» » «Ҡуян ат, һырлы сана», йәки сөннәтһеҙҙән кәңәш һорама...

«Ҡуян ат, һырлы сана», йәки сөннәтһеҙҙән кәңәш һорама...16.09.2016

«Ҡуян ат, һырлы сана»,  йәки сөннәтһеҙҙән кәңәш һорама...Ғәмәлдең фарызы
Сөннәт ғәмәле хаҡында ғилми, дини сығанаҡтарҙа төрлөсә аңлатмалар йө-рөй. Йәһүдтәр өсөн, мә-ҫәлән, ҡан төшөнсәһе йән тигәнде лә аңлата. Шуға күрә ғүмерҙе бар-лыҡҡа килтереүсе ағ-заның тиресәһен ҡырҡ-ҡан саҡта ҡан ағыҙыу кешене яралтҡан Аллаһ Тәғәләгә үҙ ғүмереңде бағышлауға тиңләнә. Ислам дине буйынса, Ибраһим пәйғәмбәр Аллаһ Тәғәләнең талабы буйынса үҙ-үҙен, улы Исмәғилде һәм барлыҡ хеҙмәтселәрен сөннәтләй. Икенсе бер риүәйәт буйынса, Мө-хәммәт пәйғәмбәр ғәс-кәре изге яу мәлендә оҙаҡ ваҡытҡа дошман ҡамауында тороп ҡала. Эҫелә һыуһыҙ интеккән яугирҙарҙың енси ағ-залары боҙола башлай. Пәйғәмбәр яугирҙарына үҙ-үҙҙәрен сөннәтләргә ҡуша һәм был юл менән улар һәләкәттән ҡотола. Мөхәммәт пәйғәмбәр игеҙәк ейәндәрен дә тыуыуҙарының етенсе көнөндә сөннәтләй. Мосолмандарҙың сөн-нәтлеләргә ингән өлөшө «суниттар» («сөннәттәр»), сөннәтһеҙҙәре «шеиттар» («шәһиттәр») тип атала.

Хәҙерге христиан ди-нендә сөннәтләү юҡ, әммә Иисус Христосты ла (Ғайса пәйғәмбәрҙе) тыуыуының һигеҙенсе көнөндә сөннәтләгәндәр. Һуңынан христиан ди-нендә иң күп реформа яһаусы Павел апостол сөннәтләүҙе суҡындырыу ғәмәле менән алмаштыра. Сөннәтләү XX быуаттың 70-се йылдарында Көнбайышҡа, атап әйткәндә, Америкаға ла тарала. Ул саҡта яңы тыуған барлыҡ ир-аттарҙың 80 проценты сөннәтләнә. Ә Ер шарында бөгөн барлығы 60 процент көслө зат ағзаһы сөннәтле булып иҫәпләнә.
Малайҙарҙы сөннәткә ултыртыу - оҙаҡ йылдар дауамында һаҡланып килгән боронғо йола, мосолманлыҡ билдәһе. Әммә ул мотлаҡ эш-ләнергә тейешле хирургик операция түгел, сөннәтләнмәйенсә лә йәшәргә мөмкин. Ир-егеттәрҙе сөннәтләргә кәрәкме-юҡмы икәнен ата-әсәләр үҙҙәре хәл итә. Әммә уны эшләтеү, әлбиттә, яҡшыраҡ. Балаға биш йәш тулғас, уны хирург ҡарай, сөннәткә ултыртыуға әҙерләй. Биш йәшкә тиклем бәләкәстәр һәр нәмәгә ҡурҡып ҡарай, шуға был осорҙа бындай процедураларҙы башҡарыу рөхсәт ител-мәй. Сөннәтләү күберәк йәйге осорҙа башҡа-рыла. Малайҙарҙың енес ағзаһының осондағы тирене ҡыҫҡартыу һәм ҡыҫ-ҡартылғандан һуң уны йән ерҙең үҙендә яһал-ған (теленгән) яраға беректертеп уңалдырыуға «сөннәтләү» тип әйтәләр. Сөннәтләнмәгәндәрҙең енес ағзаһының башы аҫтындағы ҡапсығында һәр ваҡыт лайла, төрлө бысраҡ йыйыла. Ул хроник ялҡынһыныуға килтереп, дискомфорт тыуҙыра. Бер урынға ғына бирелгән наркоз менән (ә элек баба, йәғни «ҡанлы хирург», үҙенең мөғжизәһен ауыртыуҙы бер нисек тә баҫмай ғына эшләгән) артыҡ тире ҡырҡып ташланғандан һуң, малайҙар гигиена ҡағиҙәләрен үтәргә, һыуыҡ тейҙереүҙән, төрлө йәрәхәттәрҙән, һу-ғылыуҙан һаҡланырға, тоҙ ванналары эшләргә, йылы һыуға бер аҙ марганцовка һалып йыуынырға тейеш. Буласаҡ атайҙар үҙҙәренең һаулығына ет-ди ҡарарға, төрлө проблемаларынан оялырға түгел, ә киреһенсә уларҙы дауаларға, табиптарға мөрәжәғәт итергә бурыслы.
Төркиәлә мосолмандар, сөннәтләүҙе баланың иҫ белгән сағында үтәү хәйерле, тип һанай. Сөнки был ғәмәл малайҙың хә-терендә ҡалырға тейеш. Ир-атҡа уны оло йәштә лә атҡарырға мөмкин. Әммә егет кешенең өйләнерҙән алда сөннәтләнгән булыуы хәйерле һанала. Бының асылы шунда: сөннәтләү ғәмәле ҡатын-ҡыҙ хаҡына, йәғни уның сәләмәтлеген хәстәрләү өсөн, үтәлә. Ҡатын-ҡыҙ ауырыуҙарының баш-лыса ире сөннәтһеҙ бул-ғанда осрауы мәғлүм. Ир балаларҙы сөннәткә ултыртыуҙың (медицина алға киткән заманда хәҙер бабаға биреү күҙәтелмәй) иң төп маҡ-саты - үҙҙәренең һәм ҡатын-ҡыҙҙың һаулығын һаҡлау.
Күпселек малайҙар 9-сы синыфты тамамлағас һәм армияға алыныр алдынан ғына табип-урологка мөрәжәғәт итә. Сәләмәтлектә-ренең ныҡлы булмауы арҡаһында бәғзеләре армияға бармай ҡала. Шуға ла гигиена талаптарын теүәл үтәргә, һәр саҡ йыуынып, таҙа йөрөргә кәрәклеген баланың башына бәләкәйҙән һең-дерергә, өлгө күрһәтергә кәрәк. Сөнки ата-әсәләр үҙҙәрен генә түгел, ки-ләсәк быуынды ла ҡай-ғыртырға бурыслы.
Йәһүдтәрҙә сөннәтләү «бритмила» тип атала икән. Уларҙа «Ысын ир 23 февраль көнө сөн-нәтләнергә тейеш», тигән әйтем дә бар. Фәнни телдә сөннәтләүҙе циркумцизия тиҙәр.

«Бабаға
ултырҙыҡ...»
«Киске Өфө» гәзитендә Әмир Ғүмәровтың хә-терләүҙәрен тап иттек. Бына нимәләр яҙа ул:
«Ул көнгә тиклем сөн-нәтләнгән ағайҙарҙың ыштанһыҙ көйгә оҙон күлдәк кейеп, аяҡтарын кирә баҫып, ауыл урамында төлкән-төлкән атлап йөрөгәнен күреп, үҙҙәрен «баба-баба» тип үсекләп, көлә торғайныҡ. Әммә, көлә килә, артынан һөрә килә, тигәндәй, бер көн килеп, сират беҙгә лә етте. Йәй башының матур бер көнөндә «Ауылға баба килгән», тигән һүҙ таралғас, беҙҙең, 4-5 йәш араһындағы тиҫтерҙәрҙең, йөрәге жыу итеп ҡалды. Йылғырыраҡ, зирәгерәк малайҙар ауыл янындағы урманға ҡасып өлгөрҙө. Улар баба өйҙән-өйгә йөрөп, үҙ эшен бөтөр-гәндән һуң ғына, кисләтеп кенә өйҙәренә ҡайта алды. Ҡайһылары йыл һайын ауылға килгән бабанан ҡаса торғас, бөтөнләй сөннәтһеҙ тороп ҡалды. Бер нисә йылдан сөннәтсе бабаның үлеп ҡалыуы хаҡында ишеттек һәм беҙҙән һуң донъяға килгән бер нисә быуын малайҙары сөннәтһеҙ ҡалды, уның ни икәнен дә белмәй үҫте.
Ә беҙ эләктек. Һаман да иҫемдә. Баба тигән кешенең беҙҙең өйгә килеп ингәне, мине сәсемдән һыйпағаны, «Көҙ көнө улыма ҡуян ат, һырлы сана алып киләм, егеп йөрөрһөң», тип әйткәне. Бигерәк хикмәтле, серле, әкиәттәгесә тылсымлы ине шул бабаның «ҡуян ат, һырлы сана», тигәне. Уның «ҡуян ат» тигәнен аңланым да кеүек, ә бына «һырлы сана» тигәне нисегерәк икән? Шул хаҡта хыялланып та өл-гөрмәнем... «сем» итеп ҡалды. Уның ҡарауы, «ҡуян ат, һырлы сана» хаҡындағы татлы хыял барыһынан да көслөрәк булып сыҡты. Һәр хәлдә, ул саҡтағы ауыртыныу татлы иҫтәлек кенә булып хәтергә уйылған. «Ҡуян ат, һырлы сана» тигәндең хикмәте лә тап ошондалыр, күрәһең. Тағы ла шуныһы иҫтә ҡалған: сөннәтсе баба енси ағзаны ҡырҡҡандан һуң хасил булған сей яраға сөрөк, йәғни серегән ағас онон һибә торғайны. Хәҙерге профессиональ медицина күҙлегенән ҡарағанда, сөрөк, бәлки, сәйерерәк тә, ҡырағайыраҡ та булып күренәлер, әммә беҙҙең ауылда, мәҫәлән, бер малайҙың да яраһы боҙолоп, ауырып йө-рөгәне булманы.
Оҙон күлдәк кейеп, урам буйлап төлкән-төлкән баҫып, беҙ ҙә йөрөнөк, беҙҙән дә «баба-баба» тип көлдөләр. Тик үҫә килә, шуға ла иғтибар иттек: өлкәндәр, ниңәлер, сөннәткә ултыртылғандарға күп кенә яуаплы эштәрҙе ышанып тапшыра, ни-ңәлер сөннәтһеҙ ке-шегә ҡулы йыуылмаған кешегә ҡараған һымаҡ ҡарай. Сөннәтһеҙҙән ик-мәк телдермәйҙәр, мал салдырмайҙар, мәрхүм-дәрҙе йыуыуҙан да мәхрүм сөннәтһеҙҙәр. Ниңәлер, уларҙың ҡулы менән башҡарылған ғәмәлде «хәрәм» тип баһалау йәшәй беҙҙең яҡта. «Сөннәтһеҙҙән кәңәш һорама!» тип тә әйтәләр хатта. Тағы ла, ниңәлер беҙҙә сөннәтләүҙе «бабаға ултырыу» тип атайҙар. Ниңә ултырыу икән? «Ҡуян атҡа һырлы са-на»лар егеп йөрөүҙең ана ниндәй әһәмиәте бар икән дә. Хәҙер уйлап ҡараһаң, ауылыбыҙға килеп, ма-лайҙарҙы сөннәтләп йө-рөүсе бабаларҙың ниндәй мөһим һәм зарури ғәмәл башҡарып йөрөгәндәрен аңлайһың. Барыһы ла илдең һәм милләттең һау-лығы өсөн булған. Малай саҡта бабанан урманға ҡасып китеп, сөннәтһеҙ ҡалған малайҙар хәҙер аңлайҙармы икән үҙ-ҙәренең ниҙән мәхрүм булғанын? Әйткәндәй, беҙҙең яҡта бер ағай өйләнер алдынан «бабаға ултырҙы». «Ҡуян ат егел-гән һырлы сана»ға ултырып елеүсе 4-5 йәш-лек малайҙарҙы күҙ алдына килтерһәң, донъя яҡтырып китә, күңелдә мөғжизәле әкиәт ярала...»

Атайҙар донъяһына күсеү
Сөннәтләү дини йолаға ғына бәйле ғәмәлме? Хәҙерге заман медицина һәм психология фәндәре күптән инде был ғәмәлдең кеше һаулығы өсөн бихисап файҙалы яҡтарын иҫбат итте. Бө-гөн сөннәтләү ҡайһы бер сирҙәргә ҡаршы дауалау сараһы ла булып тора. Уның гигиена йәһәтенән әһәмиәте лә баһалап бөткөһөҙ ҙур. Хәҙер да-уаханаларҙа хирургтар ата-әсәләрҙең мөрәжәғәте буйынса малайҙарҙы «ба-баға ултырта». Был операция бик еңел башҡарыла һәм «һырлы сана егелгән ҡуян ат»ҡа атланған малай шундуҡ өйөнә ҡайтарыла. «Бабаға ултырыу»ҙың хаҡы ла төрлө урында төрлөсә: бер меңдән өс меңгә тиклем, тиҙәр. Медиктар һәм психологтар фекеренсә, сөннәтләү бер нисә әһәмиәткә эйә:
1. Сөннәтләү енси акт оҙайлығын, тимәк, секс кинәнесен тәьмин итеүсе ғәмәл булып иҫәпләнә. Ни өсөн шулай тиһегеҙме? Сөнки енси ағзаның сөн-нәтләгәндән һуң асыҡ ҡалған баш өлөшө эске кейемгә ышҡылып йөрөп, уның һиҙгерлеген, тойоу һәләтен кәметә һәм был үҙ нәүбәтендә енси актты оҙайта.
2. Сөннәтләнгән һәм даими тәһәрәтләнгән ир-аттың енси ағзаһына инфекция һәм бысраҡ эләгеү ҡурҡынысы юҡ тиерлек.
3. Сөннәтһеҙ ир-аттарҙа «икенсе йөрәк сире» - енси биҙ ауырыуы (простатит, аденома) йышыраҡ осрай. Сөннәтһеҙ ир-ат сөннәтлеһенә ҡарағанда герпес, гонорея менән ике тапҡыр, сифилис, бәшмәк ауырыуы менән биш тапҡыр йышыраҡ ауырый.
4. Сөннәтләү ир-ат енси ағзаһының яман шеш ме-нән сирләү ҡурҡынысын күпкә кәметә. Сөннәтле ир-аттарҙың ҡатындары аналыҡ юлы яман шеш сире менән һирәк ауырый. Бар ирҙәр ҙә сөннәтләнгән Сәғүд Ғәрәбстанында, мәҫәлән, ҡыҙ-ҡатындар енси ағзаларҙың яман шеш ауырыуы менән бөтөнләй яфаланмай.
5. Ер шарындағы ирҙәр-ҙең яртыһынан күбеһе фимоз һәм парафимоз менән яфалана. Сөннәтләү был сирҙәрҙән арыныу өсөн иң ҡулай сара булып тора. Шулай уҡ төндә бәүеле тотмаған ир-атҡа ла сөн-нәтләү ныҡ ярҙам итә.
6.Психологтар фекер-енсә, сөннәтләнгән ир-аттарҙа ҡурҡыу синдромы аҙ була. Йәғни малай саҡта енси ағзаһының йоҡаҡ тиресәһе ҡырҡылған саҡта барлыҡҡа килгән ауыртыныу тойғоһо ир-ат өсөн, ғөмүмән, ауыртыныуға «сирҡаныс алыу» ғына икән дә.
7. Сөннәтләнгән ир-аттың енси ағзаһы эстетик йәһәттән дә оло әһәмиәткә эйә. Йолалар һәм традициялар нигеҙендә тәрбиәләнгән ир-ат өсөн сөннәт - күр-кәмлек билдәһе.
8. Австрия психоаналити-гы Зигмунд Фрейд феке-ренсә, «сөннәтләү үҫмерҙе бисексуаль хәленән тиҙерәк сығарыу өсөн булышлыҡ итә». «Сөннәтләнгән малай, ир-ат атамаһы алып, әсәһе ҡуйынынан атайҙар донъяһына күсә», - тиҙәр Көнсығыштың аҡыл эйә-ләре.

 
  • Оҡшаш яңылыҡтар
  • Комментарийҙар
Шеш яман булмаҫ, ваҡытында асыҡлағандаШеш яман булмаҫ, ваҡытында асыҡлағанда
Медицина алға киткән заман булһа ла, күптәр яман шеш тигән һүҙҙе ишетеү менән ҡалтырап төшә. Рәсәй һаулыҡ һаҡлау министрлығы мәғлүмәттәре буйынса,... Тотош уҡырға
Эйәк күрке - һаҡалЭйәк күрке - һаҡал
Һаҡалдың һәр бөртөгө сауап, тик уны таҙа тоторға кәрәк, тигән башҡорт әйтеме билдәле. Һаҡал - ғилми тел менән әйткәндә, күҙгә иң ныҡ ташланған... Тотош уҡырға
Ҡорбан ғәйете мөбәрәк булһын!Ҡорбан ғәйете мөбәрәк булһын!
Ҡорбан ғәйете алдынан йортто йыйыштырыу, тәртип урынлаштырыу байрамды ҡаршылау шарттарының береһе. Бысраҡ йортҡа бер ваҡытта ла ҡот ҡунмаҫ, ырыҫ... Тотош уҡырға
Нисек ҡотолорға?Нисек ҡотолорға?
«Учалы ҡалаһында йәмғиәтте һауыҡтырыу механизмын булдырыу» тигән девиз аҫтында район хакимиәте эргәһендәге ведомство-ара кәңәшмә үтте. Бында сирҙе... Тотош уҡырға
Сибай яҡыныраҡСибай яҡыныраҡ
Төбәгебеҙҙә бөгөнгө көндә 1544 мылтыҡ һәм травматик ҡорал иҫәпләнә, шул уҡ 130 тирәһе һырлы көбәкле мылтыҡтар. Ҡағиҙә буйынса һуңғылары 5 йыл һайын... Тотош уҡырға


Материал ебәрергә

Рубрикалар


Яңылыҡтар архивы




Номерҙар архивы

Яңылыҡтар календары

«    Апрель 2018    »
ДшШшШршКйЙмШбЙкш
 1
2345678
9101112131415
16171819202122
23242526272829
30 

Популяр яңылыҡтар


Башҡорт матрешкалары - милли кейемдәБашҡорт матрешкалары - милли кейемдә
Быға тиклем рустарҙың матрешкаларын ғына күргәнем...

«Халыҡ» исеменә тап төшөрмәнеләр«Халыҡ» исеменә тап төшөрмәнеләр
Районыбыҙҙа 43 халыҡ һәм өлгөлө үҙешмәкәр...

Был донъяла ниҙәр бар?Был донъяла ниҙәр бар?
РФ Президенты Владимир Путин Мөрә-жәғәтнамә менән...

Иң тәмле икмәк -  ПоляковкалаИң тәмле икмәк - Поляковкала
Районыбыҙҙың төньяҡ зонаһына юл төшкәс, бер...

«Киләсәккә белем - 2018» форумы үтте«Киләсәккә белем - 2018» форумы үтте
Ҡала-район мәктәптәрендә йыл да ойошторола килгән...


Бөтә хоҡуҡтар ҙа яҡланған. Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда һәм уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Яйык» («Яик»)
гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет сайттарында тура актив гиперһылтанма ҡуйырға.