастағы майор бөгөн дә әүҙем тормош алып бара. 2012 йылда тыуып үҫкән төбәге Иҫтамғолда уҙғарылған мосолмандар байрамында тейешле материалдар йүнәтеп, ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә өмә ойошторҙо. Халыҡ менән уртаҡ тел таба алғандың эше лә ырамлы: оло зыярат кәртәләнде, ауыл осондағы тиҙәк тә ситкә гөрөлдө. Ә инде әүҙем ҡатын-ҡыҙҙар: Алмагөл Сәлимгәрәева, Маһинур Садыҡова, Йәмилә Баһауетдинова, балалары Зилә, Айгөл менән бергә өмәгә сыҡҡан Хәлиҙә Ваһапова, Рә-үилә Рәхмәтуллина, Гөлгөнә Әхмәҙиева, Фәүзиә Лутова, Лилиә Аллабирҙина тарафынан урам буйҙары сүп-сарҙан таҙартылды. Шуға күрә, шундай ир уҙаманының яҡташтары тарафынан депутат итеп һайланыуы ғәжәп түгел. Бөгөнгө көндә запастағы майор Фәнил Әхмәҙиев 4 ултыраҡты берләштергән Уральск ҡасабаһында хакимиәт башлығы вазифаһын үтәй. Еңел булмаған эшендә уға уңыштар ғына теләйһе ҡала.
Мөхәмәтдин Хәлит улы Үрге Урал районының эске эштәр бүлегендә полиция майоры. Фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн 1-се, 2-се, 3-сө дәрәжә миҙалдар менән бүләкләнә. Үрге Урал районы буйынса «Иң яҡшы участка уполномоченныйы» итеп баһалана. Ғаиләһе менән Межозерныйҙа йәшәйҙәр. Ҡатыны Мөнирә Шәмсетдин ҡыҙы менән Илүзә, Илнур, Айнур тигән балалар тәрбиәләйҙәр. Бер ейәнсәрҙәре, бер ейәндәре бар. Ғаиләләге кесе малай ҙа ағалары юлынан китә: 18 йәштән 1986-1989 йылдарҙа Афған ерендә махсус минерҙар сафында хеҙмәт иткән. Өлгөлө хеҙмәте өсөн «70 лет ВС СССР» миҙалы, Афған халҡынан Рәхмәт хаты менән бүләкләнә. Ҡыйыу, тәүәккәл егеттең бер ҡасан да һынатмағанына инанған командование уға яуаплы эштәр йөкмәтә. Хәлит улы Рәйелдең 12 мәртәбә Чечняға барып, мөһим задание үтәп ҡайтыуы ғына үҙе оло баһаға лайыҡ. «Батырлыҡ өсөн»миҙалы менән бүләкләнеүе лә уның оло ҡаһарманлығының бер билдәһе. Башҡа шуның кеүек бихисап значоктар ҙа кесе Әхмәҙиевтың күкрәген биҙәй. Татарстан республикаһында 2013 йылда уҙған Универсиадала ҡатнашҡаны өсөн геройыбыҙ «Отличник» исемен ала. Рәйел 1989 йылдарҙан алып илебеҙҙең именлеген тәьмин итеү буйынса (отряд особого назначения (ОМОН) иңенә алған бурысын атҡарыуын дауам итә. Кәләше Светлана менән Ләйсән, Әлиә, Айҙар исемле балалар тәрбиәләйҙәр. Лиза еңгәнең Гүзәл исемле ҡыҙы шахтала эшләй. Ә бөгөнгө көндә Лиза Фәттәх ҡыҙы яңы тормош иптәше менән бер-береһенә кәрәк һәм терәк булып, шул ауылда ғүмер кисерәләр.
Распечатать
 
  • Оҡшаш яңылыҡтар
  • Комментарийҙар
Иҫтамғол «Аҡтамаҡтары»Иҫтамғол «Аҡтамаҡтары»
Исхужиндар Марс Нәғимйән улы Исхужин Өфө Үҙәк дәүләт архивы хеҙмәткәрҙәре ярҙамына таянып, үҙенең нәҫел-нәсептәре тураһында белешмәләрҙе махсус... Тотош уҡырға
Ҡәҙерле кешеләремҠәҙерле кешеләрем
Тупрағы баҫылып өлгөрмәгән, кәҫләнеп ярмаланып ятҡан ҡәбер эргәһендә торам. Был минең улымдың ҡәбере. Йәшләй генә гүр эйәһе булды, йәне ожмахта... Тотош уҡырға
Ауылым уңғандарыАуылым уңғандары
Һәр ауылдың данлыҡлы һәм уңған, абруйлы кешеләре булған кеүек, Иманғол ауылы ла төшөп ҡалғандарҙан түгел. Бер Советтар Союзы Геройы (Ж.Ғ.... Тотош уҡырға
Донъя күрке - балаларДонъя күрке - балалар
БСТ каналынан барған тапшырыуҙарҙың береһендә «Сораман» һүҙе ҡолаҡҡа салыныу менән, бар эшемде ташлап, зәңгәр экранға төбәлдем. Баҡһам, ауылыбыҙ... Тотош уҡырға
Абруйы ҙурАбруйы ҙур
Еҙнәм Хәлит Ғарипов 1929 йылдың 23 февралендә Сәфәр ауылында тыуа. Ғаиләлә өсөнсө бала булып донъяға килә. Атаһы Жәләлетдин бик уҡымышлы кеше... Тотош уҡырға


Материал ебәрергә

Рубрикалар


Яңылыҡтар архивы




Номерҙар архивы

Яңылыҡтар календары

«    Ғинуар 2018    »
ДшШшШршКйЙмШбЙкш
1234567
891011121314
15161718192021
22232425262728
293031 

Популяр яңылыҡтар


Яңы йылға өмөт-ышаныстар бағлайбыҙЯңы йылға өмөт-ышаныстар бағлайбыҙ
Ҡомаҡ (1924, 1936, 1948, 1960, 1972, 1984, 1996,...

Ғаилә йылы буласаҡҒаилә йылы буласаҡ
Башҡортостан башлығы Рөстәм Хәмитов 2018 йылды...

Изге ғәмәл менән  үткәрәйекИзге ғәмәл менән үткәрәйек
Мөхәммәт пәйғәмбәр ғәләйһиссәләм Миләди иҫәп...

Төклө аяғың менән - Һары Эт, ырыҫлы һәм имен бул!Төклө аяғың менән - Һары Эт, ырыҫлы һәм имен бул!
Эт йылын өйҙә һәм иң яҡын кешеләр менән ҡаршы...

Балҡып китте мәҙәниәт йортоБалҡып китте мәҙәниәт йорто
Капиталь ремонт үткәндән һуң тантаналы рәүештә...


Бөтә хоҡуҡтар ҙа яҡланған. Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда һәм уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Яйык» («Яик»)
гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет сайттарында тура актив гиперһылтанма ҡуйырға.