Фотофакт19.01.2018

Фотофакт«Бәхетле авто» уйыны дауам итә. Был юлы бәхет Өргөндән Нәзирә һәм Рим Бәхтиәровтарға йылмайҙы. Уларға бүләккә автокомпрессор эләкте.
Рим Мөхәмәт улы ғүмер буйы «Совет» колхозында водитель булып эшләгән, хеҙмәт стажы 40 йылдан ашыу. Ә Нәзирә Ғаяз ҡыҙы - рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы. Әйткәндәй, ошо көндәрҙә Рим Мөхәмәт улы күркәм юбилейын билдәләй. Шуға ла был бүләк уның ғүмер байрамына тап-таман булды. Ҡотлайбыҙ!
(№ 5)

Фотофакт22.12.2017

ФотофактСираттағы «Аҙна һайын приз» лотерея уйынында бәхет Ҡотойҙан Маһира Йәркәеваға йылмайҙы. Уға бүләккә сәйнүк эләкте.
Маһира Абдулла ҡыҙы тиҙҙән, Аллаһ бирһә, оло юбилейын - 85 йәшен туйлаясаҡ. Ҡырҡ йылдан ашыу ғүмерен уҡытыусы булып эшләгән. Биш бала әсәһе. Бөгөнгө көндә 11 ейән-ейәнсәре, 12 бүлә-бүләсәре бар.
Бүләкте үҙе килеп алырға форсаты сыҡмағас, сәйнүкте уның ҡыҙы Гөлсирә Ғәлимйән ҡыҙы Сафинаға тапшырҙыҡ. Ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ!
(№ 102)

Фотофакт15.12.2017

ФотофактСираттағы «Аҙна һайын приз» лотерея уйынында бәхет Ишмәкәйҙән Рафаэль Фазлетдиновҡа йылмайҙы. Уға бүләккә графин һәм стакандар йыйылмаһы эләкте.
Рафаэль Фәсхетдин улы тәжрибәле механизатор һәм малсы. Тормош иптәше Рәшиҙә Сабирйән ҡыҙы менән биш балаға ғүмер бүләк иткәндәр. Бөгөнгө көндә уларҙың ун ейән-ейәнсәрҙәре, алты бүлә-бүләсәрҙәре бар. Әйткәндәй, ошо арала бергә татыу йәшәүҙәренә 55 йыл тула. Ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ!
(№ 100)

Фотофакт08.12.2017

ФотофактСираттағы «Аҙна һайын приз» лотерея уйынында бәхет ҡалабыҙҙан Зөлфиә Басироваға йылмайҙы. Уға бүләккә салат һауыттары эләкте.
Зөлфиә Сафуат ҡыҙы сығышы менән Һөләймән ауылынан. Ике юғары белемгә эйә. Бөгөнгө көндә ҡаланың 15-се балалар баҡсаһында тәрбиәсе булып эшләй. Учалы тау-байыҡтырыу комбинатының Үҙйылға руднигында шахтер булып хеҙмәт итеүсе тормош иптәше Морат Марат улы менән Азат һәм Айгүзәл исемле игеҙәк балалар тәрбиәләйҙәр.
(№ 98)

Фотофакт05.12.2017

ФотофактСираттағы «Аҙна һайын приз» лотерея уйынында бәхет Туңғатар ауылынан Зөһрә Ирғәлинаға йылмайҙы. Уға бүләккә сәйнүк эләкте.
Квитанция күсермәһенә ҡушып, Зөһрә Әсғәт ҡыҙы хат та яҙып ебәргән: «32 йыл почта тараттым. Әсәйем дә 25 йылдан ашыу почтальон булып эшләне. Тормош иптәшем менән ике ул, бер ҡыҙ тәрбиәләп үҫтерҙек. Өс ейәнебеҙ, бер ейәнсәребеҙ бар».
Бүләкте үҙе килеп алырға форсаты сыҡмағас, сәйнүкте Зөһрә Әсғәт ҡыҙының ҡалала йәшәгән туғаны Елена Хажиеваға тапшырҙыҡ.
(№ 96)

Фотофакт24.11.2017

ФотофактСираттағы «Аҙна һайын приз» лотерея уйынында бәхет Ләлә һәм Азат Әһлиуллиндар ғаиләһенә йылмайҙы. Уларға бүләккә салат һауыты эләкте.
Әһлиуллиндар Учалы ауылында йәшәйҙәр. Ләлә Әсғәт ҡыҙы Учалы тегеү фабрикаһында хеҙмәт итә. Ғаилә башлығы әле ваҡытлыса эшләмәй.
Ғаилә өс ул тәрбиәләп үҫтергән. Бер ейәнсәрҙәренә олатай менән өләсәй ҙә үҙҙәре.
- Гәзит бик уҡымлы, йөкмәткеле. Ундағы ыңғай үҙгәрештәр ҙә бик оҡшай. Гәзит хеҙмәткәрҙәренә артабан да ижади уңыштар теләйем, - ти Ләлә Әсғәт ҡыҙы.
(№ 94)

Фотофакт17.11.2017

ФотофактСираттағы «Аҙна һайын приз» лотерея уйынында бәхет Шәһиҙә һәм Әмир Әминевтар ғаиләһенә йылмайҙы. Уларға бүләккә графин һәм стакандар йыйылмаһы эләкте.
Әминевтар Бурансы ҡасабаһында йәшәйҙәр. Ғаилә башлығы ғүмер буйы прокурор, тәфтишсе булып эшләгән. Оҙаҡ йылдар Учалы районы һәм ҡалаһының халыҡ контроле комитеты рәйесе вазифаһын башҡарған. Шәһиҙә Хөрмәт ҡыҙы бухгалтер булып хеҙмәт иткән. Өс ул тәрбиәләп үҫтергәндәр.
(№ 92)

Фотофакт10.11.2017

ФотофактСираттағы «Аҙна һайын приз» лотерея уйынында бәхет Райхана Байдәүләтоваға йылмайҙы. Уға бүләккә салат һауыттары эләкте.
Райхана Вәлиәхмәт ҡыҙы Ҡоҙаш ауылынан. Уға 90 йәш. Оҙаҡ йылдар, хатта, тракторсы булып эшләгән. Биш балаға ғүмер бүләк иткән.
- Гәзитте сыға башлауынан алдырам, яҙылмай ҡалғаным юҡ, - ти ул. - Аллаға шөкөр, күҙем күрә әле, насип итһә, алдағы йылдарҙа ла яҙыласаҡмын.
(№ 90)

ФОТОФАКТ07.11.2017

ФОТОФАКТСираттағы «Аҙна һайын приз» лотерея уйынында бәхет Илтабан ауылынан Флүзә һәм Ғамир Ғайсиндар ғаиләһенә йылмайҙы. Уларға бүләккә салат һауыттары эләкте.
Яҡындарын «Яйыҡ» гәзитенә ҡыҙҙары Зөлфиә Абдуллина яҙҙырған. «Атайым менән әсәйемде йыл һайын яратҡан баҫмаларына яҙҙырам. Уларҙың быйыл бергә йәшәүҙәренә 50 йыл тула. Алтын юбилейҙарына көтөлмәгән бүләк булды», - ти ул.
(№ 88)

ФОТОФАКТ27.10.2017

ФОТОФАКТХәбәрселәребеҙҙең еңел ҡул арты менән «Аҙна һайын приз» лотерея уйынын башлап ебәрҙек. Был юлы бәхет Сәфәр ауылынан Флүрә Әхмәтйәноваға йылмайҙы. Уға бүләккә термокружка эләкте.
Флүрә Әхмәтйәнова: «Яйыҡ» гәзитен алдырмай ҡалғаным юҡ. Бүләк отормон, тип көтмәгәйнем, шатмын. Бүләкте һәр кем оторға мөмкин икәнлегенә үҙем шаһит булып ҡайттым. Үҙебеҙҙең башҡорт гәзитенә яҙылығыҙ, отоғоҙ!»
(№ 86)


Материал ебәрергә

Рубрикалар


Яңылыҡтар архивы




Номерҙар архивы

Яңылыҡтар календары

«    Ғинуар 2018    »
ДшШшШршКйЙмШбЙкш
1234567
891011121314
15161718192021
22232425262728
293031 

Популяр яңылыҡтар


Яңы йылға өмөт-ышаныстар бағлайбыҙЯңы йылға өмөт-ышаныстар бағлайбыҙ
Ҡомаҡ (1924, 1936, 1948, 1960, 1972, 1984, 1996,...

Ғаилә йылы буласаҡҒаилә йылы буласаҡ
Башҡортостан башлығы Рөстәм Хәмитов 2018 йылды...

Изге ғәмәл менән  үткәрәйекИзге ғәмәл менән үткәрәйек
Мөхәммәт пәйғәмбәр ғәләйһиссәләм Миләди иҫәп...

Төклө аяғың менән - Һары Эт, ырыҫлы һәм имен бул!Төклө аяғың менән - Һары Эт, ырыҫлы һәм имен бул!
Эт йылын өйҙә һәм иң яҡын кешеләр менән ҡаршы...

Балҡып китте мәҙәниәт йортоБалҡып китте мәҙәниәт йорто
Капиталь ремонт үткәндән һуң тантаналы рәүештә...


Бөтә хоҡуҡтар ҙа яҡланған. Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда һәм уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Яйык» («Яик»)
гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет сайттарында тура актив гиперһылтанма ҡуйырға.