Һыу - йәшәйеш нигеҙе08.12.2017

Һыу - йәшәйеш нигеҙеЕр йөҙөндәге барлыҡ йән эйәләре лә, үҫемлектәр ҙә һыуҙан тора: хайуандар һәм балыҡтар - 85, медузалар - 99, картуф - 76, алма - 85, помидор - 90, ҡыяр - 95, ҡарбуз 96 процент. Кешелә иһә һыу миҡдары 70-80 процент тәшкил итә.
Ата-бабаларыбыҙ уның тураһында күп белгән: йылға-күлдәргә, һыу сифатына ҡарап, исем ҡушҡандар. Мәҫәлән, һыуы аҡ һәм йомшаҡ булған, аҡбур тоҡомло тауҙар араһынан ағып, аҡ төҫкә әйләнгән өсөн бер йылғабыҙ Ағиҙел исемен алған, ҡаты тау тоҡомдары араһынан сыҡҡаны, ҡара һыулыһы - Ҡариҙел. Шулай уҡ Ҡыҙыл, Күгиҙел кеүек йылғаларға ла исем юҡҡа ғына бирелмәгән.
Волга - иң ҙур йылғаларҙың береһе, уның элекке исемдәре күптән инде халыҡ хәтеренән юйылып бара. Борон ул Расай тип аталған. Ра - ҡояш, ә сай - йылға тигәнде аңлата. Волга исеме лә Булға, болғар халҡы исеменән алынған, тиҙәр. Йылға, һыу һүҙҙәре төрлө телдә төрлөсә яңғырай: йылға, һыу, су, сай, булаҡ, һапы, даръя, шишмә, инеш...
(№ 98)

Һау-сәләмәт килеш ҡартаяйыҡ24.11.2017

Һау-сәләмәт килеш ҡартаяйыҡГигиена, әлбиттә, төп шарт. Мәҫәлән, ашар алдынан ҡулды йыумау ҡурҡыныс йоғошло сиргә дусар итеүе билдәле. Шул уҡ ваҡытта, артыҡ таҙалыҡ та идеаль сәләмәтлек өсөн бигүк дөрөҫ юл була алмай икән. Ғалимдар тикшереүе күрһәтеүен-сә, ябай һабын урынына махсус антибактериаль таҙартҡыстар ҡулланған кешеләр йышыраҡ ауырый. Сөнки көслө антисептиктар тәндең тәбиғи бактериаль балансын боҙа, йәғни, файҙалы бактериялар үлеп, киреһенсә, зыянлы патогендар үрсей башлай.
 
Йөккә уҙыуҙан
һаҡлан!

Ҡасан ғына, ауырға ҡалыуҙан һаҡлаусы контрацептивтар матдәләр алмашыныуын боҙа, кәүҙә ауырлығын арттыра, тигән фекер урын алғайны. Әле иһә гинекологтар, бындай препараттар ҡатын-ҡыҙҙың сәләмәтлеген нығыта, тип иҫбат итә. Атап әйткәндә, препараттар аналыҡтағы яман шеш хәүефен егерме процентҡа кәметә.
(№ 94)

«Төнгө бер йондоҙҙай юл яҡтыртып янып тора шағир йөрәге...»17.10.2017

Минең юлым
Шыбыр тиргә батмай ғына,
Һәлмәк кенә атланым.
Үҙем дә белмәйем, нисек
Яңылыш юлға баҫманым.

Сабаныраҡ, моңһоҙораҡ
Булһам да, тик ятманым.
Башҡа бәлә алһам алдым,
Дөрөҫлөктө яҡланым.

Ниндәй хәлгә тарыһам да,
Намыҫымды һатманым.
Үҙемдә булған ғәйепте
Башҡаларға яҡманым.

Аҡыл һатып булышманым,
Һүҙҙе бушҡа атманым.
Хәл ҡәҙәре дуҫтарымдың
Ышанысын аҡланым.

Донъя ҡыуып йәшәмәнем,
Ул ҡармаҡҡа ҡапманым.
Тормошта нисек йәшәүҙең
Башҡа юлын тапманым.
Байгилде ЯНБУЛАТОВ.
(№ 83)

Көндөҙ йоҡлау кәрәкме?04.09.2017

Көндөҙ йоҡлау кәрәкме?Бер кемгә лә сер түгел, төшкө аштан һуң күбебеҙҙе йоҡо баҫа башлай. Әммә эш ваҡытында йоҡо тураһында уйлап булмай, нисек тә был хәлдән ҡотолоу сараһын күрәбеҙ: ҡаты сәй йәиһә ҡәһүә эсәбеҙ. Ә инде бик тә түҙеп булмаһа, төшкө тәнәфес ваҡытында өҫтәлгә башты ҡуйып, 10-15 минут ҡына серем итеп алырға ла тура килә. Әммә бының зыяны юҡ. Һуңғы тикшеренеүҙәр күрһәтеүенсә, төштән һуң 15-20 минут ҡына серем итеп алыу эшкә һәләтлелекте күтәрә. Көндөҙ йоҡо килеүҙе физиологтар кеше организмының тәүлек биологик ритмының тирбәлеүе менән аңлата. Әгәр ҙә беҙ тәүлек әйләнәһенә тән температураһын үлсәйбеҙ икән, ике тапҡыр уның минимумға төшөүен күрәбеҙ: төндә сәғәт 3 менән 5 араһында һәм көндөҙ сәғәт 1 менән 3 араһында. Ашауға ла, төнгө йоҡоға ла ҡарамай, тап ошо арауыҡта кешене ныҡ итеп йоҡо баҫа.

Тартыр үҫкән тупрағың07.02.2017

Сафиуллина Жөмәдиә Мөждәбә ҡыҙы 1952 йылдың 7 февралендә Рәсүл ауылында тыуған. Рәсүл, Иман-ғол мәктәптәрендә, һөнәрселек училищеһында белем ала. Магнитогорск ҡалаһындағы индустриаль-педагогия техникумын тамамлағас, үҙе уҡыған 45-се һөнәрселек училищеһында мастер булып эшләй. Артабан 15 йыл район элемтә үҙәгендә бухгалтер булып хеҙмәт итә. 1998 йылдан ҡала һәм райондың архив бүлегендә - архив белгесе, ә 2001 йылдан хаҡлы ялға сыҡҡансы архив мөдире булып эшләй. Тырыш һәм һөҙөмтәле хеҙмәте БР Почет грамотаһы менән билдәләнгән.
Хәҙерге ваҡытта Өфө ҡалаһында йәшәй. Үҙенең күптәнге хыялын тормошҡа ашырып тағы күңел күтәренкелеге менән шиғыр яҙыуын дауам итә. Шиғырҙары гәзитебеҙҙә лә бер-нисә тапҡыр доъя күрҙе. Ә 2014 йылда «Үкенеү ҡатыш һағыш» исемле китабы донъя күрҙе.
(№ 10)

Асылымды таптым20.12.2016

Хәмбәлиева Наилә Нәжип ҡыҙы 1966 йылдың 22 июнендә Учалы районының Наурыҙ ауылында доньяға килгән. Урта мәктәпте 1983 йылда тамамлай.
Профессиональ белемде Кушнаренко ауыл хужалығы техникумында ала. 1988 йылда, уҡыуҙы бөткәс, йүнәлтмә буйынса Яңы Байрамғол ауылына «Байрамғол» совхозының 7-се бүлексәһенә бухгалтер ярҙамсыһы итеп ебәрелә. 1989 йылда шул ауылдың егете Хәмбәлиев Нәғимгә тормошҡа сыға. 1992 йылда, «Байрамғол» совхозынан айырылып, «Яңы Байрамғол» совхозы барлыҡҡа килә. Наиләне совхоздың баш бухгалтеры итеп тәғәйенләйҙәр. 2000 йылға тиклем ошо вазифаны биләй. 1996-2000 йылдарҙа Башҡорт аграр университетында ситтән тороп экономист һөнәрен үҙләштерә.
2005 йылдан Яңы Байрамғол ауыл Советында эшләй. Башта ер эштәре буйынса белгес, 2010 йылдан 2016 йылға тиклем (хаҡлы ялға сыҡҡансы) эштәр менән идара итеүсе булып хеҙмәт итә. Ситтән тороп юрист һөнәрен үҙләштерә. 2015 йылда шиғырҙар яҙа башлай. Быйыл «Башҡортостан ҡыҙы» иғлан иткән «Әсә йөрәге» шиғырҙар конкурсында беренсе урын яулай. Наилә Нәжип ҡыҙы - Учалы яҙыусылар ойошмаһының әүҙем ағзаһы. Ошо көндәрҙә уның «Асылымды таптым» тип аталған тәүге шиғырҙар йыйынтығы донъя күрҙе.
Әҙәбиәт һөйөүселәр иғтибарына Наиләнең шиғырҙар шәлкемен тәҡдим итәбеҙ.
Әҡлимә САФИНА,
Учалы яҙыусылар ойошмаһының яуаплы сәркәтибе.

Башкирия түгел!
Башҡортостан!
Быуаттарҙы быуаттарға ялғап,
Халҡым булған көрәш юлында.
Йырын һуҙған милләтемде данлап,
Уҡ-ҡылысы булған ҡулында.

Уралымдың мәғрүр ҡаялары
Салауаттың рухын һаҡлайҙар.
Батыр аманаты - васыяты
Беҙҙең дәүерҙә лә хаҡ, тиҙәр.
(№ 101)

Шиғырҙар31.05.2016

Ҡартатайыма
Ҡартатайым киткән һуғышҡа,
Беҙҙе фашистарҙан ҡотҡарырға.
Яу ҡырында ятып ҡалған,
Берлин ҡалаһы янында.
Ҡалды һинең исемең генә,
Исемең юғалмаҫ ҡарт атайыбыҙ,
Мәңге онотмабыҙ һине беҙ.
Туры килһә – һинең кеүек
Йәнебеҙҙе бирербеҙ!
Тик донъялар тыныс булһын,
Гитлер кеүек бәндә булмаһын.
Ундай бәндә килеп сыҡһа,
Барып етербеҙ уға!
Һин яулаған Еңеүҙе
Һаҡлап ҡайттым Берлинда.
Иҫтәлек булып ҡалды,
Миҙалдарың, орденың,
Фронттан килгән хаттарың.
Һаҡлана улар миндә,
Ҡәҙерле матур урында.
Еңеү көнө һине иҫкә төшөрөп,
Ғорурланып алып ҡарармын.

Ижад шишмәләре кипмәһен31.05.2016

[b]Башҡорт нәфис әҙәбиәтен халыҡҡа яҡынайтыу һәм башлап яҙыусыларға ярҙам күрһәтеү маҡсатында ойошторолған Учалы яҙыусылар ойошмаһына 25 йыл. 1979 йылдың 16 ноябренән ВЛКСМ Өлкә Комитеты һәм Башҡортостан яҙыусылар берекмәһе тарафынан ойошторолоп, йәшәп килгән «Урал йәшмәләре» әҙәби берекмәһе нигеҙендә үҫеп сыҡты ул. Яҙыусы, журналист, эҙәрмән Рәүеф Хәй улы Насиров оҙаҡ йылдар был берекмәне етәкләне. Уның тәүге яуаплы сәркәтибе итеп яңы ғына Башҡорт дәүләт университетын тамамлап ҡайтҡан йәш шағирә Гүзәл Ғәлиева һайланды. Ул Өфөгә эшкә киткәс, был вазифа Байгилде Янбулатовҡа йөкмәтелде. «Урал йәшмәләре» Белорет, Бөрйән, Учалы райондарында йәшәгән һәм ижад иткән ҡәләм тирбәлтеүселәргә йүнәлеш биреүсе әҙәби берекмә вазифаһын үтәне.
Учалы яҙыусылар ойошмаһы Учалы ҡалаһы Рәсәй партия комитетының, Учалы ҡала Советы башҡарма комитеты, «Ирәмәл» башҡорт халыҡ үҙәге идараһының юллауы буйынса 1991 йылдың 15 февралендә, Башҡортостан Яҙыусылар берлегенең идара ултырышы ҡабул иткән ҡарары нигеҙендә барлыҡҡа килде. Тәүге яуаплы сәркәтибе итеп шағир, прозаик, драматург, ҡурайсы һәм музыкант Мәүлит Ямалетдин һайланды (2005 йылдың 14 мартынан был эште яңынан дауам итте). Унан һуң төрлө йылдарҙа Шәүлиә Зөлҡәрнәева (1997), Фәрит Хәсәнов (1994-2010 йылдар араһында бер нисә тапҡыр), Ҡамса Мортазин (2008-2009), Эдгар Вильданов (1998-2013 йылдар араһында ике тапҡыр яуаплы сәркәтип). Уларҙың һәр ҡайһыһы үҙ эҙҙәрен ҡалдырҙы.
25 йыл - тарих өсөн ҙур арауыҡ түгел. Ошо дәүерҙә Учалы яҙыусылар ойошмаһы тулы ҡанлы тормош менән йәшәй, төбәгебеҙ халҡының рухиәтен үҫтереүҙә тос өлөшөн индерә. Ойошмабыҙға ҡараған барлыҡ райондарҙа һәм ҡалаларҙа төрлө конференциялар, йыйылыштар, семинарҙар үткәрелә, секцияларҙа ҡулъяҙмалар тикшерелә. Уҡымлы, күңелдәргә зауыҡ бирерлек әҫәрҙәр сығып тора.
Ошо дәүерҙә танылған яҙыусылар: Мәүлит Ямалетдин, Спартак Ильясов, Шәүлиә Зөлҡәрнәева, Әсхәл Әхмәт-Хужа, Рамай Ҡаһиров, Эдгар Вилданов, Фәрит Хәсәнов, Рәүеф Шаһиев, Гөлшат Әхмәтҡужина, Айһылыу Йәғәфәрова (Әбйәлил), Гөлсирә Шафиҡова, Тәскирә Даянова (Мәсетле), Сәрүәр Ғәләүетдинов (Бөрйән), йәштәр - Мөнир Иҡсанов, Фәнил Бүләков һәм Зилә Ғәлләмова (Учалы), Зөһрә Үтәғолова, Зөлфирә Сөләймәнова һәм Фәрихә Вәлиуллина (Белорет), Мансур Һиҙиәтов, Исмәғил Ғимранов, Байгилде Янбулатов, Рәсих Лоҡманов, Минзәлә Шөғәйепова, Фәриҙә Ситдикова, Таңсулпан Ғүмәрова, Дилара Мәхмүтдинова, Сәлиә Ғатауллина, Шәһүрә Әхмәҙиева яҙыусылар ойошмаһының эшен йәнләндереүҙә ҙур әүҙемлек күрһәтәләр.
Бөгөн Учалы яҙыусылар ойошмаһы үҙ сафында 22 Башҡортостан һәм Рәсәйҙең яҙыусылар берлеге ағзаларын, бынан тыш, төбәгебеҙҙең әҙәби ижад менән шөғөлләнгән 82 шәхесен берләштерә.
Беҙ бөгөнгө «Әҙәби бит»тә һуңғы йылда ғына ойошмабыҙға ағза итеп алынғандарҙың шиғри күстәнәстәренән гәзит уҡыусыларға ауыҙ иттерергә булдыҡ.[/b
(№ 44)

Наурыз ҡатын-ҡыҙҙарының "Яйыҡ" гәзитенә арнап яҙған таҡмаҡтары23.11.2015

Табын ҡорҙоҡ, ҡунаҡсылыҡ
Науырҙалар ауылы .
Бөгөн беҙгә килеп төштө
Ҡунаҡтарҙың асылы.

Беҙҙекеләр көр күңелле
Тормошҡа ҡарай айыҡ.
Ниңә айыҡ ҡарамаһын
Уҡығандары – «Яйыҡ»!

Йылға буйлап ағып килә
Ап-аҡ ҡына күперек.
Яйыҡҡа яҙыусылар
Булһа ине күберәк.

Эргәңә ултырайм
Гәзиттәр тотторайым.
«Яйыҡ» алдырмағандарға
Шул тиклем аптырайым.


Һеҙҙең каса – каса ни,
Вәт беҙҙең каса – каса!
Башҡа гәзит баҫмамы ни,
Вәт беҙҙең «Яйыҡ» - баҫма!











БЫЛ - ЙӘШМӘЛӘР ИЛЕ29.10.2015

Йыйынтыҡта Наурыҙ ауылында тыуып, Яйыҡ һыуын һыулап үҫкән, күңелдәрендә Ҡарас сәсән рухын йөрөткән һүҙ оҫталарының ижад емештәре урын алған. Уларҙың тормош асылы, йәшәү мәғәнәһе тураһындағы уйҙар менән һуғарылған, йәнтөйәктәренә дан йырлаған шиғырҙары ауылдаштарына иҫтәлек-бүләк булһын.


Материал ебәрергә

Рубрикалар


Яңылыҡтар архивы




Номерҙар архивы

Яңылыҡтар календары

«    Февраль 2018    »
ДшШшШршКйЙмШбЙкш
 1234
567891011
12131415161718
19202122232425
262728 

Популяр яңылыҡтар


Йыһан ҡунаҡтары төш  кенә булғанЙыһан ҡунаҡтары төш кенә булған
Телевизорҙан йәнһүрәт ҡарап ултырам. Шул ваҡыт...

Йәштәр форумы дуҫтарын йыйҙыЙәштәр форумы дуҫтарын йыйҙы
Ошо көндәрҙә Учалы тау сәнәғәте колледжында...

Ҡыҙҙарыбыҙ таһыл  һәм саяҠыҙҙарыбыҙ таһыл һәм сая
Ошо көндәрҙә Стәрлетамаҡ ҡалаһында 2004-2005...

Хеҙмәттәшлек күпере нығыйХеҙмәттәшлек күпере нығый
Аньхой университетының Рәсәйҙе өйрәнеү үҙәге...

Егеттәр маҡтауға лайыҡЕгеттәр маҡтауға лайыҡ
Күптән түгел район һәм ҡала хакимиәттәре призына...


Бөтә хоҡуҡтар ҙа яҡланған. Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда һәм уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Яйык» («Яик»)
гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет сайттарында тура актив гиперһылтанма ҡуйырға.