» » Ғәйеплеләр асыҡланды

Ғәйеплеләр асыҡланды11.05.2017

26 мартта Бурансы ҡасабаһының Энтузиастар урамы тирәһендә ике тимер юлы составы бәрелешкәнен барыһы ла яҡшы хәтерләйҙер.
Уларҙың береһендә вагондар буш, икенсеһенә мәғдән һәм яғыулыҡ-майлау материалдары тейәлгән була. Ниндәйҙер сә-бәптәр буйынса ике поезд бер юлдан ҡапма-ҡаршы хәрәкәт итә. Машинистар тимер юлында ҡаршылыҡ булыуын күрмәгән, бер-береһен аңғармаған. Тимер юл составтары урындағы тау-ба-йыҡтырыу комбинатына ҡарай. Фажиғә барыбыҙҙы ла ныҡ тет-рәндерҙе. Иң аяныслыһы - дүрт ке-ше һәләк булды, бер граждан аяғы йәрәхәтләнеп дауаханаға һалына. Һәләк булыусыларҙың иң йәше 1996 йылғы ине, ул күптән түгел генә предприятиеға эшкә ингән була. Егеттәрҙең ғаиләләләре, ба-лалары етем ҡалды. Ғүмерлеккә уңалмаҫлыҡ яра ҡалдырҙылар.

Ошо арала Учалы тау-байыҡтырыу комбинатында теркәлгән ғәҙәттән тыш хәл осрағы буйынса тикше-реү тамамланғанын хәбәр итте БР Дәүләт хеҙмәт инспекцияһы. Ведомство мәғлүмәттәре буйынса фажиғә сәбәптәре асыҡланған. Белдереүҙәренсә, поезд хәрәкәт-енең тейешле кимәлдә ойошто-ролмауы, тепловоз машинисы һәм станция дежурының үҙ-ара килешеүһеҙ эш итеүе, шулай уҡ вазифалы кешеләрҙең тимер юл транспорты менән хәүефһеҙ фай-ҙаланыуҙы ныҡлы контролдә тот-мауҙары фажиғәгә килтерә лә инде.
Ғәйеплеләр административ яуаплылыҡҡа тарттырылғандар һәм уларға дөйөм алғанда 952 мең һум штраф һалынған. Тикшереү һөҙөмтәләре материалдары РФ Тәфтиш комитетының БР Тәфтиш идаралығына йүнәлтелгән. Шуға ла, был фажиғәгә нөктә ҡуйылды, тип әйтергә иртәрәктер.
Беҙҙең хәбәрсе.

 
  • Оҡшаш яңылыҡтар
  • Комментарийҙар
Ике состав бәрелдеИке состав бәрелде
26 март 16.48 сәғәттә (икенсе сығанаҡ буйынса – 16.00 сәғәттә) Бурансы ҡасабаһының Энтузиастар урамы тирәһендә ике тимер юлы составы бәрелә. ... Тотош уҡырға
Фажиғә менән тамамланаФажиғә менән тамамлана
6 август көнө иртәнге сәғәт 9-ҙа Учалы ҡалаһының Энергетиктар урамында фажиғә менән тамамланған юл-транспорт ваҡиғаһы була. 23 йәшлек ВАЗ-2109... Тотош уҡырға
Тәфтиш бараТәфтиш бара
БР буйынса Тәфтиш комитеты хәбәр итә: 27 май тау-байыҡтырыу комбинатына бәреп ингән, һаҡсыны күҙенә пистолеттан яралаған, башҡа кешеләргә атҡан... Тотош уҡырға
Тепловоз көслөрәкТепловоз көслөрәк
10 март көнө ҡот осҡос ваҡиға булды - Учалы ҡалаһының Горнозаводская урамындағы тимер юлы аша сыға торған урында «Лада Гранта» автомобиле тепловозға... Тотош уҡырға
Штрафтар арттыШтрафтар артты
Учалы эске эштәр бүлегенең административ практика бүлексәһенең өлкән инспекторы Олеся Борисова хәбәр итеүенсә, 2014 йылдың 10 ғинуарынан закондарға... Тотош уҡырға


Материал ебәрергә

Рубрикалар


Яңылыҡтар архивы




Номерҙар архивы

Яңылыҡтар календары

«    Ғинуар 2018    »
ДшШшШршКйЙмШбЙкш
1234567
891011121314
15161718192021
22232425262728
293031 

Популяр яңылыҡтар


Ҡайҙа ҡиммәтерәк?Ҡайҙа ҡиммәтерәк?
Яңы йыл алдынан ниндәй ҡалаларҙа Ҡыш бабайҙы...

Байрамдар тыныс үтһенБайрамдар тыныс үтһен
Тиҙҙән барыбыҙҙың да яратҡан байрамы - көтөп...

Ғаилә үтәй алмаҫлыҡ бурыс бармы икән?Ғаилә үтәй алмаҫлыҡ бурыс бармы икән?
Ҡала мәҙәниәт үҙәгендә физик мөмкинлектәре...

«Ҡанат ҡуйылғандай булды», - ти ирекмән«Ҡанат ҡуйылғандай булды», - ти ирекмән
Рәсәй Президенты В. Путин «Рәсәй ирекмәне - 2017»...

Яңы йылға өмөт-ышаныстар бағлайбыҙЯңы йылға өмөт-ышаныстар бағлайбыҙ
Ҡомаҡ (1924, 1936, 1948, 1960, 1972, 1984, 1996,...


Бөтә хоҡуҡтар ҙа яҡланған. Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда һәм уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Яйык» («Яик»)
гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет сайттарында тура актив гиперһылтанма ҡуйырға.