Иман ҡайта16.02.2015

Һуңғы ваҡытта халҡыбыҙҙың күпләп дингә килеүе, иман юлына баҫыуы күҙәтелә. Ауылдарҙа мәсеттәр төҙөлә. Халыҡтың ошондай ынтылышы һөйөндөрә генә. Аллаһы Тәғәлә беҙҙе тура юлдан алып барыу өсөн юлбашсылар, мөғәллимдәр ебәрә. Беҙ улар артынан барырға, өйрәнергә тейешбеҙ.

Намаҙҙар, доғалар уҡырға өндәй улар. «Мәңгелеккә күскәс, уҡыған намаҙҙарығыҙ үҙегеҙҙең файҙаға ғына буласаҡ», - тиҙәр. Беҙ был донъяла ҡунаҡ ҡына, шуны иҫтә тоторға кәрәк. Тормош ул бер оло, яуаплы имтихан. Аллаһтың ҡушҡанын үтәүсе, тыйғанынан тыйылыусы һәм булған белемен башҡаларға өйрәтеүсе кеше булырға тейеш.Ислам динен өйрәнеү һәр мосолман өсөн фарыз. Башлап китеүе генә бер уй булып торһа ла, унда ла бер көс ярҙам итә кеүек. Уҡырға өйрәнә башлаһаң, үтә ауыр түгел, ә киреһенсә, ҡыҙыҡ һәм күңелгә ятышлы ғына. Уҡыған һайын уҡыйһы килә, төрлө ҡағиҙәләрҙе, ә ҡайһы саҡта мөғжизәләрҙе асыҡлаған һайын, күберәк беләһе килә.
Беҙҙең Илсеғол ауылында Ислам диненә өйрәтеү дәрестәре асылды. Ошондай мөмкинлек килеп сығыуына ихлас һөйөнөүселәр күп булды. Илсеғол, Мулдаҡай ауылынан ғына түгел, күрше Һөләймәндән йөрөп уҡыусылар ҙа табылды.
- Ислам дине ҡанундарына, ғәрәп теленә үҙемдең тыуған ауылымдың халҡын өйрәтәм, - ти уҡытыусыбыҙ Фатима Жәлилова. Мөғәллимәбеҙҙән сикһеҙ ихласлыҡ, күңел йылыһы, изгелек бөркөлөп тора. Юлдың алыҫлығына ҡарамай, Илсе ауылынан йөрөп, тик Аллаһтың ризалығы өсөн башҡарған ғәмәлдәренә, беҙҙең иман күҙҙәрен асыуына, изге Ҡөрьән Кәримде ғәрәп яҙмаһы менән дөрөҫ итеп уҡырға өйрәтеүенә беҙ барыбыҙ ҙа рәхмәтлебеҙ. Еңел булмаған эшендә уңыштар, һаулыҡ һәм ниәттәренең тормошҡа ашыуын теләйбеҙ.
Распечатать
 
  • Оҡшаш яңылыҡтар
  • Комментарийҙар
Нәфсене тыя беләйекНәфсене тыя беләйек
Жиһад - ул нәфсегә ҡаршы көрәш. Жиһад һүҙенең мәғәнәһе аяттарҙа һәм хәҙистәрҙә, мосолмандарҙың тормошонда һәм йәшәүендә мөһим урын алып тора. Һәр... Тотош уҡырға
Мосолман донъяһы СолтаныМосолман донъяһы Солтаны
Үткән йыл төбәгебеҙҙә бөтөн донъяға билдәле шәхес, ҡөҙрәтле дин әһеле, Зәйнулла Рәсүлев торған суфыйсылыҡ орденының солтан әүлиәһе Мәүләнә Әүлиә... Тотош уҡырға
Әүлиәләр иленә   әүлиә киләӘүлиәләр иленә әүлиә килә
Рәсәйҙең Юғары мөфтөйө, Үҙәк Диниә Назараты рәйесе Шәйех-әл-Ислам Тәлғәт Сафа улы Тажетдиндың рәсми саҡырыуы буйынса Башҡортостанға Кипрҙан билдәле... Тотош уҡырға
Ғилемгә әйҙәүсеҒилемгә әйҙәүсе
Беҙ, Уральск ҡасабаһы шәкерттәре, шәриғәт ҡанун ҡағиҙәләрен һәм ғәрәп яҙмаһы менән изге Ҡөрьән Кәримде дөрөҫ итеп уҡыу буйынса Исламдың башланғыс... Тотош уҡырға
Ни күрһәң дә, сабыр ит!Ни күрһәң дә, сабыр ит!
Әҙәм балаһының ғүмере төрлө мәшәҡәттәр, хәстәрлектәр, ауырлыҡтарға ҡаршы тороуҙар менән тулы. Донъя тормошо аҙым һайын сабырлыҡҡа һынауҙар үткәрә.... Тотош уҡырға


Материал ебәрергә

Рубрикалар


Яңылыҡтар архивы




Номерҙар архивы

Яңылыҡтар календары

«    Апрель 2018    »
ДшШшШршКйЙмШбЙкш
 1
2345678
9101112131415
16171819202122
23242526272829
30 

Популяр яңылыҡтар


Башҡорт матрешкалары - милли кейемдәБашҡорт матрешкалары - милли кейемдә
Быға тиклем рустарҙың матрешкаларын ғына күргәнем...

«Халыҡ» исеменә тап төшөрмәнеләр«Халыҡ» исеменә тап төшөрмәнеләр
Районыбыҙҙа 43 халыҡ һәм өлгөлө үҙешмәкәр...

Был донъяла ниҙәр бар?Был донъяла ниҙәр бар?
РФ Президенты Владимир Путин Мөрә-жәғәтнамә менән...

Иң тәмле икмәк -  ПоляковкалаИң тәмле икмәк - Поляковкала
Районыбыҙҙың төньяҡ зонаһына юл төшкәс, бер...

«Киләсәккә белем - 2018» форумы үтте«Киләсәккә белем - 2018» форумы үтте
Ҡала-район мәктәптәрендә йыл да ойошторола килгән...


Бөтә хоҡуҡтар ҙа яҡланған. Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда һәм уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Яйык» («Яик»)
гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет сайттарында тура актив гиперһылтанма ҡуйырға.