» » Ирәмәлдә фажиғә

Ирәмәлдә фажиғә06.04.2015

Әле яңы ғына Ирәмәлгә 23 февраль байрамын билдәләргә сыҡҡан 38 йәшлек Силәбе кешеһенең ике-өс көн урманда аҙашып йөрөүе тураһында яҙғайныҡ. Ярар ҙа ул тәжрибәле турист булып сыға, шул арҡала ғына иҫән ҡала. Ошо көндәрҙә фажиғәле эҙемтәләр менән оҡшаш тарих йәнә ҡабатланды.
Әлеге мәл тәфтиш бара, бәләгә тарыусылар дауаханала ята, шуға ла бөтә хәл-шарттар аныҡ ҡына билдәле түгел. Ҡазан ҡалаһында йәшәгән 32 йәшлек Лилиә Рамаҙанова 6 йәшлек улы һәм 14 йәшлек ҡыҙы менән Силәбе өлкәһенең Төлөк ауылына киләләр.

Ҡатын былтыр сентябрь айында Ирәмәлгә күтәрелгән инде, хәҙер ҡабатламаҡсы була. Үткән йәкшәмбе, йәғни 29 март изге тауға табан сығалар. Юл күрһәтеүсе алмайҙар, талап ителгәнсә кейенеүҙе йә, исмаһам, кеҫәгә шырпы һалып алыуҙы ла хәстәрләмәйҙәр. Ҡатындың әхирәте лә эйәргән була, әммә хәле насарая ла, кире борола. Ә әсә менән балалар аҙаша. Улар менгән саҡта үргә ҡарап түгел, тауҙың буйынан хәрәкәт итә башлайҙар, икенсе эҙҙәр буйынса китеп аҙашалар, Ирәмәлдең көнсығыш итәгенә, Тығын һаҙлығына барып юлығалар, тип фараз ителә.
Кисен ҡайтмағас, Рамаҙановтар туҡтаған йорт хужаһы борсола башлай, «Ирәмәл» паркы хеҙмәткәрҙәре эҙләргә сығалар, әммә таба алмайҙар. Иртәгеһенә бәләгә тарыусыларҙы ҡотҡарыуға ҙур көс йәлеп ителә - Башҡортостан һәм Силәбе өлкәһе ғәҙәттән тыш хәлдәр хеҙмәттәренән йөҙәрләгән-йөҙәрләгән кеше, ҡар өҫтөнән йөрөгән тиҫтә-тиҫтә техника, хатта, МИ-8 вертолеты.
Рамаҙановтар өшөгән-туңған көйөнсә табыла, әсә һәм ул ауыр хәлдә дауаханаға ебәрелә, реанимацияға һалына. Ә ҡыҙыҡай үлгән була, бер версия буйынса - таштан йығылып муйынын һындырған, икенсе версия - ҡустыһын нисек тә иҫән ҡалдырыу өсөн үҙ курткаһын сисеп биргән …
Зинһар, хәтерләп ҡуйығыҙ, Ирәмәлгә сәфәр ҡылыу - анһат ҡына башҡарылған күңел-сафа ҡороу сараһы түгел! Әҙерләнеү, юл белгән кеше яллау, маршрут тураһында тейешле инстанцияларға алдан хәбәр итеү - мотлаҡ шарт. Юғиһә, башбаштаҡлыҡ, моңһоҙлоҡ өсөн үтә ҡиммәт хаҡ түләргә тура килә.
Распечатать
 
  • Оҡшаш яңылыҡтар
  • Комментарийҙар
Аҙашты, табылдыАҙашты, табылды
Ирәмәлгә сәйәхәт ҡылыу - уйын түгел, тәжрибәле туристар ҙа бәләгә тарып тора. Силәбенән 38 йәшлек Николай Стрючков 7 йыл рәттән 23 февраль байрамын... Тотош уҡырға
Мышы атҡанМышы атҡан
Район-ара прокуратура хәбәр итеүенсә, Силәбе өлкәһенең Сыбаркүл районында йәшәгән 55 йәшлек ир РФ Енәйәт кодексының 258-се статьяһы буйынса... Тотош уҡырға
Ирәмәлдең мәғрүр ҡиәфәтеИрәмәлдең мәғрүр ҡиәфәте
Сей яраға тоҙ һибеү кеүек булһа булһын, дүрт-биш йыл элек булған хәл-ваҡиғаларҙы иҫкә төшөрәйек. Масштаблы «Башҡортостандың 7 мөғжизәһе» исемле... Тотош уҡырға
Уяу булығыҙ!Уяу булығыҙ!
Оҙаҡ көткән яҙ килде. Был дәүерҙә һыу тирәләре үтә хәүефле. Һыу ятҡылыҡтарында боҙ ҡарая, өҫтөндә уйым, йылыу, ҡарандар пәйҙә була. Кеше бата... Тотош уҡырға
Йорттар янаЙорттар яна
Алик Әмиров янғын һағында тиҫтә йылдан ашыу хеҙмәт итә. Училищены тамамлағас, инспектор, ҡарауыл начальнигы вазифаларын башҡарһа, һуңынан 24-се янғын... Тотош уҡырға


Материал ебәрергә

Рубрикалар


Яңылыҡтар архивы




Номерҙар архивы

Яңылыҡтар календары

«    Ноябрь 2017    »
ДшШшШршКйЙмШбЙкш
 12345
6789101112
13141516171819
20212223242526
27282930 

Популяр яңылыҡтар


Агроном -  ул ер  табибыАгроном - ул ер табибы
«Кем дә кем, бер башаҡ үҫкән ерҙә тағы берҙе...

Нисек йәшәйһең, өкө?Нисек йәшәйһең, өкө?
Ҡыҙыҡ, әгәр ҙә төнгө һунарсы Өкө әфәндегә, йә,...

Намыҫ менән эшләйҙәр һәм йәшәйҙәрНамыҫ менән эшләйҙәр һәм йәшәйҙәр
Байрамғолдар ашлыҡ һуғыу, һөт һауыу буйынса элек...

Бер нөктә - УчалылаБер нөктә - Учалыла
Рус география йәмғиәтенең Башҡортостан ...

ФотофактФотофакт
Сираттағы «Аҙна һайын приз» лотерея уйынында...


Бөтә хоҡуҡтар ҙа яҡланған. Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда һәм уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Яйык» («Яик»)
гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет сайттарында тура актив гиперһылтанма ҡуйырға.