» » «Миҙалым Германияла юғалды»

«Миҙалым Германияла юғалды»20.03.2014

«Миҙалым Германияла юғалды»Хәйерлегә булһын инде, быйыл, йәнә халыҡ-ара мөнәсәбәттәр киҫкенләшеп торған мәлдә, Беренсе Донъя һуғышы башланыуҙың йөҙ йыллығы билдәләнә. Рәсәй империяһының хәрби юғалтыуҙары 775-911 мең һалдат һәм офицер тәшкил итә. Күпме тыныс халыҡ ҡырылғандыр, аныҡ ҡына мәғлүмәттәр юҡ. Ә иң ҡурҡынысы - тап Донъя һуғышы илебеҙҙә революцияларға һәм граждандар һуғышына килтерә.

Төбәгебеҙҙән байтаҡ кеше империалистик һуғышҡа ебәрелә. Шулар араһында Шөғәйеп Әбдрәхим улы Әбдрәхимов та була. Ул 1888 йылда Рафиҡ ауылында тыуа. Малай сағында ауыл әбейҙәренән уҡырға-яҙырға өйрәнһә,12 йәшендә Ҡаҙаҡҡолға урыҫса уҡырға бирәләр. Фәҡәт сағыштырмаса грамоталы булыуы, урыҫса икмәк-тоҙлоҡ һөйләшә белеүе лә тормоштоң ғәйәт ҡатмарлы һынауҙары аша иҫән үтергә, оло йәшкә етергә ярҙам иткәндер - Беренсе Донъя һуғышында ҡатнаша, хатта, әсирҙә була бит. Аҙағынан да яҙмыш баштан һыйпап тормай. Бөгөнгө көндә балаларынан Ғәлиә ҡыҙы ғына иҫән. Фәҡәт ул ауылдашы Зәйнетдин ағай Ғәйнетдинов аша атаһының хәтирә яҙмаларын мөхәрририәткә ебәрҙе. Иҫкәртеп китергә кәрәктер, боронғо яҙмаларҙың айырым урындарын хәҙер уҡып төшөнөрлөк түгел, шуға ла эҙмә-эҙлекле генә итеп бирә алмайбыҙ, өҙөктәр тәҡдим итәбеҙ.
«1914 йылда һуғыш башланды. Беҙҙе, пехотаны, ике айҙан һуң алдылар. Казак тип, атлылар һуғыш башында китеп бөттө. Беҙ Троицкиҙа бер ай әҙерлек үткәс, Пермгә алып киттеләр, һуңынан - Варшаваға. Фронт Варшаванан 60-65 саҡрым ары ине. 1914 йылдың 17 декабрендә фронтҡа барып керҙем. 20 декабрҙән мине отделение командиры иттеләр. Исемлек алдым, 37 кеше булды. 2 ай торҙоҡ 1-се линияла, һөжүм итмәнек. Окоптан ятып атыштыҡ. 2 айҙан һуң корпусты Көнсығыш Пруссияға ебәрҙеләр».
Һуңғы станцияла аҙыҡ-түлек күп һатылыуға ғәжәпләнә. Шулай инде, кем өсөндөр һуғыш, кем өсөн - аҡса эшләү өсөн уңайлы форсат… Ә беҙҙең башҡорт ифрат бер ҡатлы була шул!
«35 тәңкә аҡсам бар. Ҡайһы бер иптәштәргә, һорағандарға өләшеп бирҙем. Мин үҙемә 5-6 көнлөк ризыҡ алдым. Иғтибар иттем - бер һалдат һатыулаша-һатыулаша ла, бер нәмә алмай китә. Сәбәбен һорағайным, аҡсам юҡ, ти. Мин әйтәм, ал нәмә кәрәк, үҙем түләрмен. Бер икмәк алды, ҡыуанып ары китте. Иптәштәре уны күрә лә аҡса ҡайҙан алдың, тип һораша. Теге әйтеп биргәс: «Друг, дай и нам», - тип күмәкләп килә башланылар. Береһен дә кире борманым. Уйлайым, нимәһен йәлләп торорға, әллә алған ризыҡты ашап өлгөрәм, әллә юҡ - яу ҡырына инәбеҙ бит. 10-15 тәңкәгә кеше һыйланым».
Эйе, иҫән ҡалыу икеле була - Рәсәй ғәскәрҙәре һөжүмгә күсә. Германия сигенә еттек кенә тигәндә ҡамауға ҡалалар. Ярар ҙа ҡотҡаралар. Ошо көндәрҙә Шөғәйеп ағай тәүәккәлләп, 3-4 метр киңлегендәге тәрән йылға аша һикереп сығып, командирҙарына ниндәйҙер мөһим карталар килтерә ала. Йылғаның тәрәнлеген «… мылтыҡ та буйламай» тип яҙа. Белешмә өсөн: рус ғәскәрҙәре ҡоралланған Мосин винтовкаһының оҙонлоғо (штык менән) - 173 сантиметр.
«Карталарҙы килтереп һалғас, бер офицер һораша: «Как фамилия, какая рота?» Ул батальон командиры булған икән. Тағы бер офицер килә шәп-шәп атлап. Әйтә: «Спасибо, ай-да молодец!» Ҡул ҡыҫа. 8 көн тигәндә миңә II дәрәжә көмөш миҙал килә. Ул миҙалды портмоне һәм аҡсаһы менән Германияла юғалттым».
Белешмә өсөн: изге Георгий орденының отличие знагы - Георгий тәреһе («һалдат тәреһе») тип фаразларға урын бар. Фәҡәт был награда дәрәжәләргә бүленә, көмөштән яһала. Хәрби шарттарҙа башҡарылған ҡыйыулыҡ өсөн генә бирелә.
Тик күпмелер ваҡыттан, илдә барған революциялар йоғонтоһо аҫтында хәрби тәртип күҙгә күренеп юҡҡа сыға. Кем - баш, кем - түш икәнлеге билдәһеҙ. Һуғыш әллә бара, әллә тамамланған икәнлеген белмәгән, ғөмүмән, ҡан ҡойоштоң мәғәнәһен аңламаған һалдаттар күпләп тыуған яҡтарына тарала башлай.
«1918 йылдың йәй айында немецтар ҡысҡыра башланылар: «Русские, нах һаус, капут!» - һуғыш бөттө, ҡайтып китегеҙ өйөгөҙгә!» Мин 2 хохол, 3 урыҫ менән бергә ҡастым. 14-се көнөнә тотолдоҡ. Бер ауылда тамаҡ ялғап ултыра инек. Өй хужаһы, оло йәштәрҙәге поляк, һеҙҙе эҙләйҙәр, ти. Беҙ, әйтмә, тип үтенеп ҡараныҡ. Әйткән. Дошмандар ҡайһыһы ишектән, ҡайһыһы тәҙрәнән килеп мылтыҡ күҙәнеләр. Алып киттеләр ылау менән. Бер ауылға алып барып таҡтанан эшләнгән төрмәгә ултырттылар, тирә-яғы ҡоршап алынған. Шунда ултырҙыҡ 40 көн. Тәүлегенә 300 грамм икмәк, бер ижау брюква (сөгөлдөргә оҡшаған) ашы, 100 грамм тюлень ите бирҙеләр. Ҡасып маташҡандарҙы аттылар. Һуңынан Гродно ҡалаһына алып киттеләр. Рус әрмеһе әсирҙәре унда күп ине. Күпмелер ваҡыттан 800-әр кеше тотолған казармаларҙан беҙҙекеләр сығырға ниәтләнгәйне, немец конвойы приклад менән төрткөләп кире керетте. Йәһәт жандармдар һәм кавалеристар уратып алды. Мин иптәшем - Әүҙән-Петровск заводынан Федулов Севастьян менән казарманың 2-се ҡатындағы тәҙрәнән ҡарап ултырабыҙ. Унлап атлы офицер һәм бер генерал йыйылыш үткәрергә килделәр. Генерал әйтә: «Хәҙер беҙ һеҙҙе тотмайбыҙ, ҡайтарабыҙ», - ти. Тәүге сиратта яҡындағыларҙы, һуңынан - Себер яғыныҡыларҙы. Бер юлы сығара алмайбыҙ, юғиһә, бөтә ҡаланы таларһығыҙ, ти. Юлға аҙыҡ-түлек бирәсәктәре тураһында ла хәбәр итте. Ике-өс көндән миңә лә ҡайтырға сират етте».
Ҡайҙа йәйәү, ҡайҙа ат ылауында, ҡайҙа поезда, ҡыҙылдарҙың һәм аҡтарҙың бәрелештәре, шартлатылған күперҙәр аша мең бәлә менән башта Өфөгә, һуңынан Белоретҡа килеп етә. Етмәһә, яҡташ юлдашы Фәррәх Ишбаев ауырып китә, Шөғәйеп Әбдрәхим улы уны ла, уның әйберҙәрен дә сит тарафтарҙа ташлап китмәй, үҙе ыҙалап булһа ла, ярҙамлаша. Ярар ҙа, исмаһам, Белоретта ат менән килгән Азамат кейәүен тап итә. Тик өйҙә лә тыныс тормош көтмәй әле уны.
«1918 йылдың 17 декабрендә өйгә ҡайтып индем. Сафура ҡаршы алды. 1919 йылдың башында йыйылыш үтте. Мине ауыл Советы рәйесе итеп һайланылар. 1929 йылда колхозға керҙем, шунда ғына был вазифанан ҡотолдом. Ауыр булды. Бер көн ҡыҙылдар килә, икенсе көн - аҡтар, ә өсөнсө көнөнә - дезертирҙар. 1921 йылда ҡурҡыныс йот, аслыҡ башланды. Китте уғрылыҡ - берәүҙең кәзәһен йә һарығын, һыйырын һуялар. Аҡтар бөткәс тә дезертирҙар менән оҙаҡ ҡаңғырҙыҡ. Уларға ҡаршы каратель отрядтары ойошторолдо. Бер саҡ Килмәккә бындай отряд Өфөнән килеп төштө. Төндә килә комиссар ике һалдаты менән. Килеп керҙе лә ултырҙы усаҡ алдына. Һинме рәйес, күпме дезертирың бар, ҡайҙа улар, тип таптыра башланы. Мин әйтәм, белмәйем. Был ырғып торҙо ла револьверын минең күкрәккә терәне. Мин әйтәм, исмаһам, һин мине өйҙә атма, сығарып ат... Атманы, артабан ҡайҙалыр сығып киттеләр. 1921 йылдың йотон иҫкә төшөрөү ҙә ҡурҡыныс. Халыҡ астан ҡырылды. Кеше ашау осраҡтары ла булды. Ярар ҙа сит илдән пособие килеп, ашхана ойоштороп ашатты беҙҙе Америка. Тик бына ярҙамды бүлеү мулла, мәзин һәм байҙарға тапшырылды. Улар ни, күберәген үҙенең янындағыларҙы хәстәрләне».
Шөғәйеп Әбдрәхим улы хаҡлы ялға сыҡҡанға ҡәҙәр 30 йыл һәм 6 ай ветфельдшер булып эшләй. Олоғайған көнөндә лә ихлас күңелдән йәшелсәлек менән шөғөлләнгән була. 1973 йылда әлиәхмәрҙә йәшәгәнендә баҡыйлыҡҡа китә.
Яҙмаларҙы мөхәрририәткә килтергән Зәйнетдин Хәйретдин улы: «Шөғәйеп бабайҙы үҙем дә хәтерләйем, аҡыллы, олпат һәм яҡшы күңелле кеше ине», - тип иҫкә алып ҡуйҙы.
Беребеҙгә лә ул күргәндәрҙе күрергә яҙмаһын тип теләйек.
 
  • Оҡшаш яңылыҡтар
  • Комментарийҙар
Афғандар (II)Афғандар (II)
Сәлиә Ғатауллина Хөснийәров Ғәлимйән Абдуллажан улы 1961 йылдың 15 апрелендә Учалы районының Кунакбай ауылында тыуған. 1978 йылда урта мәктәпте... Тотош уҡырға
Башҡортостан - әүлиәләр илеБашҡортостан - әүлиәләр иле
Элекке заманда ерлегебеҙҙә әүлиәләрҙең йәшәгәнен иҫбатлаусы дәлилдәр бик күп. Мәҫәлән, күп райондарҙа Әүлиә тауы, Әүлиә шишмәһе тип йөрөтөлгән... Тотош уҡырға
Әсәләр көтәләр улдарын…Әсәләр көтәләр улдарын…
Хафизов Булат Нәжип улы. “Әсә мөхәббәте ҡояштан ҡайнар, йондоҙҙарҙан бейек, диңгеҙҙәрҙән тәрән бит ул. Донъяла был мөхәббәт - теләкте тыйыр ҡөҙрәт... Тотош уҡырға
Утлы ҡойон эсендәУтлы ҡойон эсендә
Сәғәҙәтов Иршат Айрат улы. Дары еҫе түгел, икмәк еҫе Кинәндерһен гелән ер йөҙөн. Фәниә Чанышева. - Туй көнө лә яҡынлаша. Атайымдың йорт-ҡураһын... Тотош уҡырға
Абруйы ҙурАбруйы ҙур
Еҙнәм Хәлит Ғарипов 1929 йылдың 23 февралендә Сәфәр ауылында тыуа. Ғаиләлә өсөнсө бала булып донъяға килә. Атаһы Жәләлетдин бик уҡымышлы кеше... Тотош уҡырға


Материал ебәрергә

Рубрикалар


Яңылыҡтар архивы




Номерҙар архивы

Яңылыҡтар календары

«    Ғинуар 2018    »
ДшШшШршКйЙмШбЙкш
1234567
891011121314
15161718192021
22232425262728
293031 

Популяр яңылыҡтар


Яңы йылға өмөт-ышаныстар бағлайбыҙЯңы йылға өмөт-ышаныстар бағлайбыҙ
Ҡомаҡ (1924, 1936, 1948, 1960, 1972, 1984, 1996,...

Ғаилә йылы буласаҡҒаилә йылы буласаҡ
Башҡортостан башлығы Рөстәм Хәмитов 2018 йылды...

Изге ғәмәл менән  үткәрәйекИзге ғәмәл менән үткәрәйек
Мөхәммәт пәйғәмбәр ғәләйһиссәләм Миләди иҫәп...

Төклө аяғың менән - Һары Эт, ырыҫлы һәм имен бул!Төклө аяғың менән - Һары Эт, ырыҫлы һәм имен бул!
Эт йылын өйҙә һәм иң яҡын кешеләр менән ҡаршы...

Балҡып китте мәҙәниәт йортоБалҡып китте мәҙәниәт йорто
Капиталь ремонт үткәндән һуң тантаналы рәүештә...


Бөтә хоҡуҡтар ҙа яҡланған. Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда һәм уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Яйык» («Яик»)
гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет сайттарында тура актив гиперһылтанма ҡуйырға.