» » «Икенсе әсәй» кеүек

«Икенсе әсәй» кеүек24.11.2017

«Икенсе әсәй» кеүекЭйе, Ватан, намыҫ һәм әсәй һәр кешенең бер генә була.
Әммә «икенсе әсәй һымаҡ» һүҙбәйләнешен ҡулланыу ҙа хилафлыҡ түгелдер - күсмә мәғәнәлә әйтелә бит. Һәр хәлдә лә, Айһылыу Ғәйнулла ҡыҙы тураһында - «...беҙгә икенсе әсәй кеүек» тигәнде оло һәм олпат ағайҙарҙың ауыҙынан да ишеттек.
Айһылыу Шевченко эске эштәр органдарында 1985 йылдан алып хеҙмәт итә. Шул иҫәптән йәмәғәт именлеге полицияһы начальнигы урынбаҫары вазифаһын биләне, подполковник дәрәжәһенә еткән!
2012 йылда пенсияға сыға, әммә ҡул ҡаушарып өйҙә ултырыуҙы өнәмәй. Уға ветерандар ойошмаһын етәкләргә тәҡдим итәләр. Ә ойошма бик тә ҙур (бө-гөнгө көндә ике йөҙ биш пенсионер, шул иҫәптән 60 йәште үткән 82 ветеран иҫәпләнә).
- Ул саҡ эске эштәр бүлегендә Валерий Афанасьев начальник ине. Мин: «...әллә инде, шул тиклем абруйлы ағайҙар менән эшләй алырмын микән?» - тип шөб-һәләнә башлағас, ветерандар ойошмаһына йәшерәк, күтәрелеүгә еңелерәк кеше кәрәк, тип ҡырт киҫте, сөнки күп йүгерекләргә тура киләсәк - байтаҡ оло-лар конкрет хәстәрлеккә мохтаж. Шул уҡ ваҡытта остазлыҡ тураһында ла күрһәтмә бирҙе: күпте күргән, оҙаҡ өлгөлө хеҙмәт иткән аҡһаҡалдарҙың тәжрибәләрен киләһе быуындарға биреү зарурлығына баҫым яһаны, - тип иҫкә алды Айһылыу Ғәйнулла ҡыҙы.
Ә йүгерекләргә, ысынлап та, күп тура килә. Ветерандарға ваҡыты менән иҫәпләшмәй документтар юллаша, кәрәк икән, аҙыҡ-түлек артынан ма-газинға йүгерә. Үке-нес, бындай ғына мәшәҡәттәр түгел шул. Быйыл бер ағай үлеп китте, бар балалары ситтә. Улар килеп еткәнсе бөтә күңелһеҙ мәшәҡәттәрҙе вете-рандар ойошмаһына үҙ өҫтәренә алырға тура килә.
Күп мәсьәләләрҙе хәл итергә кәрәк инде. Мәҫәлән, дауахана етәкселеге менән килешеп, ветерандарына стационарға урынлашырға ярҙам итә. Быйыл ун биш пенсионерҙы үҙҙәренең ведомство госпиталенә йүнәлтәләр, ун кешене санаторийҙарға ебәреүҙе юллайҙар.
Хеҙмәт урынында һәләк булған кешенең ғаиләһе, хеҙмәт урынында имгәнгән иптәш тә иғтибарҙан ситтә ҡалмай. Һәм шуны һыҙыҡ өҫтөнә алды:
- Ойошманың һөҙөмтәле эшмәкәрлеге бүлек етәкселеге булышлыҡ иткәндә генә мөмкин. Шөкөр, бүлек начальнигы Илдар Абдраҡипов ололар-ҙың мәнфәғәттәренә айырыуса иғтибарлы, ветерандарҙы ихтирам итә. Бөгөнгө көндө хеҙмәт иткән шәхси состав та шул уҡ ҡа-рашта. Бер генә миҫал - Ололар көнөнә үҙ аҡсаларын йыйып ветерандарға ҡәҙер-хөрмәт күрһәтеү алымы күптән йолаға ингән. Рәхмәт инде!
...һуңында бер сетереклерәк һорауға ла туҡталайыҡ. «Итекһеҙ итексе» принцибы яҡшы түгел инде ул. Беҙ ҙә, йәғни журналистар, табиптарҙы маҡтағанда - уның үҙенең сәләмәтлегенә, уҡытыусылар тураһында яҙғанда - үҙ балалары ниндәй кеше булып үҫеүенә иғтибар бирәбеҙ. «Икенсе әсәй» тип ололап аталған Айһылыу Ғәйнулла ҡыҙының тура мәғәнәлә әсәй ролен дә өлгөлө үтәүе асыҡланды.
Игеҙәк ҡыҙҙары - Нәсимә менән Анна табип һөнәрен һайлағандар. Нәсимә Силәбелә йәшәй, балалар нев-рологияһы бүлексәһе мөдире.
Анна - Санкт-Петербургта Олимпия резервы мәктәбендә реабилитолог. Икеһе лә, йәш булыуҙарына ҡарамаҫтан, ихтирам яулап өлгөргән белгестәр. Ә Руслан улдары - юстиция лейтенанты, эске эштәр бүлегенең тәфтишсеһе. Ул да өлгөлө хеҙмәт итә.
- Бала тәрбиәләүҙең ниндәйҙер сере юҡ инде ул - сабый ата-әсәһенән ни күрә, шуны ҡабатлай. Шуға ла ололар үҙҙәре шәфҡәтле, мәрхәмәтле булырға тейеш, - тип педагогика серҙәре менән уртаҡлашты әңгәмәсебеҙ. - Шул уҡ ваҡытта, тормошта ни генә булмаһын, кеше исеменә лайыҡ ҡалырға өйрәтергә кәрәк.
Ололарҙы ихтирам итеүгә төшөндөрөү - милли педагогикабыҙ-ҙың күркәм сифаты. Тормоштоң ҡәҙерен белергә, тәмен тойоп йәшәргә лә белергә тейештәр. Бына мин үҙем дә һәр саҡ әсәйемдең (Юлдаш ауылы-нан Нәсимә Хакимйән ҡыҙы Аллаярова) аҡыллылығына, сабырлығына, иҫ киткес эш-һөйәрлегенә һәм ми-һырбанлығына һоҡланып йәшәнем, әле лә уның һүҙе барыбыҙ өсөн дә бик юғары әһәмиәткә эйә. Уңайы менән файҙаланып, бар әсәләрҙе Әсәләр көнө менән ҡотлайым, сәләмәтлек һәм хәйерле ғүмерҙәр теләйем!

 
  • Оҡшаш яңылыҡтар
  • Комментарийҙар
Полиция менән берлектәПолиция менән берлектә
22 июлдә Учалы районы эске эштәр бүлегендә БР буйынса Эске эштәр министрлығы эргәһендәге Йәмәғәт советының күсмә йыйылышы уҙҙы. Йыйылышты Йәмәғәт... Тотош уҡырға
Ышаныслы контрольЫшаныслы контроль
Хәрбиҙәрҙең һирәге ысын хәрби тәжрибәгә эйә. Ә бына эске эштәр органдары хеҙмәткәрҙәренең байтағы дары еҫен яҡшы белә… Иптәш подполковник та былтыр... Тотош уҡырға
Көнүҙәк һорауҙар ҡаралдыКөнүҙәк һорауҙар ҡаралды
Учалы ауыл ултырағы хакимиәте эргәһендәге һуғыш һәм хеҙмәт ветерандары советы ултырышы үтте. Оло кеше оло кеше инде - алдағы ултырыштан һуң өс совет... Тотош уҡырға
Йылы һүҙ - йән аҙығыЙылы һүҙ - йән аҙығы
Бөгөн ауылдарҙа ярҙамға мохтаж оло йәштәгеләрҙең һаны көндән-көн арта. Әлбиттә, етенсе-һигеҙенсе тиҫтәне ваҡлағандарҙың барыһының да балалары бар... Тотош уҡырға
Һаман да бергәҺаман да бергә
17 апрелдә Рәсәй Эске эштәр министрлығының ветерандар советы барлыҡҡа килеүенең 23 йыллығы билдәләнә Төбәгебеҙҙә лә, бөтә ил буйынса ла был бик... Тотош уҡырға


Материал ебәрергә

Рубрикалар


Яңылыҡтар архивы




Номерҙар архивы

Яңылыҡтар календары

«    Ғинуар 2018    »
ДшШшШршКйЙмШбЙкш
1234567
891011121314
15161718192021
22232425262728
293031 

Популяр яңылыҡтар


Яңы йылға өмөт-ышаныстар бағлайбыҙЯңы йылға өмөт-ышаныстар бағлайбыҙ
Ҡомаҡ (1924, 1936, 1948, 1960, 1972, 1984, 1996,...

Ғаилә йылы буласаҡҒаилә йылы буласаҡ
Башҡортостан башлығы Рөстәм Хәмитов 2018 йылды...

Изге ғәмәл менән  үткәрәйекИзге ғәмәл менән үткәрәйек
Мөхәммәт пәйғәмбәр ғәләйһиссәләм Миләди иҫәп...

Төклө аяғың менән - Һары Эт, ырыҫлы һәм имен бул!Төклө аяғың менән - Һары Эт, ырыҫлы һәм имен бул!
Эт йылын өйҙә һәм иң яҡын кешеләр менән ҡаршы...

Балҡып китте мәҙәниәт йортоБалҡып китте мәҙәниәт йорто
Капиталь ремонт үткәндән һуң тантаналы рәүештә...


Бөтә хоҡуҡтар ҙа яҡланған. Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда һәм уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Яйык» («Яик»)
гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет сайттарында тура актив гиперһылтанма ҡуйырға.