» » Тормошобоҙҙоң яҡты маяғы

Тормошобоҙҙоң яҡты маяғы20.03.2014

Тормошобоҙҙоң яҡты маяғыӘҡлимә Сафинаның «Сәфәрем - тыуған төйәгем» китабын икенсе тапҡыр уҡып сыҡтым. Бик яҡшы баҫма ул, бигерәк тә йәш быуын өсөн ауыл тарихын белеү мотлаҡ.

Тик, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, унда әсәйем, һеңлеләрем, ҡустым тураһында бер ниндәй ҙә мәғлүмәт бирелмәгән. Атайым Мофассал Сабировтың фотоһы ғына баҫтырылған, әммә уның хаҡында бер һүҙ ҙә әйтелмәгән.
Хөсәйен бабайым менән атайым элек район үҙәгендә милицияла эшләгәндәр. 1939 йылда бабайым фин һуғышына алына, унан иҫән-һау әйләнеп ҡайта. Атайым иһә шул эшен дауам иткән. 1942 йылда Эске эштәр ғәскәрҙәре менән Украинала дошман менән аяуһыҙ көрәшә. «Ҡыҙыл йондоҙ» миҙалы һәм башҡа наградаларға лайыҡ була, иҫән-һау тыуған яғына әйләнеп ҡайта. Һуңынан атайым Мейәс педагогия училищеһында ситтән тороп башланғыс кластар уҡытыусыһы һөнәрен үҙләштерә. Мәктәптә уҡыта, йәй, көҙ айҙарында колхоз эшенә лә йәлеп ителә. Ул уңған комбайнсы ла, алдынғы уҡытыусы ла, актив коммунист та, партбюро ағзаһы ла булды. 1-се, 2-се кластарҙа мине атайым уҡытҡаны хәтерҙә. 1953 йылда Хөсәйен бабайым етәкләгән КТФ-ла бесән сапҡанында инсульт кисерә. Шул йылдың сентябрендә атайыбыҙ вафат булды. Әсәйем Мәрхәбә Сабироваға ул ваҡытта 29 йәш ине. Бар ғүмерен ул артабан дүрт балаһын аяҡҡа баҫтырыуға, яҡшы кеше итеп тәрбиәләүгә арнаны. Тәүҙә мәктәптә йыйыштырыусы булып эшләне. Хәтеремдә, мине таңдан уята ла, беҙ икәүләп мәктәпкә мейес яғырға бара торғайныҡ. Кисен белем усағын йыйыштырабыҙ, икенсе көнгә утын әҙерләп ҡуябыҙ. Төндә әсәй ауыл халҡына куфайка, күлдәк, күбелгән салбарҙар, камзул, костюм тегә ине. Был эше өсөн ауылдаштар он, иген менән иҫәпләште. Мал-тыуарҙан өҙөлмәҫкә тырышты, баҡса үҫтерергә әүәҫ булды, мейес тә сығарҙы. Хәлебеҙҙән килгәнсә беҙ ҙә ярҙамлаша инек. Ауылда хөрмәтләнеләр яҡыныбыҙҙы. Ҡатын-ҡыҙҙар советына һайлай инеләр, ата-әсәләр йыйылыштарында ла урыны президиумда булды.
Әсәй беҙҙе, балаларын, эшһөйәр итеп үҫтерҙе. Мин һәм Алһыу һеңлем юғары белемле уҡытыусыларбыҙ. Сулпан һеңлем - иҡтисадсы. Рәил ҡустым рубероид эшләү һөнәренә эйә булды, заводта үҙенә бригадир вазифаһын да ышанып тапшырҙылар. Ауылдаштарына үрнәк булып йәшәй белде әсәйебеҙ. Абруйы ҙур булды. Яҡындары өсөн өҙөлөп торҙо һәм әле лә шулай. Хәҙер әсәйебеҙ ейән-ейәнсәрҙәрен генә түгел, бүләләрен дә бағып, ҡыуанып йәшәй. Күптән түгел мин уны үҙемдең яныма Өфөгә күсереп алып ҡайттым. Әсәй менән бергә йәшәүҙең ни тиклем рәхәт икәнлеген тағы ла татырға яҙҙы миңә. Икәүләшеп ултырып, сөкөрләшеп сәй эсәбеҙ, йөн иләйбеҙ, ойоҡбаштар бәйләйбеҙ. Ул һаман мине элеккесә тормош нескәлектәренә өйрәтә. Бер намаҙҙы ла ҡалдырмай. Мин дә унан доғалар яҙып алып өйрәнәм.
Ғүмер көҙөн - 90 йәшен әсәйебеҙ ҡартлыҡ бәхетендә, тыныс тормошта ҡаршылай. Артабан да беҙгә маяҡ, тормошобоҙ йәме булып, оҙон-оҙаҡ йәшәүен теләйбеҙ.
 
  • Оҡшаш яңылыҡтар
  • Комментарийҙар
Тырышҡан - үҙ юлын тапҡанТырышҡан - үҙ юлын тапҡан
Йыш ҡына бөгөнгө йәштәр хаҡында ялҡау, маҡсатһыҙ, битараф тигән һүҙҙәрҙе ишетергә тура килә. Мискә балда бер ҡалаҡ дегет тигәндәй, арабыҙҙа ундайҙар... Тотош уҡырға
Бер өйҙә ике хужабикәБер өйҙә ике хужабикә
Ҡәйнә менән килен араһындағы мөнәсәбәттәр элек-электән иң киҫкендәрҙән һаналған. Ни тиклем тырышһалар ҙа, ҡәйнәһенә ярай алмаған килендәр, килендәрен... Тотош уҡырға
Тәрбиә нигеҙҙәрен еткереүсеТәрбиә нигеҙҙәрен еткереүсе
Иманғол ауылында йәшәүсе хөрмәтле ветеран уҡытыусы Ләлә Имаметдин ҡыҙы Янбаева халыҡ педагогикаһына ҡағылышлы хәтернамәләре менән гәзит уҡыусыларыбыҙ... Тотош уҡырға
Мөхәббәттән иҫергәндәМөхәббәттән иҫергәндә
Ял көнө. Ғәҙәттәгесә, аш-һыу бүлмәһендә булышып йөрөйөм, үҙем «Юлдаш» каналын тыңлайым. Шул ваҡыт радионан яңғыраған йырҙың эстәлеге ҡолағыма килеп... Тотош уҡырға
Йәйәү йөрөп уҡыныҡЙәйәү йөрөп уҡыныҡ
Беҙҙең, «һуғыш балаларының», донъяға аяҡ баҫыуыбыҙ үткән быуаттың 50-се йылдарына тура килде. Һәйтәк ауылында башланғыс мәктәп кенә эшләне. 5-се... Тотош уҡырға


Материал ебәрергә

Рубрикалар


Яңылыҡтар архивы




Номерҙар архивы

Яңылыҡтар календары

«    Апрель 2018    »
ДшШшШршКйЙмШбЙкш
 1
2345678
9101112131415
16171819202122
23242526272829
30 

Популяр яңылыҡтар


Башҡорт матрешкалары - милли кейемдәБашҡорт матрешкалары - милли кейемдә
Быға тиклем рустарҙың матрешкаларын ғына күргәнем...

«Халыҡ» исеменә тап төшөрмәнеләр«Халыҡ» исеменә тап төшөрмәнеләр
Районыбыҙҙа 43 халыҡ һәм өлгөлө үҙешмәкәр...

Был донъяла ниҙәр бар?Был донъяла ниҙәр бар?
РФ Президенты Владимир Путин Мөрә-жәғәтнамә менән...

Иң тәмле икмәк -  ПоляковкалаИң тәмле икмәк - Поляковкала
Районыбыҙҙың төньяҡ зонаһына юл төшкәс, бер...

«Киләсәккә белем - 2018» форумы үтте«Киләсәккә белем - 2018» форумы үтте
Ҡала-район мәктәптәрендә йыл да ойошторола килгән...


Бөтә хоҡуҡтар ҙа яҡланған. Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда һәм уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Яйык» («Яик»)
гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет сайттарында тура актив гиперһылтанма ҡуйырға.