» » Булмышынан - ҡөҙрәт, йөҙөнән нур бөркөлә

Булмышынан - ҡөҙрәт, йөҙөнән нур бөркөлә29.03.2016

Булмышынан - ҡөҙрәт,  йөҙөнән  нур бөркөләТөбәгебеҙ таланттарға, арҙаҡлы шәхестәргә бай. Күренекле, һоҡланырлыҡ яҡташтарыбыҙ бихисап. Улар араһында яҙыусылар, шағирҙар, йырсылар, төрлө кимәлдәге етәкселәр бар. Бөгөн һүҙем ошондай кешеләрҙең береһе - яҡташыбыҙ, БР Милли әҙәбиәт музейы директоры, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Гөлдәр Сабит ҡыҙы Моратова тураһында.
Уға ҡарап һоҡланмаған кеше юҡ. Биргәс, бирә Хоҙай кешегә - ул төҫ-баш, буй-һын тиһеңме, һәр саҡ зауыҡлы кейенгән, ҡупшы ханым сәхнә йәки трибунаға сыҡһа, уның аҡыллы, яғымлы итеп һөйләүенә ғорурланып ҡарап ултыраһың - беҙҙә башҡаларға өлгө итеп ҡуйырлыҡ гүзәл ҡатындар бар әле. Талантлы, көслө рухлы, бәхетле, тормошҡа ғашиҡ кеше ул Гөлдәр Моратова.

Гөлдәр Сабит ҡыҙы 1951 йылдың 20 мартында Учалы районының Илтабан ауылында ябай колхозсы ғаиләһендә тыуа. Бәләкәйҙән музы-кант булырға хыяллана. Атаһы оҫта гармунсы була, унан күскәндер, күрәһең. Бәләкәйҙән эшкә талымһыҙ, тиктормаҫ ҡыҙ бер ваҡытта ла буш тормай. Каникул мәлендә фермала һыйыр һауырға, быҙау ҡарарға ла өлгөрә. Хатта эшләп алған аҡсаһына бер мәл Учалыға музыка мәктәбенә йөрөр өсөн мотоцикл һатып ала. Көн һайын тимер аты менән ун километр ара үтеп музыка серҙәренә төшөнә. Күп балалы ғаиләлә үҫкәс, мәктәпте тамамлау менән ҡайҙалыр уҡырға барыуҙы кисектереп тора. Ғаиләһенә нисек-тер ярҙам итеү теләге менән мәктәпкә эшкә урынлаша, рәсем, йыр дәрестәренән уҡыта, класс етәксеһе вазифаһын да ышанып тапшыралар уға. Ә кистәрен клубтан ҡайтмай, художестволы үҙешмәкәрлекте етәкләй.
Бер аҙ аҡса туплағандан һуң сәнғәт училищеһына уҡырға инә. Әсәһе тәүҙә ҡаршы төшә, әммә Гөлдәрҙе уйынан бер нисек тә һүрелтә алмай, музыкаға ынтылышы шул тиклем көслө була. Бүлмәлә һигеҙ кеше йәшәйҙәр, улар араһында Флүрә Килдейәрова, Гөлдәр Ильясова ла була. Студент йылдары йәшлегенең сағыу бер өлөшө булып иҫендә ҡалған. Төҙөлөш отрядтары ойоштороп район үҙәктәренә баралар, фермалар төҙөйҙәр, Ҡырымда йәшелсә йыйырға ла өлгөрәләр. Улар башҡарған эштәрҙе һанай китһәң, осо-ҡырыйына сығырлыҡ түгел. Ә буш ваҡытында «Родина» кинотеатрында иҙән йыуып, аҡса эшләй егәрле ҡыҙ.
Ҡулына диплом алғас, Гөлдәр Сабит ҡыҙы тыуған районына эшкә ҡайта, оҙаҡ йылдар мәҙәниәт бүлеге етәксеһе вазифаһын үтәй. Ошо арауыҡ эсендә бихисап эштәр башҡарырға өлгөрә, уның ярҙамы менән училищела башҡорт фольклоры бүлеге асыла. Һуңынан тырыш, уңған ханымды Өфөгә мәҙәниәт министрлығына эшкә саҡыралар. Күп тә үтмәй, БР Мәҙәниәт министры урынбаҫары итеп үрләтелә, бер рәттән Мәжит Ғафури исемендәге академия театрының генераль директоры итеп тәғәйен-ләйҙәр, БР Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты итеп һайлана. Тормош иптәше Данис Хәйрулла улы менән ике ул тәрбиәләп үҫтерәләр, улар инде күптән үҙ аллы тормош ҡорғандар.
Бөгөнгө көндә Гөлдәр Сабит ҡыҙы БР Милли әҙәбиәт музейын етәкләй. Атай-олатайҙарыбыҙҙың әллә нисәмә быуат һуҙымында йыйылған бай матди, рухи йәдкәрҙәрен, хәтирә-иҫтәлектәрен тейешенсә һаҡлау, өйрәнеү һәм киләсәккә ҡалдырыу хаҡында хәстәрлек күрә. Фондта яҙыусыларҙың, әҙәбиәт белгестәренең ҡулъяҙмалары, шәхси әйберҙәре, әҫәрҙәре, фотолары, архивтары тупланған. Музейҙың төп бурысы - ошо фондты һаҡлау, яңыларын булдырыуҙа инде.
- Халыҡҡа башҡорт әҙәбиәте тарихы үҫешен тамырҙарынан алып, ауыҙ-тел ижадынан башлап күрһәтеү ҙә беҙҙең изге бурысыбыҙ, тип һанайым. Яҙыу-сыларҙың ижадын пропагандаларға, уларҙың әҫәрҙәренә таянып, йәш быуын араһында тәрбиәүи эш алып барырға тейешбеҙ. Шулай уҡ музей функцияһын ғына үтәмәйбеҙ, ғилми эш тә алып барабыҙ, - ти музей директоры.
Гөлдәр Сабит ҡыҙы хеҙмәткәрҙәре менән һәр ваҡыт эҙләнеүҙәр өҫтөндә. Коллективҡа әҙәбиәтте, ғилемде яратҡан, әүҙем, ҡыҙыҡһыныусан һәм ижади йәштәр туп-лаған. Һис тынғы белмәйҙәр, бергәләшеп материалдар эҙләп сит өлкәләргә лә юлланалар. Президент гранттарына лайыҡ булып төрлө саралар ҙа үткәрәләр. Әҙәбиәткә, сәнғәткә булған оло мөхәббәте, ойоштороу тәжрибәһе, ышанысты аҡлау теләге уның булмышылыр, моғайын. Уға артабан да ҡаҡшамаҫ һаулыҡ, эшендә уңыштар теләйбеҙ.
26 мартта Учалы филармонияһында яҡташы-быҙҙың юби-лейына арналған осрашыу кисәһе үтәсәк. Сара 15 сәғәттә башлана. Барығыҙҙы ла күркәм кисәлә көтөп ҡалабыҙ.

 
  • Оҡшаш яңылыҡтар
  • Комментарийҙар
Тынғы белмәҫ АйгөлТынғы белмәҫ Айгөл
2007 йылдан Рәсәйҙә 25 март мәҙәниәт өлкәһе хеҙмәткәрҙәренең һөнәри байрамы булараҡ билдәләнә. Был өлкәлә эшләүселәрҙең хеҙмәте күҙгә күренмәй, әммә... Тотош уҡырға
Гөлдәр ханбикәһеГөлдәр ханбикәһе
Интернетһыҙ хәҙер көндәлек тормошобоҙҙо күҙ алдына ла килтереүе ҡыйын. Барлыҡ мәғлүмәтте социаль селтәрҙәрҙән алабыҙ, Кем, нимә, ҡайҙа, ҡасан -... Тотош уҡырға
Емешле булһынЕмешле булһын
Әҙәбиәт йылы тыуа ергә- Әҙәмиәт йылы булһын ул. Рух, иман һәм миһырбанлыҡ менән Кеше йөрәктәре тулһын ул! А. Ғарифуллина. 2015 йылдың Әҙәбиәт йылы... Тотош уҡырға
Әңгәмә ҡорҙоҡӘңгәмә ҡорҙоҡ
Аллаһҡа шөкөр, бөгөн тормош көтөүе күпкә еңелләште, тип әйтергә була. Милләтәштәребеҙ заман менән бергә атлай. Шулай ҙа, ҡайһы бер ғаиләләрҙә рухи... Тотош уҡырға
АфғандарАфғандар
Сәлиә Ғатауллина Ғатауллин Сабит Зәки улы 1960 йылдың 7 сентябрендә Учалы районының Ишкен ауылында тыуған. Шаян, тиктормаҫ, ярҙамсыл, һәр саҡ шат... Тотош уҡырға


Материал ебәрергә

Рубрикалар


Яңылыҡтар архивы




Номерҙар архивы

Яңылыҡтар календары

«    Апрель 2018    »
ДшШшШршКйЙмШбЙкш
 1
2345678
9101112131415
16171819202122
23242526272829
30 

Популяр яңылыҡтар


Башҡорт матрешкалары - милли кейемдәБашҡорт матрешкалары - милли кейемдә
Быға тиклем рустарҙың матрешкаларын ғына күргәнем...

«Халыҡ» исеменә тап төшөрмәнеләр«Халыҡ» исеменә тап төшөрмәнеләр
Районыбыҙҙа 43 халыҡ һәм өлгөлө үҙешмәкәр...

Был донъяла ниҙәр бар?Был донъяла ниҙәр бар?
РФ Президенты Владимир Путин Мөрә-жәғәтнамә менән...

«Киләсәккә белем - 2018» форумы үтте«Киләсәккә белем - 2018» форумы үтте
Ҡала-район мәктәптәрендә йыл да ойошторола килгән...

Иң тәмле икмәк -  ПоляковкалаИң тәмле икмәк - Поляковкала
Районыбыҙҙың төньяҡ зонаһына юл төшкәс, бер...


Бөтә хоҡуҡтар ҙа яҡланған. Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда һәм уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Яйык» («Яик»)
гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет сайттарында тура актив гиперһылтанма ҡуйырға.