» » Мең йылға бер тыуған шәхес

Мең йылға бер тыуған шәхес24.03.2017

Билдәле факт, яҡташыбыҙ Зәйнулла ишан Рәсүлев ябай кеше булмаған. Мосолман илендә уның кеүек шәхестәрҙе Ҡотоп Заман тип йөрөтәләр. Йәғни, мең йылға бер тыуа торған, әүлиәлек баҫҡысының иң юғарғы нөктәһенә еткән кеше улар. Шул әүлиәләр үҙҙәренең доғалары, вәғәздәре, ҡылған изге эштәре менән заманының ҡотон арттырғандар.
Ҡотоп һәр кемгә асыл-май торған аң-белемгә эйә, үҙенә күрә Аллаһ менән кешеләр араһында аралаш-сы вазифаһын башҡара. Муса ғәләйһис-сәләм, Ғайса пәйғәмбәр, Мө-хәммәт пәйғәмбәр Аллаһ Тәғәлә менән тауға менеп аралашҡан, бәйләнешкә ингән. Зәйнулла ишан да бит йылына өс тапҡыр Ирәмәлгә менеп төшөр булған. Ҡөрьәндә асыҡтан-асыҡ яҙылған: «Мин һеҙҙең менән бейегерәк, ҡалҡыу урындарҙа һөйләшермен», - тип. Тауға менгәс тә доға ҡылыр алдынан яҡташыбыҙ ҡурай уйнар булған. Тимәк, тәбиғәттә үҫеп ултырған ошо музыка ҡоралы айы-рым бер тылсым көсөнә эйә тигәнде һөйләй.
Белеүебеҙсә, Зәйнулла ишан Рәсүлев 1833 йылда Шәрип ауылында донъяға килә. Ул бала саҡтан тиҫ-терҙәренән айырылып тора, зирәк малай була. Тәүге белемде атаһы Хә-бибулла хәҙрәт бирә. Биш йылда ала торған белемде ул өс йыл эсендә үҙләштерә. Артабан Ҡарт Муйнаҡ, һуңынан Ахун ауылы мәҙрәсәләрендә уҡый. Ахун имамы һәләтле мөғәллимде үҙендә ҡал-дырырға тырышһа ла Зәй-нулла ишан Троицкиға ар-табан белем алырға китә. Уҡыуын тамамлағас Аҡ-ҡужа ауылына имам итеп тәғәйенләйҙәр. Бында ул үҙ мәҙрәсәһен аса.

Зәйнулла ишан Рәсүлев - Нәҡшбәндиә тәриҡә-те суфыйы. 1870 йылда хадж ҡылғанында ул Нәҡшбәндиә Тәриҡәте хәлиҙиә тармағының шейхы Әхмәт Зыяйытдин Гөмөшнәви менән таныша. Шәйех үҙенең мөриденә (уҡыусыһына) мөршид (рухи остаз) булыу хоҡуғын бирә. Йәғни, Зәйнулла Рәсүлев хәҙер үҙе мөридтәрҙе тәриҡәтҡә ҡабул итә ала. Тыуған яҡ-тарына ҡайтҡас Зәйнулла ишан икеләтә көс менән халыҡҡа иман сатҡыларын тарата башлай, ҡысҡырып зекер әйтеүҙе, Мөхәммәт ғәләйһис-сәләмдең тыуған көнөн билдәләүҙе, тәсбих тартыуҙы һәм башҡаларҙы индерә.
Троицкиҙа урындағы сауҙагәрҙең аҡсалата яр-ҙамы менән Зәйнулла Рәсүлев «Рәсүлиә» мәҙ-рәсәһен аса. Был уҡыу йортонда шәриғәт за-кондары, Ҡөрьәнде өй-рәнеү генә түгел, ә донъяүи фәндәр буйынса ла белем бирәләр. Зәйнулла ишан тирәһендә бик күп билдәле шәхестәр тәрбиәләнә. Ризаитдин Фәхретдинов, Мифтахетдин Аҡмулла, Зәки Вәлиди кеүек исем-дәрҙе атап китеү генә лә етә. Юҡҡа ғынамы ни уны Бартольд «халыҡтың рухи остазы» тип атай.
Бөгөн башҡорттар ғына түгел, ә татар, ҡаҙаҡ, ҡырғыҙ һәм башҡа халыҡтар ҙа Зәйнулла Рәсүлевты оло хөрмәт менән иҫкә ала. Уға арнап төрлө семинарҙар, конференциялар, ос-рашыуҙар йыл һайын уҙғарылып тора, китаптар, ғилми эштәр яҙыла. Ишандың баҡыйлыҡҡа күсеүенә 100 йыл тулыу айҡанлы февраль башында ойошторолған саралар теҙмәһе Өфөлә, Учалылағы конференциялар менән башланып, Троиц ҡала-һындағы ҙур йыйын ме-нән тамамланды. Баш-ҡортостандан барған делега-циянан тыш был сарала Төмән, Ҡурған, Ырымбур, Силәбе өлкәләренән, Ҡаҙа-ғстандан, Дағыстандан, Ямал-Ненец автономия-лы округынан вәкилдәр килделәр. Бөтәһе 500-ҙән ашыу кеше ҡатнашты. Йыйын Троицкиҙың Зәй-нулла Рәсүлев исемендәге мәсеттә башланды, кон-ференциянан һуң намаҙ уҡып, салынған ҡорбандар ашынан ауыҙ иткәндән һуң, Троицкиҙың боронғо зыяратында тамамланды. Учалы районы делегация-һы сәфәренә ҡорбандар, күстәнәстәр менән шәхси эшҡыуар Вадим Моратшин ярҙам итте. Уға рәхмәтлебеҙ. Ҡылған изгелектәре үҙенә тик яҡшылыҡтар ғына бу-лып ҡайтһын. Иншаллаһ!
Зәйнулла Рәсүлев иҫ-тәлегенә төрлө саралар уҙғарыу район сиктәрендә лә әүҙемләште. Мәҫәлән, күптән түгел генә уның исе-менә балалар араһында традицион уҡтан атыу турниры үтте. Киләсәк-тә был юҫыҡта тормошҡа ашыраһы ниәттәр күп. Һүҙҙең дөрөҫө кәрәк, башҡа халыҡтар менән сағыштырғанда Баш-ҡо-ртостанда бөйөк яҡта-шыбыҙ исемен тергеҙеү, уның данын күтәреү бу-йынса эштәр һүлпәнерәк бара. Киләсәктә был хәл, Аллаһ ярҙамы менән, ың-ғай яҡҡа үҙгәрер тип ышанам.
Марс хәҙрәт ӘЛТӘПОВ,
Нәҡшбәндиә тәрикәте мөршиде һәм Нәҡшбәндиә тәрикәте мөриде.
Учалы ауылы «Мөкәрәмә»
мәсете имамы.

 
  • Оҡшаш яңылыҡтар
  • Комментарийҙар
Иман юлында төп кәртә - рыяИман юлында төп кәртә - рыя
(Философия фәндәре кандидаты Зилә Рәхмәтуллинаның «Үҙ халҡының рухи остазы» әҫәренән өҙөктәр) Зәйнулла Рәсүлевтың ислам ғилемендә тәрән белеме һәм... Тотош уҡырға
Милләттең рухи тотҡаһыМилләттең рухи тотҡаһы
Билдәле башҡорт теологы, мосолман иленең мәғрифәтсеһе, бөйөк шәйех Зәйнулла ишан Рәсүлевтың баҡыйлыҡҡа күсеүенә 2 февраль көнө 100 йыл тулды. Ошо... Тотош уҡырға
Данлыҡлы Мөхәммәт муллаДанлыҡлы Мөхәммәт мулла
Учалы районы Ҡолош ауылында 1891-1956 йылдар аралығында Мөхәммәт Хәҙисов исемле бик уҡымышлы, һәләтле мулла йәшәгән. Күренекле шәхес Зәйнулла ишан... Тотош уҡырға
Мосолман донъяһы СолтаныМосолман донъяһы Солтаны
Үткән йыл төбәгебеҙҙә бөтөн донъяға билдәле шәхес, ҡөҙрәтле дин әһеле, Зәйнулла Рәсүлев торған суфыйсылыҡ орденының солтан әүлиәһе Мәүләнә Әүлиә... Тотош уҡырға
Әүлиәләр иленә   әүлиә киләӘүлиәләр иленә әүлиә килә
Рәсәйҙең Юғары мөфтөйө, Үҙәк Диниә Назараты рәйесе Шәйех-әл-Ислам Тәлғәт Сафа улы Тажетдиндың рәсми саҡырыуы буйынса Башҡортостанға Кипрҙан билдәле... Тотош уҡырға


Материал ебәрергә

Рубрикалар


Яңылыҡтар архивы




Номерҙар архивы

Яңылыҡтар календары

«    Ғинуар 2018    »
ДшШшШршКйЙмШбЙкш
1234567
891011121314
15161718192021
22232425262728
293031 

Популяр яңылыҡтар


Ҡайҙа ҡиммәтерәк?Ҡайҙа ҡиммәтерәк?
Яңы йыл алдынан ниндәй ҡалаларҙа Ҡыш бабайҙы...

Байрамдар тыныс үтһенБайрамдар тыныс үтһен
Тиҙҙән барыбыҙҙың да яратҡан байрамы - көтөп...

Ғаилә үтәй алмаҫлыҡ бурыс бармы икән?Ғаилә үтәй алмаҫлыҡ бурыс бармы икән?
Ҡала мәҙәниәт үҙәгендә физик мөмкинлектәре...

«Ҡанат ҡуйылғандай булды», - ти ирекмән«Ҡанат ҡуйылғандай булды», - ти ирекмән
Рәсәй Президенты В. Путин «Рәсәй ирекмәне - 2017»...

Яңы йылға өмөт-ышаныстар бағлайбыҙЯңы йылға өмөт-ышаныстар бағлайбыҙ
Ҡомаҡ (1924, 1936, 1948, 1960, 1972, 1984, 1996,...


Бөтә хоҡуҡтар ҙа яҡланған. Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда һәм уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Яйык» («Яик»)
гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет сайттарында тура актив гиперһылтанма ҡуйырға.