» » Йөк саманан артмаһын

Йөк саманан артмаһын26.02.2014

Йөк саманан артмаһынЮлдарҙың торошо бөгөн көнүҙәк мәсьәләләрҙең береһе. Төҙөкләндереү эштәре алып барылһа ла, ремонтланмаған участкалар байтаҡ. Юлдарҙың насар булыуының төп сәбәбе - уларҙы йүнәтеүгә аҡсаның аҙ бүленеүендә. Шулай уҡ һуңғы йылдарҙа машиналар иҫәбенең ҡырҡа артыуы ла юлдарҙың сифатына кире йоғонто яһай, улар баҫымында асфальт тиҙерәк сафтан сыға. Хәҙер кемде генә алма, барыһының да тиерлек машинаһы бар. Улар һанының арта барыуы тиҙҙән ҙур ҡыйынлыҡтарға килтерәсәге көн кеүек асыҡ, юлдарға саманан тыш көс төшәсәк. Шуға ла киләсәктә юлдарҙы рәтләү күпкә ҙур сығымдар талап итәсәк. Үҙебеҙ ҙә шаһитбыҙ: соҡор-саҡырлы асфальтты һәр ҡайҙа ла осратырға була.
Йылдан-йыл Рәсәйҙең тауар әйләнеше арта. Тимәк, юлдарҙа ауыр йөк машиналары күбәйә тигән һүҙ. Автомобиль хужалары табыш артынан ҡыуып, намыҫ тураһында онота. Юлдарҙа күсмә үлсәү станциялары ошондай баш-баштаҡһыҙлыҡҡа ҡаршы көрәшеү ниә-тендә булдырылды ла инде. Үлсәү контроле районыбыҙҙа ла уңышлы эш алып бара. Уларҙың төп маҡсаты - автомобиль трассаларының боҙолоуын иҫкәртеү. Фуралар ҡабул ителгән нормаларға ярашлы, билдәле күләмдән артыҡ йөк тейәргә тейеш түгел. Әммә улар йыш ҡына дөйөм ҡағиҙәләрҙе инҡар итә. Һөҙөмтәлә әле генә һалынған асфальт юлдар онтала башлай йәки тип-тигеҙ ерҙә соҡорҙар барлыҡҡа килә. Йөк ташыусы техниканың ауырлығын тикшереү өсөн электрон үлсәү ҡоролмалары ҡулланыла. Күсмә пункттар тулыһынса автоматлаштырылған. Күрһәткестәр махсус техниканың эсендә урынлашҡан компьютерға ебәрелә. Үлсәүселәрҙән тыш, бында юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге хеҙмәт-кәрҙәре лә эшләй. Улар тәртип боҙоусыларға штраф яҙа. Уның күләме ауыр йөк ташыусы техниканың үткән юлы һәм артыҡ йөк ауырлығына бәйле. Үлсәү хеҙмәтенең күсмә пункттары эшләй башлағандан алып юлдарҙа йөк ташыу тәртибен боҙоусылар һаны күпкә кәмей төштө, тип билдәләй белгестәр. Ләкин яуаплылыҡтан ҡасырға теләүселәр ҙә юҡ түгел. Шуға ла юл-хәрәкәте хәүефһеҙлеге хеҙмәткәрҙәре води-телдәр менән ҡайһы ваҡыт бесәй менән сысҡан уйыны уйнарға мәжбүр. Фуралар үлсәү пункттарын ситләтеп, муниципаль юлдар аша үтергә тырыша. Ҙур йөк машиналарының ауыл эсенән йөрөүе асфальттарҙы ниндәй хәлгә килтергәне көн кеүек асыҡ. Һөҙөмтәлә, урындағы халыҡ зыян күрә.
Район хакимиәтендә БР-ҙың Ауырлыҡ үл-сәү контроле хеҙмәте етәксеһе Тимофей Азаров юлдарҙа ауыр йөк ташыуға ҡағылышлы мәсьәләләр буйынса ултырыш уҙғарҙы. Кәңәшмәгә урындағы сәнәғәт предприятиелары вәкилдәре лә саҡырылды. Тимофей Михайлович төбәгебеҙҙә юлдарҙың торошо насар булыуын билдәләне һәм быға ауыр йөк машиналары сәбәпсе булыуын әйтте. Шуға ла уларға ҡарата ҡаты саралар күреләсәк. Ошо көндәрҙән башлап үлсәү-контроль хеҙмәте хеҙмәткәрҙәре үҙҙәре кәрәк һанаған урында туҡтатып, фураларҙы үлсәүгә ҡуйырға хоҡуҡлы.
- Машина хужалары норманан артыҡ йөк тейәй икән, үҙҙәренә үпкәләһендәр, штрафтан ҡасып ҡотола алмаясаҡтар. Йөк машиналарынан айырыуса муниципаль берәмектәр зыян күрә. Ауылдарҙы тоташтырыусы берҙән-бер юлдарҙы боҙалар. Мәҫәлән, беҙгә Хәйбулла районында булырға тура килде. Юлдары һуғыштан һуңғы осорҙо хәтерләтә. Ауылдарға инерлек түгел, хатта, тиҙ ярҙам машинаһы бер нисек тә үтә алмаясаҡ. Ауыр йөк тейәгән машиналар арҡаһында ошондай хәлгә ҡалғандар. Учалының юлдары ла маҡтанырлыҡ түгел, - тине ул. Тимофей Михайлович киләсәктә лә сара күрелмәһә, төҙөкләндереүгә аҡса еткереп булмаясағын белдерҙе. Мәҫәлән, уҙған йылда Учалы-Мейәс юлын тө-ҙөкләндереүгә мил-лионлаған аҡса сарыф ителгән. Асфальт һалыу бик ҡиммәткә төшә. Шуға ла ул сәнәғәт предприятиелары етәкселәрен йөк ташыу тәртибен боҙмаҫҡа саҡырҙы.
- Төбәгегеҙҙәге юлдарҙы үҙегеҙ үк юҡҡа сығараһығыҙ. Дөйөм ҡулланылышта булған юлдарҙа йөк ташыу һәм айырым ойошма-предприятие машиналары өсөн түләүле рөхсәт ҡағыҙы бирелә. Әлеге документ менән бер тапҡыр йәки оҙаҡ ваҡыт ҡулланырға мөмкин. Был юлдарҙа яһалған зыянды ҡаплау өсөн эшләнә. Быйылдан башлап үлсәү контроле хеҙмәте һалған штрафтар, рөхсәт ҡағыҙы өсөн түләнгән түләүҙәр республика бюджетына түгел, ә районда ҡаласаҡ. Район хакимиәте етәкселеге был аҡсаны урындағы юлдарҙы төҙөкләндереүгә тото-норға бурыслы, - тине Тимофей Азаров.
Йөк машиналарының күбеһе водителдәрҙең пенсионер ата-әсәһенә, йә берәй инвалидҡа теркәлгән. Ошо сәбәпле улар һалым түләүҙән дә азат ителгәндәр.
Әлбиттә, предприятие вәкилдәре араһында ризаһыҙлыҡ белдереүселәр ҙә булды. Барыһы ла түләүле рөхсәт ҡағыҙы алырға атлығып тормай. Ҡайһы берәүҙәре, районға бағымсылыҡ ярҙамы күрһәтәбеҙ, шуға ла беҙҙең машиналарҙан йөк ташығандары өсөн аҡса түләтеү дөрөҫ түгел, тип дәғүә белдерҙе. БР-ҙың үлсәү контроле хеҙмәте етәксеһе уларҙы урындағы власть менән һүҙгә килешмәй, берҙәм эшләргә өндәне. Район хакимиәте башлығы Фәрит Дәүләтгәрәев бынан һуң юлдарҙы әләф-тәләф итеүгә юл ҡуймаясағын иҫкәртте. Йылына 200-300 мең һумлыҡ бағымсылыҡ ярҙамы күрһәтеп, юлдарға миллиондарға яҡын зыян эшләүҙәрен үҙҙәре аңламайҙармы икән?
- Бағымсылыҡ ярҙамы күрһәтәбеҙ тип үҙегеҙҙе аҡларға тырышыу урынһыҙ. Мәҫәлән, республикабыҙҙағы бер эре предприятиеның эшмәкәрлеген тик-шерҙек. Улар йылына ярҙам йөҙөнән 1 миллион 500 мең һум аҡса бүлә. Иҫәпләп сығарғандан һуң, предприятиеның республика юлдарына миллиардҡа яҡын зыян килтереүе асыҡланды, - тине Тимофей Азаров.
Юлдарҙа юл хәрә-кәте хәүефһеҙлеге хеҙмәткәрҙәре менән һүҙгә килешмәй, тыныс йөрөргә теләһәң, түләүле пропускылар алып, йөк тейәүҙе норманан арттырмаҫҡа бурыслыһың.
 
  • Оҡшаш яңылыҡтар
  • Комментарийҙар
Тел – күңел көҙгөһөТел – күңел көҙгөһө
2000 йылда ЮНЕСКО тарафынан телдәрҙе һаҡлау һәм яҡлау маҡсатында 21 февраль - Халыҡ-ара Туған тел көнө тип иғлан ителде. Бөгөн башҡорт теленең... Тотош уҡырға
Йәйәү йөрөп уҡыныҡЙәйәү йөрөп уҡыныҡ
Беҙҙең, «һуғыш балаларының», донъяға аяҡ баҫыуыбыҙ үткән быуаттың 50-се йылдарына тура килде. Һәйтәк ауылында башланғыс мәктәп кенә эшләне. 5-се... Тотош уҡырға
Ваҡ мәсьәләләр юҡВаҡ мәсьәләләр юҡ
Һаҡланғанды Хоҙай һаҡлар, ти халыҡ мәҡәле. Район хакимиәтендә бер юлы террорҙарға ҡаршы комиссия менән ғәҙәттән тыш хәлдәр һәм янғын хәүефһеҙлеген... Тотош уҡырға
Сораманда таҙа һыуСораманда таҙа һыу
Сораманда эсәр һыу менән файҙаланыу үҙе бер тарих һымаҡ. Элек халыҡ йылға буйында ҡаҙылған ҡоҙоҡтарға, яҙын алыҫтағы Шәкәр ҡойоһона йәки тауҙан аҡҡан... Тотош уҡырға
Ахунды һыу баҫтыАхунды һыу баҫты
Һөйләһәң, кеше ышынмаҫлыҡ хәбәр - ҡыш уртаһында Ахун ауылын һыу баҫты. Баҡһаң, Үрге Урал районының Карагайка ҡасабаһында 18 декабрҙә 19.00 сәғәттә... Тотош уҡырға


Материал ебәрергә

Рубрикалар


Яңылыҡтар архивы




Номерҙар архивы

Яңылыҡтар календары

«    Ғинуар 2018    »
ДшШшШршКйЙмШбЙкш
1234567
891011121314
15161718192021
22232425262728
293031 

Популяр яңылыҡтар


Ҡайҙа ҡиммәтерәк?Ҡайҙа ҡиммәтерәк?
Яңы йыл алдынан ниндәй ҡалаларҙа Ҡыш бабайҙы...

Байрамдар тыныс үтһенБайрамдар тыныс үтһен
Тиҙҙән барыбыҙҙың да яратҡан байрамы - көтөп...

Ғаилә үтәй алмаҫлыҡ бурыс бармы икән?Ғаилә үтәй алмаҫлыҡ бурыс бармы икән?
Ҡала мәҙәниәт үҙәгендә физик мөмкинлектәре...

«Ҡанат ҡуйылғандай булды», - ти ирекмән«Ҡанат ҡуйылғандай булды», - ти ирекмән
Рәсәй Президенты В. Путин «Рәсәй ирекмәне - 2017»...

Яңы йылға өмөт-ышаныстар бағлайбыҙЯңы йылға өмөт-ышаныстар бағлайбыҙ
Ҡомаҡ (1924, 1936, 1948, 1960, 1972, 1984, 1996,...


Бөтә хоҡуҡтар ҙа яҡланған. Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда һәм уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Яйык» («Яик»)
гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет сайттарында тура актив гиперһылтанма ҡуйырға.