» » Наркомания - заман сире

Наркомания - заман сире27.03.2017

Ошо көндәрҙә Учалы прокуратураһында ҡала-районыбыҙҙа наркотиктарҙың законһыҙ әйләнешенә һәм уны ҡулланыуға ҡаршы көрәш комиссияһының сираттағы ултырышы үтте. Көн ҡаҙағында «Халыҡ араһында профилактик эштәр алып барыу, наркоман сирлеләрҙе дауалау, реабилитация үткәреү» тигән һорауҙар ҡаралды. Кәңәшмәлә район хакимиәте, прокуратура, эске эштәр бүлеге, тәфтиш комитеты, үҙәк ҡала дауаханаһы, мәғариф бүлеге вәкилдәре ҡатнашты. Ултырышты район-ара прокурор урынбаҫары Артур Ғәлиев алып барҙы.
Үҙәк ҡала дауаханаһы мәғлүмәттәре буйынса бөгөнгө көндә диспансер иҫәпкә 12 наркоман һәм 13 наркотик матдәләр ҡулланыусы алынған, улар араһында 1 балиғ булмаған бала бар. 2016 йылда 14 наркоман, шулай уҡ 12 наркотик матдә ҡулланыусы һәм бер балиғ булмаған тер-кәлгән булған.
Прокурор ярҙамсыһы Алмаз Исхаҡов әйте-үенсә, районыбыҙҙа ведомство-ара бәйләнеш ярҙамында наркотикка ҡаршы эш-мәкәрлеккә ҡағылышлы һорауҙар ваҡытында хәл ителә, әммә ҡайһы бер урыны-на еткерергә кә-рәкле мәсьәләләр ҙә бар. Мә-ҫәлән, был тәү сиратта хоҡуҡ һаҡлау органда-ры тарафынан законһыҙ наркотик әйләнеше өл-кәһендә енәйәттәрҙе һәм административ хо-ҡуҡ боҙоуҙарҙы асыҡлау, наркомандарҙы реаби-литациялау сараларына ҡағыла. 2016 йылда суд ҡарары менән табиптың рөхсәтенән тыш наркотик һәм психотроп матдәләр ҡулланған 27 кеше административ яуаплылыҡҡа тарттырылған. Ҡыҙғаныс-ҡа ҡаршы, уларҙың береһе лә үҙ теләге менән Учалы үҙәк ҡала дауаханаһын-да диагностика үтергә һәм наркоманиянан дауала-нырға тигән суд йөклә-мәһен үтәмәгән. Хоҡуҡ боҙоусыларға ҡарарҙы үтәмәгәндәре өсөн 5 мең һум күләмендә штраф йәки утыҙ тәүлеккә административ арест ҡаралған. Әлеге ва-ҡытта дүрт кеше язаға тарт-тырылған, өсәүһенә штраф һалынған, береһе арестҡа алынған.
Уҙған йылдың йәй айында наркотиктарҙың әйләнешен конторолдә тотоусы Федераль хеҙмәт бөтөрөлөү сәбәпле те-йешле функциялар Эске эштәр министрлығына тапшырылды. Ошо рә-үешле судтың дауаланыу тураһында ҡарарын үтәүҙе Учалы районы эске эштәр бүлеге контролдә тоторға бурыслы. Эске эштәр бү-легенең наркотиктарҙың әйләнешен контролдә тотоу буйынса төркөм-дөң өлкән хеҙмәткәре Финат Әҙелгәрәев бил-дәләүенсә, полиция һәм дауахана араһында бәйләнеште нығытыу маҡсатында тәү сиратта документ әйләнешен яйға һалырға кәрәк, йәғни аҙна һайын дауаханаға эләккән наркотик менән ағыуланыусыларҙы, иҫе-реүселәрҙе һәм суд ҡарары менән дауаланырға тейешле кешеләрҙе тикшереп торорға. Ҡыҙғанысҡа ҡар-шы, наркомандар үҙ ирке, теләге менән дауаланырға бармай тиерлек. Күптәре һыңар аяғы менән ҡәберҙә торһа ла, сираттағы до-заны һайлай. Әгәр ҙә илебеҙҙә наркомандар-ҙы дауалау өсөн бар шарттар булдырылһа, наркомандарҙы мәжбүри дауалау тураһындағы за-кон ҡабул ителһә, уның һөҙөмтәһе булыуы ихтимал. Байтаҡ үҫешкән илдә, шул иҫәптән АҠШ-та бындай ысулды күптән файҙаланалар икән.
Наркоман алдында ике юл тора: дауаланамы, әллә төрмәгә китәме? Кеше, әлбиттә, тәүге юлды һай-лаясаҡ. Тик ысын күңелдән наркомания ҡоллоғонан азат булырға теләмәүсегә ярҙам итеү мөмкинме? Көсләп дауалауҙың һө-өмтәһе лә булмаҫҡа мөм-кин. Белеүебеҙсә, донъяла дауаланырға теләмәгән сирлене наркомания ауы-нан ҡотолдора алырлыҡ бер генә сара ла юҡ. Бындай ысулды тәҡдим иткән та-бип, һис шикһеҙ, Нобель премияһына лайыҡ булыр ине. Аңды томалаусы матдә ҡулланыусыларҙың 20 проценты ғына был сирҙән арынырға теләй, шуларҙың ни бары 5 проценты ғына быға өлгәшә. Рәсми мәғ-лүмәттәргә күҙ һалһаң, йыл һайын Рәсәйҙә наркотик ҡулланыуҙан ете меңдән ашыу кеше вафат була. Бөгөн илдә 8,5 миллион кеше был афәттән яфалана (был рәсми һан, ысынында уның ике тапҡырға күберәк булыуы ихтимал. Шул уҡ АҠШ-ты алайыҡ - бөгөн был ил йәштәре араһында наркотик ҡулланыусылар һаны кәмей бара. Ҡыҙ-ҙар һәм егеттәр үҙҙәренә юғары талаптар ҡуя, улар араһында спорт менән шөғөлләнеү, айыҡ тормош менән йәшәү популяр. Әгәр ҙә дәүләтебеҙ йәш-тәргә яҡшыраҡ шарт-тар булдырһа, социаль проблемаларына күҙ йоммаһа, беҙҙә лә хәлдәр ыңғай яҡҡа үҙгәрмәҫ тимә.
Йәштәр, балалар нар-котиктарға ылыҡмаһын өсөн профилактик эш-тәргә етди иғтибар бү-лергә кәрәк, тип билдә-ләнеләр кәңәшмәлә ҡат-нашыусылар.
Белем биреү учреж-дениеларында ошо маҡ-саттан мәғлүмәт-аңлатыу эштәре алып барыла, махсус программа булдырылған. Хәүеф төркөмөн асыҡ-лау өсөн медицина һәм социаль-психологик тестар үткәрелә. 2016 йылда 7-8 кластар араһында 673 уҡыусы, ә 2017 йылда 7-11 класта уҡыған 1962 кеше наркотест үткән.
Әлиә ДАУЫТОВА.

 
  • Оҡшаш яңылыҡтар
  • Комментарийҙар
Үҫмерҙәр енәйәте артаҮҫмерҙәр енәйәте арта
Ошо көндәрҙә Хөкүмәт премьер-министры урынбаҫары Салауат Сәғитов республиканың ҡала-район муниципалитеттары башлыҡтары, балиғ булмағандар эше һәм... Тотош уҡырға
Хәбәр итегеҙ!Хәбәр итегеҙ!
17-28 ноябрҙә Башҡортостанда «Үлем менән ҡайҙа сауҙа итеүҙәрен хәбәр ит!» Бөтә Рәсәй наркотиктарға ҡаршы акцияның икенсе этабы уҙа. Уның маҡсаты -... Тотош уҡырға
Киндер йә мәк үҫһәКиндер йә мәк үҫһә
Наркотиктар әйләнешенә контроль башҡарыу хеҙмәте иҫкәртә - ер участкаларында наркотик матдәле үҫемлектәр үҫтергән йә ҡырағай рәүештә үҫеүенә юл... Тотош уҡырға
Мөһим эш башландыМөһим эш башланды
2 майҙан октябрь аҙағына тиклем Башҡортостанда «Мәк-2014» тип аталған ведомство-ара комплекслы оператив-профилактик операция үткәрелә. Наркотиктар... Тотош уҡырға
Штрафтар арттыШтрафтар артты
Учалы эске эштәр бүлегенең административ практика бүлексәһенең өлкән инспекторы Олеся Борисова хәбәр итеүенсә, 2014 йылдың 10 ғинуарынан закондарға... Тотош уҡырға


Материал ебәрергә

Рубрикалар


Яңылыҡтар архивы




Номерҙар архивы

Яңылыҡтар календары

«    Ғинуар 2018    »
ДшШшШршКйЙмШбЙкш
1234567
891011121314
15161718192021
22232425262728
293031 

Популяр яңылыҡтар


Ҡайҙа ҡиммәтерәк?Ҡайҙа ҡиммәтерәк?
Яңы йыл алдынан ниндәй ҡалаларҙа Ҡыш бабайҙы...

Байрамдар тыныс үтһенБайрамдар тыныс үтһен
Тиҙҙән барыбыҙҙың да яратҡан байрамы - көтөп...

Ғаилә үтәй алмаҫлыҡ бурыс бармы икән?Ғаилә үтәй алмаҫлыҡ бурыс бармы икән?
Ҡала мәҙәниәт үҙәгендә физик мөмкинлектәре...

«Ҡанат ҡуйылғандай булды», - ти ирекмән«Ҡанат ҡуйылғандай булды», - ти ирекмән
Рәсәй Президенты В. Путин «Рәсәй ирекмәне - 2017»...

Яңы йылға өмөт-ышаныстар бағлайбыҙЯңы йылға өмөт-ышаныстар бағлайбыҙ
Ҡомаҡ (1924, 1936, 1948, 1960, 1972, 1984, 1996,...


Бөтә хоҡуҡтар ҙа яҡланған. Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда һәм уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Яйык» («Яик»)
гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет сайттарында тура актив гиперһылтанма ҡуйырға.