» » Рух сәләмәтлеге өсөн

Рух сәләмәтлеге өсөн02.03.2015

Әүеш күлендә, Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығына арнап, хоккейсыларыбыҙ ярыш ойошторҙо.

Был спорт төрөн үҙ иткән Мулдаҡай, Иҫке Байрамғол, Комсомольск, Туңғатар ауылдарынан ололар, йәштәр һәм балалар ярышҡа әүҙем йыйылдылар. Хоккейсыларҙың иң олоһона - 60, ә иң кесеһенә 11 йәш ине. Уйын бик ҡыҙыу барҙы. Хужалар беренсе һәм икенсе урындарҙы яуланылар. Мулдаҡай командаһы - өсөнсө, ә Комсомольск командаһы дүртенсе урынға өлгәштеләр.
Мулдаҡай һәм Иҫке Байрамғол ауылы балалары ла ярышты. Һуңғылары беренселекте бирмәнеләр. Ауыл халҡының хоккей менән ҡыҙыҡһыныуы көслө булыуы, айырыуса йәштәрҙең был спорт төрөн үҙ итеүе ярыш һөҙөмтәләрендә күренде лә инде.
Туңғатар ауылы хакимиәте башлығы Әлмир Рәхмәтуллин уйында ҡатнашыусыларға рәхмәт әйтеп, еңеүселәрҙе күсмә кубок, грамота һәм аҡсалата премия менән бүләкләне. Мулдаҡай командаһында ҡатнашыусылар был уйындан дәртләнеп ҡайттылар. Киләсәктә балаларға уйнау өсөн хоккей коробкаһы эшләп биреү теләген белдерҙеләр.
Распечатать
 
  • Оҡшаш яңылыҡтар
  • Комментарийҙар
Хат яҙығыҙ!Хат яҙығыҙ!
Мулдаҡай ауылы ҙур: мәктәп, ике балалар баҡсаһы, дауахана, мәҙәниәт йорто, китапхана бар. Ауылда 40-50-ләп ир-егет кәләшһеҙ йөрөй - нисә ҡоролмаған... Тотош уҡырға
Уйын ҡыҙыу барҙыУйын ҡыҙыу барҙы
Предприятие, ойошма һәм ауыл ултыраҡтары араһында XIII Спартакиада иҫәбенә мини-футбол буйынса ярыштар үтте. Унда бөтәһе 15 команда ҡатнашты. Ауыл... Тотош уҡырға
«Беҙ сәләмәт тормош яҡлы»«Беҙ сәләмәт тормош яҡлы»
«Яйыҡ» гәзите призына бына инде етенсе йыл рәттән ойошторолған «Атай, әсәй һәм мин - спорт ғаиләһе» ярышы быйыл да гөрләп үтте. Тәүге йылдарҙа сарала... Тотош уҡырға
Беренселек беҙҙәБеренселек беҙҙә
Бөрйән районында «Урал батыр» эпосын яттан һөйләү буйынса йәш сәсәндәрҙең XVI республика конкурсы уҙҙы. Унда Башҡортостан буйынса 250-нән ашыу... Тотош уҡырға
«Ауылпиада» үтте«Ауылпиада» үтте
Яңы Байрамғол мәктәбендә Олимпиада уйындарына һәм Ватанды һаҡлаусылар көнөнә арналған ҙур сара - «Ауылпиада-2014» үтте. Тәүҙә Олимпия уты сырағын... Тотош уҡырға


Материал ебәрергә

Рубрикалар


Яңылыҡтар архивы




Номерҙар архивы

Яңылыҡтар календары

«    Ғинуар 2018    »
ДшШшШршКйЙмШбЙкш
1234567
891011121314
15161718192021
22232425262728
293031 

Популяр яңылыҡтар


Ҡайҙа ҡиммәтерәк?Ҡайҙа ҡиммәтерәк?
Яңы йыл алдынан ниндәй ҡалаларҙа Ҡыш бабайҙы...

Байрамдар тыныс үтһенБайрамдар тыныс үтһен
Тиҙҙән барыбыҙҙың да яратҡан байрамы - көтөп...

Ғаилә үтәй алмаҫлыҡ бурыс бармы икән?Ғаилә үтәй алмаҫлыҡ бурыс бармы икән?
Ҡала мәҙәниәт үҙәгендә физик мөмкинлектәре...

«Ҡанат ҡуйылғандай булды», - ти ирекмән«Ҡанат ҡуйылғандай булды», - ти ирекмән
Рәсәй Президенты В. Путин «Рәсәй ирекмәне - 2017»...

Яңы йылға өмөт-ышаныстар бағлайбыҙЯңы йылға өмөт-ышаныстар бағлайбыҙ
Ҡомаҡ (1924, 1936, 1948, 1960, 1972, 1984, 1996,...


Бөтә хоҡуҡтар ҙа яҡланған. Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда һәм уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Яйык» («Яик»)
гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет сайттарында тура актив гиперһылтанма ҡуйырға.