» » Киндер йә мәк үҫһә

Киндер йә мәк үҫһә06.08.2014

Киндер йә мәк үҫһәНаркотиктар әйләнешенә контроль башҡарыу хеҙмәте иҫкәртә - ер участкаларында наркотик матдәле үҫемлектәр үҫтергән йә ҡырағай рәүештә үҫеүенә юл ҡуйған өсөн енәйәт һәм административ яуаплылыҡтар ҡаралған.

РФ Енәйәт кодексының 231-се статьяһына ярашлы, наркотик йә психотроп матдәле үҫемлектәрҙе ҙур күләмдә үҫтергән өсөн ғәйеплеләргә 300 мең һумға тиклем йә 2 йыллыҡ килеме күләмендә штраф һалына. 480 сәғәткә тиклем мәжбүри эштәргә хөкөм ителеүҙәре, 2 йылға тиклем иректәре сикләнеүе йә иректән мәхрүм ителеүҙәре мөмкин. Ошо ҡылмыш алдан килешеп төркөм менән йә айырыуса ҙур күләмдә башҡарылһа, ғәйепле 8 йылға тиклем иркенән мәхрүм ителеүе ихтимал.
РФ Административ кодексының 10.5-се статьяһына ярашлы, рәсми рәүештә иҫкәртелгәндән һуң наркотик йә психотроп матдәле ҡырағай үҫемлектәрҙе юҡ итеү саралары күрмәгән өсөн граждандарға - 1,5-2 мең, вазифалы кешеләргә - 3-4 мең, юридик берәмектәргә 30-40 мең һум күләмендә штраф һалына. Шул уҡ закондың 10.5.1-се статьяһы буйынса, законһыҙ рәүештә наркотик йә психотроп матдәле ҡырағай үҫемлектәрҙе үҫтергән өсөн граждандарға - 1,5-4 мең, юридик берәмектәргә 100-300 мең һум штраф һалына. Граждандарҙың 15 тәүлеккә тиклем административ рәүештә ҡулға алыныуҙары ла ихтимал.
Бындай үҫемлектәр үҫеүе йә үҫтерелеүе, наркотиктар етештерелеү һәм һатылыу тураһында беләһегеҙ икән, «ышаныс телефоны» аша хәбәр итегеҙ, номеры 3-31-76. Конфиденциаллек гарантиялана.
 
  • Оҡшаш яңылыҡтар
  • Комментарийҙар
Һөжүм итәҺөжүм итә
Учалы район-ара прокуратураһы хәбәр итеүенсә, 38 йәшлек ир ҡулға алынды. Июнь башында автомобилендә китеп барған була. Ҡала биҫтәһендә туҡталышта 16... Тотош уҡырға
Мөһим эш башландыМөһим эш башланды
2 майҙан октябрь аҙағына тиклем Башҡортостанда «Мәк-2014» тип аталған ведомство-ара комплекслы оператив-профилактик операция үткәрелә. Наркотиктар... Тотош уҡырға
Хәүефле «тәтәй»Хәүефле «тәтәй»
Гәзитебеҙҙә ҡат-ҡат яҙҙыҡ, законһыҙ рәүештә ҡорал йә яһаҡ тотаһың икән, иртәме-һуңмы, яуаплылыҡҡа тарттырасаҡтар. «Былай ғына ятты, бер ниндәй енәйәт... Тотош уҡырға
Яза ҡотолоғоһоҙЯза ҡотолоғоһоҙ
Йыл башынан янъял сығарған, эсеп йәмһеҙләнгән, тирә-йүнде бысратҡан һәм башҡа ошондай ҡылмыштарҙа ғәйепле 1762 яҡташыбыҙ административ яуапҡа... Тотош уҡырға
Штрафтар арттыШтрафтар артты
Учалы эске эштәр бүлегенең административ практика бүлексәһенең өлкән инспекторы Олеся Борисова хәбәр итеүенсә, 2014 йылдың 10 ғинуарынан закондарға... Тотош уҡырға


Материал ебәрергә

Рубрикалар


Яңылыҡтар архивы




Номерҙар архивы

Яңылыҡтар календары

«    Ғинуар 2018    »
ДшШшШршКйЙмШбЙкш
1234567
891011121314
15161718192021
22232425262728
293031 

Популяр яңылыҡтар


Ҡайҙа ҡиммәтерәк?Ҡайҙа ҡиммәтерәк?
Яңы йыл алдынан ниндәй ҡалаларҙа Ҡыш бабайҙы...

Байрамдар тыныс үтһенБайрамдар тыныс үтһен
Тиҙҙән барыбыҙҙың да яратҡан байрамы - көтөп...

Ғаилә үтәй алмаҫлыҡ бурыс бармы икән?Ғаилә үтәй алмаҫлыҡ бурыс бармы икән?
Ҡала мәҙәниәт үҙәгендә физик мөмкинлектәре...

«Ҡанат ҡуйылғандай булды», - ти ирекмән«Ҡанат ҡуйылғандай булды», - ти ирекмән
Рәсәй Президенты В. Путин «Рәсәй ирекмәне - 2017»...

Яңы йылға өмөт-ышаныстар бағлайбыҙЯңы йылға өмөт-ышаныстар бағлайбыҙ
Ҡомаҡ (1924, 1936, 1948, 1960, 1972, 1984, 1996,...


Бөтә хоҡуҡтар ҙа яҡланған. Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда һәм уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Яйык» («Яик»)
гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет сайттарында тура актив гиперһылтанма ҡуйырға.