» » Һыу - йәшәйеш нигеҙе

Һыу - йәшәйеш нигеҙе08.12.2017

Һыу - йәшәйеш нигеҙеЕр йөҙөндәге барлыҡ йән эйәләре лә, үҫемлектәр ҙә һыуҙан тора: хайуандар һәм балыҡтар - 85, медузалар - 99, картуф - 76, алма - 85, помидор - 90, ҡыяр - 95, ҡарбуз 96 процент. Кешелә иһә һыу миҡдары 70-80 процент тәшкил итә.
Ата-бабаларыбыҙ уның тураһында күп белгән: йылға-күлдәргә, һыу сифатына ҡарап, исем ҡушҡандар. Мәҫәлән, һыуы аҡ һәм йомшаҡ булған, аҡбур тоҡомло тауҙар араһынан ағып, аҡ төҫкә әйләнгән өсөн бер йылғабыҙ Ағиҙел исемен алған, ҡаты тау тоҡомдары араһынан сыҡҡаны, ҡара һыулыһы - Ҡариҙел. Шулай уҡ Ҡыҙыл, Күгиҙел кеүек йылғаларға ла исем юҡҡа ғына бирелмәгән.
Волга - иң ҙур йылғаларҙың береһе, уның элекке исемдәре күптән инде халыҡ хәтеренән юйылып бара. Борон ул Расай тип аталған. Ра - ҡояш, ә сай - йылға тигәнде аңлата. Волга исеме лә Булға, болғар халҡы исеменән алынған, тиҙәр. Йылға, һыу һүҙҙәре төрлө телдә төрлөсә яңғырай: йылға, һыу, су, сай, булаҡ, һапы, даръя, шишмә, инеш...
Һыу - кешелек өсөн һауанан ҡала иң кәрәкле нәмә, ул бөгөн беҙҙең яҡлауға, һаҡлауға, иғтибарға мохтаж.
Һыу бөтөү - ул ахырзаман билдәһе. Ҡиәмәт көнөн беҙ иманһыҙлығыбыҙ арҡаһында тиҙләтәбеҙ, яҡынайтабыҙ. Иманлы бәндәләр артып, кешелек ер-һыуыбыҙҙың таҙалығын хәстәрләп йәшәй башлағансы һуң булмаҫмы?
Беҙҙең өсөн ябай булып күренгән һыуҙа күп мөғжизәләр бар. Яңыраҡ ҡына япон ғалимдары һыу тураһында бер фильм күрһәтте. Әгәр ҙә һыу янында кеше матур уйҙа булһа, Ҡөрьәндең аят-сүрәләре уҡылһа, һыуҙың төҙөлөшө үҙгәрә. Уның үҙенсәлеге - һыу барлыҡ мәғлүмәтте үҙендә һаҡлай. Йәнә бер ҡиммәтле үҙенсәлеге - шул һаҡлаған мәғлүмәтте Күктәргә тапшыра икән.
Беҙҙең өләсәйҙәр ғөсөлләнеп, йылғаның башланған еренә сығып, һыуҙы ағас һауытҡа һалып, доға уҡығас, беренсенән, шул һыуҙы үҙҙәре эскән, икенсенән, уның менән йыуынған, өсөнсөнән, бер өлөшөн ағын һыуға кире ҡойған. Йәғни бөгөн япон ғалимдары ҙур асыш итеп күрһәткәнде халҡыбыҙ әллә ҡасан аңлап, уны йола кимәленә еткереп үтәгән. Шулай итеп улар ағын һыуҙың структураһын үҙгәрткән һәм уларҙың уҡыған доғалары һыуҙың хәтеренә һалынған. Тимәк, ата-бабаларыбыҙҙың доғалары Аллаһы Тәғәләгә сикһеҙ ҡабатланып ашҡан.

Халҡыбыҙҙың
ғөрөф-ғәҙәте

Элек бәлиғ булған егетте өйләндергәндә, еткән ҡыҙҙы кейәүгә биргәндә, «бер йылға буйы» тигән принцип күҙәтелгән. Уға ярашлы, бер йылға буйында тыуып үҫкән йәштәрҙең сәсен-сәскә бәйләү хуп күрелгән. Кешенең 70-80 проценты һыуҙан торғанын күҙ уңында тотҡанда, уларҙың тән-йән ҡоролоштарының «мәғлүмәт базаһы» бер үк булғас, бер-береһен аңлауы ла, кисерә белеүе лә еңелләшә һәм ғаиләләре ныҡлы, тарҡалмаҫ, татыу, берҙәм була.

Зәм-зәм һыуының
сихәттәре

Зәм-зәм - Мәккә ҡалаһындағы Әл-Хәрәм мәсете ерлегендә урынлашҡан изге ҡойо. Ҡәғбә башынан егерме бер саҡрымда урынлашҡан. Ҡойоноң тәрәнлеге 30 метр. «Пәйғәмбәр медицинаһы» китабының авторы Ибн әл-Ҡәйим әйткән: «Башҡа кешеләр кеүек мин дә зәм-зәм һыуы менән дауаландым һәм иҫ киткес ғәжәйеп һөҙөмтәләргә ирештем.
Зәм-зәм һыуын алып, уның өҫтөндә бер нисә тапҡыр «Фатиха» сүрәһен уҡып, ошо өшкөрөлгән һыуҙы эстем. Был ысулды мин йыш ҡулландым һәм Аллаһтың рәхмәте менән бик күп ауырыуҙарҙан сихәтләндем». 
Япон ғалимы Масару Эмото симпозиумда күп ғалимдар алдында зәм-зәм һыуы менән тәжрибә үткәргән. Уның сифатын үҙгәртеп булмауҙы асыҡлаған. Шул уҡ ваҡытта бер тамсы зәм-зәм һыуы бер мең тамсы ябай һыуға өҫтәлһә, ул һыуҙың да зәм-зәм һыуы сифатына эйә булыуын иҫбатлаған.
Мәғлүмәт сараларында, донъяуи медицина ысулдары көсһөҙ булған ваҡытта, бик күп ауырыуҙарҙы зәм-зәм һыуы менән һөҙөмтәле дауалау осраҡтары тура-һында хәбәр ителә. Бының өсөн өс шарт үтәлергә тейеш: һыуҙы эскән кеше Аллаһы Тәғәләгә ышанырға, уға тәүәккәл ҡылырға (тәүәккәл - маҡсатыңа ирешеү өсөн Аллаһҡа мөрәжәғәт итеп, Унан ярҙам һорау һәм көтөү), шулай уҡ үҙен Аллаһы Тәғәлә сихәтләндереүенә шикһеҙ инанырға тейеш.
Зәм-зәм һыуы ифрат оҙаҡ һаҡлана, сифатын юғалтмай, насараймай, боҙолмай.

Һыуҙың файҙаһы
һәм зыяны

Барлыҡ ауырыуҙарҙың һикһән биш проценты һыу ярҙамында күсә. Әгәр организмда ике процент самаһы һыу бөтһә, кеше ныҡ һыуһай. Ә инде ун процент тирәһе юғалһа, галлюцинациялар (күҙгә теләһә нәмә күренеү) башлана. Кеше тәнендәге ун ике процент һыу юғалһа, уны медицина ярҙамында ғына ҡотҡарып була. Ә инде егерме процент һыуҙан мәхрүм ҡалһа, кеше һәләк була.
Һыу һимереүҙән дә ярҙам итә. Әгәр кеше һут йәки газландырылған эсемлек урынына ябай һыуға өҫтөнлөк бирһә, артыҡ килограмдарҙан ҡотола аласаҡ.
Һыу ярҙамында йөрәк ауырыуҙарынан да арынырға мөмкин, тип иҫбатлай ғалимдар. Улар белдереүенсә, көнөнә алты стакан һыу эскән кешеләр, ике стакан менән генә сикләнгәндәргә ҡарағанда, йөрәк ауырыуҙарына күпкә һирәгерәк зарлана икән.

Былар ҡыҙыҡлы
- Ер шарының 70 процентын һыу ҡаплаған. Шулай ҙа уның бары бер проценты ғына эсергә яраҡлы.
Халыҡты һыу менән тәьмин итеү мәсьәләһе йылдан-йыл киҫкенләшә бара. Һуңғы илле йылда донъяла шул сәбәпле 507 низағ булған, шуларҙың егерме бере хәрби бәрелештәргә килтергән.

- ЮНЕСКО мәғлүмәттәренә ярашлы, иң таҙа һыу Финляндияла икән. Тәбиғи һыуҙың таҙалығын тикшереүҙә 122 ил ҡатнашҡан. Әйткәндәй, әле донъяла бер миллиард самаһы кеше таҙа һыуға ҡытлыҡ кисерә.

- Ниндәй һыу тиҙерәк боҙға әйләнә: эҫеме йәки һыуыҡмы? Бер яҡтан уйлап ҡараһаң, һыуыҡ һыу алданыраҡ туңырға тейеш. Асылда иһә эҫе һыу тиҙерәк боҙға әйләнә. Шуныһы ҡыҙыҡ, был күренешкә ғалимдар аныҡ ҡына аңлатма бирә алмай.

- Кеше ашамайынса алты аҙна йәшәй ала, ә һыуһыҙ 5-7 көндән артыҡ түҙә алмай. Әҙәм балаһы үҙ ғүмерендә яҡынса 35 тонна һыу эсә.

- Билдәле булыуынса, һыу 0 градуста туңа, ә 100 градуста ҡайнай. Әммә физиканың был законы һәр ваҡытта ла үтәлмәй икән. Баҡһаң, бер ниндәй ҡушылмаһыҙ, саф һыу 0 градуста ла туңмай. Башҡортостандағы бихисап шишмәләрҙең сатнама һыуыҡтарҙа ла боҙ менән ҡапланмауының хикмәте бына нимәлә икән!

- Беҙ һыуҙы бушлай алырға күнеккәнбеҙ. Ә бына күпселек илдәрҙә уның өсөн аҡса түләргә кәрәк. Донъяла иң ҡиммәт хаҡҡа һыу Лос-Анджелеста һатыла. «Swa-rоvski» исемле һыуҙың бер литры туҡһан доллар тора (5400 һум самаһы).

- Әзербайжанда шундай үҙенсәлекле сығанаҡ бар. Ундағы һыуҙың составында метан күп. Әгәр ул һыуға шырпыны яҡын килтерһәң, көслө янғын сығыуы ихти-мал. Ә бына Сицилиялағы бер күл аҫтынан кислота сығанағы бәреп сыға, тотош күл ағыулана икән.
 
  • Оҡшаш яңылыҡтар
  • Комментарийҙар
Һау-сәләмәт килеш ҡартаяйыҡҺау-сәләмәт килеш ҡартаяйыҡ
Гигиена, әлбиттә, төп шарт. Мәҫәлән, ашар алдынан ҡулды йыумау ҡурҡыныс йоғошло сиргә дусар итеүе билдәле. Шул уҡ ваҡытта, артыҡ таҙалыҡ та идеаль... Тотош уҡырға
Һыуы менән ер ҡәҙерлеҺыуы менән ер ҡәҙерле
Күптән түгел тележурналист Андрей Кондрашовтың һыу тураһында ике сериялы тапшырыуын ҡарарға тура килгәйне. Ул тапшырыуҙы әҙерләгәндә эсәр һыуға ... Тотош уҡырға
Үрсетмәләр ваҡытыҮрсетмәләр ваҡыты
Помидор Помидорҙы үрсетмәһеҙ үҫтереү мөмкин түгел. Уның вегетация ваҡыты оҙаҡҡа һуҙыла, беҙҙең йәйҙә уңыш бирергә өлгөрмәй ҡала. Шуға ла тәүҙә... Тотош уҡырға
Сифатлы һыу эсәбеҙСифатлы һыу эсәбеҙ
Һыуһыҙ бер көн дә тора алмайбыҙ, ауылда, исмаһам, һыуҙы ҡоҙоҡ-шишмәләрҙән алырға була, ә бына ҡала халҡы өсөн һыуһыҙ ҡалыу оло бәләгә әйләнә. Минут... Тотош уҡырға
Киләсәк беҙҙең ҡулдаКиләсәк беҙҙең ҡулда
Дуҫтар, тирә-яҡ мөхиткә Күҙ йүгертеп сығайыҡ. Беҙҙе борсоған хәлдәрҙе Ентекләберәк ҡарайыҡ. Иғтибар итәйек һыуға - Һыу - йәшәү сығанағы. Һыуһыҙ кеше... Тотош уҡырға


Материал ебәрергә

Рубрикалар


Яңылыҡтар архивы




Номерҙар архивы

Яңылыҡтар календары

«    Апрель 2018    »
ДшШшШршКйЙмШбЙкш
 1
2345678
9101112131415
16171819202122
23242526272829
30 

Популяр яңылыҡтар


Башҡорт матрешкалары - милли кейемдәБашҡорт матрешкалары - милли кейемдә
Быға тиклем рустарҙың матрешкаларын ғына күргәнем...

«Халыҡ» исеменә тап төшөрмәнеләр«Халыҡ» исеменә тап төшөрмәнеләр
Районыбыҙҙа 43 халыҡ һәм өлгөлө үҙешмәкәр...

Был донъяла ниҙәр бар?Был донъяла ниҙәр бар?
РФ Президенты Владимир Путин Мөрә-жәғәтнамә менән...

Иң тәмле икмәк -  ПоляковкалаИң тәмле икмәк - Поляковкала
Районыбыҙҙың төньяҡ зонаһына юл төшкәс, бер...

«Киләсәккә белем - 2018» форумы үтте«Киләсәккә белем - 2018» форумы үтте
Ҡала-район мәктәптәрендә йыл да ойошторола килгән...


Бөтә хоҡуҡтар ҙа яҡланған. Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда һәм уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Яйык» («Яик»)
гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет сайттарында тура актив гиперһылтанма ҡуйырға.