Гонаһы ни тора...13.04.2018

«Учалы урман хужалығы» учреждениеһы барыһының да иҫенә төшөрә: 2015 йылда РФ Хөкүмәте ҡарары менән рөхсәтһеҙ рәүештә ауыл хужалығы ерҙәрендә ҡау үртәү, баҫыуҙарҙа усаҡ яндырыу тыйылды. Шулай уҡ автомобиль, тимер юлы һыҙаттарында, үткәргес торбалар буйында ҡоро үҫемлектәрҙе, башҡа материалдарҙы яндырырға ярамай. Был талаптарҙы инҡар итеүселәр РФ Административ хоҡуҡ боҙоуҙар кодексының 20.4-се статьяһы буйынса яуапҡа тарттырыла: граждандарға 1-1,5 мең, вазифалы кешеләргә - 6-15 мең, юридик берәмектәргә 150-200 мең һум штраф һалына.
Янғындарға ҡаршы, айырыуса режим иғлан ителгән мәлдә, яуаплылыҡ арта: граждандарға 2-4 мең, вазифалы кешеләргә - 15-30 мең, юридик берәмектәргә 400-500 мең һум штраф һалыныуы ихтимал.
Ә РФ Хөкүмәтенең 2016 йылғы 807-се ҡарары менән урманға йәнәш ер участкаларына эйә булған, улар менән идара иткән йә файҙаланған бөтә юридик берәмектәр һәм айырым кешеләргә янғын хәүефһеҙлеген күҙәтеү йөкмәтелде. Ҡар ирегәндән алып көҙгө ямғырҙар башланғанға тиклем урмандан кәмендә ун метр киңлектәге һыҙатты ҡау үләндән, ҡамылдан, ятыҡ ағастан, ут тоҡаныусан материалдарҙан, башҡа сүп-сарҙан таҙартып торорға тейештәр, йә сик буйынса кәмендә 0,5 метр киңлектә минераллашҡан һыҙат һөрөлә. Үҙ иҫәптәренә.
РФ Административ хоҡуҡ боҙоуҙар кодексының 8.32-се статьяһына ярашлы, урмандарҙа янғын хәүефһеҙлеген күҙәтмәгән өсөн граждандарға1,5-3 мең, вазифалы кешеләргә - 10-20 мең, юридик берәмектәргә 50-200 мең һум штраф һалына.
- Ҡурҡытып, язаға тарттырып ҡына бәләне иҫкәртеп булмай, һәр кемебеҙ аңлы рәүештә тәбиғәтте ҡәҙерләһен ине. Уйлап ҡына ҡарағыҙ, ут сыҡҡанда ағас ҡына түгел, күпме йәнлектәр һәм ҡоштар интегеп үлә, гонаһы ни тора! - ти «Учалы урман хужалығы» етәксеһе Айбулат Байғарин. - Былтыр янғындарҙа 66,2 гектар урмандарыбыҙ тәләф булды, исмаһам, быйыл һағыраҡ булырға кәрәк!
Сабынлыҡ - баҫыуҙарға ут үртәү һис тә ярамай, май байрамдарында тәбиғәткә ял итергә сыҡҡан кешеләр ҙә уяу булһын ине - ҡоро үлән дары һымаҡ тоҡанырға ғына тора бит ул.
Ай башында Тирләндә урман янғындарын һүндереү буйынса зона күнекмәләре үткән. Беҙҙең урман хужалығы командаһы яҡшы әҙерлеген раҫланы.
- Оҡшаш яңылыҡтар
- Комментарийҙар

Район-ара прокуратура белдереүенсә, «Валена» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте рөхсәт иткән документтары булмай тороп, геологик тикшереү һәм файҙалы... Тотош уҡырға

Күпселек янғындар кешеләрҙең һаҡһыҙлығы арҡаһында килеп сыға. Уларҙың күбеһе урман фонды һәм уға сиктәш ерҙәрҙә, юл, күл, йылға буйҙарында сыға. Ағас... Тотош уҡырға

Наркотиктар әйләнешенә контроль башҡарыу хеҙмәте иҫкәртә - ер участкаларында наркотик матдәле үҫемлектәр үҫтергән йә ҡырағай рәүештә үҫеүенә юл... Тотош уҡырға

«Учалы лесничествоһы» дәүләт ҡаҙна учреждениеһынан хәбәр итеүҙәренсә, 2013 йылда биләмәләрендә 2 урман янғыны осрағы теркәлә, 5 гектар майҙан утҡа... Тотош уҡырға

Учалы эске эштәр бүлегенең административ практика бүлексәһенең өлкән инспекторы Олеся Борисова хәбәр итеүенсә, 2014 йылдың 10 ғинуарынан закондарға... Тотош уҡырға
Рубрикалар
Яңылыҡтар архивы
№ газеты
Табырға
Яңылыҡтар календары
Популяр яңылыҡтар

Быға тиклем рустарҙың матрешкаларын ғына күргәнем...

Районыбыҙҙа 43 халыҡ һәм өлгөлө үҙешмәкәр...

РФ Президенты Владимир Путин Мөрә-жәғәтнамә менән...

Ҡала-район мәктәптәрендә йыл да ойошторола килгән...

Районыбыҙҙың төньяҡ зонаһына юл төшкәс, бер...
Бөтә хоҡуҡтар ҙа яҡланған. Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда һәм уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Яйык» («Яик»)
гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет сайттарында тура актив гиперһылтанма ҡуйырға.
гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет сайттарында тура актив гиперһылтанма ҡуйырға.