» » Һау-сәләмәт килеш ҡартаяйыҡ

Һау-сәләмәт килеш ҡартаяйыҡ24.11.2017

Һау-сәләмәт килеш ҡартаяйыҡГигиена, әлбиттә, төп шарт. Мәҫәлән, ашар алдынан ҡулды йыумау ҡурҡыныс йоғошло сиргә дусар итеүе билдәле. Шул уҡ ваҡытта, артыҡ таҙалыҡ та идеаль сәләмәтлек өсөн бигүк дөрөҫ юл була алмай икән. Ғалимдар тикшереүе күрһәтеүен-сә, ябай һабын урынына махсус антибактериаль таҙартҡыстар ҡулланған кешеләр йышыраҡ ауырый. Сөнки көслө антисептиктар тәндең тәбиғи бактериаль балансын боҙа, йәғни, файҙалы бактериялар үлеп, киреһенсә, зыянлы патогендар үрсей башлай.
 
Йөккә уҙыуҙан
һаҡлан!

Ҡасан ғына, ауырға ҡалыуҙан һаҡлаусы контрацептивтар матдәләр алмашыныуын боҙа, кәүҙә ауырлығын арттыра, тигән фекер урын алғайны. Әле иһә гинекологтар, бындай препараттар ҡатын-ҡыҙҙың сәләмәтлеген нығыта, тип иҫбат итә. Атап әйткәндә, препараттар аналыҡтағы яман шеш хәүефен егерме процентҡа кәметә.

Сәй эс!
Донъяла иң файҙалыһы йәшел сәй, тип уйлайһығыҙмы? Юҡ шул! Тикшереүҙәрҙән күренеүенсә, нәҡ ҡара сәй тештәге бактерияларға үрсергә ирек бирмәй икән. Шулай уҡ ул йөрәкте лә һаҡлай. Баҡтиһәң, ауыҙ ҡыуышлығында бактери-аль зарарланыу ҡан тамырҙарында микротромбалар барлыҡҡа килтерә. Был, үҙ сиратында, инфарктҡа килтерә. Тимәк, ҡара сәйҙәге матдәләр был процесҡа кәр-тә була ала.

Фолий кислотаһы
менән дуҫлаш!

Фолий кислотаһы айырыуса ҡатын-ҡыҙ өсөн мөһим булған алты матдә араһына инә. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, әгәр ҙә буласаҡ әсәлә был элемент етмәһә, баланың зәғиф булып тыуыуы мөмкин. Организм фолий кислотаһы запасына бай булһа, олоғайған көндә күҙҙәргә бәйле проблемалар булмаясаҡ. Әгәр ҙә уны В6, В12 витаминдары менән бергә ҡабул итһәң, ауырыу ҡурҡынысы 41 процентҡа тиклем кәмей.

Һимермә!
Кәүҙә ауырлығы артыҡ булған ҡатын-ҡыҙҙар йөккә уҙа алмай, өҫтәүенә, улар остеопороз ауырыуына тиҙ бирешә. Утыҙ йәште уҙған һәм буйы 165 см булған гүзәл заттың кәүҙә ауырлығы 63-65 килограмдан ашмаҫҡа тейеш. Әгәр үҙегеҙҙең нормағыҙ (кәүҙә ауырлығы индексы - ИМТ) күпме булырға тейешлеген белмәһәгеҙ, уны иҫәпләүе ауыр түгел. Бының өсөн квадратҡа алып, кәүҙә ауырлығын буй үлсәменә бүлегеҙ. Мәҫәлән, 70 кг: (1,7м x 1,7м) = 24,2. 18,5-24,9 норма һанала. Әгәр ҙә ИМТ 40-тан ашһа, һимеҙлек, 16-нан кәм булһа - артыҡ ябыҡлыҡ.

Гормондарҙан ҡурҡ!

Менопаузанан һуң ҡатын-ҡыҙҙың организмында кинәт гормондар аҙая. Был остеопороз, ашҡаҙандың сей яраһы, эсәктәге яман шеш ауырыуҙарына һәм төрлө йөрәк-ҡан тамырҙары боҙолоуына килтереүе мөмкин. Шуға күрә табиптарҙың күбеһе гормональ терапия билдәләй. Әммә ҡайһы бер гормондарҙың - мәҫәлән, эс-троген менән прогестоген нығытмаясаҡ, ә киреһенсә, сәләмәтлекте ҡаҡшатасаҡ ҡына.

Газлы һыу эсмә!
Барлыҡ газлы, тәмләткестәр өҫтәлгән һыуҙарҙа фосфор кислотаһы бар. Тышлыҡта ул Е338 тип күрһәтелә. Был элемент организмдағы кальцийҙы йыуып сығарыуы менән хәүефле. Һөҙөмтәлә, һөйәк массаһы юғалып, һөйәк дистрофияһы хасил була. Әйткәндәй, был сир ирҙәргә ҡарағанда ҡатын-ҡыҙҙар араһында йышыраҡ осрай. Ғалимдар газлы һыуҙы даими эсеү диабет, ҡан баҫымы күтәрелеү һәм мейегә ҡан һа-уыу хәүефен арттыра тигән һығымтаға килгән. Көньяҡ Африка Республикаһының Стелленбос университеты тикшереүҙәр уҙғарған, медицина хеҙмәткәрҙәре аҙ-наһына биш тапҡырҙан кү-берәк газлы һыуҙы эскән кешеләрҙең торошон кү-ҙәткән. Һөҙөмтәлә уларҙың күбеһендә диабет, юғары ҡан баҫымы һәм һимереүгә килтереүсе метаболлик синдром асыҡланған.
0,33 литр күләмле газлы һыуҙа 39 грамм самаһы шәкәр бар, ул көндөҙгө норманан 14 грамға күберәк. 10 аҙна дауамында газлы һыуҙы эскән кешеләр инсулинды ун ете процентҡа аҙыраҡ ҡабул иткән һәм йышыраҡ йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙарына зарланған. Шулай уҡ газлы эсемлектәрҙә триглицерид кимәле юғары, ә «яҡшы» холестерин юҡ кимәлен-дә. Һөҙөмтәлә организм-да атеросклероз барлыҡҡа килтерә. Шуға күрә газлы һыу йөрәк өсөн хәүефле». 
«Кока-кола», «Пепси» кеүек эсемлектәрҙе алыр алдынан йөрәгегеҙ хаҡында иҫегеҙгә төшөрөгөҙ. Юҡһа бик тиҙ-ҙән ул үҙе хаҡында белдерә башлар.

Алкоголь
Ҡайһы бер наркологтар, әҙ күләмдәге алкоголь фай-ҙалы, тигән фекерҙә. Ә бына онкологтар бының менән килешмәй. Һуңғы тикше-ренеүҙәр асыҡлауынса, ара-ҡының бәләкәй генә там-сыһы ла яман шеш ауы-рыуы хәүефен арттыра. Ә диетологтар маҡтаған ҡыҙыл шарап иһә күкрәк биҙҙәре өсөн зыянлы.

Дарыуҙар менән
һаҡ булығыҙ!

Витаминдар ҡабул итеү яҡшы, шулай ҙа дарыуҙарҙы ҡабул иткәндә һаҡ булырға кәрәк. Ҡайһы бер препа-раттар тиренең һиҙгерлеген арттыра, аллергияға дусар итә. Айырыуса ҡан баҫы-мы дарыуҙарына, һыуыҡ-ҡа ҡаршы холестеринды кәметеүсе, дарыуҙарға иғ-тибарлы булырға кәрәк, тип иҫәпләй белгестәр.
 
Банан аша!
Психик сәләмәтлек халыҡ-ара ойошмаһы мәғлүмәт-тәренән күренеүенсә, урта йәштәрҙәге һәр дүртенсе кеше күңел төшөнкөлөгөнән яфалана. Уның төп сәбәбе - триптофан аминокислота-һы етмәүендә. Һеҙгә банан, күркә ите, слива, эремсек ярҙам итә ала. 

Утыҙға тиклем ике
бала тап! 

Был биологик сәғәткә көйләнеү түгел. Ә ни бары егерме менән утыҙ йәш араһында бала табыу һәм имеҙеү күкрәк яман шеше менән сирләү осрағын кәме-тә икән. Бынан тыш, швед ғалимдары, был осорға бала табыусылар ревматоид арт-риты менән 50 процентҡа әҙерәк сирләй, тип иҫәпләй.

Ашҡаҙаныңды
тәртиптә тот!

Сәбәпһеҙгә эскә һауа йыйылыуы йомортҡалыҡ-тағы яман шеш ауырыуы билдәһе булыуы мөмкин. Шуға күрә был проблема-ны иғтибарһыҙ ҡалдырырға ярамай. Быға тиклем ошо диагноз ҡуйылыусыларҙың 86 процентында ошо хәл күҙәтелгән.


 
  • Оҡшаш яңылыҡтар
  • Комментарийҙар
Был донúяла  нè´ºр бар?Был донúяла нè´ºр бар?
Рәсәйҙә үлем кимәленең кәмеүе һәм ил халҡының ғүмер оҙонлоғо артыуы күҙәтелә. РФ Һаулыҡ һаҡлау министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, 2017 йылдың тәүге өс... Тотош уҡырға
Сирҙе нисек танырға?Сирҙе нисек танырға?
Инфаркт Инфаркт кисерер алдынан күбеһе һауа етмәгәнлеген, хәл-һеҙлек тойоуын билдәләй. Был сир, ғәҙәттә, физик йә пси-хик көсөргәнеш кисергәндән һуң... Тотош уҡырға
Шеш яман булмаҫ, ваҡытында асыҡлағандаШеш яман булмаҫ, ваҡытында асыҡлағанда
Медицина алға киткән заман булһа ла, күптәр яман шеш тигән һүҙҙе ишетеү менән ҡалтырап төшә. Рәсәй һаулыҡ һаҡлау министрлығы мәғлүмәттәре буйынса,... Тотош уҡырға
Нисек ҡотолорға?Нисек ҡотолорға?
«Учалы ҡалаһында йәмғиәтте һауыҡтырыу механизмын булдырыу» тигән девиз аҫтында район хакимиәте эргәһендәге ведомство-ара кәңәшмә үтте. Бында сирҙе... Тотош уҡырға
Сирҙе нисек танырға?Сирҙе нисек танырға?
Теләмәҫтән, ике ханымдың борсолоп һөйләшеүенә шаһит булдым. Тауыштарының тоноҡлоғонан уҡ ниндәйҙер бәлә тураһында һүҙ барғаны аңлашыла. «Уға бит әле... Тотош уҡырға


Материал ебәрергә

Рубрикалар


Яңылыҡтар архивы




Номерҙар архивы

Яңылыҡтар календары

«    Апрель 2018    »
ДшШшШршКйЙмШбЙкш
 1
2345678
9101112131415
16171819202122
23242526272829
30 

Популяр яңылыҡтар


Башҡорт матрешкалары - милли кейемдәБашҡорт матрешкалары - милли кейемдә
Быға тиклем рустарҙың матрешкаларын ғына күргәнем...

«Халыҡ» исеменә тап төшөрмәнеләр«Халыҡ» исеменә тап төшөрмәнеләр
Районыбыҙҙа 43 халыҡ һәм өлгөлө үҙешмәкәр...

Был донъяла ниҙәр бар?Был донъяла ниҙәр бар?
РФ Президенты Владимир Путин Мөрә-жәғәтнамә менән...

Иң тәмле икмәк -  ПоляковкалаИң тәмле икмәк - Поляковкала
Районыбыҙҙың төньяҡ зонаһына юл төшкәс, бер...

«Киләсәккә белем - 2018» форумы үтте«Киләсәккә белем - 2018» форумы үтте
Ҡала-район мәктәптәрендә йыл да ойошторола килгән...


Бөтә хоҡуҡтар ҙа яҡланған. Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда һәм уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Яйык» («Яик»)
гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет сайттарында тура актив гиперһылтанма ҡуйырға.