» » Барыбыҙға ла уяу булыу зарур

Барыбыҙға ла уяу булыу зарур10.11.2017

Барыбыҙға ла уяу булыу зарурҺөнәри байрамдары алдынан РФ Эске эштәр министрлығының Учалы районы буйынса бүлек начальнигы подполковник Илдар Абдраҡипов менән осраштыҡ. 
- 2017 йылдың 10 айында район биләмәләрендә 967 енәйәт теркәлде, былтырғы осорҙан 54 фактҡа күберәк.
- Ниндәй төр енәйәттәр айырыуса үҫешә?
- Йортҡа инеп урлашыуҙар - 37 осраҡ (былтырғынан +12), мал урлау - 17 (+4), наркотик һатыу менән бәйле енәйәттәр - 47(+12), мут-лашыуҙар - 57(+2).
- Нисә енәйәт ҡылыныуы һеҙгә тура бәйле түгел, ә бына уларҙы асыҡлау - төп күрһәткесегеҙ, был тәңгәлдә хәл нисек?
- 70,8 процент. Уртаса республика күрһәткесенән (56,8 процент) байтаҡҡа юғарыраҡ икәнлеген ҡәнәғәтлек менән билдәләйем.
- Террорсылыҡ касафаты беҙгә янамаймы?
- Террорсылыҡҡа ҡаршы тороу илдә генә түгел, бар донъяла көнүҙәк мәсьәләгә әйләнде. Ни кимәлдә ҡурҡыныс икәнлеген аңлатып торорға ла кәрәкмәйҙер! Был йүнәлештә эш башҡа хоҡуҡ органдары, урындағы үҙидара һәм йәмәғәт, дин ойошмалары менән берлектә алып барыла. Шул иҫәптән, бүлек хеҙмәткәрҙәре көн һайын бар теркәлгән енәйәттәргә анализ яһай - экстремистик, террористик сәбәптәр менән башҡарылған осраҡ асыҡланһа, тейешле саралар кисектермәй күреләсәк. Дин әһелдәре менән даими осрашабыҙ һәм башҡа күп эш башҡарыла. Быйыл террорсылыҡҡа бәйле бер осраҡ та теркәлмәне, әммә һәр беребеҙ уяу булырға тейеш.
- Юлдарҙағы хәлдәрҙе нисек баһаларһығыҙ?
- Ун айҙа 942 эреле-ваҡлы юл-транспорт һәләкәттәре һәм ваҡиғалары теркәлде. Былтырғы осорҙан 34 фактҡа кәм. 5 кеше һәләк булды, 39 граждан имгәнә.
Юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен күҙәтмәгән өсөн 11678 административ протокол төҙөлә (+156). 576 водитель эскән көйөнсә руль артына ултырып тотола, былтырғы ошо осорҙан 20 осраҡҡа күберәк. 89 граждан (+27) ҡабаттан иҫерек көйөнсә транспорт менән идара иткән өсөн РФ Енәйәт кодексы буйынса яуаплылыҡҡа тарттырыла.
- Автомобилдәр ифрат күбәйҙе шул. Ә уларҙы ҡыуып алып китеү осраҡтары ла йышая барамы?
-14 енәйәт теркәлде, былтырғы ошо осорҙан 7-гә кәм. Был төр енәйәттәрҙе асыҡлау күрһәткесен 92,9 процентҡа еткерә алдыҡ (уртаса республика буйынса - 75 процент).
- Яуыз ниәттә ут төртөүҙәр ҙә күп шикелле, был хаҡта ни әйтерһегеҙ?
- Граждандарҙың милкенә ут төрткән өсөн 8 енәйәт эше ҡуҙғатылды - 6 торлаҡ, 1 гараж, 1 баҡса өйө тураһында һүҙ бара. Үкенес, был төр енәйәттәрҙе асыҡлау айырыуса ҡатмарлы, әлеге мәл 3 осраҡта ғына ғәйеплеләр асыҡланды.
- Ниндәй яза алалар?
- Бына, мәҫәлән, Учалы ҡалаһында фатир яндырған граждан бер йылға шартлы рәүештә хөкөм ителде. Быныһы инде беҙҙең компетенция түгел.
- Эскеселек темаһы көнүҙәк тема булыуҙан туҡтамай...
- Быйыл 10 айҙа 411 енәйәт эскән кешеләр тарафынан ҡылынды, былтырғы осорҙан егерме ике фактҡа күберәк. Полиция үҙ вәкәләттәре сиктәрендә актив көрәш алып бара. Бына, мәҫәлән, иҫерек көйөнсә йәмәғәт урындарында күренгән өсөн 1364 протокол төҙөлә, 2016 йылдың 10 айы менән сағыштырғанда 509 административ эшкә күберәк! Шулай уҡ йәмәғәт урындарында хәмер эскән өсөн 537 граждан административ яуаплылыҡҡа тарттырылды. Участка уполномоченныйҙары урындағы власть органдары менән берлектә имен булмаған ғаиләләрҙе күҙәтеү аҫтында тота, профилактика эштәре менән шөғөлләнә, сходтарҙа был һорауҙар күтәрелә.
Законды боҙоп сауҙа итеүселәр ҙә язаһыҙ ҡалмай. Рәсәй Федерацияһының Административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһында кодексының төрлө статьялары буйынса («балиғ булмағандарға алкоголь продукцияһы һатыу», «законһыҙ сауҙа», «спиртлы эсемлектәр менән физик берәмектәр сауҙа итеү») илле дүрт эш ҡуҙғатылды, былтырғы ошо осорҙан ете осраҡҡа күберәк. Законһыҙ әйләнештән ике йөҙ утыҙ литр алкоголь продукцияһы, алтмыш дүрт литр этил спирты тартып алынды.
- Наркомания менән көрәш тә туҡтамайҙыр инде?
- Наркотиктар әйләнеше менән бәйле 74 енәйәт эше ҡуҙғатылды. Былтырғы осорҙан егерме бер осраҡҡа күберәк. Егерме туғыҙ осраҡ буйынса тәфтиш тамамланып, материалдар судҡа ебәрелде. Былтырғы осорҙан был төр енәйәттәрҙе асыҡлауҙы 14,5 процетҡа яҡшыртып, 58 процентҡа еткерә алһаҡ та (уртаса республика күрһәтке-се - 42,4 процент) - барыбер ҡәнәғәтләнерлек түгел инде. Сәбәбе - енәйәтселәр заман мәғлүмәт технологияларын, үлемесле тауарҙарын йәшерен урындар аша (мәҫәлән, күп фатирлы йорт подъездарында) таратыу алымын ҡуллана.
Законһыҙ әйләнештән 93,311 грамм синтетик һәм 2 182,88 грамм үҫемлектән яһалған тилерткес матдә конфискацияланды. Шулай уҡ полицияның участка уполномоченныйҙары 10 ҡырағай үҫкән киндер усағын асыҡлап юҡ итте.
- Коррупция темаһы ла хәҙер популяр…
- Был йүнәлештә алты енәйәт асыҡланды, биш енәйәт эше бөгөнгө көндә судҡа йүнәлтелгән, дүрт кеше енәйәт яуаплылығына тарттырылды.
- Ә үткән дәүерҙә ниндәй енәйәт иң етди булып күренде?
- Берәйһен айырып әйтергә әхлаҡи хоҡуғым юҡтыр. Һәр енәйәт - кемдеңдер юғалтыуҙары һәм күҙ йәштәре, һәр береһен асыҡлау өсөн көс һәм ваҡыт йәлләмәй түгелергә тейеш. Шуға ла, береһенә лә айырым акцент яһамайынса, әлеге дәүергә айырыуса хас булырҙай йә резонанс тыуҙырған бер-ике осраҡты атау менән сикләнәм:
- май-июнь айҙарында бер төркөм ҡатындар һуғыш ветеранының ышанысына инеп, дүрт миллион һум аҡсаһын урланы. Шул уҡ төркөм икенсе Учалы ҡалаһы кешеһен алдап, фатиры менән эш итергә хоҡуҡ биргән документ тултырталар;
- 29 август Учалы ауылының бер йортонда үлтерелгән ирҙең мәйете табыла, мәрхүмдең автомашинаһы юҡ икәнлеге асыҡлана. Күләмле оператив-эҙләү сарала-ры һөҙөмтәһендә ике Учалы районы гражданы Силәбе өлкәһендә ҡулға алынды. Автомобиль дә табыла.
- 31 октябрь енәйәт эше ҡуҙғатылды - Яңы Байрамғол ауылында кәртәлә торған алты баш һыйыр малы урлана, зыян - 295 мең һум.
- Хеҙмәт итергә кеше етәме?
- Бүлек штаты 9 хеҙмәткәргә комплектланып етмәгән, шул иҫәптән 2 полицияның участка уполномоченныйҙары, 2 патруль-пост хеҙмәткәре талап ителә. Уңайы менән файҙаланып, 35 йәшкә тиклемге хәрби хеҙмәтте үткән һәм юғары юридик белемгә эйә райондаштарҙы беҙҙең кадрҙар бүлексәһенә мөрәжәғәт итергә саҡырам.
- Һөнәри байрамығыҙ булғас, йола буйынса иң яҡшы хеҙмәткәрҙәрегеҙҙе атап китергә лә кәрәктер.
- Шуны һыҙыҡ өҫтөнә алам - эске эштәр бүлеге төбәктәге криминоген хәлде ныҡлы контроль аҫтында тота. Коллектив эшлекле һәм тәжрибәле. 24 хеҙмәткәребеҙ «ҡыҙыу нөктәләрҙә» хеҙмәт итеп ҡайтҡан кешеләр.
Түбәндәге иптәштәрҙе ыңғай яҡтан айырыуса билдәләй алам: миграция һорауҙары буйынса бүлексә начальнигы майор Радик Юнысов, өлкән тәфтишсе майор Илүзә Хажина, енәйәттәрҙе тикшереү бүлексәһенең өлкән оперуполномоченныйы майор Илгиз Шаһиев, тикшереү бүлексәһенең оперуполномоченныйы лей-тенант Артур Йәғәфәров, тәүтикшереүсе капитан Динара Фәсхетдинова, полицияның участка уполномоченныйы капитан Рәмил Хәмитов, дежур частың оператив дежурный капитан Ғаяз Шакирйәнов, эксперт-криминалистика бүлексәһе эксперты өлкән лейтенант Руслан Хөснийәров, ваҡытлыса тотоу изоляторының һаҡ һәм ҡарауыллау төркөмө водителе прапорщик Рөстәм Юламанов, патруль-пост хеҙмәте взводы полицейы сержант Илдар Заһиҙуллин.
Байрам айҡанлы бөтә хеҙмәттәштәремде, хөрмәтле ветерандарыбыҙҙы ҡайнар ҡотлайым, уңышлы хеҙмәт, именлек, ғаилә бәхете һәм ҡоростай сәләмәтлек те-ләйем! Өлгөлө хеҙмәт өсөн рәхмәт белдерәм.
Илфат ЯНБАЕВ.

 
  • Оҡшаш яңылыҡтар
  • Комментарийҙар
Халыҡ менән берлектәХалыҡ менән берлектә
Һеҙҙең иғтибарға һөнәри байрамдары айҡанлы РФ Эске эштәр министрлығының Учалы районы буйынса бүлеге начальнигы, полиция подполковнигы И.М.... Тотош уҡырға
Тәртип һағындаТәртип һағында
Һөнәри байрамдары алдынан РФ Эске эштәр министрлығының Учалы районы буйынса бүлек начальнигы вазифаҺын башҡарыусы подполковник Илдар Абдраҡипов менән... Тотош уҡырға
Ышаныслы контрольЫшаныслы контроль
Хәрбиҙәрҙең һирәге ысын хәрби тәжрибәгә эйә. Ә бына эске эштәр органдары хеҙмәткәрҙәренең байтағы дары еҫен яҡшы белә… Иптәш подполковник та былтыр... Тотош уҡырға
Бәләһенән баш-аяҡБәләһенән баш-аяҡ
Йыл башынан республикала ут ҡоралы ҡулланып 6 енәйәт, 5 хулиганлыҡ ҡылмышы башҡарылды, 14 кеше үҙ-үҙенә ҡул һалды. Шул иҫәптән, сентябрҙә Илтабан... Тотош уҡырға
Штрафтар арттыШтрафтар артты
Учалы эске эштәр бүлегенең административ практика бүлексәһенең өлкән инспекторы Олеся Борисова хәбәр итеүенсә, 2014 йылдың 10 ғинуарынан закондарға... Тотош уҡырға


Материал ебәрергә

Рубрикалар


Яңылыҡтар архивы




Номерҙар архивы

Яңылыҡтар календары

«    Ноябрь 2017    »
ДшШшШршКйЙмШбЙкш
 12345
6789101112
13141516171819
20212223242526
27282930 

Популяр яңылыҡтар


Агроном -  ул ер  табибыАгроном - ул ер табибы
«Кем дә кем, бер башаҡ үҫкән ерҙә тағы берҙе...

ФотофактФотофакт
Сираттағы «Аҙна һайын приз» лотерея уйынында...

Ләйсән өсөн тауыш бирәйекЛәйсән өсөн тауыш бирәйек
Яңы Байрамғол ауылында йәшәүсе туғыҙ йәшлек...

Нисек йәшәйһең, өкө?Нисек йәшәйһең, өкө?
Ҡыҙыҡ, әгәр ҙә төнгө һунарсы Өкө әфәндегә, йә,...

Намыҫ менән эшләйҙәр һәм йәшәйҙәрНамыҫ менән эшләйҙәр һәм йәшәйҙәр
Байрамғолдар ашлыҡ һуғыу, һөт һауыу буйынса элек...


Бөтә хоҡуҡтар ҙа яҡланған. Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда һәм уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Яйык» («Яик»)
гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет сайттарында тура актив гиперһылтанма ҡуйырға.