Тәфтишселәргә йыл ҡәҙимгесә булдыБөгөн, 09:38

Тәфтишселәргә йыл ҡәҙимгесә булдыРәсәй Тәфтиш комитеты 2011 йылдың 15 ғинуарынан эшмәкәрлек алып бара. Улар тураһында бигүк ишетелеп бармаһа ла, тап был структура кеше үлтереү, сәләмәтлегенә ауыр зыян килтереү, көсләү, террорсылыҡ, экстремизм, коррупция кеүек иң ҡырҡыу енәйәттәрҙе тикшерә - барлығы РФ Енәйәт кодексының 140-тан ашыу статьялары буйынса эш итәләр.
Тик Тәфтиш комитеты хеҙмәткәрҙәре генә айырым хоҡуҡ статусындағы шәхестәрҙе (депутаттар, прокурорҙар, судьялар һәм башҡа) яуаплылыҡҡа тарттырыуҙы юллай ала.
БР буйынса Тәфтиш комитеты идаралығының Учалы бүлегендә биш кеше хеҙмәт итә. Ойошторолғандан алып, бөгөнгө көнгә тиклем бүлекте әлеге мәлдә юстиция полковнигы дәрәжәһенә еткән Руслан Мансуров етәкләй.
Былтыр алтмыш дүрт енәйәт эшен тикшереүҙе тамамлайҙар. Республика идаралығы кимәлендә беҙҙең бүлек яҡшы эшләгәндәр иҫәбендә.
Кеше үлеме һәр саҡ аяныс, криминаль сәбәптәр менән икән - яҡындары өсөн икеләтә ҡыйын була торғандыр. 2017 йылда районда ун ике кеше харап ителә: 7 осраҡта 105-се статья - яуыз ниәттә үлтереү һәм 5 осраҡта 111.4-се статья - яуыз ниәттә кеше сәләмәтлегенә ауыр зыян килтереүҙең үлем менән тамамланыуы.
(№ 4)

«Рәхмәт белдереү» ҙә ришүәт менән бер15.12.2017

Коррупция - вазифалы кешенең вазифа биргән вәкәләт һәм хоҡуҡтарын үҙ файҙаһына ҡайырып, дәүләт һәм йәмәғәт мәнфәғәттәренә зыян килтереүе.
«Коррупция» тип танылыу өсөн вазифалы кешенең закон боҙоп эш итеүе шарт түгел. Кемдер вазифа бурыстарын үтәгән өсөн «күстәнәс» ала икән - был да ришүәтселек.

Учалы район-ара прокурор урынбаҫары Артур Ғәлиев менән осрашып, коррупцияға, власть эшмәкәрлегенә бәйле хоҡуҡ боҙоу осраҡтары тураһында бәйән итеүен һораныҡ.
- Быйыл ғинуар айында Учалы ауыл ултырағы хакимиәте башлығы урынбаҫары итеп йәш ир эшкә алынған була. Квалификацияһын раҫлау өсөн Магнитогорск дәүләт университеты тарафынан бирелгән «Сәнәғәт һәм граждандар төҙөлөшө» һөнәре буйынса диплом килтерә. Тәфтиш барышында «инженер» ква-лификацияһына законлы юл менән ирешмәгән, 2014 йылда ҡырҡ мең һумға ялған диплом һатып алғанлығы асыҡлана. РФ Енәйәт кодексының 327-се статьяһы буйынса (күрәләтә ялған документтарҙы файҙаланыу) суд алдына баҫа. Ғәйебен таныны, ун мең һум штраф түләүгә хөкөм ителде.
Ошондай уҡ ун мең һум штраф язаһына район хакимиәтенең торлаҡ-коммуналь хужалығы бүлеге начальнигы вазифаһын биләгән граждан да тарттырылды. Ул кадрҙар бүлегенә Урал дәүләт техник университетының ялған дипломын килтергән була.
(№ 100)

Хәмер иҫертмәй - тилертә12.12.2017

Айнығас ни ҡылғандарынан үҙҙәре лә ояла, яуаплылыҡтан ҡурҡып, теҙ быуын-дары ҡалтырай, тик һуң була.
БР буйынса Эске эштәр министрлығы хәбәр итә: Илтабан ауылында 78 йәшлек әбейҙең йортона бер иҫерек кеше килеп инә. Сәбәпһеҙгә хужабикәгә килтереп һуға, 500 һум аҡсаһын һәм кеҫә телефонын тартып ала. Әллә ас булған, әллә хәмерҙән башы тамам тилергән - әбейҙән табын ҡорҙороп, тамаҡ ялғарға ла ултыра.
Хәҙер ни, бик оҙаҡ ваҡыт тик дәүләт иҫәбенә туҡланырға тура киләсәк - 46 йәшлек ауыл кешеһе ҡулға алынды, РФ Енәйәт кодексының 162-се статьяһы буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылды. Был статья буйынса («Юлбаҫарлыҡ») тиҫтәләп йылға төрмәгә ултыртыуҙары ла мөмкин. Талап алынған телефон юлбаҫарҙың өйөндә табыла, ә аҡсаны тотоп өлгөргән була. Ниндәй маҡсатта икәнлеген аныҡлап торорға ла кәрәкмәйҙер: алкоголизм - бер ваҡытта ла ҡандырып булмаған сарсау...
(№ 99)

«Яр аҫтынан яу»12.12.2017

«Яр аҫтынан яу»Быйыл ноябрь айында бер райондашыбыҙ РФ Административ хоҡуҡ боҙоуҙар кодексының 20.29-сы статьяһы буйынса («Экстремистик материалдар етештереү һәм таратыу») яуапҡа тарттырылды, ике мең һум штраф түләне.
Тикшерә башлағас, бик аптырай - үҙендә бер ниндәй ҙә ғәйеп тоймаған була бит. Аңлаталар: «Бәйләнештә» («В Контакте») социаль селтәрендә «Ҡөрьәндең ғилми мөғжизәләре» видеофильмын күреп, үҙенең шәхси битенә лә күсереп урынлаштырған була.
Баҡһаң, исеме бик күркәм яңғыраһа ла, был таҫма РФ Юстиция министрлығында «Экстремистик материалдарҙың федераль исемлеге»нә индерелгән икән.
Бына шулай, хәҙер күптәребеҙ байтаҡ ваҡыт интернетта ултыра. Ниндәйҙер текст, видео-аудиоматериалды үҙебеҙҙең шәхси биткә урынлаштырғанда тегеһен-быныһын уйлап бармайбыҙ. Шуға ла иренмәгеҙ, РФ Юстиция министрлығындағы «Экстремистик материалдарҙың федераль исемлеге» бүлегенә инегеҙ, электрон адресы - minjust.ru/ru/extremist-materials. Бик уңайлы сервис: видеоматериал, йыр йә китаптың исемен эҙләү «тәҙрәһенә» яҙһаң, тыйылғанмы-юҡмы, тыйылған икән - ниндәй ҡарар нигеҙендә тыйылыуы аныҡ күрһәтелә. Юғиһә һис уйламағанда «яр аҫтынан яу сығыуы» мөмкин. Телгә алған 20.29-сы статья менән түбәндәге яуаплылыҡ ҡаралған:
- граждандарға - 1-3 мең һум штраф, йәки был материалдарҙы һәм уларҙы етештереү өсөн ҡулланылған ҡорамалдарҙы конфискациялап, ғәйеплене ун биш тәүлеккә тиклем ҡулға алыу;
(№ 99)

«Икенсе әсәй» кеүек24.11.2017

«Икенсе әсәй» кеүекЭйе, Ватан, намыҫ һәм әсәй һәр кешенең бер генә була.
Әммә «икенсе әсәй һымаҡ» һүҙбәйләнешен ҡулланыу ҙа хилафлыҡ түгелдер - күсмә мәғәнәлә әйтелә бит. Һәр хәлдә лә, Айһылыу Ғәйнулла ҡыҙы тураһында - «...беҙгә икенсе әсәй кеүек» тигәнде оло һәм олпат ағайҙарҙың ауыҙынан да ишеттек.
Айһылыу Шевченко эске эштәр органдарында 1985 йылдан алып хеҙмәт итә. Шул иҫәптән йәмәғәт именлеге полицияһы начальнигы урынбаҫары вазифаһын биләне, подполковник дәрәжәһенә еткән!
(№ 94)

Барыбыҙға ла уяу булыу зарур10.11.2017

Барыбыҙға ла уяу булыу зарурҺөнәри байрамдары алдынан РФ Эске эштәр министрлығының Учалы районы буйынса бүлек начальнигы подполковник Илдар Абдраҡипов менән осраштыҡ. 
- 2017 йылдың 10 айында район биләмәләрендә 967 енәйәт теркәлде, былтырғы осорҙан 54 фактҡа күберәк.
- Ниндәй төр енәйәттәр айырыуса үҫешә?
- Йортҡа инеп урлашыуҙар - 37 осраҡ (былтырғынан +12), мал урлау - 17 (+4), наркотик һатыу менән бәйле енәйәттәр - 47(+12), мутлашыуҙар - 57(+2).
- Нисә енәйәт ҡылыныуы һеҙгә тура бәйле түгел, ә бына уларҙы асыҡлау - төп күрһәткесегеҙ, был тәңгәлдә хәл нисек?
- 70,8 процент. Уртаса республика күрһәткесенән (56,8 процент) байтаҡҡа юғарыраҡ икәнлеген ҡәнәғәтлек менән билдәләйем.
- Террорсылыҡ касафаты беҙгә янамаймы?
- Террорсылыҡҡа ҡаршы тороу илдә генә түгел, бар донъяла көнүҙәк мәсьәләгә әйләнде. Ни кимәлдә ҡурҡыныс икәнлеген аңлатып торорға ла кәрәкмәйҙер! Был йүнәлештә эш башҡа хоҡуҡ органдары, урындағы үҙидара һәм йәмәғәт, дин ойошмалары менән берлектә алып барыла. Шул иҫәптән, бүлек хеҙмәткәрҙәре көн һайын бар теркәлгән енәйәттәргә анализ яһай - экстремистик, террористик сәбәптәр менән башҡарылған осраҡ асыҡланһа, тейешле саралар кисектермәй күреләсәк. Дин әһелдәре менән даими осрашабыҙ һәм башҡа күп эш башҡарыла. Быйыл террорсылыҡҡа бәйле бер осраҡ та теркәлмәне, әммә һәр беребеҙ уяу булырға тейеш.
(№ 90)

Ҡырын эш барыбер ҡалҡа07.11.2017

Район-ара прокуратура белдереүенсә, «Валена» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте рөхсәт иткән документтары булмай тороп, геологик тикшереү һәм файҙалы ҡаҙылма байлыҡтарҙы табыу маҡсатында 3 участкала ерҙең уңдырышлы ҡатламын һыҙыра.
Прокуратура Рәсәй Федерацияһының Административ хоҡуҡ боҙоуҙар кодексының 7.9-сы статьяһы буйынса эш ҡуҙғата (рөхсәтһеҙ урман участкаларын биләү). Һөҙөмтәлә предприятиеға 200 мең һум штраф һалынды. Бынан тыш, прокуратураның күрһәтмәһе буйынса йәмғиәттең вазифалы кешеһе дисциплинар яуаплыҡҡа тарттырыла.
(№ 89)

Һаҡланғанды Хоҙай һаҡлар31.10.2017

Һаҡланғанды Хоҙай һаҡларОшо көндәрҙә район хакимиәтенең террорҙарға ҡаршы комиссияһы тактик күнекмәләр үткәрҙе. Ошондай легенда ҡуйылды: йәнәһе лә, «Таусы» Боҙ аренаһында, тамашасылар урындығы аҫтында шикле полиэтилен пакет табыла. Ни эшләргә тип оҙаҡ баш ватырға түгел, инструкцияларҙы теүәл үтәргә кәрәк.
Был осраҡта ла барыһы ла теүәл үтәлде - шартлатҡыс булырҙай әйберҙе тап иткән хеҙмәткәр шундуҡ һаҡ посына мөрәжәғәт итә. Унда дежурҙа торған иптәш «112» телефоны аша кисектермәй Берҙәм дежур-диспетчер хеҙмәтенә доклад яһай.
(№ 87)

Ҡырҡ йылдан да беленә10.10.2017

«Ҡырын эш ҡырҡ йылдан да беленә» тигәндәре дөрөҫ шул. Ул ваҡытта балиғ булып та өлгөрмәгән ҡыҙ 2016 йылдың 22 ғинуарында ҡаланың бер магазинынан «Lenovo A319» кеҫә телефонын сәлдергән була, хаҡы - 4290 һум. Бушлайға «заман уйынсығын» ҡулға төшөрөү оҡшап ҡалғандыр, шул уҡ магазиндан былтыр 8 октябрҙә «BQ S-5004 Paris» телефонын урлай, тигән шик бар.
- Барыбер тотолдо, РФ Енәйәт кодексының 161-се статьяһы буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылды. Дәлилдәр етерлек, тәфтиш бара, - тип хәбәр итте беҙгә Учалы районы буйынса эске эштәр бүлегенең тәүтикшереүсеһе капитан Динара Фәсхетдинова.
Үрҙә «урлай» тип яҙһаҡ та, асыҡтан-асыҡ сит эйәлектәге милеккә ҡул һуҙылғас, был ҡылмыш «талау» тип баһалана икән.
(№ 81)

Ике аҙнаға туҡтатылды...06.10.2017

Ике аҙнаға
туҡтатылды

Район-ара прокуратура хәбәр итеүенсә, Учалы ҡалаһында бер магазин хужаһы законды боҙоп Тажикстан гражданын эшкә яллауы асыҡлана. Бынан тыш эш-ҡыуар сит ил кешеһе менән хеҙмәт килешеүе төҙөү тураһында БР буйынса Эске эштәр министрлығының Миграция һорауҙары буйынса идаралығын иҫкәртмәй. Тик-шереү һөҙөмтәһе буйынса РФ Административ хоҡуҡ боҙоу-ҙар тураһында кодексының 18.15-се статьяһының 1-се һәм 3-сө өлөштәре буйынса административ эштәр ҡуҙғатыла. Был материалдарҙы суд ҡарап, яза рәүешендә ма-газиндың эшмәкәрлеге ике аҙнаға туҡтатылды.
(№ 78)


Материал ебәрергә

Рубрикалар


Яңылыҡтар архивы




Номерҙар архивы

Яңылыҡтар календары

«    Ғинуар 2018    »
ДшШшШршКйЙмШбЙкш
1234567
891011121314
15161718192021
22232425262728
293031 

Популяр яңылыҡтар


Ҡайҙа ҡиммәтерәк?Ҡайҙа ҡиммәтерәк?
Яңы йыл алдынан ниндәй ҡалаларҙа Ҡыш бабайҙы...

Байрамдар тыныс үтһенБайрамдар тыныс үтһен
Тиҙҙән барыбыҙҙың да яратҡан байрамы - көтөп...

Ғаилә үтәй алмаҫлыҡ бурыс бармы икән?Ғаилә үтәй алмаҫлыҡ бурыс бармы икән?
Ҡала мәҙәниәт үҙәгендә физик мөмкинлектәре...

«Ҡанат ҡуйылғандай булды», - ти ирекмән«Ҡанат ҡуйылғандай булды», - ти ирекмән
Рәсәй Президенты В. Путин «Рәсәй ирекмәне - 2017»...

Яңы йылға өмөт-ышаныстар бағлайбыҙЯңы йылға өмөт-ышаныстар бағлайбыҙ
Ҡомаҡ (1924, 1936, 1948, 1960, 1972, 1984, 1996,...


Бөтә хоҡуҡтар ҙа яҡланған. Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда һәм уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Яйык» («Яик»)
гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет сайттарында тура актив гиперһылтанма ҡуйырға.