» » Ғүмере заяға уҙмаған

Ғүмере заяға уҙмаған03.11.2016

Ғүмере заяға уҙмаған  30 октябрь - сәйәси репрессиялар ҡорбандарын иҫкә алыу көнө, 4 ноябрь - Халыҡ берҙәмлеге көнө. Был даталарҙың йәнәш килеүе бер ҙә осраҡлы түгелдер. Өләсәйемдең атай йорто репрессиялар һөҙөмтәһендә селпәрәмә туҙҙырылһа ла, берәйһенә ләғнәт уҡыу түгел, хатта үпкә белдергәнен һис тә хәтерләмәйем! Гел генә берҙәмлеккә, татыулыҡҡа өндәр ине...
Сиражетдинова (Фәр-рәхова) Сажиҙә Абдулла ҡыҙы 1914 йылда Учалы районының Һәйтәк ауы-лында донъяға килә. Атаһы Абдулла тырыш, эшсән, заманына күрә бик бай кешеләрҙән һа-нала. Ғөмүмән, олатаһы Фәррәхтең барлыҡ улан-дары ла уҡымышлы, етеш, дини белемле кешеләр була. Араларынан указной муллалар ҙа сыға бит. Аб-дулла олатайҙың малы ифрат күп була, хатта йылҡыларҙы һанап та тормайҙар. Уйһыу бер урынға өйөрҙәре менән ҡыуып төшөрәләр ҙә, ошо үҙән тула икән, тимәк, йылҡылар һаны теүәл...

Тәбиғи, бай ҡыҙының тормошо ал да гөл бара. Өләсәйем хәтерләй ине - бала сағында сәстәрен хеҙмәтсе ҡатындар үрер булған. Тик бына оло тормош тупһаһы аша кинәттән атларға тура килә - әллә 1929, әллә 1930 йылда Сажиҙәне атаһы 15 йәшендә генә күрмәгән-белмәгән кешегә кейәүгә бирә. Сөнки Фәррәх олатайҙың тоҡомо репрессиялар тәгәрмәсе аҫтына эләгә, төрлөһө төрлө яҡҡа тарала. Абдулла олатай бик айыҡ аҡыл менән эш итә - ҡыҙым сит ауылда ярлы кешелә тормошта булғас, исмаһам, уға бәйләнеп тормаһындар... Ә өләсәйемдең бәләкәй туғаны Сәлихәне Магни-тогорск ҡалаһына, балалар йортона ҡалдыралар. Нисә йыл үткәндер, ата-һы төндә ишек шаҡып: «Сажиҙә, ас, был атайың», - тип килеп китә. Хәләл көс менән етеш йәшәргә күнеккән кеше, ҡыҙының ниндәй шарттарҙа йә-шәүен күргәс, ултырып илай. Сәй эсеп алғас, таңға табан ҡуҙғалып китә. Үҙенең килгәнен бер кемгә лә һөйләмәҫкә ҡуша.
Хәйер, өләсәйемдең ире, олатайым Муллағәләм ипле һәм белемле генә кеше була. Колхозда механизаторҙарҙың бригадиры вазифаһын үтәй. Кешеләргә бик һәйбәт ҡарашта була ул. Бына, мәҫәлән, шул репрессия ваҡытында бер төркөм кешеләрҙе, алып китергә, тип келәткә ябып ҡуялар. Олатайым үҙе ағза булып торған ниндәйҙер комиссия йыйҙыртып, бары-һын да тотҡондарҙың йорттары буйынса алып китә. «Үҙегеҙ ҡарағыҙ, ниндәй ауыр йәшәйҙәр, улар ниндәй халыҡ дошмандары булһын!» - тип ҡалғандарҙы оялта. Тотҡондарҙы аралап алып ҡала, әммә аҙағынан бының өсөн үҙен дә ҡулға алалар. Мөғжизә менән генә иҫән ҡала.
Өләсәйем 1946 йылда биш балаһы менән яңғыҙ тороп ҡала. Ике һыйырҙың һөтө менән генә тере ҡалалар. Унда ла һалым менән баҙаталар.Балаларҙың ауыҙынан өҙөп, һөттө һыпыра тартып алып сығыр булалар. Өләсәйем нисек тә бирешмәҫкә тырыша. Колхозда көлтә бәйләй, бесән саба (бик оҫта салғысы булып таныла). Эш хаҡы итеп колхоз көнөнә берәр кило он менән түләй. Аҙаҡ келәттә, фермала ҡарауылсы булып эшләй. «Беҙҙе хәленән килгәнсә ҡурсаланы, бер ауыр һүҙ әйтмәй, яратып үҫтерҙе», - тип хәтерләй атайым.
Шәхсән үҙенә килгәндә, асыҡ йөҙлө, һөйкөмлө ҡарашлы, тыныс, үтә йомарт, изге күңелле кеше ине өләсәйем. Бер ваҡытта ла күңелһеҙләнеп, ауыр уйҙарға бирелеп ултырғанын хәтер-ләмәйем. Өйөнә керһәң, ниндәйҙер мөғжизәле аҡ һәм йылы тулҡын эсенә эләккән кеүек хис итә торғайным үҙемде. Һәр ваҡыт күкрәк тауышы менән, тыныс ҡына көйләп йөрөр ине. Кеше килеү менән йәһәт самауырын ҡуя, урындыҡҡа ултырып сәй эсә торғайныҡ. Ашъяулығы үҙе бешергән бөккәндәр, бөкөрөштәр менән тулы булды. Еләктән ҡаҡ өҙөлмәне. Олоһо-кесеһенә лә тиң, ихтирамлы ҡараны. Бер генә миҫал: хәтеремдә, ейәнсәре Ләлә ҡунаҡҡа килгәс (Байрамғолдан), уның хөрмәтенә күрше йәшәгән ҡыҙҙарҙы ҡунаҡ сәйенә саҡырғайны. Ә Ләләгә ни бары 7-8 йәш самаһы! Ҡышҡы һыуыҡтарҙа, Рита әхи-рәтем менән уйнап арығас, өләсәйгә йүгерә торғайныҡ. Көлөшә-көлөшә сәй эсәбеҙ, ноҡот һалдырабыҙ. Әхирәтем дә уны һағынып иҫкә ала. Уның йомартлығы бала сағында мул, бай йәшәгәнгә ҡайтып ҡалалыр әле! Ә бәлки тормош михнәттәре кеше менән һәр саҡ бүлешергә өйрәткәндер? Хәйерселек тик мал-тыуар булыу-булмауға ғына бәйле түгел бит, бәғзе кешеләр аҙ ғынаны ла йомарт һәм бәрәкәтле итеп тота белә. Үзбәкстандағы ҡыҙынан посылка килһә, ундағы ҡуйыртылған һөт, грек сәтләүеге, шоколад-кәнфиттәр менән беҙҙе һыйлап шатлана ине. Ейән-ейәнсәрҙәрен ныҡ яратты инде. Беҙҙе ҡарағанда һис тә көсөн йәлләмәне.
Өләсәйем йор һүҙле, телмәргә бай, хәбәрҙәрен кинәйә менән һөйләй торғайны: «Бур, кешенең әйберен урлаһа, бәхетен дә кеҫәһенә һалып алыр», «Ҡарғыш төшмәй, рәнйеш төшә», «Берәү йомош менән керһә, булған әйбереңде юҡ тимә, юҡлыҡҡа тартыр». Бик дини кеше булды. Ҡөрьәнде латинса уҡыны, тәсбих тартты, Хоҙайҙы һәр ваҡыт телгә алыр ине. Атеизм дәүерендә быға бәғзе кешеләрҙең сәйерһенеүенә бик сабыр ҡараны. Үлеренә бер-нисә көн ҡалып телдән яҙғас та: «Ана, Аллаһ», - тип түшәмгә күрһәтте. 1994 йылдың 6 апрелендә, 80 йәшендә баҡыйлыҡҡа күсте. 
Мин өләсәйем менән ғорурланам, матур бала саҡ бүләк иткәне өсөн бик рәхмәтлемен. «Был донъяла ике генә кеше һине һағынып иҫкә ала икән, һинең йәнең үлмәй», - тип әйтәләр. Нисек кенә булмаһын, өләсәйемдең яҡты иҫтәлегенә бағышлап шиғыр яҙҙым. Уҡыған саҡта үҙегеҙҙең олатай-өләсәйҙәрегеҙҙе иҫкә алығыҙ, ҡәҙерле гәзит уҡыусылар - ниндәй ауыр шарттарҙа ла кеше булып ҡала белгән һоҡланырлыҡ быуын ине бит улар!
Уҙған һайын ҡарайым,
Өләсәйҙең уты юҡ.
Уты ла, мөрйәһе лә,
Урынында өйө юҡ.
Кескәй генә саҡтарҙан
Мин оло ҡунаҡ инем.
Өҫтәл һый менән тулы,
Урыным түрҙә ине.
Йырын һуҙа шатланып,
Ейәнсәрен бик көткән:
«Беҙгә ҡунаҡтар килгән,
Сәрфинкә күлмәк кейгән».
Ул бешергән аштарҙың
Барыһын да яратам.
Телә алма бөккәнен,
Йөрәгемә ти, ята.
Ашъяулығын йыйнағас,
Һибә ноҡот таштарын:
-Ҡырҡ бер ташым,
Ҡырҡа әйт
Һөйләп ебәр яҙғанын.
Буш төшмәне һинең,- ти,
- Тупһаң да, ҡулдарың да.
Йөрәгең дә ҡуш икән
Берәү бар юлдарыңда.
Ҡурсағын эшләп бирә
Матур ғына тауарҙан.
Был хәтлем оҫталыҡты
Алған икән ҡайҙарҙан?
Ғәрәпсә лә, русса ла
Уҡый белә торғайны.
Ә Ҡөрьәнде ҡәҙерләп
Түр башына ҡуйғайны.
Көйләп кенә һөйләгән
Оҙон әкиәттәрен,
Оноталмам юрғанымды
Ҡымтып ҡуйған төндәрен.
Аллам - һаҡсым бар, тиеп
Ҡабатларға яратты.
Аҡтан-аҡ өләсәйем
Беҙгә аҡ нур таратты.
Барыһы ла хәтерҙә,
Йылдар юя алмаған.
Тимәк, һинең өләсәй,
Ғүмер бушҡа уҙмаған.
 
  • Оҡшаш яңылыҡтар
  • Комментарийҙар
ШиғырҙарШиғырҙар
Ҡартатайыма Ҡартатайым киткән һуғышҡа, Беҙҙе фашистарҙан ҡотҡарырға. Яу ҡырында ятып ҡалған, Берлин ҡалаһы янында. Ҡалды һинең исемең генә, Исемең... Тотош уҡырға
Әсирлектең әсе көндәреӘсирлектең әсе көндәре
Минең олатайым Бикмөхәмәтов Айса Бикмөхәмәт улы 1908 йылда Рысай ауылында тыуған. Йәше еткәс, Камилә исемле ҡыҙға өйләнеп, матур итеп донъя ҡоралар.... Тотош уҡырға
Яҙғы ҡояш кеүек уларЯҙғы ҡояш кеүек улар
Йылы нур бөркөлә Әсә иң бөйөк кешеҡ Әсәйҙәрҙән ҡояштай йылы нур бөркөлә. Минең әсәйемдең исеме Ася. Ул бик матур һәм яғымлы. Әсәйем мине иртәнсәк... Тотош уҡырға
Тормош юлдары ҡатмарлыТормош юлдары ҡатмарлы
Әсәйем Хөснә Гәбделнафиҡ ҡыҙы Габдуллина Яңы Байрамғол ауылында 1908 йылда урта хәлле крәҫтиән ғаиләһендә тыуа. Олатайым Гәбделнафиҡтың иген... Тотош уҡырға
Ҡәҙерле кешемҠәҙерле кешем
Өләсәйем Нурҙиҙә Москова яҙҙың иң матур мәлендә Әй-Көсөк ауылында донъяға килгән. Ул изгелекле, игелекле, теремек ҡыҙ була. Үҫеп еткәс, Һөләймән... Тотош уҡырға


Материал ебәрергә

Рубрикалар


Яңылыҡтар архивы




Номерҙар архивы

Яңылыҡтар календары

«    Ноябрь 2017    »
ДшШшШршКйЙмШбЙкш
 12345
6789101112
13141516171819
20212223242526
27282930 

Популяр яңылыҡтар


Агроном -  ул ер  табибыАгроном - ул ер табибы
«Кем дә кем, бер башаҡ үҫкән ерҙә тағы берҙе...

Нисек йәшәйһең, өкө?Нисек йәшәйһең, өкө?
Ҡыҙыҡ, әгәр ҙә төнгө һунарсы Өкө әфәндегә, йә,...

Намыҫ менән эшләйҙәр һәм йәшәйҙәрНамыҫ менән эшләйҙәр һәм йәшәйҙәр
Байрамғолдар ашлыҡ һуғыу, һөт һауыу буйынса элек...

Бер нөктә - УчалылаБер нөктә - Учалыла
Рус география йәмғиәтенең Башҡортостан ...

ФотофактФотофакт
Сираттағы «Аҙна һайын приз» лотерея уйынында...


Бөтә хоҡуҡтар ҙа яҡланған. Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда һәм уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Яйык» («Яик»)
гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет сайттарында тура актив гиперһылтанма ҡуйырға.