Шайтан ҡотҡоһо22.03.2016

«Вәкил үлгән... Һөйәр-кәһенең өйөндә...» Шомло хәбәр һә тигәнсе йәшен тиҙлегендәй таралып өлгөрҙө. Урамда, магазинда булһынмы, хатта табын артында ла ошо турала һүҙ барҙы. Халыҡтың иҫе китте, тел шартлаттылар, бот саптылар. Ысынмы-бушмы - шуны белә алмай ҡаңғырҙылар. Кемдең-кемдең, ә Вәкилдең һөйәркәһе булғанына ышанырға теләмәнеләр. Бер аяғы ерҙә, бер аяғы гүрҙә, тигәндәй. Былтыр алтмышын тултырҙы. Етмәһә, ауыҙынан бер һүҙ тартып алырлыҡ түгел ине, һыу уртлағандай һәр ваҡыт турһайып йөрөнө, йылмайғанын да күрмәҫһең. Бына һиңә Вәкил, вәт һиңә шымбай! «Әллә, һөйәркәһе үлтерҙеме икән, әллә көтмәгәндә тегеһенең ире ҡайтып инеп үлтереш сығарғанмы?»
Сер йомғағы бер нисек тә сиселергә теләмәне. Батырыраҡтары улар йәшәгән йорт ихатаһына барып аңдып ҡараны, әммә ингән-сыҡҡан ке-ше күренмәне. Күрше-ләренән һорағастары, тегеләре лә артыҡ һүҙгә бирелмәй, эйе, үлгән, тип баш һелкеүҙән ар-тығын әйтмәнеләр, туҡ-тап та тормай, тиҙерәк китергә ашыҡтылар. Бер хәбәрҙе лә ҡолаҡтарынан ситләтмәй, йөҙ иләктән үткәреп, сәйнәп, талап ләззәт алырға яратҡан бәғзе берәүҙәргә етә ҡалды. Төпсөнә торғас, сер йомғағын сисә биреп ҡуйҙылар. Вәкилдең һәр ваҡыт һуҡмыш йөрөргә яратҡан ике туған ағаһы шешәләш дуҫтарына әйтеп ысҡындырған. Хатта күҙ йәштәренә быуылып илаған. «Алмалай киленебеҙҙең өҫтөнән көлөп йөрөгән, тамуҡта янһын ҡарт иблес. Ерләшергә ике аяғымдың береһен баҫмайым», - тип зәһәрләнеп өҫтәл һуҡҡан, тиҙәр.

Мәрхүмде тыуған ауылына алып барып күмделәр. Халыҡ уны фатирына индереп төн ҡундырғандарын да күрмәне. Һуңынан өйөнә килтермәгәндәрен бел-деләр, тура ауылына ҡайтарғандар. Зыяратта ла кеше әҙ булған, яҡын туғандары, ике улы ғаиләһе менән, бер-нисә ауыл кешеһе һәм йыназа уҡыусы мулла. Ә бына ҡырҡ йыл иңгә-иң терәшеп ғүмер кисергән Ләләһе күренмәгән, ҡатын ирен күмешергә бармаған. Вәкилде ерләгән көндө башын аҫҡа эйеп, ҡайҙандыр ҡайтып килгәнен абайлағандар былай, әммә зыяраттан түгел. Йөҙө илауҙан шешенеп бөткән булған.
Вәкилдең үлеме ҡалғандарға мәңге асылмаҫ сер булып ҡалды. Был хәлде ике, юҡ биш кеше генә белде. Ләлә, Вәкилдең һөйәркәһе Ирина, ашығыс ярҙам фельдшеры һәм санитар егет менән водитель. Һуңынан Ләлә уларҙан был хәл тураһында бер кемгә лә өндәшмәүҙәрен бик үтенеп һораны. Хатта водитель егеткә аҡса ла бирҙе. Тегеһе тәүҙә ыҡ-мыҡ итһә лә, һуңынан йәшел купюраларҙы тиҙ генә кеҫәһенә тыға һалды. Фельдшер ҡыҙ менән санитар егеттең үҙен һатмаясаҡтарына тулыһынса ышана, элекке уҡыусылары бит.


Ә бына үҙенә артабан йәшәргә ҡайҙан көс алырға һуң. Тормошон селпәрәмә килтерҙе бит Вәкиле. Баш осонда ҡояш һүнгәндәй булды. Инде ҡырҡы ла үтте, әммә бер нисек тә тыныслана алмай. Киреһенсә, көндән-көн хәленең мөшкөлләнә барыуын һиҙә. Ятһа ла, торһа ла башында бер уй - нимә өсөн? 40 йыл ғүмерен уға арнап, устарында ғына йөрөткән иренең хыянатын кисерергә бер нисек тә хәленән килмәй. Вәкил үҙенең гонаһы өсөн язаһын алды, күпме генә әрләһен, енләнһен - ишетмәйәсәк, күр-мәйәсәк, теге донъяла хәҙер. Үҙе лә, тома һуҡыр булғандыр, күрәһең. Иренә ныҡ ышанғас, юҡ-барға иғтибар ҙа бирмәгән. Икенсенән, алтмыш йәшлек ир һөйәркә табыр тип кем уйлаһын. Бындай хәл киноларҙа ғына булалыр тиһә. Ләләләрҙең фатиры бишенсе ҡатта, Вәкилдең икенсе ҡаттағы ике балалы Иринаға йөрөгәнен ҡайҙан белһен. Күршеләргә лә белдермәгәндәр бит әле, уйнаштар. Әйтәгүр, магазинға сыҡһа, ҡайтырын онота торғайны. Һөт, икмәк артынан ике сәғәт йөрөй. Ах та ух итеп, кеше ышандырып килеп инә үҙе. Бит алмалары оялсан килендеке шикелле алһыуланған, үҙе йыш-йыш тын ала. «Бигерәк юғарыла йәшәйбеҙ, саҡ менеп еттем. Ҡан баҫымым күтәрелде күрәһең», - тип диванға ята һала. Ләлә эргәһендә өлтөрәп йөрөй, дарыуын ҡаптыра, сәйен эсерә. Йомшаҡ одеялды өҫтөнә яба. Тегеһе күпмелер ваҡыттан һуң бәләкәс бала кеүек, ирендәрен сәпелдәтеп, мыш-мыш йоҡлап та китә. Бер йыл элек йөрәге ҡаңғыртып алды, табипҡа күренделәр. Ниндәйҙер ныҡ көсөр-гәнеш кисергән, бынан кире һаҡланып йөрөһөн, тип әйтеп ҡайтарҙылар. Ҡатыны шунда аптырағайны, һөт менән икмәктән ауыр әйбер күтәргәне булманы, өйҙә лә тыныс, ҡартая, шуғалыр, тип үҙен тынысландырҙы. Сабыйҙай иркәләтеп, тәмле-татлы ашынан өҙмәне. Балалары ейән-ейәнсәрҙәре менән килһә, «Олатайығыҙға тыныслыҡ кәрәк, шашмағыҙ», тип тыя һалды. Ахырҙа, улар ҙа һуңғы арала һирәк килә башланылар, яҡындарын бимазаламаҫҡа булдылар. Хәҙер килеп аңланы Ләлә ҡарт алашаның ниндәй көсөргәнешле эш эшләп йөрөгәнен. Ғүмерҙә лә ғәфү итә торғаны юҡ. Теге донъяла осрашырға насип булһа, арты менән әйләнәсәк, валлаһи. Ә уйнаш бисәһенең тура килһә, йөҙөнә төкөрөп китәсәк. Ирен күмгән көндө, хатта фатирына инеп битенә һелте һибергә уйлағайны. Тимер тутығын йыуа торған һелтене банкаға һалды ла, кис еткәс, икенсе ҡатҡа төштө. Фатир ҡыңғырауына баҫты, ҡулындағы һауытты төшөп китмәһен өсөн ҡыҫыбыраҡ тотто. Ишек асыусы булманы, ҡыңғырауға тағы баҫты, шылт иткән тауыш та юҡ. Шул ваҡыт Ләлә айнығандай булды. Беренсе ҡатҡа йүгереп төштө лә, подъездан уҡтай атылып тышҡа сыҡты. Күпмелер барғандан һуң туҡтап ҡалды, гараждарға килеп еткән. «Иҫәр, бөтөнләй аҡылдан яҙып барам түгелме. Һелте генә һибеп үс ҡандырмаҡсымын, йүләр. Вәкилде ҡайтарып булмай, ә мине төрмәгә ултыртһалар? Ҡартайған көнөңдә тимер рәшәткә артына эләкһәң, ғибрәте ниндәй. Тьфү, шайтан алғыры». Алтмышты ваҡлаған ханым ирҙәр шикелле лысҡылдатып ергә төкөргәнен үҙе лә абайламай ҡалды. Ҡулындағы банканы йән асыуы менән ҡыуаҡтар араһына атып бәрҙе лә, аяҡтарын саҡ һөйрәп өйөнә юлланды. Күҙ йәштәре битен бешереп йылғалай аҡты. Кешеләр ошо мәлдә уны күреп ҡалдылар ҙа инде, тик өндәшергә береһе лә батырсылыҡ итмәне.


Вәкил менән Ләлә яратышып ҡауыштылар. Мәктәптә бергә уҡынылар, армиянан ҡайтҡанын ҡыҙ һағынып көтөп алды. Гөрләтеп туй яһанылар, һуңынан эш эҙләп ситкә сығып киттеләр. Ун йылға яҡын БАМ-да йөрөнөләр, Вәкилдең бер туған ағаһы үҙҙәренең районы эргәһендә ябыҡ ҡалаға эшкә ҡайтырға тәҡдим яһағас, һүҙһеҙ риза булдылар. Тыуған төйәк үҙенә тарта ни тиһәң дә, икенсенән ситтә йөрөп ялҡтылар. Тиҙ генә ваҡ-төйәктәрен йыйҙылар ҙа, ағаһы пропуск эшләтеү менән килеп еттеләр. Вәкил һөнәре буйынса иретеп йәбештереүсе, Ләлә мәктәптә математика уҡытыусыһы булып эшләй башланылар. Эш хаҡын яҡшы түләнеләр. Күп тә үтмәй өс бүлмәле фатир алып ебәрҙеләр, машинаға ла аҡсалары ҡалды. Һәүетемсә тормош көтөп, балалар үҫтереп, ғаиләләренә ел-ямғыр тейҙермәй йәшәргә тырыштылар. Улдары мәктәпте тамамлау менән Өфөгә юлланды, юғары уҡыу йортона инделәр, шунда эшкә ҡалдылар. Ләлә менән Вәкил бер ваҡытта хаҡлы ялға сыҡтылар. Көндәлек мәшәҡәттәр менән көн артынан көн үтте.


Ирина менән Вәкил көтмәгәндә осрашты. Ҡатын ике балаһын етәкләп магазиндан ҡайтып килә ине. Йөгө ауыр күренә. Табиптар йөрәк сиренән һуң артыҡ күтәрергә ҡушмаһалар ҙа, шул мәл эргәләренән тыныс ҡына үтеп китә алманы. Ҡайҙа күтәрешәйем тип, пакеттарын ҡулына алды. Фатирына тиклем индереп ҡуйҙы. Ҡатын тыйнаҡ ҡына йылмайып рәхмәт әйтте. Бер көн Вәкил магазинға, тип сығып барғанында Ирина менән күҙгә-күҙ осрашты. Тегеһе күлдәксән генә почта ҡумтаһынан гәзит-журнал ала ине. Алъ-япҡыс быуған, ни-мәлер бешерә күрә-һең. Ир ҡатындың яланғас балтырҙарын, шалҡандай беләктәрен, күлдәгенең иҙеүенән ымһындырып күренеп торған күкрәктәрен күреп уңайһыҙланып ҡуйҙы. Әллә юрамал шулай кейенеп сыҡҡан. Эсендәге шайтаны ҡотороп ҡуйҙы хатта. Иринаның эргәһенән шәп кенә үтеп китергә теләгәйне, булманы, тегеһе үҙе башлап һүҙ ҡушты. «Ярҙамығыҙ өсөн ҡоро рәхмәт менән генә ҡотолғайным, үҙемә бик уңайһыҙ. Бәлеш бешергәнмен, әйҙәгеҙ сәй эсеп сығығыҙ», - тип ай-вайына ҡуймай әйҙүкләп индереп алып китте. Ҡаршылаша алманы ир, арбалғандай артынан эйәрҙе. Күптәнге таныштар һымаҡ көлөшә-көлөшә сәй эстеләр. Һүҙгә һаран Вәкил дә асылды. Ирина үткән тормошон һөйләне, 45 йәшен тултырған күптән түгел. Магазинда һатыусы булып эшләй. Ире менән бер йыл элек айырылышҡан. Тегеһе эскән, һуғышҡан. Балаларына алимент та түләмәй һаман. Аҡса етмәүенә зарланып алды. Вәкилдең ошо мәлдә ҡатынға берәй изгелек ҡылаһы килде. Тиҙ генә янсығын сығарып мең һумлыҡ һуҙҙы. «Балаларыңа тәм-том, йәиһә кәрәкле берәй нәмә алырһың», тине. Ҡатын аҡсаны алмаҫҡа ҡарышты, «Бурысҡа бирәм, аҡсаң булғас түләрһең», тигәс кенә ризалашты. «Һеҙ ниндәй яҡшы, изге кешеһегеҙ. Ҡатынығыҙ бәхетлелер инде, «За мужем, как за каменной стеной»» тип өҫтәп ебәрҙе. Илгәҙәк Ирина Вәкилдең усын йомшаҡ ҡулына алып, тағы бер ҡат рәхмәт әйтте. Ирҙең тәне эҫеле-һыуыҡлы булып китте, хатта.
Шул көндән башлап тыныслығын юғалтты Вәкил, күҙ алдынан Иринаның һыны китмәне. Алтмыштағы алтыла, тигәндәй. Үҙендә ҡайнар дәрт тойҙо, хатта ун йәшкә йәшәргәндәй хис итте үҙен. Сәғәттәр буйы көҙгө алдына баҫып сәсен һыпырғылаһынмы, күлдәк-салбарын таҙарт-һынмы. Был ҡылығы өсөн үҙен эстән генә битәрләп тә ҡараны, әммә бушҡа ғына. Си-хырланғандай аңы тома-ланып йөрөй бирҙе. Бер көн түҙмәне, юҡ-бар йомош табып, икенсе ҡатҡа төштө. Иринаға, ҡан баҫымынан дарыуың ятмаймы, тип ялғанланы. Тегеһе шундуҡ дарыуҙар ҡумтаһын аҡтара башланы, кәрәкле дарыуын табып бирҙе. «Әле генә ҡунаҡтарҙы оҙаттым, әхирәттәрем килгәйне. Табынды йыймағанмын, әйҙәгеҙ сәй эсерәм»,- тип кухняға саҡырҙы. Бүлмәлә талғын көй яңғырай, өҫтәлдә ҡабымлыҡтар, шарап ултыра. Ҡатын бокалға шарап ҡойоп иргә тотторҙо, үҙенә лә һалды.
«Беҙҙең һаулыҡҡа», тип сәкәштереп эсеп ебәрҙе, Вәкилде лә ҡыҫтап төбөнә тиклем эсертте. Зәм-зәм һыуы ирҙең шундуҡ ҡаны буйлап йүгерҙе. Элек ҡунаҡтарҙа ара-тирә эсештерә торғайны, сирләгәндән һуң эсеүен бөтөнләйгә ташланы. Күптән ауыҙына алмағас, хәлһерәне хатта. Тәне йомшарҙы, рәхәт булып китте үҙенә. «Минең яратҡан көйөм, әйҙәгеҙ өйөрөлөп алайыҡ бер аҙ».
Ҡыҙмаса булған ҡатын ирҙе үҙе менән әйҙәләне. Залға сыҡтылар, Ирина уны үҙенә ҡыҫыбыраҡ тотто ла әйләнеп бейергә кереште. Вәкил ҡатындың ымһындырғыс кәүҙәһен ҡосоп иҫтән ауыр хәлгә етте. Әл дә музыка туҡтаны. Валлаһи, йығыла ине.
«Уф, арыным», - тип ҡатын карауатҡа барып ятты. «Эргәмә ултырып хәл йыйып алығыҙ, оялмағыҙ. Мин кеше ашамайым», - тигән булды. Ир ҡыйыр-ҡыймаҫ уның янына сүгәләне. Ирина шуны ғына көткәндәй, йыландай муйынына һырылды.
Ошо көндән башлап был икәү араһында ғишыҡ уйыны башланды. Йәш ҡатын эргәһендә ирлеген күрһәтер өсөн төрлөсә ҡыланды Вәкил. Хатта ҡаланың икенсе осонда урынлашҡан дарыуханан ирлек ғәйрәтен арттыра торған дарыуҙар ҙа һатып алып ҡуйҙы. Иринаға барған һайын берәүһен тел аҫтына һала. Йөрәк дарыуын да онотмай, һуңғы арала күкрәгендәге «моторы» үҙен һиҙҙертә башланы. Кинәт кенә сәнсеп ебәрә. Дарыу ашаһа, ысҡындыра.
Ирина менән осрашҡандарына бер йылдан ашыу ваҡыт үтте. Вәкил ара-тирә аҡса менән дә ярҙам итә уға, ҡатыны күрмәгәндә аҙыҡ-түлеген дә индерә. Итен, картуфын, тоҙламаларын тигәндәй. Йәш ҡатынға шул ғына кәрәк, балаларының өҫтө бөтөн, тамағы туҡ.
Ҡырын эш ҡырҡ йылдан һуң да беленә, тиҙәр. Ғәҙәттәгесә бер көндө магазинға барам тип сыҡҡан Вәкил, һалмаҡ аҙымдар менән Иринаның фатирына ыңғайланы. Тегеһе уны күптән көтә. Селтәрле эске кейем кейеп алған. Вәкил ҡатынды ҡосағына алды ла, шашып үбергә кереште һәм шул ваҡыт арҡаһына бысаҡ ҡаҙалғандай булды. Ҡулдары хәлһеҙләнде, иҙәнгә сүгәләне. Иринаның ҡото осто, нимә эшләргә лә белмәй юғалып ҡалды.
Вәкил кеҫәһен ҡапшаны, хәҙер дарыуын эсһә үтә ул, тип үҙен тынысландырҙы. Кеҫәләрен тегеләй әйләндерҙе, былай, әммә дарыуын тапманы. Шунда ғына дарыуын ҡабаланып өйөндә ҡалдырғанын иҫенә төшөрҙө. Хәле бөткәндән-бөттө һәм ул иҫен юғалтты. Ҡобараһы осҡан Ирина көс-хәлгә ҡалтырай-ҡалтырай ашығыс ярҙам саҡыртты. Улары тиҙ генә килеп етте, әммә һуң ине. Вәкил мәңгелеккә күҙҙәрен йомғайны. Фельдшер ҡыҙ уҡытыусыһының тормош иптәшен шундуҡ таныны. Шәрем яланғас Иринаға сирҡаныу менән ҡараны. Фатирҙан сыҡты ла ауыр аҙымдар менән Ләләләргә күтәрелде, мәйетханаға алып барырға мәрхүмдең документтары кәрәк. Уҡытыусыһы ишекте асты ла, аптырап ҡалды. Ҡыҙыҡай хәлде һөйләп тә бөтмәне, Ләлә тәпешкәһен дә эләктермәй аҫҡа йүгерҙе. Ишекте бәреп тигәндәй Ириналарға килеп инде. Шок хәлендәге Ирина һаман халатын да кеймәгән, шул тиклем ҡурҡыу алған күрәһең. Иҙәндә һуҙылып ире ята, күлдәк иҙеүе сиселгән, салбарының ҡайышы ла. Ҡатын шундуҡ хәлде аңланы. Санитар егет менән водитель носилкаға һалып алып сыҡҡансы бер һүҙ өндәшмәне, шым ғына арттарынан эйәрҙе. Сығыр саҡта Иринаға һөҙөп ҡараны ла, аңҡы-тиңке атлап фатирына менде. Бер аҙҙан үҙен ҡулға алып Вәкилдең туғандарына, балаларына шылтыратты, улары шундуҡ йыйылышып килеп еттеләр. Тегеләр Вәкилдең ниндәй шарттарҙа үлгәнен бер аҙ ишетеп беләләр ине, шуға артыҡ һүҙ ҡуйыртманылар. Өлкән улына «Өйгә алып ҡайтмағыҙ, индертмәйем», - тине. Барыһы ла аптыраны, әммә өндәшмәнеләр. Күмешергә лә бармайым, тигәс бөтөнләй шаңҡынылар. Ҡайғыһынан аҡылынан яҙа башлаған күрәһең, тигән һығымтаға килделәр. Вәкилде үҙҙәренсә тәрбиәләп, күмеп ҡайттылар. Етеһен дә, ҡырҡын да ауылда йәшәгән бер туған ағаһының өйөндә уҡыттылар.
Вәкил бөгөн тағы Ләләнең төшөнә инде. Өндәшмәй, моңһоу күҙҙәре менән текләп тик тора. Нимәлер әйтергә уҡталып ҡуя, әммә һүҙе сыҡмай. Һуңынан боролоп китеп барҙы. Ҡатын тороп карауат ситенә ултырҙы. Юҡ, төштәренә инеп күпме генә ялбармаһын, ғәфү итә алмай үҙен. Ваҡыт дауа, тиҙәр, бәлки берәй ваҡыт йөрәк яралары уңалыр, ләкин ҡасан, аныҡ ҡына үҙе лә белмәй әлегә. Саф намыҫын керләндереп, йыуылмаҫлыҡ тап төшөрҙө бит ире. Был бысраҡлыҡтан нисек ҡотолорға, ҡатын сирҡанып китте хатта. Тиҙ генә торҙо ла, таҫтамал алып ваннаға инде. «Исмаһам тәнемде йыуып булһа ла күңелемде тынысландырайым», - тип ауыр көрһөндө.
 
  • Оҡшаш яңылыҡтар
  • Комментарийҙар
Урланған бала саҡУрланған бала саҡ
Көҙҙөң һалҡынлы, шыҡһыҙ көндәренең береһе. Әйтерһең дә, тәбиғәт йәмле йәйҙең үткәненә һәм һалҡын ҡыштың яҡынлашыуына болоҡһоп, күңелһеҙләнеп торған... Тотош уҡырға
Ғәфү ит, балам!Ғәфү ит, балам!
(Хикәйә) Йәнтимерҙең аяҡтары үҙәгенә үтеп һыҙлай башланы. Аяҡтар… аяҡ шәрәмәттәре… Көн боҙолор булһа, шулай интектерә улар егетте. Бынан алдағы... Тотош уҡырға
Кем бәхетле?Кем бәхетле?
Тышта йәйге төн. Баҡсала сиңерткәләр сырылдаша. Cирендең хуш еҫтәре асыҡ тәҙрәнән бүлмәгә инеп тарала. Ә һауала йым-йым килеп йондоҙҙар серле... Тотош уҡырға
БЕР ЯҢЫЛЫШ   АҘЫМБЕР ЯҢЫЛЫШ АҘЫМ
Сәлиә Ғатауллина (ХИКӘЙӘ) – Ҡыҙым, нишләп был юлы ла кейәүҙе апҡайтманың... Тотош уҡырға
БЕР ЯҢЫЛЫШ АҘЫМ (аҙағы)БЕР ЯҢЫЛЫШ АҘЫМ (аҙағы)
7 ...Теге саҡта, Диләфрүздең үлеменән һуң, Радмирҙың ҡасан, ни хәлдә ҡайтып киткәнен бөтөнләй хәтерләмәй Гөлзифа. Диләфрүздең табутта ятҡан... Тотош уҡырға


Материал ебәрергә

Рубрикалар


Яңылыҡтар архивы




Номерҙар архивы

Яңылыҡтар календары

«    Апрель 2018    »
ДшШшШршКйЙмШбЙкш
 1
2345678
9101112131415
16171819202122
23242526272829
30 

Популяр яңылыҡтар


Башҡорт матрешкалары - милли кейемдәБашҡорт матрешкалары - милли кейемдә
Быға тиклем рустарҙың матрешкаларын ғына күргәнем...

«Халыҡ» исеменә тап төшөрмәнеләр«Халыҡ» исеменә тап төшөрмәнеләр
Районыбыҙҙа 43 халыҡ һәм өлгөлө үҙешмәкәр...

Был донъяла ниҙәр бар?Был донъяла ниҙәр бар?
РФ Президенты Владимир Путин Мөрә-жәғәтнамә менән...

«Киләсәккә белем - 2018» форумы үтте«Киләсәккә белем - 2018» форумы үтте
Ҡала-район мәктәптәрендә йыл да ойошторола килгән...

Иң тәмле икмәк -  ПоляковкалаИң тәмле икмәк - Поляковкала
Районыбыҙҙың төньяҡ зонаһына юл төшкәс, бер...


Бөтә хоҡуҡтар ҙа яҡланған. Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда һәм уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Яйык» («Яик»)
гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет сайттарында тура актив гиперһылтанма ҡуйырға.