» » «Һәләт, теләк һәм тырышлыҡ кәрәк»

«Һәләт, теләк һәм тырышлыҡ кәрәк»13.12.2016

«Һәләт, теләк һәм тырышлыҡ кәрәк»Сығыш яһағанда тамашасыларҙың хушын алырға тигән маҡсат ҡуймай ул. Тик ни бары бер аҙ баҫалҡы, моңло тауышы, йөҙөндәге мимикаһы, уйсан ҡарашы менән йырҙы бар тәрәнлегендә асып һала, ҡатын-ҡыҙҙарҙың ғына түгел, ә көслө зат вәкилдәренең дә күңел төптәренә үтеп инә ала. Үҙ эшенең тәмен белеп башҡарған ысын профессионал тиергә мөмкин уны. Билдәле йырсы, яҡташыбыҙ Ирек Ноғоманов кешеләргә «Йондоҙҙар күп, бик күп һанаһаң», «Ҡайындар араһында», «Ғүмерҙәр үтә икән ул», «Зәңгәр томандар артында» йырҙары аша таныш. Бынан тыш продюсер, аранжировка оҫтаһы, ижад, сәнғәт үрҙәренә үҙ артынан йәштәрҙе лә күтәргән кеше ул. Оҙаҡламай яҡташыбыҙ райондаштарын өр-яңы концерт программаһы менән һөйөндөрмәксе. Ошо айҡанлы Ирек Ноғомановты «Яйыҡ»ҡа ҡунаҡҡа саҡырҙыҡ.
- Ирек Шамил улы, үҙе-геҙ менән яҡынданыраҡ таныштырып үтһәгеҙ ине.
- Мин 1973 йылдың 3 ғинуарында Миндәк ауылында донъяға килгәнмен. Әсәйем - Тәслимә Алтынбай ҡыҙы ғүмере буйы уҡытыусы булды, математика фәненән белем бирҙе. Атайым Шамил Мәғәсүм улы Миндәк руднигының ҡораллы һаҡ бүлеге начальнигы вазифаһын биләне, шунан хаҡлы ялға сыҡты. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, 2008 йылда 76 йәшендә яҡты донъянан китте.
- Музыкаль һәләт ҡаса-ныраҡ үҙен һиҙҙертә баш-ланы?
- Минең әсәйем мандолинала уйнай, матур йырлай, бигерәк тә оҙон көйҙәрҙе оҫта башҡара. Атайым скрип-кала уйнаны. Ғөмүмән, туғандарым араһында йырлаусылар, музыка ҡоралында уйнаусылар күп. Мин үҙемде белгәндән йырларға ярата инем, ә баянға мөхәббәт былай башланды: 3-сө класта уҡығанда Килмәк мәктәбенә Миндәктең музыка мәктәбенән Миңлеғәле Ямалетдинов («Михаил Ямалетдинович» тип йөрөттө уны урындағы халыҡ) тигән уҡытыусы килде. Баянда шул тиклем матур итеп уйнаны ул. «Эх, шулай итеп уйнарға өйрәнергә ине», - тип хыялланып ултырҙым шунда. Әсәйем мәктәптә эшләгәс йәйге ремонт ваҡытында мәктәптең баяны беҙҙең өйҙә булып торҙо. Бындай форсатты ҡулдан ысҡындырманым, үҙ аллы баянда уйнарға өйрәндем.
Ә быға тиклем атайым беҙгә гармун һатып алып биргәйне. Уның менән уйнай белә инем инде. Минән күрмәксе өс йәш-лек Әлфиә лә музыка ҡоралын үҙләштерҙе. Хатта, иҫләйем, «Ураҡ һәм сүкеш» гәзите хәбәрсеһе килеп, фотоға төшөрөп туғаным тураһында мәҡәлә сыҡҡайны.
Баянсының Килмәккә килеүе эҙһеҙ үтмәне - бар класс менән музыка мәктәбенә яҙылдыҡ. Тик бер йылдан өс кенә кеше тороп ҡалдыҡ.
- Нигеҙ булғас мәктәпте тамамлау менән, моғайын, юғары уҡыу йортона юл алғанһығыҙҙыр?
- Юҡ. Юғары уҡыу йортона инеү теләге менән янманым. Тәү сиратта әр-мелә хеҙмәт итәһем килде. Ата-әсәйем ебәргәс, Өфөгә барып ҡайттым, йәнәһе, уҡырға инергә. Артыҡ тырышлыҡ күрһәтмәгәс, һөҙөмтә булманы. БДУ-ның журналистика факультетына инергә булдым. Имтихандарҙы яҡшы ғына биреп килә инем, һуңғы имтиханға йоҡлап ҡалғанмын. Һуңлап килгәс, һуңғы имтиханды тейешенсә яҙып өлгөрмәнем. Һөҙөм-тәлә бер балл етмәне. Кешенең үҙенең теләге булмаһа, көсләп бер ни ҙә эшләтеп булмайҙыр ул. Ахырҙа, һөнәрселек училищеһында водителгә уҡып сыҡтым. Архангельск өлкәһенең «Плесецк» космодромында хеҙмәт иттем.
Әрменән һуң, Өфөлә ары-бире һуғылып йөрөй торғас, Томск ҡалаһына, «Башҡорттар үҙәге»нә эшкә саҡырҙылар. Мин оҙаҡ уйлап тормай, тәҡдимде ҡабул иттем. Ансамбль етәксеһе итеп тәғәйенләнеләр, шунда мин тәү тапҡыр ҙур сәхәнәгә сыҡтым, демо-кассетамды яҙҙырҙым. - Артабан ниндәйерәк уңыштар көтә ине һеҙҙе?
- Өс йылдан Өфөгә кире ҡайттым. Тик бында мөрәжәғәт итерлек, барып һуғылырлыҡ бер кешем дә юҡ ине. Башҡа әмәл ҡалмағас, бөтөнләй таныш булмаған Ҡазанға сығып киттем. Бушҡа түгел бу-лып сыҡты, яҙмыш мине продюсер Ринат Ғиниәтов менән осраштырҙы. Ул Оскар Усманов тигән ке-ше менән таныштырҙы. Уларҙың үҙ тауыш яҙҙырыу студиялары бар ине.
Оскар Усманов татар һәм башҡорт эстрадаһында һә-ләтле композитор, оҫта аранжировщик булараҡ билдәле. Уның ижадтарын Айҙар Ғәлимов, Хәниә Фәрхи, Гүзәл Уразова, Зәйнәп Фәрхетдинова, Рәсим Низамов һәм баша күп популяр йырсылар башҡара. «Ғүмерҙәр үтә икән ул», «Ҡулдар ҡулда», «Яраттым шул, яраттым», «Рәхмәт һиңә», «Оҙаҡ йәшә, әсәй» һәм башҡа йырҙары киң халыҡ ҡатламына таныш. Миңә был һәләт эйәһе менән эшләргә насип булды. Тәүге кассетам да унда яҙҙырыл-ды. Артабан Риф Арыҫла-нов менән бәйләнешкә инеп йырҙарым радио һәм телевидение аша Башҡортостанда ла яңғырай башланы. Ватандаштарым мине танып белә башлаған тәүге йыр - «Зәңгәр томандар артында» булды. Артабан, «Йондоҙҙар күп, бик күп һанаһаң», «Ғүмерҙәр үтә икән ул» йырҙары китте.
- Ижадығыҙҙа ниндәй темалар яңғырай?
- Минең репертуарым барыһына ла яҡшы таныш, сөнки унда халыҡ теленән төшмәгән хит йырҙар өҫ-төнлөк ала: «Урмандарға керһәм», «Үҙ яғыма ҡайтһам», «Үпкәләһәң, әйҙә үпкәлә», «Уфтанма» һәм башҡалар. Шулай уҡ, «Йондоҙҙар күп, бик күп һанаһаң», «Ғүмерҙәр үтә икән ул», «Ҡайындар араһында», «Һыуҙар аға» күптәрҙең күңеленә хуш килде. Әлбиттә, мөхәббәт темаһы үҙәк урында тора. Был йәһәттән Гөлназ Биктимерова («Кил әле», «Күҙ нурым»), Гөлшат Арыҫланова («Кил, иркәм!») кеүек йырсылар менән матур дуэттар яҙҙырылды. Ғөмүмән, йөкмәткеле, йөрәктәргә үтеп инерлек йырҙарҙы үҙ итәм.
- Ҡасандан үҙегеҙҙе продюсер булараҡ һынай башланығыҙ?
- Ҡазанда эшләгәндә үк Гөлнара Тимержанова, Фәрит Таишев, Лилиә Хәмитоваларҙы саф башҡортса йырлатып, яҙмаларҙы Риф Арыҫ-лановҡа ебәреп торҙом. 2003 йылда Өфөгә «БТВ-Медиа» директоры итеп эшкә саҡырҙылар. 2010 йылға тиклем ошонда генераль продюсер ва-зифаһын башҡарҙым.
- Тимәк, һеҙ йәш һәләт эйәләрен эстрада юлына сығарыу менән шөғөлләндегеҙ?
- Эйе, башҡорт эстрадаһының байтаҡ «йондоҙҙары» - минең хеҙмәт емешем. Һүҙҙең дөрөҫө кәрәк, сәнғәт, тәү сиратта, бизнесҡа нигеҙләнә. Һәләт кенә әҙ. Популяр, танылған йырсы булып китер өсөн, тәү сиратта, хит булыр-лыҡ, ҡарты-йәшенең теленән төшмәҫлек йыр һәм башланғыс капитал кәрәк. Хиттарҙы талантлы авторҙар, яҡшы композиторҙар тыуҙыра. Артабан сират аранжировка оҫтаһына етә, ул булған материалды үҙенсәлекле итеп «биҙәп» бирә. Был кешеләрҙең береһе лә бушҡа эшләмәй. Йырсының образы, стиле, сәхнәлә үҙен тотошо ла иҫәпкә алынырға тейеш. Шунан башлана инде концерттар, радио, телевидение, интернет аша ошо йырсынан «йондоҙ» яһау. Бөгөнгө көндә дисктар сығарыу - үҙен аҡламай. Интернет селтәре һәм гастролдәргә сығыу - бына халыҡ һөйөүен яулауҙа төп са-ра. Башҡорт эстрадаһы артистары ни өсөндөр республика сиктәренә сығырға тартына. Ә кесе Ватаныбыҙ бәләкәй, бер үк районға йыл һайын килә башлаһаң, әлбиттә, тулы зал йыйыуы ҡыйын. Шуға күрә күрше өлкәләргә, ҙурыраҡ ҡалаларға йөрөргә кәрәк. Йырсы булам тиһәң, һәләт, теләк һәм тырышлыҡ талап ителә.
«Йондоҙҙар» асыу өсөн «Моң» студияһында «Моңдаръя», «Башҡорт йыры» кеүек фестивалдәр уҙғара башланыҡ. Башҡортостан һәм Татарстан биләмәләрендәге беренсе коммерция телеканалы «Туған тел» дә «Моң» студияһында барлыҡҡа килде.
-Уңышлы проектта-рығыҙҙың береһе - Радик Юлъяҡшин хаҡында һөйләп үтегеҙ әле.
- Эйе, был бик уңышлы проект булып сыҡты. Бөгөнгө көндә рейтинг буйынса Радик Юлъяҡшин ике республикала ла беренсе урында тора. Ул хәҙер Рәсәй ҡалалары буйлап уңышлы сығыш яһай, халыҡ яратып ҡабул итә. Әйткәндәй, Мәскәүгә, Татарстанға йөрөй башлағас мил-ләттәштәрҙән төрлө һүҙҙәр ишетелде. Имеш, ул үҙ Башҡортостанына хыянат итә. Әммә мин бындай фекерҙәрҙе иҫәрлек тип һанайым. Радик Юлъяҡшин Татарстанда башҡорт егете булараҡ сығыш яһай. Мәҫәлән, Сосо Павлиашвилины алайыҡ: грузин кешеһе рус телендә йырлай. Әммә үҙенең милләтен йәшермәй. Ул һатлыҡ йән булып сығамы? Юҡ, әлбиттә. Әгәр Радик үҙен күрше өлкәлә татар тип йөрөһә, уны тәнҡитләргә мөмкин булыр ине. Ә ул, киреһенсә, үҙ милләтенең, халҡының бәҫен күтәрә, данлай. Шулай итергә кәрәк тә.
- Райондың гүзәл зат вә-килдәрен иң ҡыҙыҡһын-дырған һорау шәхси тормо-шоғоҙ хаҡында булыр, буғай...
- 2010 йылда минең өсөн мөһим ваҡиға булды - өйләндем, Ҡазан ҡыҙын кәләш итеп алдым. 2002 йылдан дуҫлашып йөрөһәк тә, мөнәсәбәттәрҙе рәсмиләштергәндән һуң тормош үҙгәрҙе... Бер һүҙ менән ғаилә тормошо бер йыл ғына дауам итте. Әммә, йәмһеҙ айырылышманыҡ, әлеге көндә лә дуҫтарса аралашабыҙ.
- Киләсәккә пландарығыҙ ниндәй?
- Әлегә тиклем мин, башлыса, башҡаларҙың сәнғәт тормошо менән шөғөлләнһәм, хәҙер тулы кимәлдә үҙемдеке менән булырға ваҡыт етте. Ә яҡын киләсәктәге пландарға килгәндә, 13 декабрҙә 18.00 сәғәттә - Миндәктә, 14 декабрҙә ҡала филармонияһында, «Шаулай урман» тип исемләнгән концертым үтәсәк. Унда халыҡ яратып ҡабул иткән, күптән таныш, әммә әле һаман күңелгә яҡын йырҙар менән бер рәттән өр-яңылары ла яңғыраясаҡ. Шулай уҡ ижадташ дуҫ-тарым сығыш яһаясаҡ.
- Ирек Шамил улы, әңгәмәгеҙ өсөн ҙур рәхмәт!
Гөлшат МОТАҺАРОВА
әңгәмәләште.

 
  • Оҡшаш яңылыҡтар
  • Комментарийҙар
Алтын ҙур булмайАлтын ҙур булмай
]«Буйым бәләкәй булһа ла, эй һылыуҡай, Йөрәккәйем минең елә эсемә һыймай. Алтын ҙур булмай, эй һылыуҡай, Давай сыҡ миңә кейәүгә, былай эш бармай!»[/b]... Тотош уҡырға
«Сулпылар» йондоҙсоҡтары«Сулпылар» йондоҙсоҡтары
Гөлсөм Бикбулатова, Лиана Хәбибуллина, Марсель Ҡотоев, Зөлхизә Илбәкова кеүек билдәле йырсыларҙың киң танылыуы тап «Сулпылар» республика телевизион... Тотош уҡырға
Илде данлар Илдар!Илде данлар Илдар!
2000 йылда Башҡортостан юлдаш телевидениеһында старт алған «Гәлсәр һандуғас» эстрада йырҙарын башҡарыусыларҙың телевизион конкурс-фестивале башҡорт... Тотош уҡырға
Учалы һандуғасыУчалы һандуғасы
Танылған йырсы, филармониябыҙ артисткаһы Ынйы Әхмәтованың сығышын халыҡ түҙемһеҙләнеп кµтµп ала, байрам-концерттарҙа аяҡ өҫтө тороп алҡышлайҙар.... Тотош уҡырға
Сәнғәткә ғашиҡ шәхесСәнғәткә ғашиҡ шәхес
Бейеүсе, ҡурайсы, ҡумыҙсы, өзләүсе, хореограф, көслө етәксе, оҫта ойоштороусы, ғөмүмән, бай талант эйәһе, эҙләнеүҙәрҙән туҡтамаған, ҡуйған... Тотош уҡырға


Материал ебәрергә

Рубрикалар


Яңылыҡтар архивы




Номерҙар архивы

Яңылыҡтар календары

«    Ғинуар 2018    »
ДшШшШршКйЙмШбЙкш
1234567
891011121314
15161718192021
22232425262728
293031 

Популяр яңылыҡтар


Яңы йылға өмөт-ышаныстар бағлайбыҙЯңы йылға өмөт-ышаныстар бағлайбыҙ
Ҡомаҡ (1924, 1936, 1948, 1960, 1972, 1984, 1996,...

Ғаилә йылы буласаҡҒаилә йылы буласаҡ
Башҡортостан башлығы Рөстәм Хәмитов 2018 йылды...

Изге ғәмәл менән  үткәрәйекИзге ғәмәл менән үткәрәйек
Мөхәммәт пәйғәмбәр ғәләйһиссәләм Миләди иҫәп...

Төклө аяғың менән - Һары Эт, ырыҫлы һәм имен бул!Төклө аяғың менән - Һары Эт, ырыҫлы һәм имен бул!
Эт йылын өйҙә һәм иң яҡын кешеләр менән ҡаршы...

Балҡып китте мәҙәниәт йортоБалҡып китте мәҙәниәт йорто
Капиталь ремонт үткәндән һуң тантаналы рәүештә...


Бөтә хоҡуҡтар ҙа яҡланған. Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда һәм уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Яйык» («Яик»)
гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет сайттарында тура актив гиперһылтанма ҡуйырға.