» » Алтын ҙур булмай

Алтын ҙур булмай24.10.2016

Алтын ҙур булмай«Буйым бәләкәй булһа ла, эй һылыуҡай,
Йөрәккәйем минең елә эсемә һыймай.
Алтын ҙур булмай, эй һылыуҡай,
Давай сыҡ миңә кейәүгә, былай эш бармай!»[/b]
- тип был йырҙы башҡарғанда үҙе орсоҡ кеүек һикереп бейеп торған бәләкәй буйлы был егетте йәштәр баштан уҡ үҙ итте. Олораҡ быуын вәкилдәре иһә йылмайыу аша ҡараны. «Ауыл малайы», «Кия-Кия» йырҙарын өҫтәһәң, ысынлап та, башҡарыусының тәүге ижадтары оло быуынға «тоҙһоҙ», хатта «тулыкһыҙ» күренгәндер.
Әммә артабанғы «Онот-майым, ҡояшым, мин һине», «Һин йылмаяһың», «Ғәфү ит мине, һылыу» кеүектәре бар халыҡ һөйөүен яуланы. Ә һуңғы арала донъя күргән, тәрән мәғәнә менән яҙылған, уйланылған «Яңғыҙ ҡа-тын», «Йөрәгем тибә», «1001-се йыр», «Аллам» йырҙары башҡарыусы ижадына бөтөнләй икен-се күҙлектән ҡарарға мәжбүр итте. Кем тура-һында һүҙ бара һуң? Популяр йырсы, башҡорт эстрадаһының «алтын малайы» Илгиз Абдрахманов хаҡында, әлбиттә. Егеткә ярты Башҡортостан ҡыҙҙары ғашиҡ, уның үҙенсәлекле тауышын беләләр, таныйҙар, ижадын хөрмәт итәләр. Сәхнәлә шаян һәм шуҡ Илгиз әңгәмәләшкән арала үтә тыйнаҡ, тура һүҙле, һайлаған шөғөлөн яратып башҡарған кеше тәьҫирен тыуҙырҙы.
Октябрь аҙағында йәш йырсы Башҡортостан буйлап гастролдәргә сыға. Һәм уның ҙур концерты иң тәүҙә Учалыла үтәсәк. Тамашасыларҙы йырсы менән яҡынданыраҡ таныштырыу маҡсатында Илгиз Абдрахмановты «Яйыҡ»ҡа ҡунаҡҡа са-ҡырҙыҡ.
- Илгиз, үҙегеҙ хаҡында һөйләп үтегеҙ әле.
- Мин Баймаҡ районының төпкөл Ишей ауылында тыуып үҫтем. 8-се кластан һуң бәләкәй генә ауыл сиктәренә һыйыша алмай, көслә-шеп тигәндәй Сибай гимназия-интернаты-на уҡырға барҙым. Сәнғәткә ғашиҡ кеше булараҡ гимназия исеме-нән төрлө конкурс-ярыштарҙа ҡатнаша, алдынғы урындар ала торғайным. Бындай әүҙем егеткә мәктәп директоры һүҙ тейҙермәҫкә тырышһа ла, уҡыу яғы үтә яҡшыларҙан булмағас, 9-сынан һуң минең менән хушлашырға ашыҡтылар. Шулай итеп, 10-11-се класты Сибай ҡалаһының 13-сө башҡорт мәктәбендә тамамланым.
Сибайҙа уҡыған саҡ-та ҡала кимәлендә уҙған Бард йырҙарын башҡарыусылар фести-валендә - беренсе, Урал аръяғы райондарында уҙған төрлө конкурстарҙа алдынғы урындар ала килдем. Урындар яулау минең өсөн ҡыҙыҡлы, күңелле шө-ғөл булды. Ярышта ҡатнашҡанға тиклем уҡ уңышҡа өл-гәшәсәгемә шикләнмәй торғайным, шуға барыһы ла килеп сыҡҡандыр, тип уйлайым. «Шикләнеү - шайтандан, ә ышаныу - Аллаһ Тәғәләненең үҙенән», - тигән бит Мөхәммәт пәйғәмбәр.
Өс йыл эсендә Сибай ҙа миңә тар күренә башланы. Мәктәпте тамамлағас, күп уйлап тормай, Өфөгә юлландым. Сән-ғәт училищеһының йыр бүлегенә уҡырға инеп ҡарағайным да, алманылар. Тауышың бик үк матур түгел, тинеләр. Шулай ҙа мин кеше һүҙенә ҡарап торманым, бер продюссер менән танышып, килешеү төҙөп, профессиональ кимәлдә студияла йырҙар яҙҙыра башланым. Уйламаған ерҙән БДУ-ның филология һәм журналистика факуль-тетына ситтән тороп уҡырға индем. Аллаға шөкөр, был уҡыу йор-тон уңышлы ғына тамам-ланым.
- Ә йырға һөйөү кемдән килә?
- Ғаиләмдә бөтәһе лә тиерлек музыкаль яҡтан бик һәләтле кешеләр. Әсәйем өҙҙөрөп гармунда уйнай. Атайым бик оҫта бейей, йыш ҡына төрлө мәжлестәрҙә ул көтөп алынған ҡунаҡ. Шулай уҡ минең ижадымда бер туған ағайым Илшаттың роле ҙур булды. Ул яҡшы баянсы, аранжировка оҫтаһы, тауыш яҙҙырыу студияһын етәкләй. Һуңғы йырҙарымды тик унда яҙҙырырға тырышам. Сөнки ағай менән эшләүе еңел, етмәһә, бының өсөн хаҡ алмай.
- Ҙур сәхнәләрҙә ижад юлы нисек башланып китте?
- Тәүге йырҙарым шаян тематикалы булды. Улар һикереп төшөп бейерлек дәртле, «йәштәрский» ине. Артабан мөхәббәт темаһына ҡағылдым, һәләтле йырсы Лиана Хәбибуллина менән яҙҙырылған дуэт («Онот-майым, ҡояшым, мин һине» йыры) халыҡҡа ныҡ оҡшаны. «Алтын малай» тип аталған тәүге аудиоальбомым 2005 йылда донъя күрҙе. Унда ингән күп йырҙарҙың авторы - минең шуҡ һәм шаян йән дуҫым, бөгөн үҙе лә билдәле йырсы Тимур Вәлитов. Ул яҙған «Ауыл малайы», «Кия-Кия», «Алтын малай» йырҙары тиҙ арала бик популяр булып китте. 2006 йылда «Ҡайҙа һин?» тип исемләнгән икенсе аудиоальбомым донъя күрҙе. Уның да уңышы ҙур булды, кешеләр яратып ҡабул итте. Альбомдағы «Запарай», «Ҡайҙа һин?», «Илама, бәғерем» йырҙары ла Тимурҙыҡы. Ғөмүмән, һәләтле, ярҙамсыл, шәп дуҫтарың һәм туғандарың булғанда йәшәүе һәм эшләүе ныҡ рәхәт икән ул!
- Инде танылыу яулағас Һеҙ бер мәл сәхнәләрҙән бөтөнләй юғалып алдығыҙ. Нимә менән бәйле булды икән был?
- 2007 йылда ислам динен ҡабул иттем. Намаҙға баҫтым. Дин эсендә лә төрлө йүнәлештәр барлығын белмәнем ул ваҡытта. Музыка, ижад - гонаһлы, ярамаған эштәр, тип мине бутанылар. Ошо арҡала 6-7 йыл бөтөнләй ижад итмәйенсә аҙа-шып, юғалып йөрө-нөм. Ысынында иһә традицион ислам был ғәмәлдәрҙе тыймай икән. Әгәр ҙә ижадың бер кемгә лә насарлыҡ, зыян килтермәһә, шөғөлләнергә була, шуны аңланым. Ике йыл элек тормошҡа бө-төнләй икенсе ҡараш менән йәшәй, өр-яңы һулыш менән ижад итә башланым.
- Дини тематикаға яҙылған йырҙар ҙа барлыҡҡа килде инде...
- Эйе. «Аллам», «Һыуһай», Тимур Вәлитов менән башҡарылған «Һиңә тапшырам» йырҙары шун-дайҙарҙан. Ғөмүмән, дин юлында булыу ниндәй генә һөнәргә эйә булһаң да кешегә бер ҡасан да ҡамасауламай, киреһенсә, ярҙам ғына итә. Уны дөрөҫ итеп аңлай белеү генә кәрәк. Минең өсөн дин - ул һәр яҡлап бәхеткә ирешергә ярҙам итеүсе ысул, йәшәү рәүеше.
- Һеҙҙе сәхнәләрҙә яңынан күреүебеҙгә ныҡ шатбыҙ! Уңыштар нисек һуң?
- Яңынан-яңы йыр-ҙар ижад итәбеҙ, клиптар төшөрәбеҙ. 2015 йылда «Йәшлек-шоу» республика фестивалендә ҡатнашып, «Йыл йырсыһы» номина-цияһында еңеп сыҡтым. Үткәндәргә кире ҡайтып һүҙ йөрөткәндә был конкурста мин 2004 йылда - дипломант («Алтын малай» йыры менән), 2005-тә - «Йыл асышы», 2006 йылда - «Йыл аудиоальбомы», ике йыл элек «Йыл йыры» («Ай ли гөлкәйем») номинацияларында еңеп сыҡҡайным. Әгәр ҙә кеше бер йүнәлеште һайлап, күп көс, ваҡыт сарыф ителеүенә ҡарамаҫтан ошо юлдан тайпылмаһа, Аллаһ Тәғәлә лә уның алдында ҙур мөмкинлектәр аса. Шуға күрә мин бар энергиямды, ваҡытымды, көсөмдө тик ижадҡа, сәнғәткә генә йүнәлтәм.
Һуңғы ике йыл эсен-дә 5 йырыма клип төшөрөлдө. Унда про-фессиональ артистар менән бер рәттән, ябай кешеләр ҡатнашты. Башҡортостандың хозур тәбиғәте сағылдырылды. Йырҙар тормоштоң, йәшәүҙең асылы, мөхәббәт, кешелек ҡим-мәттәре темаларына арналды. Һәр әйтер һүҙемә тәрән мәғәнә, фәһем һалырға тырышам. Ошо арҡала һуңғы йылдарҙағы йырҙарым бөтөнләй икенселәй ҡабул ителә. Ижадымды яратыусылар араһында оло йәштәгеләрҙең күбәйеүе лә минең өсөн бик һөйөнөслө. Уҙған йылда Учалыға концерт менән килгәндә залда ултырыусыларҙың яртыһынан күберәген урта һәм оло йәштәге апай-ағайҙар тәшкил итте.
Аллаға шөкөр, кинәнеп ижад итәм, дөрөҫ юлдан барыуыма иманым камил. Яҡындарым, дуҫтарым, ижадымды яратып ҡабул иткән тамашасыларым бар, ошо ҙур бәхет минең өсөн.
- Радик Юляҡшин - Элвин Грей, Заһит Ҡунафин - МС Баш, ә һеҙҙең ниңә ижади псевдонимығыҙ юҡ?
- Ысынлап та, псевдоним уйлаштырып, ҡараштырып йөрөйөм. Кешеләр мине баштан уҡ «Илгиз Абдрахманов» итеп яратҡан икән, бәлки ул кәрәкмәйҙер ҙә.
- Киләсәккә ниндәй уй-ниәттәр менән янып йәшәйһегеҙ?
- Ижад юлында эшләйһе эштәр, пландар бик ҙур. Улар хаҡында алдан ҡысҡырмай тороу хәйерлерәктер. Ә дөйөм алғанда, артабанғы үҫеш, оҫталыҡты шымартыу. Башҡортостанда ғына түгел, Рәсәй кимәлендә иң яҡшылар, алдынғылар рәтенә баҫыу өҫтөндә артабан да эшләйәсәкмен. Аллаһ Тәғәлә ярҙамы менән барыһы ла килеп сығыр тип ышанам!
- 31 октябрҙә буласаҡ концертта тамаша-сыларҙы нимәләр көтә?
- Учалы халҡы ныҡ ихлас, дәртле. Уҙған йыл тулы зал, концерттан һуң бик ҡәнәғәт йөҙҙәрҙе күреп, был яҡтарға тағы киләсәкмен, тип дәртләнеп ҡайт-ҡайным. Учалылар менән осрашыуҙы ҙур түҙемһеҙлек менән көтөп йөрөйөм. Әлеге мәлдә концертҡа көслө әҙерлек бара. Йырлау, һикереү менән эш бөтмәйәсәк. Аҡсаһын һәм ваҡытын йәлләмәй килгән тамашасының өмөттәрен аҡларға, халыҡҡа күңелле ял минуттарын бүләк итергә тейешбеҙ. Концертта өр-яңы альбомымдың презентацияһы буласаҡ, яңы йырҙар менән бер рәттән халыҡ яратып ҡабул иткән элекке ижадтар яңғыраясаҡ. Шулай уҡ минең шәп дуҫтарым, юмористар ҡатнашасаҡ. Күңелле тамашаға рәхим итегеҙ!
- Әңгәмәгеҙ өсөн ҙур рәхмәт! Һеҙгә ижади уңыштар, бар уй-хыялда-рығыҙҙың тормошҡа ашыуын, беҙҙе яңынан-яңы йырҙарығыҙ менән ҡыуандырып торо-уығыҙҙы теләп ҡа-лабыҙ!
 
  • Оҡшаш яңылыҡтар
  • Комментарийҙар
«Сулпылар» йондоҙсоҡтары«Сулпылар» йондоҙсоҡтары
Гөлсөм Бикбулатова, Лиана Хәбибуллина, Марсель Ҡотоев, Зөлхизә Илбәкова кеүек билдәле йырсыларҙың киң танылыуы тап «Сулпылар» республика телевизион... Тотош уҡырға
Илде данлар Илдар!Илде данлар Илдар!
2000 йылда Башҡортостан юлдаш телевидениеһында старт алған «Гәлсәр һандуғас» эстрада йырҙарын башҡарыусыларҙың телевизион конкурс-фестивале башҡорт... Тотош уҡырға
Учалы һандуғасыУчалы һандуғасы
Танылған йырсы, филармониябыҙ артисткаһы Ынйы Әхмәтованың сығышын халыҡ түҙемһеҙләнеп кµтµп ала, байрам-концерттарҙа аяҡ өҫтө тороп алҡышлайҙар.... Тотош уҡырға
Сәнғәткә ғашиҡ шәхесСәнғәткә ғашиҡ шәхес
Бейеүсе, ҡурайсы, ҡумыҙсы, өзләүсе, хореограф, көслө етәксе, оҫта ойоштороусы, ғөмүмән, бай талант эйәһе, эҙләнеүҙәрҙән туҡтамаған, ҡуйған... Тотош уҡырға
Яҡташыбыҙ беренсеЯҡташыбыҙ беренсе
БДУ-ның Учалы вәкиллеге студенты Руслан Шакиров Мәскәү ҡалаһында үткән «Башҡорт йыры» фестивалендә беренсе урын яулаған. Композитор С. Низаметдинов... Тотош уҡырға


Материал ебәрергә

Рубрикалар


Яңылыҡтар архивы




Номерҙар архивы

Яңылыҡтар календары

«    Апрель 2018    »
ДшШшШршКйЙмШбЙкш
 1
2345678
9101112131415
16171819202122
23242526272829
30 

Популяр яңылыҡтар


Башҡорт матрешкалары - милли кейемдәБашҡорт матрешкалары - милли кейемдә
Быға тиклем рустарҙың матрешкаларын ғына күргәнем...

«Халыҡ» исеменә тап төшөрмәнеләр«Халыҡ» исеменә тап төшөрмәнеләр
Районыбыҙҙа 43 халыҡ һәм өлгөлө үҙешмәкәр...

Был донъяла ниҙәр бар?Был донъяла ниҙәр бар?
РФ Президенты Владимир Путин Мөрә-жәғәтнамә менән...

Иң тәмле икмәк -  ПоляковкалаИң тәмле икмәк - Поляковкала
Районыбыҙҙың төньяҡ зонаһына юл төшкәс, бер...

«Киләсәккә белем - 2018» форумы үтте«Киләсәккә белем - 2018» форумы үтте
Ҡала-район мәктәптәрендә йыл да ойошторола килгән...


Бөтә хоҡуҡтар ҙа яҡланған. Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда һәм уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Яйык» («Яик»)
гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет сайттарында тура актив гиперһылтанма ҡуйырға.