» » Юҡһынабыҙ һине, ғалим

Юҡһынабыҙ һине, ғалим28.10.2016

Башҡортостандың, уның сиктәрендәге ғилем даирәләрендә күренекле тел белгесе, Башҡортостан фәндәр академияһының ағза-корреспонденты, филология фәндәре докторы, профессор Ишмөхәмәт Ғилметдин улы Ғәләүетдиновтың исем-шәрифе лайыҡлы урын биләй.
Юғары белемгә ынтылған, тормошта үҙ позицияһын нығыта барған Иш-мөхәмәт менән БДУ-ның филология факультетында бергә уҡыныҡ, бер бүлмәлә өс йыл йәшәнек. Биш йыл һоҡланғыс уҡытыусылар, фән эш-мәкәрҙәре ҡулында белем алып, күренекле профессор, яҙыусылар менән аралашып, үҙенә моңло ҡурайҙы иш итеп оло юлға сыҡты ул.

1969 йылда юғары уҡыу йортон тамамлағас, Өфөләге СССР Фәндәр академияһы Башҡортостан филиалының Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтына эшкә алына. Совет армияһында хәрби бурысын үтәп ҡайта. 1971-1973 йылдарҙа Ташкент ҡалаһында төрки, ғәрәп һәм фарсы телдәрендәге иң боронғо ҡулъяҙмаларҙы, сығанаҡтарҙы уҡырға өйрәнә, интерпретация кү-некмәләре үтә, ялан археографияһы методикаһын үҙләштерә, боронғо төрки яҙмалары өлгөләренә күп яҡлы тарихи-лингвистик анализ яһай.
1974-1976 йылдарҙа Мәскәү СССР Фәндәр академияһы Тел ғилеме институты аспиранты була. 1977 йылда И. Ғәләүетдинов Әҙһәм Тенишев етәкселегендә аспирантураны уңышлы тамамлай һәм филология фәндәре кандидатлығына диссертация яҡлай. Был йылдарҙа ғилми эшмәкәрлек уның өсөн төп юл икәнлеге тулыһынса асыҡлана. Йәш ғалим 1979-1993 йылдарҙа Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында өлкән ғилми хеҙмәткәр, тел секторы мөдире вазифаларын башҡара. Ишмөхәмәт Ғилметдин улы студент йылдарында уҡ милли балалар уйындарын йыйыу менән мауыҡты. Һуңынан ул археографик экс-педицияларҙа фольклор йыйынтығын туплауын дауам итә.
1993-1996 йылдарҙа Башҡортостан Фәндәр академияһының баш ғилми секретары, һуңғараҡ гуманитар фәндәр бүлегенең академик-секретары, оҙаҡ йылдар З. Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт академияһының ректоры вазифаларын башҡарҙы. Ишмөхәмәт Ғилметдин улы етәкселек иткәндә студенттарға белем алыу өсөн бөтә уңайлы шарттар тыуҙырылды, уҡыу биналарына капиталь ремонт үтте, яңы уҡыу йыһаздары алынды, кадрҙар мәсьәләһе тулыһынса хәл ителде. Ректорҙың ойоштороу оҫталығы, талапсан етәкселек итеүе ошонда һәр йәһәттән асылды ла инде.
Һуңғы йылдарҙа шул уҡ уҡыу йортонда башҡорт теле һәм мәҙәниәте кафедраһы мөдире булараҡ башҡорт теленең тарихын, хәҙерге торошон һәм үҫешен өйрәнде, студенттарҙа уға оло һөйөү уятты. Был һүҙҙәр артында тиҫтәләгән сығыштар, юғары кимәлдә әҙерләнгән конференциялар, симпозиумдар, төрлө тарафтарға ойош-торолған экспедициялар ята.
1992 йылда тел ғилеме тауҙарының иң бе-йек нөктәһе яуланды булһа кәрәк. Ишмөхәмәт Ғилметдин улы «Башҡорт әҙәби теленең тарихы» (XIX-XX быуат башы) темаһына докторлыҡ диссертацияһын уңышлы яҡланы. Ғалимдың ғилем кредоһы бөгөн 300-ҙән ашыу ғилми-теоретик мәҡәләләрҙән тыш «Башҡорт әҙәби теле тарихы очерктары» монографияһы (Мәскәү, 1939 йыл, авторҙаштары - Э. Ф. Ишбирҙин, Р. Н. Хәликова, З. Ғ. Ураҡсин), «Тарихнамә -и- болғар» китабы (Өфө, 1990; тулыландырылған 2-се баҫмаһы - Өфө, 1998; 3-сө баҫмаһы - Өфө, 2015), «Башҡорт әҙәби теле тарихы» (Өфө, 2008), «Балалар фольклоры» йыйынтыҡтары (ике томда, Өфө, 1994-1996), «Башҡорт әҙәби теле тарихының ике быуаты» монографияһы (Өфө, 2000), «Ғәрәп теле» дәреслеге (авторҙаш, Өфө, 1996) һәм башҡа китаптарында тулайым сағылыш таба.
Профессор И. Ғәләүетдиновтың төп фәнни эшмәкәрлеге башҡорт яҙма әҙәби теленең боронғо тамырҙарын юллау һәм тәрән ғилми нигеҙҙә уның тарихын асыҡлау менән бәйләнгән. Уның хеҙмәттәре башҡорттарҙың милләт булып ойошоуға тиклемге Урал-Иҙел буйы төрки телендәге яҙмаһы һәм әҙәбиәте булыуын бай сығанаҡтар нигеҙендә иҫбатлай, «йәш яҙмалы тел» тигән ялған ҡарашты төбө-тамыры менән юҡҡа сығара. Был фекерҙе фәнни яҡтан дәлилләү өсөн уның етәкселегендә республикабыҙҙың һәм башҡорттар йәшәгән күрше өлкәләрҙең төрлө төбәктәренә археографик экспедициялар ойошторола. Һөҙөмтәлә институтта алты мең дананан ашыу боронғо ҡулъяҙма һәм инде баҫма китаптарҙан торған фонд булдырыла. Ошо бай мираҫ нигеҙендә ғалимдарыбыҙ тарафынан алты томлыҡ «Башҡорт әҙәбиәте тарихы» һәм «Башҡорт әҙәби теленең тарихы» исемле коллектив хеҙмәттәре донъя күрҙе. Был йәмәғәтселек алдында бөйөк ҡаҙанышҡа тиң ине. Советтар Союзы заманында һәр саҡ күңелдәрҙе өйкәп торған «башҡорттарҙың революцияға тиклем яҙмаһы ла, әҙәбиәте лә булмаған» имеш-мимештәргә сик ҡуйылды.
Ишмөхәмәт Ғәләүетдинов төркиәт һәм шәрҡиәт, мәҙәниәт һәм сәнғәт өлкәһендә йәш белгестәрҙе һәм ғалимдарҙы әҙер-ләүҙә иң әүҙем эш башҡарған абруйлы шәхестәрҙән һаналды. Ул Башҡорт дәүләт университетында башҡорт тел ғилеме һәм этномәҙәни белем биреү кафедраһы мөдире вазифаһында эш башлағандың беренсе көнөнән үк яңы юлдар, хыялдар менән йәшәне. Ул үҙенең профессиональ эшмәкәрлегенән тыш, башҡорт халҡының ижад потенциалын күтәреүҙә, үҫтереүҙә һәм пропагандалауҙа ғәйәт әүҙем эшләгән шәхестәрҙең береһе. Уның тыуған халҡының мәшһүр йырҙарын ҡурайҙа башҡарыуы, ҡурай менән тарихи йырҙар мәңгелеген, бөтөнлөгөн пропагандалап төрлө илдәрҙә сығыш яһауы үҙе бер ижади ҡаһарманлыҡҡа тиң. Ғалим-педагогтың күп ҡырлы йәмәғәт эшмәкәрлеге был өлкәлә хөкүмәт та-рафынана «Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре» (1986), «Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре» (2008) тигән юғары исемдәре менән баһаланды. Һабаҡташымдың 1996 йылда Европаның цивилизация үҙәге Парижда халыҡ-ара «Эксполанг - 96» күргәҙмәһендә сығыш яһап, башҡорт халҡының ғилми һәм мәҙәни кимәлен күрһәтеүе беҙҙең өсөн ҙур ҡыуаныс һәм сикһеҙ ғорурлыҡ булды.
Тел ғилеме, ғөмүмән, шәреҡ донъяһында үҙенең тынғыһыҙ эшмәкәрлеге менән ҙур абруй ҡаҙанып өлгөргәйне ул.
Уҙған йылдың 8-9 октябрендә Өфөлә төрлө тарафтарҙан килгән телсе ғалимдарҙың конгресы үтте. Ишмөхәмәт Ғилметдин улы был көндәрҙә баш күтәрмәй ойоштороу эше менән мәшғүл ине. Ҙур йыйын бик юғары кимәлдә уҙҙы, Кореянан, Ҡытайҙан, Алтайҙан, Төркиәнән, Германиянан килгән телсе ғалимдар фәнни симпозиумға баһаның иң ҙурын ҡуйҙылар, әлбиттә, профессор И. Ғәләүетдиновтың бында ойоштороу һәләте лә маҡтауға лайыҡ булды. Иңенә һалынған йөк ауыр ине, әҙерлек барышындағы өҙлөгөүҙәр, йоҡоһоҙ төндәр, көн-төн сабыуҙар, үтә лә мөһим осрашыуҙар - һәр нәмәне йөрәге аша үткәргәндер инде. 10 октябрҙә ғалимдың йөрәге тибеүҙән туҡтаны...
Тел ғилеме талантлы ғалимын, халҡыбыҙ оло шәхесен юғалтты. Ғүмере ҡыҫҡа булды. Иртәрәк өҙөлдө, 68 йәше лә тулмаҫтан. Шуныһы үкенесле. Ҡурайын тотоп төшкән фотоһына ҡарап яҙмаларымды теҙәм, күҙгә йәш тығыла. Һис тә ышанаһы килмәй, теп-тере - миңә ҡарап тик тора, төштәргә керә, тик күҙ алдында. Бына, киң ҡоласын йәйеп, йөҙөн балҡытып, алсаҡ йылмайып килеп ҡосаҡлар, күкрәгенә ҡыҫып, иңбашыңдан һелкетеп алып, хәлеңде һорашыр, өйөнә саҡырыр кеүек. Ҡолаҡ төбөндә зыңғырлатып, ихластан көлөп ебәреүҙәре һаман яңғырай, Ә һуңғы һөйләшеү ғүмергә иҫтә ҡаласаҡ. Дуҫым 5 сентябрҙә сәғәт 12-ләр тирәһендә телефон аша: «Рәүеф, «Ғилем һәм әҙәп илселәре» китабыңды факультет Советы нәшер итергә бер тауыштан фатихаһын бирҙе, ҡотлайым! Ун бише килеп ет университетҡа. Конгресс үтеп китһен дә. Йә, ярай, ҡалғанын килгәс. Уңыштар!» - тине.
... Баттыламы ҡояшың?
Һөйләшәһе һүҙебеҙ
Бөтмәне бит, ҡорҙашым!
Тотонам да ҡәләмгә,
Текәләмен ғаләмгә.
Инде мәңге юлыҡмам
Һиндәй ихлас әҙәмгә,
Ишмөхәмәт туғаным! - тип йәш аралаш яҙҙы шағир Мәүлит Ямалетдин үҙенең «Юҡтау» исемле шиғырында. Һине юҡһыныуыбыҙҙың сиге юҡ шул, Ишмөхәмәт дуҫым! Һинең изге рухың үҙең уйнаған «Сыңрау торна» моңона үрелеп, кешеләр күңелен мәңге яҡтыртып торһон!
 
  • Оҡшаш яңылыҡтар
  • Комментарийҙар
Хәтирәләр генә ҡалдыХәтирәләр генә ҡалды
Ишмөхәмәт Ғилметдин улы Ғәләүетдинов сығышы менән Учалы районының Сораман ауылынан. Уның ниндәй дәрәжәләргә эйә булғанлығы, фән өлкәһендәге... Тотош уҡырға
Теле барҙың иле барТеле барҙың иле бар
Милли тел аралашыу ҡоралы ғына түгел, ул ижад емеше. Донъяла күпме тел бар, шуларҙың һәр береһе кешенең әйтергә теләгән фекерен бойомға ашыра. Һәр... Тотош уҡырға
Яҡташыбыҙ иҫтәлегенәЯҡташыбыҙ иҫтәлегенә
Ошо көндәрҙә Поляковка урта мәктәбендә башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡыусылары, һәр йылдағыса, Марат Минһажетдинов уҡыуҙарына йыйылды. Билдәле әҙәбиәт... Тотош уҡырға
Шәхестәрҙе онотмайыҡ!Шәхестәрҙе онотмайыҡ!
Ҡобағош ауылында күренекле ғалим, педагог, билдәле фольклорсы Марат Минһажетдиновтың хәтер кисәһе үтте. Әгәр иҫән булһа, Марат Хәләф улына 18 майҙа... Тотош уҡырға
Лайыҡлы шәхесЛайыҡлы шәхес
Күренекле ғалим-педагог, мәшһүр фольклорсы Марат Хәләф улы Минһажетдиновтың тыуыуына 80 йыл Башҡорт дәүләт университеты бай тойғоло, кешелекле,... Тотош уҡырға


Материал ебәрергә

Рубрикалар


Яңылыҡтар архивы




Номерҙар архивы

Яңылыҡтар календары

«    Ғинуар 2018    »
ДшШшШршКйЙмШбЙкш
1234567
891011121314
15161718192021
22232425262728
293031 

Популяр яңылыҡтар


Ҡайҙа ҡиммәтерәк?Ҡайҙа ҡиммәтерәк?
Яңы йыл алдынан ниндәй ҡалаларҙа Ҡыш бабайҙы...

Байрамдар тыныс үтһенБайрамдар тыныс үтһен
Тиҙҙән барыбыҙҙың да яратҡан байрамы - көтөп...

Ғаилә үтәй алмаҫлыҡ бурыс бармы икән?Ғаилә үтәй алмаҫлыҡ бурыс бармы икән?
Ҡала мәҙәниәт үҙәгендә физик мөмкинлектәре...

«Ҡанат ҡуйылғандай булды», - ти ирекмән«Ҡанат ҡуйылғандай булды», - ти ирекмән
Рәсәй Президенты В. Путин «Рәсәй ирекмәне - 2017»...

Яңы йылға өмөт-ышаныстар бағлайбыҙЯңы йылға өмөт-ышаныстар бағлайбыҙ
Ҡомаҡ (1924, 1936, 1948, 1960, 1972, 1984, 1996,...


Бөтә хоҡуҡтар ҙа яҡланған. Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда һәм уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Яйык» («Яик»)
гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет сайттарында тура актив гиперһылтанма ҡуйырға.