» » Һылыуҡайҙар билдәләнде

Һылыуҡайҙар билдәләнде05.12.2016

Һылыуҡайҙар билдәләндеБашҡортостан матур тәбиғәте менән генә түгел, ә батыр улдары, һылыуҙарҙан-һылыу ҡыҙҙары менән дә дан ҡаҙанған. «Яйыҡ» һылыуы» конкурсында ҡатнашҡан һомғол буйлы, сибәр йөҙлө гүзәл зат вәкилдәренә лә ҡарап туйғыһыҙ. Баҫмабыҙҙың 2017 йылғы календарын биҙәүгә быйыл алты ҡыҙ дәғүә итте: Вилиә Фәррәхова, Нурзилә Миңлеғолова, Регина Моратшина, Гөлфинә Ҡунаҡҡолова, Гөлнур Солтанбаева, Зарема Әминева.
Быйыл конкурс еңеүселәрен һылыуҡайҙар өсөн интернет селтәрендә тауыш биреү аша хәл итмәҫкә булдыҡ. Сөнки гәзит уҡыусыларҙың байтаҡ өлөшө интернет селтәре менән ҡулланмай һәм бындай алым беҙҙең осраҡта ғәҙел булмай.
Ҡыҙҙарҙың һәр ҡайһыһы үҙенсә матур. Берәүҙәренең сибәр йөҙө, нәфис буй-һыны әсир итһә, икенселәренең нескә күңеле, яҡты уй-маҡсаттар менән янып йәшәүе һоҡландырҙы. Шуға күрә ауыр һайлау алдында торған махсус баһалама комиссияһы төп еңеүсене генә билдәләп, башҡа конкурсанттарҙы номинациялар буйынса тәбрикләү ҡарарына килде.

Шулай итеп, «Яйыҡ» һылыуы» исеме Мулдаҡай ауылынан Зарема Әминеваға бирелә. Ул киләһе йыл дауамында баҫмабыҙҙың календары аша гәзит уҡыусыларҙы мөләйем йылмайыуы ме-нән һөйөндөрәсәк. Ә Вилиә Фәррәхова - «Иң нәзәкәтле», Нурзилә Миңлеғолова - «Милләт йәме», Регина Моратшина - «Нурлы йөҙлө», Гөлфиә Ҡунаҡҡолова - «Башҡорт һылыуы», Гөлнур Солтанбаева «Һомғол буйлы» номинацияларында еңеүсе тип билдәләнәләр. Барлыҡ һылыуҡайҙарҙы ла еңеүҙәре менән ҡотлайбыҙ, иҫтәлекле бүләктәрҙе ре-дакциябыҙҙан килеп алыуығыҙ һорала.
Зарема Әминева 1998 йылдың 30 августында Илсеғол ауылында донъяға килгән. Әлеге көндә М. Аҡмулла исемендәге БДПУ-ның башҡорт филологияһы факультетында белем ала.
Ҡыҙ үҙен иленең ысын патриоты тип һанай. Республика яҙмышына, бигерәк тә халҡының киләсәгенә битараф түгел ул. Тап милләттең тарихын, ижадын өйрәнеп, уны киләсәк быуынға еткерер, заманса фекер йөрөткән һәм республикаға файҙалы шәхес булып үҫер өсөн башҡорт филология факультетына уҡырға ингән дә инде.
Зарема гәзит уҡыусыларыбыҙға «Урал батыр» эпосын яттан һөйләүсе йәш сәсәндәр республика конкурсында гран-при алыусы булараҡ таныш. Уҡытыусыһы - Зөлфиә Әминева. Был ҡаҙанышы өсөн ул РФ президенты В. Путиндың грантына өлгәшкән.
Тормош девизы - «Тереклек итергә түгел, ә йәшәргә!» Ҡыҙыҡай үҙ камиллығы өҫтөндә даими эшләй, шәхес булып үҫеү буйынса лекциялар тыңлай, мәҡәләләр уҡый. Киләсәктә үҙен телевидение өлкәһендә һынап ҡарамаҡсы. Тағы ла, мәҡәләләр яҙырға, форумдарҙа ҡатнашырға теләй. Иң ҙур хыялы - матур ғаилә ҡороп, яратҡан эше менән шөғөлләнеп, яҡшы балалар тәрбиәләп, бәхетле йәшәргә.
Мөхәрририәт.

 
  • Оҡшаш яңылыҡтар
  • Комментарийҙар
Конкурста ҡатнашығыҙКонкурста ҡатнашығыҙ
Хөрмәтле гәзит уҡыусылар! Редакция коллективы инде традицияға әйләнгән «Яйыҡ һылыуы» конкурсын уҙғарыуҙы дауам итә. Конкурста 16-30 йәшлек ҡыҙҙар... Тотош уҡырға
Йәш сәсәндәр һынатмайЙәш сәсәндәр һынатмай
Йәмле Бөрйән районы ерендә «Урал батыр» эпосын яттан һөйләүсе йәш сәсәндәр конкурсы уҙҙы. Быйыл ул 17-се тапҡыр ойошторолдо. «Ағиҙел» лагерында... Тотош уҡырға
Учалылар - ҡумыҙ байрамындаУчалылар - ҡумыҙ байрамында
Һуңғы йылдарҙа башҡорт халҡының милли музыка ҡоралы - ҡумыҙҙа уйнау ҙур популярлыҡ яулай. Был үҙ халҡыбыҙҙың милли традицияларын тергеҙеү программаһы... Тотош уҡырға
Беренселек беҙҙәБеренселек беҙҙә
Бөрйән районында «Урал батыр» эпосын яттан һөйләү буйынса йәш сәсәндәрҙең XVI республика конкурсы уҙҙы. Унда Башҡортостан буйынса 250-нән ашыу... Тотош уҡырға
«ЯЙЫҠ ҺЫЛЫУЫ» КОНКУРСЫ«ЯЙЫҠ ҺЫЛЫУЫ» КОНКУРСЫ
Хөрмәтле гәзит уҡыусылар! Редакция коллективы инде традицияға әйләнгән «Яйыҡ һылыуы» конкурсын уҙғарыуҙы дауам итә. Конкурста 16-30 йәшлек... Тотош уҡырға


Материал ебәрергә

Рубрикалар


Яңылыҡтар архивы




Номерҙар архивы

Яңылыҡтар календары

«    Декабрь 2017    »
ДшШшШршКйЙмШбЙкш
 123
45678910
11121314151617
18192021222324
25262728293031

Популяр яңылыҡтар


«Биш ҡыҙым - биш шатлығым»«Биш ҡыҙым - биш шатлығым»
Яҙмышына мең рәхмәтле Айгөл Фәттәхова. Янында...

Ләйсән өсөн тауыш бирәйекЛәйсән өсөн тауыш бирәйек
Яңы Байрамғол ауылында йәшәүсе туғыҙ йәшлек...

ФотофактФотофакт
Сираттағы «Аҙна һайын приз» лотерея уйынында...

Урамдар яҡтырып ҡалдыУрамдар яҡтырып ҡалды
Ике йыл элек район хакимиәте башлығы Фәрит...

Йәшлек саялығы һағындыраЙәшлек саялығы һағындыра
Рәйхана Байдәүләтова менән осраҡлы рәүештә...


Бөтә хоҡуҡтар ҙа яҡланған. Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда һәм уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Яйык» («Яик»)
гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет сайттарында тура актив гиперһылтанма ҡуйырға.