» » Хәл сағыштырмаса имен

Хәл сағыштырмаса имен19.03.2014

Район хакимиәтендә наркотиктарға ҡаршы комиссияның сираттағы ултырышы үтте.
Хәл сағыштырмаса имен
Сарала БР наркоконтроль идаралығы начальнигы урынбаҫары Владимир Яматин, ведомство-ара хеҙмәттәшлек бүлеген вәкилләүсе Адус Йәғәфәров, идаралыҡ эргәһендәге Йәмәғәт советы рәйесе Данияр Абдрахманов, БР йәмәғәт хәүефһеҙлеге Советы аппараты кәңәшсеһе Руслан Ғибәҙуллин һәм башҡалар ҡатнашты.
Наркотиктар әйләнешенә контроль башҡарыу өсөн айырым хеҙмәт 2003 йылдың 11 мартында ойошторола. Был көн - һөнәри байрамдары итеп билдәләнә. Шуға ла кәңәшмәне асҡанда район хакимиәте башлығы Фәрит Дәүләтгәрәев һүҙен ҡотлауҙан башланы. Наркотик һатыусыларҙы һәм ҡулланыусыларҙы закон менән ҡаралған язаға тарттырыу - үтә мөһим эш, әммә профилактиканы киң йәйелдереүҙең әһәмиәте саҡ ҡына ла кәм түгел, тип билдәләне.
Владимир Яматин ҡыҫҡаса байҡау яһаны. Йылдан-йыл синтетик наркотиктар нисбәте арта бара. Ҡайһы бер матдәләр наркотиктар исемлегенә лә индерелеп өлгөрөлмәй, ә улар киң тарала. «Контактһыҙ сауҙа» системаһы киң ҡулланыла: заказ Интернет селтәре аша алына ла наркотиктар килешелгән йәшерен урындарҙа ҡалдырыла. Исмаһам, шуныһы һөйөнөслө - Учалыла хәлдәр сағыштырмаса имен. Күмертау, Сибай, күрше Белорет ҡалаларында наркомания күпкә нығыраҡ йәйелгән. Дөрөҫөрәге - йәйелеүенә юл ҡуйылған. Идаралыҡ начальнигы урынбаҫары һүҙенән, районыбыҙҙа 22 наркоман, 11 наркотик ҡулланыусы рәсми рәүештә иҫәптә тора. Былтыр 44 енәйәт, 48 административ эштәр ҡуҙғатыла, 7,2 килограмм каннабис һәм гашиш майы конфискациялана.
Хакимиәт башлығының социаль сәйәсәт буйынса урынбаҫары Зөһрә Гордиенко комиссия эшмәкәрлеге менән таныштырҙы. Бер һүҙ менән, көрәш киң фронтта алып барыла. Әйткәндәй, төбәгебеҙҙәге наркомандарҙы өс төп төркөмгә айырып ҡарарға мөмкин, тип тә билдәләне. Имен ғаиләләрҙән сыҡҡан, әммә ҙур ҡалаларға уҡырға йә ваҡытлыса йәшәргә барғандарында үлемесле ғәҙәткә күнеккән йәш-тәр. Төрмәләрҙән ҡайтыусылар. Һәм наркоман ғаиләләр. Ире - ҡатынына йә ҡатыны иренә насар йоғонто яһауҙары етмәгән, хәҙер балалары ла «Атайға ҡарап уҡ юна», ти… Сығыш яһаусылар күп булды. Үҙәк ҡала дауаханаһының баш табибы Рәмил Ғибәҙәтов район-ара диагностик лаборатория кәрәклеген билдәләне. Юғиһә, анализдарҙы Өфөгә алып барғансы, һөҙөмтәләрен көтөп алғансы ваҡыт күп үтә. Өҫтәүенә, заман приборҙары менән йыһазландырыу зарур. «Юл һәләкәте булдырған әҙәмде тикшерәбеҙ, организмында алкоголь да, наркотиктар ҙа асыҡланмай. Теүәл хәлдәге кеше бындай тиҙлектә, аҡты-ҡараны күрмәй елдереүе мөмкинме?» - тигән һорау ҡуйҙы ул. Өфө белгестәре аңлатма бирҙе - яңы төр наркотиктарҙы асыҡлау өсөн аппаратура ла яңы булырға тейеш. Шуны ла яҙмай булмай - бәғзе ахмаҡ йәштәрҙең үҙҙәрен тилертеү өсөн айырым төр медицина препараттарын самаһыҙ күләмдә ҡулланыуы күҙәтелә икән…
Наркоконтроль етәкселеге килеү форсатын яҡташтарыбыҙ ысҡындырмаҫҡа тырышты - ниңә Учалыла 3 кешелек кенә төркөм ҡалдырылды тигән дәғүә ҡуйылды. Кеше кәметелеүе етмәгән тиерһең, улары ла Белорет район-ара бүлегенә йә дежурға, йә башҡа эш менән туҡтауһыҙ саҡыртыла. Тик бына юғары ҡунаҡтар шатландырманы, районыбыҙҙа айырым бүлек тергеҙеү әлегә килеп сығырҙай эш түгел, тип асыҡ әйттеләр. Уларҙың дәлилдәренә йәмәғәт эшмәкәре, эскесе һәм наркомандарға ҡаршы аяуһыҙ көрәшкән Антонина Ивашечкина үтә тос һәм әсе яуап ҡайтарҙы: «Хеҙмәткәрҙәр етмәй икән, ниңә үҙ етәкселегегеҙ алдында был һорауҙы күтәрмәйһегеҙ, штат арттырылыуҙы юлламайһығыҙ? Әллә дөрөҫөн әйткән өсөн баштан һыйпамаҫтар тип ҡурҡаһығыҙмы? Барыбыҙ ҙа бер төптән һәм киҫкен эш итмәһәк, наркоманияның киң таралыуы мөмкин!» Антонина Григорьевна менән килешмәүе ҡыйын. Дәүләт хеҙмәтендә күҙәтеүсе, рөхсәт биреүсе (йә тыйыусы), отчет әҙерләүсе, аҡыл өйрәтеүсе кешеләр артҡандан-арта бара, ә бына үҙҙәре тотоп эшләрҙәйҙәре, киреһенсә, кәмей… Наркоконтролдең оператив хеҙмәткәрҙәрен арттырыу бер ҙә артыҡ булмаҫ ине!
Мәҡәләне бындай күңелһеҙ кәйефтә тамамламайыҡ. Һуңғы арала бик файҙалы эш алымы яйға һалынған. Прокуратура органдары наркомандарҙы транспорт менән идара итеү хоҡуҡтарынан мәхрүм итеүгә әүҙем тотонған. Беҙҙә лә бындай өс граждан водитель таныҡ-лыҡтарынан ҡолаҡ ҡаҡты. Күпмелер ваҡыт элек төбәгебеҙҙә киң тарала башлаған иң әшәке наркотиктарҙың береһе - дезоморфин («крокодил») менән бәйле былтыр бер осраҡтың теркәлмәүе лә һөйөнөслө. Кешене тереләй һәм ҡыҫҡа ваҡытта сереткән ағыу бит ул... Дезоморфинды әтмәләү өсөн сеймал - кодеинлы препараттарҙы дарыуханаларҙа иркен һатыуҙы туҡтатыу ошондай ыңғай йоғонто яһаны.
 
  • Оҡшаш яңылыҡтар
  • Комментарийҙар
Байрам аҙағы ҡыуандырманыБайрам аҙағы ҡыуандырманы
2014 йылдың 2 айында төбәгебеҙҙә 3 юл-транспорт һәләкәте теркәлде, төрлө кимәлдә 4 кеше имгәнә. Төп өлөштә бәләгә хәрәкәт тиҙлеге режимын күҙәтмәү... Тотош уҡырға
Йыл йомғаҡтары барландыЙыл йомғаҡтары барланды
26 февралдә муниципаль район Советының 17-се ултырышы үтте. Көн тәртибендәге төп һорау - район Советы рәйесе Дамир Кәримовтың һәм район хакимиәте... Тотош уҡырға
Штрафтар арттыШтрафтар артты
Учалы эске эштәр бүлегенең административ практика бүлексәһенең өлкән инспекторы Олеся Борисова хәбәр итеүенсә, 2014 йылдың 10 ғинуарынан закондарға... Тотош уҡырға
Ваҡ мәсьәләләр юҡВаҡ мәсьәләләр юҡ
Һаҡланғанды Хоҙай һаҡлар, ти халыҡ мәҡәле. Район хакимиәтендә бер юлы террорҙарға ҡаршы комиссия менән ғәҙәттән тыш хәлдәр һәм янғын хәүефһеҙлеген... Тотош уҡырға
Сетерекле мәсьәләСетерекле мәсьәлә
Муниципаль район хакимиәтендә ветерандар эштәре буйынса Координация советы ултырышы үтте. Кәңәшмәлә хакимиәт башлығының социаль сәйәсәт буйынса... Тотош уҡырға


Материал ебәрергә

Рубрикалар


Яңылыҡтар архивы




Номерҙар архивы

Яңылыҡтар календары

«    Ғинуар 2018    »
ДшШшШршКйЙмШбЙкш
1234567
891011121314
15161718192021
22232425262728
293031 

Популяр яңылыҡтар


Ҡайҙа ҡиммәтерәк?Ҡайҙа ҡиммәтерәк?
Яңы йыл алдынан ниндәй ҡалаларҙа Ҡыш бабайҙы...

Байрамдар тыныс үтһенБайрамдар тыныс үтһен
Тиҙҙән барыбыҙҙың да яратҡан байрамы - көтөп...

Ғаилә үтәй алмаҫлыҡ бурыс бармы икән?Ғаилә үтәй алмаҫлыҡ бурыс бармы икән?
Ҡала мәҙәниәт үҙәгендә физик мөмкинлектәре...

«Ҡанат ҡуйылғандай булды», - ти ирекмән«Ҡанат ҡуйылғандай булды», - ти ирекмән
Рәсәй Президенты В. Путин «Рәсәй ирекмәне - 2017»...

Яңы йылға өмөт-ышаныстар бағлайбыҙЯңы йылға өмөт-ышаныстар бағлайбыҙ
Ҡомаҡ (1924, 1936, 1948, 1960, 1972, 1984, 1996,...


Бөтә хоҡуҡтар ҙа яҡланған. Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда һәм уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Яйык» («Яик»)
гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет сайттарында тура актив гиперһылтанма ҡуйырға.