» » Мутлашыусы тоҙаҡ ҡора

Мутлашыусы тоҙаҡ ҡора30.06.2015

Мутлашыусы тоҙаҡ ҡораБерәүҙәр ете ҡат тирен түгеп аҡса эшләй, икенселәр ҡулын-ҡулға һуғып, еңел ысул менән байырға теләй - кемделер алдап, төп башына ултырта. Һуңғы арала ҡала-районыбыҙҙа мутлашыу ҡорбандарының артыуы күҙәтелә. Тиҙ ышаныусы граждандар, күп осраҡта ололар, уларҙың тоҙағына йыш эләгә башланы.

- 18 һәм 22 июндә Учалы ҡалаһында йәшәүсе ике оло йәштәге ҡатын полицияға мөрәжәғәт итеп, фатирҙарынан аҡса урлауҙары хаҡында хәбәр итә. Дөйөм зыян 50 мең һум тәшкил итә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, пенсионерҙар бурҙарҙы үҙҙәре өйҙәренә индерә. Хәл былай була. Ике ҡатын, тәүгеһендә үҙҙәренең газ хеҙмәте вәкилдәре булыуын һәм газ приборҙарын тикшереүҙәрен әйтә. Пенсионер уны-быны уйламай документ, танытма ла һорап тормай ишек аса. Береһе аш-һыу бүлмәһенә үтә, ниндәйҙер ҡағыҙҙар тултырырға тотона. Барыһы ла шартына килтереп эшләнә. Һуңынан ҡағыҙға хужанан имза ҡуйыуҙарын һорай. Икенсеһе фатир эсен ҡарап йөрөй башлай. Шул мәл кухняла ултырғаны хужабикәнән аҡса купюраһын һорай, купюраның номерҙарын яҙып алырға кәрәклеген әйтә. Пенсионер ҡатын аҡса һаҡлаған шифоньерын асып, 1000 һум алып бирә. Мутлашыусы купюраның номерҙарын яҙа башлай. Ә шул ваҡытта икенсеһе пенсионерҙың барлыҡ аҡсаһын урларға өлгөрә. Ханым бер-нисә көндән һуң ғына 20 меңдән һум ашыу аҡсаһы юғалғанын белеп ҡала.
Икенсе ваҡиғала ҡатындар үҙҙәрен Пенсия бүлеге хеҙмәткәрҙәре, тип таныштыра. Оҙаҡ-ламай аҡса реформаһы буласағын, шуға ла купюраларҙың номерын яҙырға кәрәклеген әйтә. Бында ла фатир хужаһы уны-быны уйламай аҡсаһы ятҡан урынды үҙе күрһәтә. Һөҙөмтәлә 30 мең һумынан ҡолаҡ ҡаға. Һуңынан, ҡатындар сығып киткәс, фатир хужаһы алданғанын аң-лай ҙа ул, әммә һуң була. Әйтергә кәрәк, кеше алдаусылар икеһе лә медицина бирсәткәләре кейеп эш итә. Йөҙгә 30-35 йәштәр тирәһе, буйҙары оҙон түгел, сәстәре аҡһыл. Береһе асыҡ төҫтәге блузка һәм юбка кейгән, икенсеһе һоро салбарҙа һәм ҡара ветровкала, - тине Учалы районы эске эштәр бүлегенең штаб начальнигы Дмитрий Науменко.
Мутлашыусылар яңы-нан-яңы ысулдар таба. Айырыуса кеҫә телефоны аша аҡса урлаусылар арта бара. Киң мәғлүмәт сараларында был турала иҫкәртеп торһаҡ та, бер ҡатлы граждандар тоҙаҡҡа эләгеүҙән туҡтамай. Киң таралған ысулдарҙың береһе - кеҫә телефонына шылтыратыусы яҡынығыҙҙың туғаны, хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәре, дуҫы йәки хеҙмәттәше булып уның бәләгә ҡалыуы тураһында хәбәр итә (аварияға эләккән, кеше тапатҡан). Тауышы сит кешенеке булыуҙы йәрәхәтләнеү менән аңлата. Һәләкәткә осраусының үҙе шылтыратмауын уның телефоны боҙолоу (юғалыу, батарейкаһы ултырыу) сәбәпле сит кеше телефоны аша ярҙам һорауын ишеттерә һәм тағы ла күп тапҡыр бәйләнешкә инергә, шуға ла тиҙ арала балансты тулыландырыу кәрәклеген иҫкәртә. Быларҙы тыңлаусы ҡапыл юғалып ҡала һәм тиҙ генә һоралған сумманы ебәрә һала. Кәңәш шул: алданмаҫ өсөн яҡынығыҙға үҙегеҙ шылтыратығыҙ, уның тышҡы ҡиәфәте, айырым билдәләрен һорағыҙ, икегеҙгә генә билдәле нәмәләр тураһында һүҙ йөрөтөгөҙ.
Банк картаһы ябылыу
Кеҫә телефоны бәйлә-неше абоненттары уның «именлек хеҙмәте»нән банк картаһы ябылыу хаҡында sms-хәбәр ала. Унда хәлде асыҡлау өсөн телефон һаны еткерелә. Абонент ошо һандар аша бәйләнешкә инә, мутлашыусы банк серверы эшләмәүе, яңынан тергеҙеү өсөн банк картаһының реквизиттарын атауҙы һорай. Һөҙөмтәлә, был иҫәптәге аҡса бурҙар кеҫәһенә төшөп ята. Бындай хәбәр алыныу менән уның офисына шылтыратып белешергә мөмкин. Мәҫәлән, 18 май көнө эске эштәр бүлегенә Учалы ҡалаһында йәшәүсе ханым мөрәжәғәт итә. Уның кеҫә телефонына билдәһеҙ ир кеше шылтырата, үҙен «Сбербанк»тың «именлек хеҙмәте» хеҙ-мәткәре тип әйтә һәм уның исеменә теркәлгән банк картаһының «һүндерелгәне» тура-һында хәбәр итә. Һәм уны ҡабаттан «тергеҙеү» өсөн «хеҙмәткәр» бөтә булған аҡсаны абонент номерына күсерергә кәрәклеген әйтә. Ҡатын ҡушылғанды үтәй. Һөҙөмтәлә ханымдың 130 меңгә яҡын аҡсаһы елгә оса. Хәтерегеҙҙә тотоғоҙ: һеҙҙең банк иҫәбе тураһында һорашырға берәүҙең дә хоҡуғы юҡ. Реквизитты асыҡлау банк хеҙмәткәрҙәренә лә ты-йыла! Әгәр ҙә һеҙҙең кеҫә телефонығыҙға картағыҙ блокировкаланасаҡ, тигән смс-хәбәр йәки карта буйынса ниндәйҙер мәғлүмәттәр талап итеп, банкомат янына барырға бойороусы «банк хеҙмәткәре» шылтырата икән, кисекмәҫтән бәйләнеште өҙөргә кәрәк. Һуңынан банкка мөрәжәғәт итеп шылтыратыу уларҙан булғанмы-юҡмы икәнлеген тик-шерергә кәрәк.
«Мобиль банк» хеҙ-мәтенә таянып банк картаһынан аҡса урлау факттары ла күҙәтелә.
Миҫал өсөн: банк картаһы эйәһе карта алғанда уңайлылыҡ һәм кәрәҙле телефон аша иҫәп менән идара итеү өсөн «Мобиль банк» хеҙмәтен тоташтырта. Күпмелер ваҡыт үткәс, карта эйәһе телефон номерын икенсегә алыштыра һәм яңы номерға «Мобиль банк» хеҙмәтен тоташтырта, ә элекке сим-картаһын һалып ҡуя ла онота, уның менән файҙаланмай, унан «Мобиль банк» хеҙмәтен дә алдыртмай. Шунан башлап яңы абонент номеры менән файҙалана. Бер аҙ ваҡыттан һуң оператор иҫке абонент номерын икенсе ҡулланыусыға теркәй һәм уға банк картаһының элекке хужаһының аҡсалары хаҡындағы смс-хәбәрҙәр килеүен дауам итә. Шунан абонент номерының яңы хужаһының бындағы аҡсаны урлау теләге тыуа, ул быны кәрәҙле телефон ярҙамында уңышлы эшләй ҙә инде.
Хөрмәтле банк карталары хужалары, иҫегеҙҙә тотоғоҙ, абонент номерын яңыға алмаштырғанда, абонент номерығыҙҙың иҫкеһенән «Мобиль банк»ты мотлаҡ алдыртығыҙ, юғиһә, был күңелһеҙ эҙемтәләргә килтерергә мөмкин.
 
  • Оҡшаш яңылыҡтар
  • Комментарийҙар
Ҡармаҡҡа  эләгә күрмәгеҙҠармаҡҡа эләгә күрмәгеҙ
Был хаҡта ҡат-ҡат иҫкәртһәк тә, учалылар һаман шул уҡ тишек кәмәгә ултыртыла килә. Эске эштәр бүлегенең тәфтиш бүлексәһе начальнигы Радик Таипов... Тотош уҡырға
Бәләһенән баш-аяҡБәләһенән баш-аяҡ
Йыл башынан республикала ут ҡоралы ҡулланып 6 енәйәт, 5 хулиганлыҡ ҡылмышы башҡарылды, 14 кеше үҙ-үҙенә ҡул һалды. Шул иҫәптән, сентябрҙә Илтабан... Тотош уҡырға
Бурыстан нисек ҡотолорға?Бурыстан нисек ҡотолорға?
Район хакимиәтендә «Рысай» муниципаль унитар предприятиеһы һәм «Учалы МТС-ы»-ның бөгөнгө хәле тураһында кәңәшмә үтте. Әлеге ваҡытта ике предприятие... Тотош уҡырға
Бурысһыҙ бурыслыларБурысһыҙ бурыслылар
«Былтыр машинамдан бәләкәй ҡул сумкаһын урланылар, - тип һөйләгәйне бер танышым. - Унда паспортым, фатир асҡыстары, бер аҙ аҡсам бар ине...» Шул көнө... Тотош уҡырға
Торлаҡлы булам тиһәңТорлаҡлы булам тиһәң
2014 йылда Башҡортостан халҡы торлаҡ мәсьәләһен хәл итеү юҫығында яңы ысул менән файҙалана ала. Апрелдә республикала торлаҡ төҙөлөшөнә аҡса туплау... Тотош уҡырға


Материал ебәрергә

Рубрикалар


Яңылыҡтар архивы




Номерҙар архивы

Яңылыҡтар календары

«    Апрель 2018    »
ДшШшШршКйЙмШбЙкш
 1
2345678
9101112131415
16171819202122
23242526272829
30 

Популяр яңылыҡтар


Башҡорт матрешкалары - милли кейемдәБашҡорт матрешкалары - милли кейемдә
Быға тиклем рустарҙың матрешкаларын ғына күргәнем...

«Халыҡ» исеменә тап төшөрмәнеләр«Халыҡ» исеменә тап төшөрмәнеләр
Районыбыҙҙа 43 халыҡ һәм өлгөлө үҙешмәкәр...

Был донъяла ниҙәр бар?Был донъяла ниҙәр бар?
РФ Президенты Владимир Путин Мөрә-жәғәтнамә менән...

Иң тәмле икмәк -  ПоляковкалаИң тәмле икмәк - Поляковкала
Районыбыҙҙың төньяҡ зонаһына юл төшкәс, бер...

«Киләсәккә белем - 2018» форумы үтте«Киләсәккә белем - 2018» форумы үтте
Ҡала-район мәктәптәрендә йыл да ойошторола килгән...


Бөтә хоҡуҡтар ҙа яҡланған. Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда һәм уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Яйык» («Яик»)
гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет сайттарында тура актив гиперһылтанма ҡуйырға.