» » Хуш киләһең, Рамаҙан!

Хуш киләһең, Рамаҙан!03.06.2016

Хуш киләһең, Рамаҙан!Шәғбан айының 29-сы көнө тамамланғас, дүшәмбе, 6 июнь, Изге Ҡөрьән Кәрим индерелгән Рамаҙан Шәриф айы башлана. Был мөбәрәк айҙа доғаларыбыҙ ҡабул булып, гонаһтарыбыҙ ярлыҡанһын, ураҙала-рыбыҙ сауапҡа иреш-һен, ифтар мәжлестәре яҡындарыбыҙ менән берләшеү ләззәте бүләк итһен!
Ураҙа - Исламдың биш шартының береһе. Башҡалары: Кәлимәи шәһаҙәт килтереү, намаҙ уҡыу, зәкәт би-реү һәм хажға барыу.
Исламдың биш шар-тының дүртенсеһе мө-бәрәк Рамаҙан айын-да ураҙа тотоуҙыр.
Рамаҙан «яныу» тигәнде аңлата. Сөнки был айҙа ураҙа тотҡан һәм тәүбә иткәндәрҙең гонаһтары яныр, юҡ булыр.
Ураҙа тотоуҙа әллә күпме аҡыл һәм мәғәнә ята. Кеше, был ваҡытта Хоҙайҙың асыуынан, язалауынан ҡурҡып, хәләлдән дә баш тарта, ә инде һуңынан уға хәрәмдән алыҫ тороу ҙа артыҡ ауыр булмаясаҡ.

Кешенең ашҡаҙаны буш икән, асығыу хисе уның башҡа ағзаларын да тәбиғи теләктәрҙән алыҫыраҡ тота. Ураҙа тотоу шайтандан ҡасыра, кешенең ялҡынлы теләктәрен баҫа төшә. Кеше ас икән, ул ярлы кешенең дә хәлен аңлай һәм бер ваҡытта ла тиерлек туҡ булмағандарҙың да хәленә инә, аңлай башлай, уларға ярҙам итергә тырыша.
Ураҙа тотоу кешенең ихтыяр көсөн үҫтерә, теләктәрен контролдә тоторға, шулай уҡ был изге ғәмәл кешене ваҡытында уяныуға, һуңламаҫҡа өйрәтә.
Ураҙа мосолмандарҙы туплай ҙа, бөтә донъя мосолмандары бер үк ваҡытта ураҙа тота, һәр кем күңеле менән генә булһа ла диндәштәре, тимәк, туғандары янында була.
Рамаҙан айы кешеләрҙе Аллаға ғибәҙәт ҡылырға саҡырыусылар өсөн дә бик күп мөмкинлек аса, күптәр тап ошо айҙа беренсе тапҡыр мәсеткә килә, был изге йортҡа оҙаҡ ваҡыт бармай тороусылар ҙа ураҙа айында иман йортона барып килер-гә тырыша. Әммә онотмағыҙ: мосолман кешеләрҙе дингә, хаҡ юлға саҡырырға бу-рыслы, шулай ҙа бер ваҡытта ла ул үҙенең күңелен, иманын онотоп ебәрергә тейеш түгел. Бөтә кешеләргә лә юлды яҡтыртып торған, әммә үҙе янып бөткән шәмгә оҡшарға ярамай. Иң тәүҙә үҙеңдең иманыңды нығытырға кәрәк. «Ураҙа ул - ҡалҡан», - тигән пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд, ғәләйһис-сәләм. Әҙәпһеҙлектән, оятһыҙлыҡтан, боҙоҡ-лоҡтан, тәрбиәһеҙ-лектән ҡалҡан. «Ураҙа ул - йәһәннәм ялҡынынан һаҡланыу юлы», – тигән имам Садыҡ. Сөнки шайтан тигән нәмә кешене утҡа тартып ҡына тора. Ғәли хәҙрәт һөйләп ҡалдырған бер риүәйәттә пәйғәмбәребеҙҙән, ғәләйһис-сәләмдән, шайтандан ҡотолоу өсөн нимә эшләргә кәрәклеге хаҡында һорауҙары тураһында һүҙ бара.
«Мосолмандың ураҙаһы шайтанды оятҡа ҡалдыра, - ти пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд, ғәләйһис-сәләм. - Мосолман эшләп кенә торған игелектәр уны тәкә мөгөҙө һымаҡ итеп бөгөп ташлай, Аллаһы Тәғәләгә булған һөйөү, игелектәр эшләүҙәге тырышлыҡ уның арҡа һөйәген һындыра, тәүбә итеп Аллаһы Тәғәләгә доға ҡылыуы боғаҙын ҡырҡып ташлай».
Ураҙа тотоу балиғ, аҡылы теүәл булғандар, сәләмәт кешеләр өсөн мотлаҡ. Күрем ваҡы-тында ҡатын-ҡыҙҙар, сәйәхәттәгеләр ураҙа тотоуҙан азат. Күпселек ғалимдарҙың фекеренсә, кеше өйөндә булмаһа ла, барған урынында дүрт көндән артыҡ ҡала икән, ураҙа тоторға тейеш.
Ауырыуҙарға килгәндә, әгәр кеше ураҙа арҡа-һында һаулығын тағы ла нығыраҡ ҡаҡшата икәнлеген белә икән, ул да ураҙанан азат.
Кеше өсөн ғүмерен һаҡлап ҡалыу мотлаҡ.
Ураҙаның ҡайһы бер ҡа-ғиҙәләре мотлаҡ үтәлергә тейешле (үәджиб), ә ҡай-һыларын үтәргә тәҡдим генә ителә (мустахаб).
Мәҫәлән, көнө буйы ураҙа тотоп, кисен ауыҙ асҡанда иң тәүҙә хөрмә ашарға ҡушалар, әммә был мотлаҡ түгел. Мөхәммәт пәйғәмбәр ғәләйһис-сәләм хөрмә булмаған осраҡта бер нисә йотом һыу менән ауыҙ асҡан.Кеше үҙе ураҙа тотоп, үҙе шул уҡ ваҡытта берәй гонаһ ҡылырға тейеш түгел, Мөхәммәт пәйғәмбәр ғәләйһис-сәләм: «Һеҙҙең берәйегеҙ ураҙа тотҡан ваҡытта гонаһ ҡылмаһын...», – тип әйткән («Әл-Бохари»). Ураҙа тотоусы алдаша, ғәйбәт һата, хәрәмләшә икән, уның ураҙаһы ҡабул булмаясаҡ. Хоҙай Тәғәлә кешенең ашауҙан һәм эсеүҙән баш тартыуына мохтаж түгел. Кешенең ураҙанан аслыҡтан башҡа бер нәмә лә алмауы ихтимал.
Хәсәнәттәрҙе (яҡшы ғәмәлдәрҙе) боҙоусы ҡылыҡтар рәтенә төрлө викторинала ҡатнашыу, сериалдар ҡарау, спорт матчтары менән артыҡ мауығыу, бер ниндәй маҡсатһыҙ кисәләрҙә йөрөү, эш һөймәүсе әҙәмдәр менән урам гиҙеү кеүек мәғәнәһеҙлектәр инә. Ҡайһы бер кешеләр был изге айҙы күберәк хәйер йыйыу өсөн дә файҙалана, был ваҡытта хаҡ мосолмандарҙың башын әйләндереү өсөн төрлө әйбер һатыу менән аҡса эшләүселәр ҙә бихисап. Шуға ла, байрам кәйефендә йөрөп, теләһә нәмә һатып алып, аҡсаны исраф итеү ҡәтғи тыйыла.
Изге айҙа үтә күп ашауҙан да тыйылырға кәрәк, аҡыллы кеше ашар өсөн йәшәмәй, йәшәр өсөн генә ашай. Ысынлап та, Рамаҙан айында ҡайһы бер мосолмандар аҙыҡҡа башҡа мәлдәгенән күберәк аҡса тотона, уны әҙерләүгә күберәк ваҡы-тын сарыф итә. Был изге айҙа һимереп, ашҡаҙанды боҙоу мәғәнәһеҙлектең дә аръяғы.
Рамаҙан айында мосол-мандар белеме менән бүлешергә, мохтаждарға аҡса бирергә, ярҙам һораусыларға физик көсөн дә йәлләмәҫкә тейеш. Бынан тыш, башҡа кешеләр менән ихтирамлы булыу, матур итеп һөйләшеү ҙә мотлаҡ.
Ураҙа тотҡан кешеләрҙе ифтарға саҡырыу ҙа мосол-мандарҙы берләштереүсе бер сара, бынан да бигерәк, ураҙа тотҡан кешегә ауыҙ асыу өсөн аҙыҡ биреү сауап һанала. Биргән аҙыҡ кеше туйырлыҡ, тәмле һәм сифатлы булһын.
Ислам динендәге мөбәрәк кистәрҙең иң ҡиммәтлеһе - Ҡәҙер кисе. Ҡәҙер кисе Рамаҙан шәриф айында булған бер кистер, Рамаҙандың ҡайһы кисендә булғаны аныҡ рәүештә билдәләнмәгән.
Ғөмүмән, Ҡәҙер кисе Рамаҙан айының 20-се көнөнән алып 30-сы кистәрендә булыр, тиелә.
Ҡәҙер кисендә намаҙ, Ҡөрьән уҡып, ураҙа тотҡан мөьминдәргә фәрештәләр Аллаһтан сәләм уҡыр. Ҡәҙер кисенең дауамы ҡояш байығандан башлап таң атҡанға саҡлылыр (Ҡөрьән Рамаҙан айында Ҡәҙер кисендә донъя күгенә Ябраил фәрештәгә индерелде. Унан Ябраил, ғәләйһис-сәләм, кәрәк булған һайын аят-аят пәйғәмбәргә төшөрөп торҙо.)
Ҡәҙер кисе бик ҡәҙер-ле бер кис булғанға күрә Аллаһы Тәғәлә ҡолдарына, ғәфләттә ҡалмайынса, һәр ваҡыт ғибәҙәттә, итәғәттә бул-һындар өсөн ҡайһы көн икәнен ҡәтғи рәүештә белдермәгән. Тимәк, был кисте эҙләгәндәргә рама-ҙандың күп кистәрендә ғибәҙәт итеү фарыз.
 
  • Оҡшаш яңылыҡтар
  • Комментарийҙар
Изге айҙы йомғаҡлапИзге айҙы йомғаҡлап
«Хафиз» һүҙе ни аңлатҡанын беләһегеҙме? Ғәрәп теленән «яттан белеүсе» һәм «һаҡлаусы» мәғәнәһендә тәржемә ителә икән. Мәғлүм булыуынса, изге... Тотош уҡырға
Мөхәррәм айы - изге айМөхәррәм айы - изге ай
Һәр маҡтау ғаләмдәрҙе, бөтөн мәхлүктәрҙе тәрбиәләүсе Аллаһы Тәғәләгә тейешле. Мөхәррәм айы мосолманса йыл башы, быйыл ул 25 октябрҙә башланды. ... Тотош уҡырға
Ҡорбан ғәйете мөбәрәк булһын!Ҡорбан ғәйете мөбәрәк булһын!
Ҡорбан ғәйете алдынан йортто йыйыштырыу, тәртип урынлаштырыу байрамды ҡаршылау шарттарының береһе. Бысраҡ йортҡа бер ваҡытта ла ҡот ҡунмаҫ, ырыҫ... Тотош уҡырға
Изге байрам мөбәрәк булһын!Изге байрам мөбәрәк булһын!
Йыл буйына йыйылған йән һәм тән бысрағынан арыныу, таҙарыныу өсөн мосолман илендә күркәм бер ай бар. Ул да булһа - Рамаҙан. Әҙәм ғәләйһис-сәләмдән... Тотош уҡырға
Ураҙа мөбәрәк булһын!Ураҙа мөбәрәк булһын!
27 июнь көнө Ҡояш байыу менән изге Рамаҙан айы башлана. Рамаҙан - исламдағы ун ике айҙың солтаны, йәннәт ҡапҡалары асылған ай. Аллаһы Тәғәлә был... Тотош уҡырға


Материал ебәрергә

Рубрикалар


Яңылыҡтар архивы




Номерҙар архивы

Яңылыҡтар календары

«    Ғинуар 2018    »
ДшШшШршКйЙмШбЙкш
1234567
891011121314
15161718192021
22232425262728
293031 

Популяр яңылыҡтар


Ҡайҙа ҡиммәтерәк?Ҡайҙа ҡиммәтерәк?
Яңы йыл алдынан ниндәй ҡалаларҙа Ҡыш бабайҙы...

Байрамдар тыныс үтһенБайрамдар тыныс үтһен
Тиҙҙән барыбыҙҙың да яратҡан байрамы - көтөп...

Ғаилә үтәй алмаҫлыҡ бурыс бармы икән?Ғаилә үтәй алмаҫлыҡ бурыс бармы икән?
Ҡала мәҙәниәт үҙәгендә физик мөмкинлектәре...

«Ҡанат ҡуйылғандай булды», - ти ирекмән«Ҡанат ҡуйылғандай булды», - ти ирекмән
Рәсәй Президенты В. Путин «Рәсәй ирекмәне - 2017»...

Яңы йылға өмөт-ышаныстар бағлайбыҙЯңы йылға өмөт-ышаныстар бағлайбыҙ
Ҡомаҡ (1924, 1936, 1948, 1960, 1972, 1984, 1996,...


Бөтә хоҡуҡтар ҙа яҡланған. Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда һәм уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Яйык» («Яик»)
гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет сайттарында тура актив гиперһылтанма ҡуйырға.