» » Ҡара ҡашлы, ҡара күҙле...

Ҡара ҡашлы, ҡара күҙле...29.03.2016

 Ҡара ҡашлы, ҡара күҙле... Рәнис Алтынбаевтың ошо йыры филармонияның алыштырғыһыҙ алып барыусыһы, сихри тауышлы Раушания Мәхмүтоваға арнап сығарылғандыр, валлаһи. Ул буй-һыны, аҡылы, телмәре тиһеңме, һәр яҡлап та килгән. Өҫтәүенә, башҡорт телен, уның мәҙәниәтен, тарихын да һыу кеүек эсә. Дөрөҫөн әйткәндә, филармонияны Раушанияһыҙ, ә Раушанияны филармонияһыҙ күҙ алдына килтереүе лә ҡыйын. 15 йыл элек тәүге хеҙмәт юлын ошо сәхнәлә башлаған ҡыҙ бар булмышы менән ошонда береккән.
Раушания Әғзәм ҡыҙы - Бөрйән һылыуы. Ғаиләлә дүрт ҡыҙ һәм бер малай үҫәләр. Дүртенсе булып донъяға килгән Раушанияны атаһы яратып «Кинйәбикәм», тип йөрөтә. Бала саҡтан сәнғәткә, йыр-моңға ғашиҡ булып үҫә, мәктәптәге, клубтағы бер сара ла унһыҙ үтмәй. Илһам сығанағын ғәзиз кешеләренән - ата-әсәһенән ала. Йор һүҙле Әғзәм ағай бер ваҡытта ла гармунын ҡулынан төшөрмәй, әсәһе Бибинур Йомағужа ҡыҙының тирә-яҡта оҫта ҡуллы тигән даны тарала. Ул бәйләм бәйләһенме, аш-һыу бешерһенме - уға тиңдәр табылмай.

9-сы кластан һуң уҡыуын Сибай гимназия-интернатында дауам итә ҡыҙ. Уны тамамлағас, Башҡорт дәүләт университетына юл тота, әммә балл етмәү сәбәпле уҡырға инмәй. Шулай ҙа бер ҙә төшөнкөлөккә бирелмәй, документтарын китапханасылар технику-мына алып барып тапшыра. Бер йыл уҡығандан һуң, был минең өсөн түгел тип, артабан уҡыуын Учалы сәнғәт училищеһының фольклор бүлегенең йыр класында дауам итә.
-Китапханасылар тех-никумында уҡығаныма бер ҙә үкенмәйем, киреһенсә, ошо бер йыл эсендә мәҙәниәт, әҙәбиәт һәм сәнғәт донъяһы тураһында күп нәмә белдем, - ти Раушания.
Аҙна һайын концерт-спектаклдәргә йөрөү күңелендә сәнғәткә булған һөйөүен тағы нығыраҡ арттыра.
Ҡулына диплом алған йәш белгесте яңы ойошторолған филармонияға эшкә саҡыралар. Раушания Әғзәм ҡыҙы ҡуш ҡуллап риза була.
- Эш башлағанымды бөгөнгөләй хәтерләйем. 10 кешенән торған состав - Рәис Низаметдинов, Илсур Тайсин, Ҡадир Ишбулдин һәм башҡалар менән бергә ең һыҙғанып ижад итергә тотондоҡ. Район буйлап гастролдәргә сыҡтыҡ. Һәр ҡайҙа ла халыҡ сығыштарыбыҙҙы йылы ҡабул итте, тамашасыбыҙҙың эшебеҙҙе юғары баһалауын күреп тағы ла дәртләнеберәк эшләй башланыҡ, - тип хәтерләй ул.
Бөгөнгө көндә Раушания Мәхмүтова филармонияның художество етәксеһе. Үҙҙәренә беркетелгән ижади коллективтарҙың концерттарын, гастролдәрен ойоштороуҙы уға ыша-нып тапшырғандар. Филармонияла уҙғарылған сараларға сценарийҙар яҙа. Һәр яҡлап та талантлы һәм өлгөр ҡыҙ эштең күплегенә ҡарамаҫтан, гүзәл дә, матур ҙа булып ҡала белә. Бәлки бының үҙенә күрә берәй сере лә барҙыр, тип үҙенән белешергә булдым.
- Махсус диеталарҙа ултырмайым, әммә иртән торған һайын гимнастика эшләргә күнеккәнмен. Эшебеҙ тынғыһыҙ бит, тик хәрәкәттәбеҙ, артыҡ «йәйелергә» форсат юҡ. Икенсенән, һөт эсергә яратам. Юҡҡа ғына уның шифаһы тураһында күп һөйләмәйҙәр. Ғөмүмән, сәхнә кешеһе һәр ваҡыт формала булырға, төҫ-башына иғтибар бүлергә тейеш. Тамашасы һине йөҙөңә, кейгән кейемеңә ҡарап ҡаршы ала. Матурлыҡ донъяны ҡотҡарыр, тигән принципҡа таянып йәшәйбеҙ, - тине ул.
Сәхнәбеҙҙең күрке булып артабан да балҡы, Раушания!
 
  • Оҡшаш яңылыҡтар
  • Комментарийҙар
Учалы һандуғасыУчалы һандуғасы
Танылған йырсы, филармониябыҙ артисткаһы Ынйы Әхмәтованың сығышын халыҡ түҙемһеҙләнеп кµтµп ала, байрам-концерттарҙа аяҡ өҫтө тороп алҡышлайҙар.... Тотош уҡырға
Булмышы - сәхнәләБулмышы - сәхнәлә
«Оҙонгүл» балалар бейеү ансамбле етәксеһе Айбулат Әһлиев «БР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре» исеменә лайыҡ булды. Йәне, тәне менән сәнғәткә ғашиҡ... Тотош уҡырға
Сәнғәткә ғашиҡ шәхесСәнғәткә ғашиҡ шәхес
Бейеүсе, ҡурайсы, ҡумыҙсы, өзләүсе, хореограф, көслө етәксе, оҫта ойоштороусы, ғөмүмән, бай талант эйәһе, эҙләнеүҙәрҙән туҡтамаған, ҡуйған... Тотош уҡырға
«ЯЙЫҠ ҺЫЛЫУЫ»«ЯЙЫҠ ҺЫЛЫУЫ»
Раушания ӘХМӘТЙӘНОВА 1998 йылдың 31 майында Баттал ауылында тыуған. Озерный мәктәбе Баттал филиалының 9-сы класында белем ала. Бейергә, спорт... Тотош уҡырға
Моңо ҡалды халыҡ күңелендәМоңо ҡалды халыҡ күңелендә
Радиотулҡындар, зәңгәр экрандар аша йыш ишетелгән «Күҙҙәремә ҡара», «Күҙ нурым», «Ялан сәскәләре», «Иҫке өй» йырҙары күптәребеҙҙең «күңел дәфтәрендә»... Тотош уҡырға


Материал ебәрергә

Рубрикалар


Яңылыҡтар архивы




Номерҙар архивы

Яңылыҡтар календары

«    Ғинуар 2018    »
ДшШшШршКйЙмШбЙкш
1234567
891011121314
15161718192021
22232425262728
293031 

Популяр яңылыҡтар


Ҡайҙа ҡиммәтерәк?Ҡайҙа ҡиммәтерәк?
Яңы йыл алдынан ниндәй ҡалаларҙа Ҡыш бабайҙы...

Байрамдар тыныс үтһенБайрамдар тыныс үтһен
Тиҙҙән барыбыҙҙың да яратҡан байрамы - көтөп...

Ғаилә үтәй алмаҫлыҡ бурыс бармы икән?Ғаилә үтәй алмаҫлыҡ бурыс бармы икән?
Ҡала мәҙәниәт үҙәгендә физик мөмкинлектәре...

«Ҡанат ҡуйылғандай булды», - ти ирекмән«Ҡанат ҡуйылғандай булды», - ти ирекмән
Рәсәй Президенты В. Путин «Рәсәй ирекмәне - 2017»...

Яңы йылға өмөт-ышаныстар бағлайбыҙЯңы йылға өмөт-ышаныстар бағлайбыҙ
Ҡомаҡ (1924, 1936, 1948, 1960, 1972, 1984, 1996,...


Бөтә хоҡуҡтар ҙа яҡланған. Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда һәм уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Яйык» («Яик»)
гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет сайттарында тура актив гиперһылтанма ҡуйырға.