Йәшлек саялығы һағындыра21.11.2017

Йәшлек саялығы һағындыраРәйхана Байдәүләтова менән осраҡлы рәүештә таныштыҡ - «Яйыҡ» гәзите үткәргән лотереяла тап уға бәхет йылмайҙы.
Бүләк әллә ни ҙур булмаһа ла, апай ихлас күңелдән шат-ланыуы менән барыбыҙҙы ла арбаны. Туғыҙ тиҫтәне түңәрәкләһә лә, һаман теремек, зәңгәр күҙле инәй үҙенә ҡарата ҡыҙыҡһыныу уятты.

Рәйхана Вәлиәхмәт ҡыҙы 1927 йылдың май айында Ҡоҙаш ауылында ишле ғаиләлә икенсе бала булып донъяға килә. Апай булараҡ әсәһенә бәләкәс туғанда-рын ҡарашып, ярҙамлашып үҫергә тура килә. Тайсын ауылындағы мәктәптә белем ала. Бөтәһе лә ал да гөл барған саҡта ҡәһәрле һуғыш имен тормошто селпәрәмә килтерә.
- Һуғыш башланған көндө бөгөнгөләй хәтерләйем, - ти инәй. - Бөтә ауыл менән бесәндә инек. Ҡурҡыныс хәбәрҙе ишеткәс китте сыр-сыу, илау-һыҡтауҙар. Бер көндө ауылдағы бөтә ир-атты ылау-ылау аттарға ултыртып алып киттеләр. Шул китеүҙән күптәре кире ҡайта алманы...
Бөйөк Ватан һуғышы башланғанда ун өс йәш-лек кенә ҡыҙҙың һәм уның тиҫтерҙәренең иңенә бөтә ир-ат эше төшә. Улар ал-ял белмәй колхозда эшләйҙәр, иген үҫтерәләр, уны утайҙар, аҙағынан бесән әҙерләү башлана. 50 сутый ер сапһаң, күпмелер һоло бирәләр, ул бешкәс ус аяһындайға ғына тороп ҡала, ти. Бесән өйөп бөтөүгә ураҡ башлана. Ҡуна ятып эшләйҙәр.
(№ 93)

Ләйсән өсөн тауыш бирәйек21.11.2017

Ләйсән өсөн тауыш бирәйекЯңы Байрамғол ауылында йәшәүсе туғыҙ йәшлек Ләйсән Золотареваны йәкшәмбе көнө «Россия 1» каналында «Зәңгәр ҡош» проектындағы сығышын күптәр ҡарағандыр, моғайын.
Ғөмүмән, яҡташыбыҙҙы үҙәк каналдарҙың береһендә күреү минең өсөн сикһеҙ ғорурлыҡ ине. «Оркестр» ҡыҙыҡай «Урал батыр» эпосынан өҙөктө русса ятлап ишеттергәндән һуң, зал тултырып башҡортса «Сыңрау торна»ны яңғыратты, торна тауыштарын сығарыуы айырыуса хайран ҡалдырҙы.
Ләйсән дейеү образына инеп эпосты һөйләй башлағас, тамашасылар шып-шым ҡалды, күренекле артистар, жюри ағзалары Денис Мацуев, Николай Циска-ридзе, Светлана Безродная, Олег Погудин иҫтәре китеп ҡыҙҙы күҙәтте.
Конкурс дауам итә, яҡташыбыҙҙың финалға үтеүенә беҙ ҙә булышлыҡ итә алабыҙ. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, һәр программа сыҡҡандан һуң  PTICA.TV сайтында тамашасылар өсөн тауыш биреү уҙғарыла. Тапшырыу эфирға сыҡҡандан һуң аҙна дауамында оҡшаған ҡатнашыусы өсөн тауыш бирергә мөмкин. Теләгән һәр кем бер IP-адрестан биш тапҡырға тиклем тауыш биреү мөмкинлегенә эйә.
Ҡатнашыусы өсөн смс-хәбәр ярҙамында ла тауыш бирергә мөмкин. Бының өсөн кеҫә телефонынан 1075 һандарына тауыш бирергә теләгән ҡатнашыусының тәртип һанын ебәрергә кәрәк. Тамашасыларҙың «он-лайн» һәм смс-хәбәр аша ебәргән тауыштары бергә иҫәпләнә.
Беҙҙең хәбәрсе.
(№ 93)

Ҡурай яһау оҫтаһы17.11.2017

Ҡурай яһау оҫтаһыҠурай - халҡыбыҙҙың тарихы, асылы, йыры, моңо, йәне. Уның моңон сәғәттәр буйы тыңларға әҙермен. Шуға ла Уральск ҡасабаһында милли уйын ҡоралын эшләгән кеше йәшәгәнен ишеткәс, шундуҡ үҙе менән осрашырға ашыҡтыҡ. Башҡорт рухлы уҙаман бик кәрәкле кәсепкә тотонған.
Оҫтаны урта йәштәрҙәге, олпат ир-уҙамандыр, тип күҙ алдына килтергәйнем, яңылышҡанмын, ҡапҡаны беҙгә йәш егет асты. Башҡорт рухлы уҙаман бик кәрәкле кәсепкә тотонған.
Дим Рәфҡәт улы Мөжәүиров Уральскийҙан. Ҡурайҙа уйнарға бәләкәйҙән өйрәнә. Заманында Рәйес Низаметдиновтан ҡурай дәрестәре ала. 2000 йылда Өфө сәнғәт училищеһының, башҡорт музыка ҡоралдары бүлегенә уҡырға инә, артабан сәнғәт академияһында белемен камиллаштыра. Буш ваҡытында Башҡорт дәүләт педагогия университетында, педагогия колледжында, ҡаланың 20-се мәктәп-гимназияһында ҡурай дәрестәренән уҡыта.
Һуңынан тыуған ауылына ҡайта, үҙҙәренең «Ирәмәл» ижады үҙәгендә эш башлай, ете йыл балаларға ҡурай серҙәрен өйрәтә. Балаларға шөғөлләнергә ҡурай етешмәүе уны милли уйын ҡоралын яһарға тотонорға мәжбүр итә лә инде. Бер кем дә өйрәтмәй, үҙ белдеге менән эшләй, сөнки күпме генә үтенһә лә, оҫталарҙың серҙәре менән бүлешәһе килмәй. Сәмле егет ярты юлда туҡтап ҡала торғандарҙан түгел, йыл ярым ваҡыт эсендә инструментты яһау нескәлектәрен тулыһынса өйрәнә.
(№ 92)

«Зәңгәр ҡош»та сығыш яһаны17.11.2017

«Зәңгәр ҡош»та сығыш яһаныЯҡташыбыҙ, «оркестр ҡыҙыҡай» исеме алған Яңы Байрамғол ауылы һылыуы Ләйсән Золотарева Мәскәүҙә «Зәңгәр ҡош» Бөтә Рәсәй конкурсында сығыш яһаны.
Ләйсән жюри ағзаларын үҙенең ғәҙәти булмаған тауышы һәм бер юлы бер нисә музыка ҡоралында уйнау һәләте менән таң ҡалдыра.
Яҡташыбыҙ «Башҡортостан» дәүләт телерадио-компанияһы ойошторған «Ал сәскә» телевизион конкурсында ҡатнашып ҙур билдәлелек яулай, быйыл көҙ иһә «Таланттар ере» бөтә Рәсәй конкурсында еңде.
Уның ҡатнашлығында «Зәңгәр ҡош» тапшырыуын 19 ноябрҙә 18.00 сәғәттә «Россия 1» каналында ҡарап буласаҡ.
(№ 92)

Нисек йәшәйһең, өкө?07.11.2017

Нисек йәшәйһең, өкө?Ҡыҙыҡ, әгәр ҙә төнгө һунарсы Өкө әфәндегә, йә, мин һеҙгә теймәйем, һеҙ ҙә миңә теймәгеҙ, тип ташта ҡыҙынып ятҡан Йылан ханыма, бик тә булмаһа, ҡышҡы йоҡоға әҙерләнгән Айыу бабайға хат яҙып һалғанда, улар яуап яҙыр инеме икән?
«Хайуандарға хаттар» тип аталған төбәк-ара экологик проектты ойоштороусы «Ҡурсаулыҡ эшенә булышлыҡ итеү мәғлүмәт-аналитика үҙәге», әлбиттә, хатығыҙға йәнлектәр һәм ҡоштар мотлаҡ яуап яҙасаҡ, тип ышандыра.
«Рәсәйҙең ҡырағай тәбиғәте: һаҡларға һәм күрергә» программаһы сиктәрендә үткәрелгән был сараның төп маҡсаттары - үҫеп килеүсе быуында тәбиғәткә һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү һәм хайуандарҙың баш «өйө» тип иҫәпләнгән айырым һаҡланған тәбиғәт биләмәләренең әһәмиәтен күрһәтеү.
Проект айырым һаҡланған тәбиғәт биләмәләре, мәғариф ойошмалары, өҫтәмә белем биреү үҙәктәре, балалар китапханалары ҡатнашлығында ойошторола.
Был сарала алты йәштән алып мәктәпкәсә йәштәге балалар, 1-5 синыф уҡыусылары ҡатнаша ала. Улар ғаилә ағзалары, волонтерҙар, өлкән синыф уҡыусылары, профилле юғары уҡыу йорттары студенттары, педагогтар һәм методистар ярҙамы менән махсус конверттар яһап, үҙҙәре һайлаған хайуанға рус телендә хат яҙа һәм уны ябай конверт эсенә һалып, ошо адрес буйынса беҙгә ебәрә: 453580, Бөрйән районы, Иҫке Собханғол ауылы, Карат урамы, 2. Башҡорт дәүләт ҡурсаулығының экологик ағартыу бүлегенә.
(№ 88)

«Илһам һәм көс алдыҡ!»07.11.2017

«Илһам һәм көс алдыҡ!»Сочи ҡалаһында шау-гөр килеп XIX Бөтә донъя йәштәр һәм студенттар фестивале үтте. Форумда донъяның 188 иленән 25 меңдән ашыу кеше ҡатнаша.Рәсәй исеменән 85 субъекттан 15000 ҡатнашыусы сығыш яһай.
Фестиваль йәш таланттарға уй-фекерҙәр менән уртаҡлашырға, тыныслыҡты һаҡлау һәм экологик бәләләрҙе еңеп сығыу, башҡа социаль мәсьәләләрҙе хәл итеү буйынса көстәрҙе берләштерергә мөмкинлек бирә.
Республиканан бөтәһе 1200-ҙән ашыу ғариза бирелгән. Ике йөҙ кеше һайлап алыу турын үтә. Ҡатнашыусылар араһында - коммерцияға ҡарамаған йәштәр ойошмалары лидерҙары, журналистар, ғалимдар һәм уҡытыусылар, йәштәр ойошмалары, сәйәси партиялар, студенттарҙың үҙидаралыҡ органдары, спорт клубтары лидерҙары, ижад өлкәһе вәкилдәре бар.
Республика һәм районыбыҙҙы Анна Вячеславовна Мөхәмәтйәрова ла вәкилләне. Был яҡташ ҡыҙ тураһында гәзитебеҙҙә ентекләп яҙғайныҡ инде - «Башҡортостан йәнлектәрҙе һаҡлау» төбәк йәмәғәт ойошмаһының ОВЗО («Обучение волонтеров зоозащитных организаций») волонтерҙар мәктәбе етәксеһе. Ул йәнлектәрҙе һаҡлау һәм яҡлау менән шөғөлләнгән ирекмәндәргә квалификациялы әҙерлек ойоштороу буйынса уникаль методика булдырыусы.
Санкт-Петербург ҡалаһында Бөтә Рәсәй ирекмәндәр форумында «Ирекмән-2016» конкурсында «Социаль ирекмәнлек: йәнлектәргә ярҙам» номинацияһында еңеүсе тип танылғайны, башҡа ҡаҙаныштары ла етерлек. Шул иҫәптән БР Йәмәғәт Палатаһының эксперты (Мәғариф, мәҙәниәт, спорт, йәштәр сәйәсәте, хәйриә һәм ирекмәнлек буйынса комиссия) булараҡ актив эшмәкәрлек алып бара.
(№ 88)

Урал түгел, Яйыҡ!24.10.2017

Урал түгел, Яйыҡ!«Урал батыр» эпосының аҙағын хәтерләйһегеҙме? Ошолай тип бәйән ителә:
«Дүрт батыр бер йыйылып,
Бергә ултырып уйлаған;
Яйыҡ, Нөгөш, Һаҡмарҙар,
Яңы йылға эҙләгән.
Иҙел һымаҡ, былар ҙа
Алмашлашып, бер-бере
Булат менән сапҡан ти,
- Уларҙан да өс йылға
Сылтырашып аҡҡан, ти.
Былар халыҡты йыйғандар,
Дүрт батырға бүлгәндәр;
Дүрт йылғаны буйлатып,
Торлаҡ ҡороп таралып,
Айырым донъя ҡорғандар.
Дүрт батырҙың исеме
Дүрт йылғаға ат булған,
Онотолмаҫ зат булып,
Быуын-быуын ҡалғандар».

Яйыҡ-батыр һәм Яйыҡ йылғаһы тураһында һүҙ бара! Ә беҙҙә, йылға башланған урында руссалап «Бында Урал йылғаһы баш ала» тип кенә күрһәтелгән. Учалы башҡорттарының район ҡоролтайы вәкилдәре ошо яҙыҡлыҡты ниндәйҙер мәғәнәлә төҙәтте тиергә мөмкин: тарихи-мәҙәни ҡомартҡыбыҙҙың үрҙә килтерелгән юл-дары яҙылған стендты инешкә барып урынлаштырҙылар.
(№ 85)

Күбек майын татыныҡ, буҙаһын да эстек...20.10.2017

Күбек майын татыныҡ,  буҙаһын да эстек...Район ағинәйҙәр ҡоро Ҡунаҡбай мәҙәниәт йортонда «Һөт байрамы» үткәрҙе. Йөкмәтке һәм киң масштаб буйынса республика фестивалдәренә тиң сараға «Көҙгө ҡатыҡ, көмөш ҡашыҡ» тигән исем биргәндәр. Эйе, яҙғы ҡатыҡ ҡоро бесән көйшәгән һыйырҙың шыйыҡ һөтөнән яһалһа, көҙгө ҡатыҡ йәшел туғайҙарҙың һуттарын, тәбиғәттең бар сихәтен үҙенә ала бит. Был хаҡта сетерекле әйтем дә бар бит инде: «Көҙгө ҡатыҡ, көмөш 
ҡашыҡ - ҡыҙым менән кейәүемә, яҙғы ҡатыҡ, ярыҡ ҡашыҡ - улым менән киленемә».  Көҙгө ҡатыҡ татлыраҡ булыуҙан тыш, тағы ла бер әтнәкәһе бар: тап көҙгө мәл халыҡ иркен йәйләүҙәрҙән ҡышлау урындарына ҡайтҡан һәм ошо әһәмиәтле дәүергә күп халыҡ йолалары бәйле.

- Беҙ төбәктең йәмәғәт тормошонда актив ҡатнашабыҙ, башҡорт милли мәҙәниәтен, көнкүреш йолаларын һаҡлауға, таратыуға күп көс һалабыҙ, - ти район ағинәйҙәр берекмәһе рәйесе Мәрзиә Солтанбаева. - Миндәктә, мәҫәлән, «Буҙа байрамы» үткәргәйнек. Килмәктә «Өләсәйем һандығы» сараһы ойошторолдо, Мансурға йыйылғанда халыҡ медицинаһы серҙәре менән уртаҡлаштыҡ. Ә әлеге байрам һөткә бағышланыуы ла осраҡлы түгел - халҡыбыҙҙың бик күп йолалары, туҡланыу алымдары фәҡәт «аҡ»ҡа бәйле.
Эйе, ата-бабаларыбыҙ һөттө шул тиклем ихтирам иткән, хатта, табу системаһы ла барлыҡҡа килә бит: ҡото китмәһен өсөн ысын исемен йыш ҡабатламай «аҡ» тип кенә атайҙар, һатырға, түгергә рөхсәт ителмәй һәм башҡа.
- Бик тә файҙалы сара, - тип иҫәпләй Ҡунаҡбай ауыл ултырағы башлығы Фазила Шаймарҙанова. - Ҡунаҡбайҙың үҙендә генә 2 көтөү йыйыла, 350-400 баш тирәһе мал. Шулай ҙа мал тотоусылар кәмей бара инде, ҡалаға яҡын урынлашҡас, йәштәрҙең бер өлөшө «ҡалалағыса» мал-тыуар аҫрамай йәшәргә күнеккән. Ә был байрамда һөттән нисәмә төрлө ризыҡ әҙерләгә мөмкин икәнлеген күрһәләр, малсылыҡҡа ҡыҙыҡһыныу һәм ынтылыш артыр.
(№ 84)

Еңеү артынан еңеү27.09.2017

Еңеү артынан еңеүЯңы Байрамғол ауылы ҡыҙы Ләйсән Золотареваның даны республикала ғына түгел, бөтә Рәсәйгә билдәле булды. Ошо көндәрҙә ул Мәскәүҙә уҙғарылған «Таланттар иле» музыкаль конкурсында ҡатнашып ҙур еңеү менән ҡайтты.
Ҡыҙсыҡты ауылдаштары «Ауылыбыҙҙың йондоҙсоғо», тип юҡҡа йөрөтмәй. Исеменә күрә есеме үҙенә таман килеп кенә тора. Беренсе тапҡыр Ләйсән ауыл клубы сәхнәһендә дүрт йәшендә сығыш яһап тамашасыларҙы әсир итә. Ҡыҙҙың төрлө яҡтан талантлы икәнен бала сағынан уҡ һиҙеп ҡалған яҡындары, уның һәләтен үҫтереүгә бар тырышлығын һала.  Әле иһә уны ауылдаштары «оркестр-ҡыҙ» тип ҙурлай. Ысынлап та, йәш талант эйәһенең сығышын тулҡынланмай ҡарап булмай. 11 йәшлек балала шул тиклем дә талант булыр икән, тип һоҡланаһың, хатта көнләшеп ҡуяһың. Үҙе йырлай, бейей, тасуири итеп шиғырҙар уҡый, биш төрлө музыка ҡоралында уйнай. Ләйсән «Урал батыр» эпосын да тулыһынса яттан белә. Дүрт мең ярым юлды һәр кем иҫендә ҡалдыра алмай. Эпосты образдарға инеп, геройҙарҙың тауыштары менән һөйләүе үҙе бер тамаша.
(№ 77)

«Ләйсән» һынатманы27.09.2017

«Ләйсән» һынатманы13-15 сентябрҙә Түбәнге Новгород ҡалаһында «Халыҡтар дуҫлығы» тип аталған Бөтә Рәсәй милли мәҙәниәттәр фестивале уҙғарыла. Беҙҙең данлыҡлы «Ләйсән» ансамбле лә бөтә Башҡортостанды вәкилләп ҡатнаша.
Ҡатнашыу ғына түгел, тантананы асыу хөрмәте тап беҙҙең яҡташтарға күрһә-телә: беренсе булып сығыш яһап, «Беҙҙең байрам», «Зарифа», «Ҡороҡсолар»ҙы башҡаралар. Әлбиттә, тамашасыларға ныҡ оҡшай, сығыштары алҡыштарға күмелә.
(№ 77)


Материал ебәрергә

Рубрикалар


Яңылыҡтар архивы




Номерҙар архивы

Яңылыҡтар календары

«    Ноябрь 2017    »
ДшШшШршКйЙмШбЙкш
 12345
6789101112
13141516171819
20212223242526
27282930 

Популяр яңылыҡтар


Агроном -  ул ер  табибыАгроном - ул ер табибы
«Кем дә кем, бер башаҡ үҫкән ерҙә тағы берҙе...

ФотофактФотофакт
Сираттағы «Аҙна һайын приз» лотерея уйынында...

Ләйсән өсөн тауыш бирәйекЛәйсән өсөн тауыш бирәйек
Яңы Байрамғол ауылында йәшәүсе туғыҙ йәшлек...

Нисек йәшәйһең, өкө?Нисек йәшәйһең, өкө?
Ҡыҙыҡ, әгәр ҙә төнгө һунарсы Өкө әфәндегә, йә,...

Намыҫ менән эшләйҙәр һәм йәшәйҙәрНамыҫ менән эшләйҙәр һәм йәшәйҙәр
Байрамғолдар ашлыҡ һуғыу, һөт һауыу буйынса элек...


Бөтә хоҡуҡтар ҙа яҡланған. Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда һәм уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Яйык» («Яик»)
гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет сайттарында тура актив гиперһылтанма ҡуйырға.