» » Әрем дә баллы була

Әрем дә баллы була16.09.2016

Әрем дә баллы булаМаңҡортлоҡтан
дауа
Халҡыбыҙҙың «Тыуған ил-дең әреме лә баллы була» ти-гән мәҡәле бар. Зәһәр һүҙле кешене «әрем телле» тип атау ҙа таралған. Шағир Абдулхаҡ Игебаевтың «Ай, Уралым, ят ер сәскәһенән миңә әремең дә ҡәҙерлерәк!» - тигән юлдары ла быға ауаздаш. Әммә борон башҡорттар әрем үләне йорт-ҡа тыныслыҡ килтерә, тип тә ышанғандар. Бөгөнгө көндә берәй бәйләм әремде өй эсенә элеп ҡуйыуҙы көйәгә ҡаршы сара тип аңлатһалар ҙа, төп нигеҙҙә был боронғо хөрәфәттең сағылышы инде - ен-пәрейҙәрҙән, насар зат-тарҙан һаҡланырға ынты-лыш. Файҙаһы тейгәнме-юҡ-мы, ваба (холера) ауырыуын имләгәндә әрем һыуы менән ҡойондорғандар.

Төрки халыҡтарҙа борондан легенда йөрөй, уны «Емшан» балладаһы яҙып ХIХ быуат шағиры Аполлон Майков та-мам мәңгеләштерә. Сюжет түбәндәгесә. Отрок һәм Сырчан атлы бер туған ҡыпсаҡ хандары рус кенәзе Владимир Мономах менән алыша. Ғәскәрҙәре ҡыйратылғас Сырчан дала төпкөлөнә ҡаса, ә Отрок Кавказ тауҙарына юл ала. Күпмелер ваҡыттан йәнә көс йыйған Сырчан ҡустыһын саҡырта башлай. Тик бына Отрок яңы урында дан-шөһрәт ҡаҙана, сит мөхиткә ерегә, улай ғына ла түгел - урындағы халыҡҡа хаким булып ала. Илселәр үҙ тамырҙарына хыянат иткән уҙамандың хәтерен яңыртыу өсөн ҡыпсаҡ йырҙарын йырлап ҡарай, теге көлөмһөрәп кенә ултыра. Башҡаса булдыра алмағас, хан ҡустыһына бер ус әрем илтергә бойора. Тегеһе әрем еҫен абайлау менән елкенә, күҙҙәрендә йәш күренә, тыуған яҡтарын һағына башлай. Оҙаҡ та тормай кире ҡайта, сит-яттар араһында сөсө һәм етеш тормоштоң тәмен тамам юғалта бит. Аполлон Николаевич әремде емшан тип атаған, төрки һүҙ икәнлеге, «им»гә тамырланыуы күренеп тора. Шуныһы ғына үкенес, был атама хәҙер онотолған, һүҙлектәрҙән таба алманыҡ.
Төрки халыҡтар тарихының йәшерен биттәрен асҡан Морат Аджи юҡҡа ғына китабын «Ҡыпсаҡ далаһы әреме» тип атамаған. Баш һүҙендә тура ишара яһай: «...кем әремдең иҫерткес, ҡан ярһытҡан еҫен белмәй, был китапты асып та тормаһын. Үткән һәм ки-ләсәккә, ата-бабалар һәм ки-ләһе быуындарға битарафтар ҙа был китапты ситкә ҡуйһын». Морат Искәндәр улы шулай уҡ былай тип телгә ала: әрем - үҙенсәлекле үлән, һирәк кеше уның баһа-ҡәҙерен белә.Әрем - уртаҡ, бөгөнгө көндә онотолған Ватаныбыҙ хушы. Ата-бабаларыбыҙ ситтәге ҡәрҙәштәренә бер семтем кипкән әрем ебәрер булған, бетеү итеп күкрәктәренә таҡ-ҡандар.
Борон, әрем халыҡтың һағыш-ғәрәсәттәрен үҙенә туплай, шуға ла асы, тип ышанғандар. Был юҫыҡтан ҡарағанда, ниңә «маңҡортлоҡтан дауа» икән-леген төҫмөрләргә мөмкин. Беҙ тыуған еребеҙҙә йәшәһен, туған телебеҙҙә аралашһын өсөн ата-бабаларыбыҙ ифрат ҡиммәт хаҡ түләгән бит. Әрем еҫе ошо хаҡта иҫкә төшөрһә, үҙ тамырҙарыңа хыянат итеүе анһат түгелдер... Эх, беҙҙең заман маңҡорттарына ла әрем еҫкәтергә ине!

Сихәт
Әремдең дауа көсө борондан билдәле. Славяндарҙа изге Иоанн үләне тип аталған. Йәйге ҡояш торошо мәлендә (иң ҡыҫҡа төндә) ритуал усаҡтары тирәһендә әрем үреме тағып өйөрөлөп бейегәндәр. Һуңынан утҡа ырғытып яндырһаң, йәнәһе лә, йыл буйына сир-сырхау яныңа яҡын да килә алмаясаҡ.
Әрем препараттары ашҡаҙан-эсәк тракты, үт ҡыуығы, ба-уыр-бөйөр эшмәкәрлеген яҡшырта, нервылары ҡаҡ-шағандарҙы тынысландыра, хәлһеҙләнгәндәргә көс бирә. Шулай уҡ организмдағы пара-зиттарға ҡаршы эффектлы.
Косметик йәһәттән дә яҡшы.Әрем майланып торған сәс йыуыу өсөн ҡулайлы. Бының өсөн бер стакан ваҡланған йәшел әрем 2,5 литр ҡайнаған һыуҙа ярты сәғәт төнәтелә. Ә сихәтле ванна ҡабул итеү өсөн 250 грамм ҡоро әрем 2 литр һыуҙа ярты сәғәт төнәтелә. Һуңынан һөҙөп алып, ванналағы һыуға өҫтәйбеҙ һәм 20 минут ҡойонабыҙ. Был процедураны йоҡлауҙан бер сәғәт алда башҡарырға кәрәк. Ә иң ябайы - берәй шәлкем әремде мунса миндеге менән бергә бешерергә. Һыуын мунса ташына һирпергә. Үҙебеҙ һынап ҡараныҡ - бигерәк тә хуш килде.

Илһам, имеш...
Әремдең спирт төнәтмәһен Боронғо Египетта ҡуллана башлайҙар. Дауа сифатында. Ә XIX быуатта Европала спиртлы эсемлек булараҡ ныҡ популярға әйләнә. Францияла 1875-1913 йылдарҙа йән башына тура килгән төнәтмә 15 тапҡыр арта. 1913 йылда, мәҫәлән, 40 миллион литр эсәләр. Абсент тип атала. Иң ҡурҡыныс спиртлы эсемлектәрҙең береһе. Кешене тилертә, аңын юя. Аҡылдан яҙыусылар, үҙҙәренә-үҙҙәре ҡул һалыусылар ныҡ күбәйә. Шул уҡ ваҡытта илһам бирә тип иҫәпләнгән, күҙгә юҡ-бар күренә башлай. Ван Гог, Мане, Пикассо кеүек рәссамдарҙың һүрәттәрен аңлауы ҡыйын, фәҡәт абсент һемерә-һемерә ижад иткәндәр бит. Шул уҡ Ван Гогтың картиналарында һары төҫтәрҙең саманан тыш күп булыуын Пол Вульф исемле ғалим аңлатты - абсент эсеүенә бәйле, тилереп нәҡ шулай күрә башлаған була бахыр.
Оскар Уайльд һәм Эдгар По, Мопассан кеүек яҙыусылар ҙа мөкиббән киткән булалар.
1905 йыл фермер Джин Ланфрей абсент эсеп ала ла бар ғаиләһен атып үлтерә. Шунан һуң абсент тыйыла.Башта Швейцария менән Бельгияла, 1912 йыл Америкала, 1915 йыл был эсемлеккә иң ныҡ күнеккән Францияла тыйыла. Бөгөнгө көндә лә күпселек Европа илдәрендә тыйыу аҫтында.
Кеше мейеһенә әремдәге туйон тигән матдә кире йоғонто яһай. Хәҙер абсент етештереү йәнә рөхсәт ителһә лә, туйон нисбәте контроль аҫтына алын-ған.
Былар ҡыҙыҡлы
Әремдең 400 тирәһе төрө бар. Ҡайһылары - көслө ағыу. Петр батша Персияға яу менән барғанда Таврия әреме ашап бер төндә ғәскәренең 500 аты һәләк булған.
Хәҙер серҙәрен хәтерләүсе юҡтыр, ләкин борон туҡыма буяғанда нисектер ҡулланғандар.
Ҡайһы бер ҡоштар оя ҡорғанда әрем һабаҡтары ла үрә икән. Ошо рәүештә ҡошсоҡтарҙың сәләмәтлеген хәстәрләйҙәр - бөжәктәр аҙыраҡ йонсотасаҡ, зарарлы микроорганизмдар ҙа кәмей.
Боронғо Рим дәүерендә ике тәгәрмәсле ат арбаһында бәйге ныҡ популяр була. Еңеүсеһенә фәҡәт әрем ҡушылған шарап эсереү йолаһы тарала.
Англияла суд залдарын әрем төтөнө менән ыҫлау ғәҙәте та-ралған була, үлән көйөнсә лә иҙәнгә түшәйҙәр. Төрмәләрҙә бет-бөрсә ныҡ таралған була бит, ғәли йәнәптәре судъяларға күсеп ҡуймаһын өсөн был профилактика алымы ҡулла-ныла. Лазарет-госпиталдәрҙе был үлән төтөнө менән ыҫлау таралған була.
Яман заттарҙы индермәһен өсөн Ҡытайҙа әремде ишек өҫтәнә элеп ҡуялар. Йорт әрем төтөнө менән ыҫлана икән, йәшен һуҡмаясаҡ, тип ышаналар.
Немец крәҫтиәндәре көтөүлек тирәләй әремде күбәләп өйөр булғандар - зәхмәт ҡағылмаһын, күҙ теймәһен өсөн.
Япондар бурҙың эҙҙәре өҫ-төндә әрем яндырғандар - йәнәһе лә, йыраҡ ҡаса алмаясаҡ.


 
  • Оҡшаш яңылыҡтар
  • Комментарийҙар
Ғәзиз ҡан төҫөндәҒәзиз ҡан төҫөндә
Мышарҙың барлыҡҡа килеүе тураһында легенда-мифтар бихисап. Йәнәһе лә, ожмахтан ҡыуылған Һауа күҙ йәштәре түккән урында тәүләп үҫеп сыға. Ә миләштең... Тотош уҡырға
Йомортҡаның  йөйө юҡЙомортҡаның йөйө юҡ
Ҡыш, һалҡын, к өрс өк һәм киҙеү… Әйҙәгеҙ, ошо мәлдә йомортҡа тураһында һ өйләшеп алайыҡ. Борон-борондан кеше уны яҙғы ҡояш, тереклеккә күсеү символы... Тотош уҡырға
Тәҡдимдәр көтәмТәҡдимдәр көтәм
2011 йылда «Изге хәтер» исемле китабым баҫылып сыҡҡайны. Унда мин Иҫтамғол ауылының тарихын, ҡыҫҡаса булһа ла, ҡулымда булған материалдарға таянып... Тотош уҡырға
Тауҙар шатлығыТауҙар шатлығы
Супермаркеттарҙа «орегано» тип һатылған тәмләткес үләндең тап беҙҙең мәтрүшкә икәнлеге тураһында белә инегеҙме? «Орегано» грек теленән «тауҙар... Тотош уҡырға
Урман ҡаҙнаһы асылдыУрман ҡаҙнаһы асылды
Оло быуындың әйтеме булған: «Ҡара ергә баҫһаҡ, бирешмәбеҙ!» Мәғәнәһе шул инде - ҡышты аслы-туҡлы үткәреп ебәргән кешеләргә, яҙ еткәс, тәбиғәт... Тотош уҡырға


Материал ебәрергә

Рубрикалар


Яңылыҡтар архивы




Номерҙар архивы

Яңылыҡтар календары

«    Ғинуар 2018    »
ДшШшШршКйЙмШбЙкш
1234567
891011121314
15161718192021
22232425262728
293031 

Популяр яңылыҡтар


Яңы йылға өмөт-ышаныстар бағлайбыҙЯңы йылға өмөт-ышаныстар бағлайбыҙ
Ҡомаҡ (1924, 1936, 1948, 1960, 1972, 1984, 1996,...

Ғаилә йылы буласаҡҒаилә йылы буласаҡ
Башҡортостан башлығы Рөстәм Хәмитов 2018 йылды...

Изге ғәмәл менән  үткәрәйекИзге ғәмәл менән үткәрәйек
Мөхәммәт пәйғәмбәр ғәләйһиссәләм Миләди иҫәп...

Төклө аяғың менән - Һары Эт, ырыҫлы һәм имен бул!Төклө аяғың менән - Һары Эт, ырыҫлы һәм имен бул!
Эт йылын өйҙә һәм иң яҡын кешеләр менән ҡаршы...

Балҡып китте мәҙәниәт йортоБалҡып китте мәҙәниәт йорто
Капиталь ремонт үткәндән һуң тантаналы рәүештә...


Бөтә хоҡуҡтар ҙа яҡланған. Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда һәм уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Яйык» («Яик»)
гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет сайттарында тура актив гиперһылтанма ҡуйырға.