» » Ата-әсә тәрбиәһе - илһөйәрлек нигеҙе

Ата-әсә тәрбиәһе - илһөйәрлек нигеҙе16.06.2016

Ата-әсә тәрбиәһе - илһөйәрлек нигеҙеАямаған йәнен, түккән ҡанын
…Һис бирмәгән башҡорт Уралын.
Ниндәй оло мәғәнә, тарихи дөрөҫлөк ята халыҡ йырында. Йәнен биргән, ҡанын түккән, әммә, ғәзиз Уралын сит-яттарҙан тапатмаған башҡорт. Илһөйәрлек, ватансылыҡ, яугирлыҡ тигән төшөнсәләр оло быуында самалап бөткөһөҙ көслө булған. Бөгөн әрме сафтарына китеүсе егеттәребеҙ - яугир вариҫтары, ветеран ата-бабаларыбыҙҙың 4-се быуыны, бүләләре. Илһөйәрлек, яугирлыҡ тойғоһо уларҙа ни кимәлдә икән? Олатайҙарҙан ҡалған илде һаҡлау тигән изге бурысты иңдәренә йөкмәй алырҙармы?
Уларҙың аталары - беҙҙең уҡыусыларыбыҙ һынатманылар. Олатайҙар ауыҙынан хәтирәләр ишетеп үҫкән 50-60-сы йылғы апай-ағайҙарҙа был оло тойғолар көслөрәк ине, тигән фекергә киләм мин.

Атайым Сәйфулла Ямалетдин улы Ишмөхәмәтов йәйге оҙон кистәрҙә тышҡа сығып эскәмйәлә ултырырға ярата ине. Бына уның янына йәш-тәше Хөснулла Шәйәх-мәтов бабай, туған те-йешле артиллерист Яхья ағай, күрше Хафиз бабай килеп ҡушыла. Хафиз бабайға граждандар, Бөйөк Ватан һуғышын үтеп, иҫән ҡайтып, Мәрфуға әбей менән оҙаҡ йәшәп, бәхетле ҡартлыҡ кисерергә насип булды, ә бына берҙән-бер улы - Ғәбделүәле яу ҡырынан ҡайтманы.
Һәүетемсә бер-береһен мәрәкәләп, яу ҡырҙа-рында ятып ҡалған тиҫ-терҙәренең холоҡ-фи-ғелдәрен барлап сығалар.
- Ярай, шөкөр итәйек, иҫән ҡайтып ғаиләләр ҡорҙоҡ, балалар үҫтерҙек, инде үлһәк тә үкенмәйбеҙ. Ә бына Сәйфетдин, Зыкырия, Ғәбделүәлеләр бит кәләш тә алып өлгөр-мәнеләр, әрәм булдылар, - тип үкенестәрен бел-дерәләр. Ә улар әле 40-ты үткән ир-уҙамандар, үлһәләр ҙә үкенмәйҙәр инде, йәнәһе.
Таныштар, туғандар килһә, атайым уларҙы түше тулы орден-ми-ҙалдар тағылған хәрби гимнастерка кейеп, әсә-йем Рауза Зиннәтулла ҡыҙы менән йәнәшә төшкән фото янына алып килә лә: «Командир пулеметного расчета, системы «Максим» гвар-дии старший сержант, кавалер ордена «Слава» III степени, дважды «За отвагу», - тип наградала-ры тураһында үтә лә ҙур ғо-рурлыҡ менән бәйән итә.
Һуғышҡа тиклем 7 класс белеме булған ата-йымдың хәтере шәп ине. Яуға Сапун-горала инә, ә еңеүҙе Кенигсберг ҡәлғәһендә ҡаршылай. Командирҙар курсына ебәрһәләр ҙә: «Ауылда яңғыҙ әсәйемә ауырлыҡ етәрлек төштө», - тип бармай. Әммә аҙаҡтан үкенеп тә ҡуя ине. Яратҡан йыры «Өс танкист» булды. Йомшаҡ тәбиғәтле, яр-ҙамсыл, изге күңелле атайым үҙе кисергән тормош тәжрибәһенән сығып беҙҙе юҡты-барҙы күрмәҫкә өйрәтте, үтә лә белдекле булыуҙан тыйып үҫтерҙе. «Белдем - күп һүҙ, белмәнем - бер һүҙ» тигән мәҡәле иҫтә, уның мәғәнәһен үҫә төшкәс кенә аңланыҡ.
Атай-әсәйемдең тәүҙә бер-бер артлы 4 ҡыҙы тыуа: Рәйлә, Фәүзиә, Нәйрә, Нәжибә. Атайым һуңынан тыуған ике улына сикһеҙ ҡыуанды, шул ҡыуанысы әсәйгә лә йоҡҡан ине. Инде ир етеп үҙҙәре атай булған ике улын әсәйем: «Атайыңдың күҙ ҡараһылай күргән улдары, иҫтәлеге ҡус-тыларығыҙ менән татыу ғына йәшәгеҙ», - тип беҙҙән йөн ойоҡтар бәй-ләп бирергә һүҙ алыуы - балаларына оло һөйө-үенең сағылышылыр инде. Малайҙарға кәләш алып, өй һалышып би-рергә ине хыялы…
Әсәйемә: «4 ҡыҙыңа төрлө-төрлө исемдәр ҡушҡанһығыҙ, кеше ҡыҙҙары гөл дә, нур ҙа, ай»,- тип ризаһыҙлыҡ бел-дерһәм, әсәйем: «Әллә, өләсәйҙәр менән үҫкәс ней, өләсәйҙәрҙе тыңлап төрлө тарихи ваҡиға, иҫтәлеккә бәйле исемдәр ҡуштыҡ», - тип яуаплай. Рәйлә - шәфҡәт туташы, апайымды ҡабул иткән. Фәүзиә - атайымды яу ҡырынан алып сыҡҡан санитарка. Нәжибә - әсәйемдең бер партала ултырған әхирәте, үҫкәс исемдәрен ҡыҙҙарына ҡушырға вәғәҙәләр биргән булғандар. Ә минең исемем - Нәйрә. Йома көнө тыуғас, мине Йомабикә тип тә уйлағандар. Өләсәйҙең бик аҡыллы, спортсмен ҡыҙы иртә һәләк булған. Нәйрә кеүек аҡыллы, батыр булып үҫер тигән. Исемем - йәдкәр, есеменә торошло булдымы икән?
Сәғит - Таиба өләсә-йемдең Өскүл ауылындағы ҡустыһы, Инсаф - ят исем, тәүфиҡлы, инсафлы бала булһын тип ҡушҡандар.
Хәҙер йәштәр шулай ата-әсәй, өләсәй-олатай фекеренә ҡолаҡ һалһалар Эвелина, Аделиналар күп булмаҫ ине лә бит. Оло мәғәнә, иҫтәлек итеп ҡушылғас, бүтәнсә беҙ исемдәребеҙгә ҡарата ризаһыҙлыҡ белдермәнек.
Атай-әсәйемдең һәр аҙымы мәҡәл-әйтем, тормош тәжрибәһенә нигеҙләнгән тәрбиә алымы булды. Атайым: «Һайыҫҡан балаһын ике яғыңа ҡара ла бер соҡо, тип өйрәтә икән, ә һайыҫҡан балаһы ике соҡой ҙа бер ҡарай икән. Һайыҫҡан быны күргәс, һай моңло ҡоштоң ба-лаһы ла моңло ҡош шул, тигән». Һәр кемдең балаһы үҙенә ғәзиз икәнлекте аңлата. Аң-белемгә зирәк атайыма, әсәйемә артабан уҡырға мөмкинселек булмай, шуғалыр ҙа улар беҙҙе, ҡыҙҙарын уҡытыусы итеп күргеләре килде.
Уҡытыусы - таҙа эш, портфель тотоп ҡына мәктәпкә баралар ҙа ҡайталар тип уйлайҙар ине. Таҙа эш булһа ла, уҡытыусы эше ваҡыт менән иҫәпләшмәй, үҙеңде тотошлайы менән балаларға бағышлауҙы талап итә. Бушамай киткән саҡтарымда әсәйем: «Ир үлер ҙә - дан ҡалыр», - тип уҡытыусылыҡ хеҙ-мәтебеҙҙе ир-егетлек ки-мәленә күтәреп, бәҫен арттырып ебәрер ине. Сит-ят ерҙәргә сығып йөрөмәһә лә, әсәйемдә илһөйәрлек тойғоһо бик көслө булды. Һөргөнгә ебәрелеп, шунда тороп ҡалған Тәлғәт бабай отпускыға ҡайтһа, әсә-йемдең йырлауын үтенә, үҙе тәгәрәп ятып илай торған булған. Шуғалыр ҙа ер-һыу, тыуған төйәк төшөнсәләренә оло мә-ғәнә һала, ихтирам һаҡлай ине. Болдорона сыға ла: «Эй, Арҡырымды, Торһайымды ҡарап торам әле. Бер ерем ауыртманы, һынманы, абынманым-һөрлөкмәнем, Торһайҙа еләк ваҡ, аша төшөп Өскүл яланынан турғай башындай эре еләк тиреп ҡайта инем. Эре еләкте Белорет баҙарында мәрйәләр һә тигәнсе сират тороп алалар ине, ҡалай шәп булғаным», - тип шөкөр итә. Балалар бәхетенә йыл да еләк уңа ине, сөнки еләк һатып беҙ китап-дәфтәрҙән алып пальто, аяҡ кейемдәре, мәктәп формаларына тиклем ала инек. Берҙән-бер килем сығанағы - атайҙың эш хаҡына ғына ҡарап тормайбыҙ, муйыл, сейә лә һатабыҙ. Муйыл Үрге Урал баҙарында шәп үтә, ҡаҙаҡтар күпләп ала. Үлән, тубырсыҡ тапшырабыҙ. Емеш-еләк өлгөргәнсе әсәй картуфты утап, күмдереп, әрмәк, фуфайкаларҙы күлдә йыуҙырып эште бөтөртә, еләккә төшкәс бөтә көстө емеш-еләк һатыуға туплайбыҙ. Аҡсаның бәҫе, тапҡан малдың ҡәҙере бар ине ул заманда.
Оҙонгүл ауылының бөтә ҡатын-ҡыҙы ла балаларҙы еләк һатып уҡытты, кеше итте. Әсәйҙәребеҙ олоғая төшкәс, матур-матур милли кейемдәр кейеп, аяттар уҡып ауыҙ асырға йөрөнөләр. Дингә юл асылғас, бер-береһенән күсереп, аят-доғалар өйрәнделәр, намаҙға баҫтылар. Беҙ, ҡыҙҙар, хәйер-саҙаҡа таратабыҙ, ҡунаҡ һыйлашырға ярҙам итәбеҙ. Ҡапҡа алдына сығып оҙатышып, Әлмисаҡты йырлайҙар, Салауат әйтәләр. Эй ғүмерҙең онотолмаҫ, йөрәккә уйылып ҡалған илаһи хәтирәләре.
Хәҙер күбебеҙҙең әсәйҙәре баҡыйлыҡҡа күсте, ә беҙгә улар кей-гән яғалары, камзул-күлдәктәре, иҫтәлек-ама-наттары, ҡулдан яҙып бергә тегелгән аят-до-ғалары ғына ҡалды.
Күңелгә яманһыу саҡ-та мин әсәйемдең күҙ нурҙары һеңеп ҡалған мәрйендәрҙе теҙеп тек-кән яғаһын, көмөш тәң-кәләрен алып һыйпап тынғы табам. Бына исма-һам, ҡомартҡы. Фәүзиә апайыма ла, миңә лә, Рәйлә апайым менән икәүләп бер ҡыш буйы эшләнеләр.
«Бесәнлектәрҙе сабы-ғыҙ, әрәм итмәгеҙ, ошо ер-һыу өсөн Кирам ба-байҙарым, олатайҙарым күпме ҡан түккән, бесән-леккә барғас һаулыҡ һорашығыҙ, бесәнен эш-ләп бөткәс, икенсе йылда ла иҫән-һау килергә яҙһын, - тип хушлашып ҡайтығыҙ», - ти ине. Ин-саф улы бесән сапмаһа ла йыл да бесәнлеккә алып бара. Ҡайыны аҫтында намаҙын уҡый. Ул ҡайын тирәһен бысратмаҫҡа ҡуша, һәм йырлап ебәрә:
Эй, һайрай ҙа был һандуғас,
Һаҙ һайламай бит ул, тал һайлай.
Был түрәлек менән был шөһрәт
Ил һайламай бит ул, ир һайлай,
- тигән юлдары хәтерҙә ҡалған. «Хәҙер донъя көтәм тигән кешегә бесәнлек иркен. Малда ята аҡса, элек беҙҙең заманда берәү ҙә ситкә китмәне, ниндәй ауыр саҡта ла үҙ йәнен үҙе алманы - тип аптырай. - Хәҙерге кешегә әллә ни етмәй, ахырзаман етһә, ир - ҡол булыр, һыйыр - бол булыр. Һәр тыуған көнгә ҡыуанығыҙ, шөкөр итегеҙ», - тип өйрәтә ине. Әсәйем менән атайымдың теләктәре тормошҡа ашты: һәр кемебеҙ үҙ һөнәрен тапты, үҙ урынында, ғаиләһен ҡороп үҙ районыбыҙҙа, тыуған төйәгебеҙҙә ҡартайып киләбеҙ, балаларыбыҙ түгелмәй-сәселмәй, үҙ-ҙәре бала үҫтерә, донъя көтәләр.
Ауылдарҙа ололарҙан күреп, ҡорбандар салып, әруахтарға аят-доғалар бағышлап үткәргән кисәләр йолаға әүерелгән. Иншаллаһ, мәсеттәр асылып, иманға ҡайтып, уны балаларға өйрәтеп, етеш мул тормошта йәшәй ауылдаштарым да. Үҙҙәренән күрмәксе балалары ла шул юлды ҡыуа.
Ғәлимә апай менән Юлай ағай Ғариповтар - минең ут күршеләрем. Үтә лә егәрле, тырыш, ярҙамсыл улар. Ейәне Илсен әрме хеҙмәтен тултырып, Сорғот ҡалаһында эшләп ҡайтты. Раян ейәне юғары белем алып, дипломлы белгес - бөгөн һауа десант ғәскәрендә хеҙмәт итә. Егеттәр иҫән-һау хеҙмәт итер, олатайҙар данын дауам итерҙәр, тип ышанабыҙ. Килендәре Гөлнараға терәк-таяныс улар, ярҙамдарынан ташламайҙар. Ҡыҙҙары Алһыу мәктәптә эш-ләй. Уларҙың бөтә ҡыр эштәрен, йорт эштәрен бергәләп, үҙ-ара яр-ҙамлашып, эштән йәм табып йәшәүҙәре һоҡ-ландырғыс.
Бына шундай быуындар ебен дауам итеүсе тағы бер ғаилә - Алма апай менән Мәжит ағай Ҡаһармановтар. Улдары Сөнәғәт Афған яуын үтеп иҫән-һау ҡайтҡас хәләл ефете Гүзәл Хаммат ҡыҙы менән өс ул үҫтерәләр. Оло улы Урал «Бөйөк Петр» крейсырында хеҙмәтен тултырып ҡайтты, юғары белемле, әле икенсе улдары Эдуард әрме хеҙмәтендә.
Һуңғы осорҙа уҡыу-сыларыбыҙҙың юғары белемгә ынтылыуҙары, әрме хеҙмәтенә ҙур теләк менән барыуҙары һоҡ-ландыра. Атайымдың телгә алынған йәштәше Хөснулла бабай Шә-йәхмәтов ейәне Рәсим-дең Курил утрауҙарында сик һағы частарында контракт нигеҙендә хеҙ-мәт итеүенә бик ҡыуаныр ине. Хәрби әҙерлек уҡы-тыусыһы Нәҡип Кәтип улы Әюповтан: «Ағай, беҙҙе шундай часҡа ебәрергә ярҙам ит әле», - тип үтенеп тороуҙары, әрмегә барырғамы, әллә уҡыуҙы дауам итергәме тип кәңәш һорауҙары- хәрби әҙерлек буйынса тәрбиә эштәренең юғары кимәлдә булыуының һөҙөмтәһе.
Ир-егеттәр - ил тот-ҡаһы. Беҙҙе һаҡлар, ҡурсалар ҡалҡан барҙа илебеҙ, халҡыбыҙ тыныс йәшәр, Алла бир-һә. Сафта атаһының ҡулына тотоноп Сөнәғәт Ҡаһармановтың улы Айгизәр тора. Афған яуынан иҫән-һау ҡайтҡан Рәшит Фәйзуллиндың улы Салауат атаһынан һоҡланыулы ҡарашын ала алмай. Бына ул ва-тансылыҡ, яугирлыҡ тө-шөнсәләренең олатай-ҙарҙан улдарына, бала-ларына ҡандан аңға, аңдан заңға күсеп, быуындар сылбырында да-уам ителеше.
Атайҙар менән бергәләп үткәрелгән саралар, патриотик кисәләр, ғаилә байрамдары тәрбиәүи яҡтан үтә лә әһәмиәтле. Тормошобоҙҙоң ыңғай, фәһем алырҙай яҡтары күберәк бит, шулар тура-һында күберәк яҙайыҡ, фекер алышайыҡ. Беҙ динле, иманлы, ветеран олатайҙар-өләсәйҙәр тәрбиәһе алған, йәнен биргән, ҡанды түккән быуын балалары бит әле!
 
  • Оҡшаш яңылыҡтар
  • Комментарийҙар
Тормош юлдары ҡатмарлыТормош юлдары ҡатмарлы
Әсәйем Хөснә Гәбделнафиҡ ҡыҙы Габдуллина Яңы Байрамғол ауылында 1908 йылда урта хәлле крәҫтиән ғаиләһендә тыуа. Олатайым Гәбделнафиҡтың иген... Тотош уҡырға
Ҡәҙерле кешеләремҠәҙерле кешеләрем
Тупрағы баҫылып өлгөрмәгән, кәҫләнеп ярмаланып ятҡан ҡәбер эргәһендә торам. Был минең улымдың ҡәбере. Йәшләй генә гүр эйәһе булды, йәне ожмахта... Тотош уҡырға
Ҡәҙерлем, берҙән-беремҠәҙерлем, берҙән-берем
Әсәйем. Әсәкәйем… Әле мин уның ҡәбере эргәһендә торам. Гүр эйәһе булғанына ла ун алты йыл тулып китте. «Баш һәм аяҡ остарым яғына ике таш ҡуйырһығыҙ.... Тотош уҡырға
Хеҙмәтендә - хөрмәтеХеҙмәтендә - хөрмәте
Әсәй. Уҡытыусы. Был ике һүҙ бер тамырҙан булмаһа ла, донъялыҡтағы вазифалары бер үк нигеҙҙән. Әсәйҙәр беҙгә яҡты донъя бүләк итеп, тәүге һүҙҙәрҙе... Тотош уҡырға
Тормошобоҙҙоң яҡты маяғыТормошобоҙҙоң яҡты маяғы
Әҡлимә Сафинаның «Сәфәрем - тыуған төйәгем» китабын икенсе тапҡыр уҡып сыҡтым. Бик яҡшы баҫма ул, бигерәк тә йәш быуын өсөн ауыл тарихын белеү... Тотош уҡырға


Материал ебәрергә

Рубрикалар


Яңылыҡтар архивы




Номерҙар архивы

Яңылыҡтар календары

«    Апрель 2018    »
ДшШшШршКйЙмШбЙкш
 1
2345678
9101112131415
16171819202122
23242526272829
30 

Популяр яңылыҡтар


Башҡорт матрешкалары - милли кейемдәБашҡорт матрешкалары - милли кейемдә
Быға тиклем рустарҙың матрешкаларын ғына күргәнем...

«Халыҡ» исеменә тап төшөрмәнеләр«Халыҡ» исеменә тап төшөрмәнеләр
Районыбыҙҙа 43 халыҡ һәм өлгөлө үҙешмәкәр...

Был донъяла ниҙәр бар?Был донъяла ниҙәр бар?
РФ Президенты Владимир Путин Мөрә-жәғәтнамә менән...

«Киләсәккә белем - 2018» форумы үтте«Киләсәккә белем - 2018» форумы үтте
Ҡала-район мәктәптәрендә йыл да ойошторола килгән...

Иң тәмле икмәк -  ПоляковкалаИң тәмле икмәк - Поляковкала
Районыбыҙҙың төньяҡ зонаһына юл төшкәс, бер...


Бөтә хоҡуҡтар ҙа яҡланған. Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда һәм уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Яйык» («Яик»)
гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет сайттарында тура актив гиперһылтанма ҡуйырға.