» » Бер тарихҡа ике ҡараш

Бер тарихҡа ике ҡараш23.12.2016

Минең ҡулымда ошо ва-ҡиғаларҙа туранан-тура ҡат-нашҡан ике шәхестең үҙ ҡул-дары менән теркәгән тарихи мәғлүмәттәре: 1-се Башҡорт кавалерия полкы командиры Муса Мортазиндың «Башкирия и башкирские войска в гражданскую войну» китабы һәм Смоленск полкының 1-се батальоны ҡыҙылармеецы Ф.В. Костевичтың Билал мәк-тәбе уҡытыусыһы Әминев Сә-лимйән Фәхрислам улына 1967 йылда яҙған хаттары.
Костевич Федор Васильевич 1898 йылдың 18 ғинуарында Бобруйск ҡалаһында (Белорус ССР-ы) тыуған, милләте - белорус. Бобруйск ҡалаһы училищеһын тамамлағас, 1916 йылда хәрби хеҙмәтен 9-сы пехота полкы составында Рославль ҡалаһында башлай. 1917 йылдың февралендә полк Беренсе Донъя һуғышы фронтына оҙатыла. Сентябрь айында полк большевиктар агитацияһына ныҡлап бирелеү сәбәбе менән Минск ҡалаһы янында резервҡа күсерелә. 1917 йылдың ноябрендә Себер казак дивизияһы составындағы полк-тар өйҙәренә таратыла.
1918 йылдың март айында Боб-руйск ҡалаһын немецтар баҫып алғас, Костевич Федор алты иптәше менән отряд төҙөй һәм Орши ҡалаһы янындағы демаркацион һыҙыҡты үтеп, 6 апрель көнө Смоленск ҡалаһында 20-се Пенза дивизияһы Смоленск полкының 1-се батальоны исемлегенә яҙыла. Пенза дивизияһы 1-се Революцион Армияһына буйһона, командиры Гай Дмитриевич Гай була (ысын исем-шәрифе Гайк Дмитриевич Бжешкян)
Артабан инде Смоленск полкы Стәрлетамаҡ, Ырымбур аша яу юлы үтеп Үрге Урал (Верхнеуральск) ҡалаһын алыу приказын ала. Тап ошо осорҙа Костевич башҡорт яугирҙары менән таныша. Костевичтың хатында, башҡорт милли хәрәкәте лидеры, Башҡорт хөкүмәте рәйесе З.Вәлидовты хыянатсы, милләтсе тип атаһа ла, уның ойоштороу-етәкселек һәләттәренә һоҡлана: «...он пользовался неприкаемым авторитетом и слово его было для всех законом и власть его широко распространялась на все войсковые части»...
Тарихсы А.Ярмуллин 2012 йылда «Акварель яҙ» күргәҙ-мәһендә осраҡлы рәүештә Б.М. Пискунов ижад иткән «Переход башкирских войск на строну Красной Армии» картинаһын күреп ҡала. А.Ярмуллин әйтеүенсә: «Был картина башҡорт ғәскәрҙәренең ҡы-ҙылдар яғына сығыу мәлен һүрәтләгән берҙән-бер картина. Һүрәт 1930 йылда, Зәки Вәлидигә «буржуаз милләтсе», ә ул етәкләгән Башҡорт мил-ли-азатлыҡ хәрәкәтен «контрреволюцион» тигән ярлыҡ тағылған осорҙа ижад ителеп, беҙҙең көндәргә килеп етеүе менән ҡиммәтле. Картинала башҡорт һалдаттары ҡыҙылдар яғына шат йылмайып, бүректә-рен күккә сөйөп яҡынлашып килә тип һүрәтләгән. Әлбит-тә, ҡыҙылдарҙың башҡорт ғәскәрҙәрен ҡолас йәйеп ҡар-шыламағанлығы тарихтан яҡшы билдәле. Икенсенән, башҡорт ғәскәрҙәре аҡ флаг тотҡан, һалдаттарҙың бүректәрендә аҡ таҫмалар тағылған. Былар ҙа тарихи дөрөҫлөккә бөтөнләй тап килмәй. Сөнки 1918 йыдың йәйендә үк башҡорт армияһының хәрби символикаһы, милли униформаһы барлыҡҡа килә». Әгәр ҙә, картинала һүрәтләнгән тауҙар теҙмәһен Өмөтбай ауылы янындағы Куһаил, Ослотау, Әүлиә тауҙары фотолары менән сағыштырһаҡ, оҡшашлыҡ күҙгә ташланып тора. Пискунов тураһында мәғлүмәттәр бик аҙ һаҡланған. «Хәтер» китабында Б.М. Пискунов 1888 йылда Польшала тыуған, рус милләтенән, урта белемле, партияһыҙ, «Башкирхудожник» йәмғиәте ағзаһы булыуы, 1937 йылда репрессияланыуы, 1938 йылда 58.10 статья буйынса үлем язаһына хөкүм ителгәне һәм 1957 йылдың 17 октябрендә аҡланыуы билдәле.
Зәки Вәлиди Башҡорт хө-күмәтенең һәм ғәскәрҙәренең Совет власы яғына сығыуы тураһында 70-се номерлы приказын теүәл ваҡыты - 10 сәғәт тип яҙа. Өмөтбай менән Темәс ауылдары араһы 18 саҡрым, тимәк картиналағы ваҡиға иртәнге сәғәт 8.30 тирәһендә булған тип фараз итһәк, хата булмаҫ. Тыуған ауылым Өмөтбай янында автономия өсөн барған көрәштең тарихи ваҡиға булыуы беҙҙең өсөн ғорурлыҡ.
М. Мортазин үҙенең китабында Башҡорт Хөкүмәтенең 1919 йылдың 16 февралендәге 20-се номерлы приказы нигеҙендә, 18 февралдә Өмөтбай ауылы янында Башҡорт Хөкүмәте һәм Башҡорт корпусы һәм үҙенең полкынан - 540 ҡылыс, 600 ат, 4 пулеметы менән беренселәрҙән булып Советтар яғына сығыуын һәм Таһир-Нурғәле, Һәмән- Шаҙығай-Күсей ауылдары тарафына аҡ казактарға ҡаршы позиция биләүе тураһында яҙа. Әлбиттә, Мортазиндың үҙ белдеге менән позиция биләүе, Смоленск полкы командиры Боряков 20-се дивизия командиры Зеленцовҡа оҡшамай, Мортазин полкын, ғөмүмән, бөтә башҡорт ғәскәрҙәрен ҡорал ташлатып тулы капитуляция талабы ҡуялар. Мортазин яуап эҙләп Вәлидовҡа бара. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, З.Вәлидов та аныҡ ҡына яуап бирә алмай, полкты таратырға кәңәш итә. М.Мортазин ҡыҙылдарҙың икеләнеүен таратыр өсөн Кусей ауылы янында аҡ казактарға емергес удар яһай, 100-ләгән казакты пленға ала. Шулай итеп, Мортазин полкын хәрби берәмек булараҡ һаҡлап алып ҡала. Беҙҙең төбәктә легенда йөрөй, Күсей янында пленға төшкән казактар араһында еңелеү белмәгән ҡылыс алышы оҫтаһы булған икән (казактарҙың нисек итеп ҡылыс уйнатыуына үҙем шаһит), ошо казак Мортазинды бергә-бер алышҡа саҡыра имеш. Саҡырыуҙы ҡабул итмәү - үҙеңде хөрмәт итмәү. Мортазин фронтта артиллерист булып хеҙмәт итә, ҡылыс менән һирәк эш итә. Ни эшләргә? М. Мортазин ҙур физик көскә эйә булған ир-уҙаман, шуға күрә алышҡа сығыу менән артыҡ киҙәнмәй генә казактың ҡылысы гардаһынан һындыра һуға. Казак еңелеүен танырға мәжбүр була, ә Мортазин казактан башҡаса башҡорттарға ҡаршы һуғышмаҫҡа вәғәҙәһен алғас иреккә ебәрә. Әйткәндәй, Советтар казактарҙан ҡаты үс аласаҡ, Азов ҡалаһында тарихи реконструкцияла ҡатнашҡан саҡта, Дон казактары клубы атаманы А.Гордейҙың Дон йылғаһының буйында ике баржа тулы казактарҙың ҡыҙылдар тарафынан батырылған урынын, йәшләнгән күҙҙәре менән күрһәтеүе әле булһа ла күҙ алдымда.
Аҡтарҙың штабы Магнитная станицаһында урынлаша, казактарҙың төбәктәге талауҙарын булдырмаҫ өсөн Мортазин полкы 28 февралдә - Ҡырҙас, 1мартта - Орсоҡ ауылдарын азат итеп Ҡусҡар-Дәүләт һыҙығына сыға. Өмөтбай ауылында туҡталған Смоленск полкы Мортазин полкы артынан килеп Әбйәлил (Асҡар) ауылына урынлаша. Беҙҙең төбәктә Смоленск полкы үҙҙәрен окупанттар кеүек тотһалар ҙа, аҡ казактарға ҡаршы уңышлы һуғыша алмай, Асҡар ауылынан аҡ казактар смоленсыларҙы өс тапҡыр бәреп сығара. Рауил ауылында торған Мортазин полкы 3, 18, 25 март көндәрендә аҡ казактарҙы Асҡарҙан өс тапҡыр бәреп сығарып смоленсыларға кире тапшыра. Буранғол ауылынан крайҙы өйрәнеүсе Әхмәт Моратшин ағайҙың һөйләүе буйынса Субан Ҡырҡтыһы аша сығып тырым-тараҡай ҡасып барыусы смоленск полкы һалдаттары Субан, Рысҡужа, Ҡаҙмаш, Ҡырҙас ауылдарын талайҙар. Мәҫәлән, бәләкәй генә Баймырҙа ауылына 25 мең контрибуция һалалар, хатта пушка тәгәрмәсен майлау өсөн халыҡтан бал тартып алыу ҙа бер ни тормай. Халыҡ мәнфәғәтен яҡлар өсөн төҙөлгән Смоленск полкы, ябай халыҡ алдында быуаттар буйы башҡорттарҙы ҡан илатҡан батша карателдәре кеүек бандиттар төркөмөнә әүерелә. Түҙемлеге бөткән халыҡ вә-килдәре яҡлау эҙләп Билал ауылында дислокацияланған Мортазинға бара. Халыҡ һө-йөүе яулаған шағир Шәйех-зада Бабичтың, философ Ғәб-делхәй Иркәбаевтың язалап үлтерелеүе хәбәрен ишеткән, халҡына биргән хәрби анты-на тоғро башҡорт батыры Муса Мортазин киләсәктә был аҙымдың үҙенә ҡаршы торасағын тоҫмаллаһа ла, берҙән-бер тоғро юл һайлай - бандиттарҙы яуапҡа тарттырыу...
Костевич хаттарында, әл-биттә, Асҡар ауылы ваҡи-ғалары, башҡорт ауылдарын талау, кешеләрен атыу, аҡ казактарҙың «һыпыртыуҙары» тураһында яҙмай, тик приказ буйынса Темәс ауылына 70 саҡрым алыҫлыҡта ятҡан Кананикольск ауылына күсенеүен телгә ала. Күсенгән саҡта Смоленск полкының 1-се батальоны Мортазин полкының хыянатсыл һөжүменә тарыуҙарын һәм Билал ауылының Кинйәбай Әхмәдин тигән кешеһе урман аша юл күрһәтеп Темәс ауылына саҡ килеп етеүҙәрен теркәй. Кем ул Кинйәбай Әхмәдин? Кинйәбайҙың Өмөтбай ауылы, дөрөҫөрәге, Ҡыпсаҡ кисеүе янында урынлашҡан Зайцев байҙың тирмәнендә батрак булып эшләүен һәм уның батырлығын киләһе быуын кешеләренең онотмауы тураһында Әминев Сәлимйәндән үтенеп һорап яҙа Костевич үҙенең хатында. Совет власы нығынғас, «Большевик соҡоро» ҡәберлегенән Смоленск һалдаттарын Билал ауылы янындағы бейек ҡалҡыулыҡта ҡайтанан ер-ләйҙәр. Халыҡ ҡәберлекте «Шаһиттар ҡәберлеге» тип атай. Смоленск полкы хөр-мәтенә Темәс ауылында ҡыҙыл кирбестән һалынған өсмөйөш формалағы обелиск янында төрлө тантаналар ойошторола ине, тип хәтерләй 1956 йылда 7-се класта уҡыған Моратшин Әхмәт ағай.
1919 йылдың 8 апреленә ҡараған төнөндә Мортазиндың полкы Смоленск полкына 1-се батальоны талаусыларына һөжүм итә. Тарихыбыҙҙа «Төнгө алыш» тип аталған ваҡиғала Мортазин полкында пулемётсы булып хеҙмәт иткән Күгиҙел ауылынан Иш-мөхәмәт бабай («Мыйыҡ» бабай) ҡатнашҡан, һуңғараҡ донъялар бер аҙ именләнгәс: «Халыҡты талаған эттәрҙе аттыҡ» тип һөйләр булған. Был урынды халыҡ Этатҡан яланы тип йөрөтә башлаған. Әлбиттә, һуңынан властар ваҡиғаларҙа ҡатнашҡан халыҡты нахаҡ ғәйеп табып эҙәрләгән һәм язаға тарттырған. Мәҫәлән, ауылдашыбыҙ Насиров Сә-лимгәрәй олатайҙың ғаилә-һен, милләтселәр өсөн «Максим» пулеметын йәшереп тота тигән ғәйеп тағып, Колыма төрмәһенә 10 йылға хөкөм итәләр. Хәҙер ауылда Насировтар тоҡомо ҡалмаған.
1967 йылда Костевичтың Йылайыр райсоветы рәйесе Әхмәтов, Баймаҡ райкомының пропаганда һәм агитация бү-леге мөдире Рәхмәтуллин менән хат алышыуҙары бил-дәле, яҡташтарыбыҙҙы Ш.Ба-бичтың фажиғәле үлеме ҡыҙыҡ-һындырған, тик Костевич Смоленск полкының Йылайырҙа бер ваҡытта ла булмауҙары тураһында рәсми белгертә. Федор Васильевич артабанғы яҙмышын хәрби тормошҡа бағышлай, 1932 йылда Фрунзе исемендәге Хәрби Академияла, артабан 74-се Таман дивизияһында хеҙмәт итә. 1937-1941 йылдарҙа Монголияла хәрби кәңәшсе, 1939-1940 йылда Фин һуғышында, артабан Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнаша, ике Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры, полковник званиеһында отставкаға сыға.
Муса Мортазин ҡыҫҡа, әммә данлы яҙмыш кисергән. Уның ғүмере осоп барғанда йөрәге туҡтаған ғорур сал бөркөт осошона оҡшаған. Ф.В. Костевичхатында: «Муртазин как две капли воды был похож на Мелехова Григория (М. Шолоховтың «Тихий Дон» романы геройы. Авт.), который тоже переходил на Дону от красных к белым и от белых к красным и также рубил и своих и чужих», - тип яҙа. Ирекһеҙҙән, халыҡ батырҙары яҙмышын бер үк яҙмыш ҡәләме яҙамы икән, тигән уй тыуҙы.
Айҙар МӘЖИТОВ.
Баймаҡ районы.













































+

 
  • Оҡшаш яңылыҡтар
  • Комментарийҙар
Даны ҡайтты иленәДаны ҡайтты иленә
Ҡапҡа тыштарына шарҙар эленгән, һыйлы өҫтәлдәр күренә, урамда осрашҡан кешеләр күрешә, ҡосаҡлаша, музыка, гармун тауышы яңғырай. Көсөк-Маяҡ ауылында... Тотош уҡырға
Аҡ ҡағыҙҙа йәшәйешебеҙ сағылаАҡ ҡағыҙҙа йәшәйешебеҙ сағыла
Быйылғы йылдың тәүге кварталында бөтәһе 36 хат алдыҡ. Уларҙың күпселеге гәзитебеҙ биттәрендә баҫылды. Шулай ҙа төрлө сәбәптәр менән сыҡмай ҡалғандары... Тотош уҡырға
Полководец Мортазин яҙмышыПолководец Мортазин яҙмышы
Башҡорт халҡының легендар шәхесе, граждандар һуғышы геройы, өс тапҡыр Хәрби Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры, күренекле дәүләт эшмәкәре, үткер ҡәләмле... Тотош уҡырға
Сағыу тамашаСағыу тамаша
72 йыл элек, 1943 йылдың февраль айында яҡташыбыҙ Шакирйән Мөхәмәтйәнов күкрәге менән дошман амбразураһын ҡапланы. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында... Тотош уҡырға
Стенд асылдыСтенд асылды
Көсөк ауылында Муса Мортазин музейы эшләп килә. Күптән түгел музейыбыҙҙа мәртәбәле ваҡиға булып үтте. Ауылыбыҙҙың батыр улы, районыбыҙҙың ғорурлығы... Тотош уҡырға


Материал ебәрергә

Рубрикалар


Яңылыҡтар архивы




Номерҙар архивы

Яңылыҡтар календары

«    Ғинуар 2018    »
ДшШшШршКйЙмШбЙкш
1234567
891011121314
15161718192021
22232425262728
293031 

Популяр яңылыҡтар


Ҡайҙа ҡиммәтерәк?Ҡайҙа ҡиммәтерәк?
Яңы йыл алдынан ниндәй ҡалаларҙа Ҡыш бабайҙы...

Байрамдар тыныс үтһенБайрамдар тыныс үтһен
Тиҙҙән барыбыҙҙың да яратҡан байрамы - көтөп...

Ғаилә үтәй алмаҫлыҡ бурыс бармы икән?Ғаилә үтәй алмаҫлыҡ бурыс бармы икән?
Ҡала мәҙәниәт үҙәгендә физик мөмкинлектәре...

«Ҡанат ҡуйылғандай булды», - ти ирекмән«Ҡанат ҡуйылғандай булды», - ти ирекмән
Рәсәй Президенты В. Путин «Рәсәй ирекмәне - 2017»...

Яңы йылға өмөт-ышаныстар бағлайбыҙЯңы йылға өмөт-ышаныстар бағлайбыҙ
Ҡомаҡ (1924, 1936, 1948, 1960, 1972, 1984, 1996,...


Бөтә хоҡуҡтар ҙа яҡланған. Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда һәм уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Яйык» («Яик»)
гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет сайттарында тура актив гиперһылтанма ҡуйырға.