» » Мәҙәниәт өлкәһе йомғаҡ яһаны

Мәҙәниәт өлкәһе йомғаҡ яһаны13.04.2017

Филармонияла райондың мәҙәниәт һәм сәнғәт өлкәһе хеҙмәткәрҙәренең киңәйтелгән кәңәшмәһе үтте. Унда уҙған йылда атҡарылған эштәргә йомғаҡ яһалды һәм 2017 йылға пландар билдәләнде. Кәңәшмәлә район хакимиәте, мәҙәниәт бүлеге вәкилдәре, мәҙәниәт йорттары, музыка һәм сәнғәт мәктәптәре, сәнғәт һәм мәҙәниәт колледжы хеҙмәткәрҙәре, китапханасылар ҡатнашты. Ултырышты район хакимиәте башлығының социаль сәйәсәт буйынса урынбаҫары Зөһрә Гордиенко алып барҙы.
Иң башта 2016 йыл һөҙөмтәләре менән мәҙәниәт бүлеге начальнигы Ирек Әхмәҙиев сығыш яһаны. Әлеге көндә ҡала-район буйынса 118 мә-ҙәниәт учреждениеһы эшләп килә: 65 филиалы менән район мәҙәниәт йорто, 34 филиалы менән үҙәк район китапханаһы, 4 филиалы менән үҙәк ҡала китапханаһы, ҡаланың тарих-крайҙы өйрәнеү, Ахун ауылының тарих-крайҙы өйрәнеү, Көсөк-Маяҡ ауылының М. Мортазин музейҙары, балалар өсөн бер музыка, бер художество һәм ете сәнғәт мәктәптәре. Уларҙа 373 кеше хеҙмәт итә.

2016 йылда был өлкәне финанслауға 137 млн һумдан ашыу аҡса бүленгән, уларҙың 112 млн һумы - урындағы, 25 млн һумы - республика, 140 мең һумы федераль бюджеттан. Тағы ла түләүле хеҙмәттәрҙән, биналарҙы ҡур-тымға биреүҙән, хәйриә ярҙамынан 7 млн һумға яҡын аҡса йыйылған. «Реаль эштәр» программаһы буйынса 2 миллиондан ашыу аҡса ҡайтарылған. Был аҡса эш хаҡтарын һәм һалым түләүгә, мәҙәниәт учреждениеларына капиталь ремонт, кәрәкле ҡорамалдар, сәхнә әйберҙәрен һатып алыуға йүнәлтелгән.
Был өлкәнең «юл картаһы»ның төп маҡсаты булып райондың мәҙәни потен-циалын, халыҡҡа күрһәтелгән сифатлы хеҙмәттәр аша йәмғиәттең аң-белем, тәрбиә кимәлен үҫтереү тора. Мәҙәни-ял итеү эшмәкәрлеге күрһәткесен яҡшыртыу маҡсатында яңы типтағы учреждениелар булдырыла. Мәҫәлән, Миндәк ауылында күп функциялы, Комсомольск ауылында моделле мәҙәниәт йорттары бар.
Һөнәри оҫталыҡты үҫтереүҙә төп сараларҙың береһе - ул тәжрибә ур-таҡлашыу, башҡаларҙан өйрәнеү. Был йәһәттән райондың мәҙәниәт өлкәһе хеҙмәткәрҙәре төрлө кимәлдәге конкурс-тарҙа, семинарҙарҙа ҡатнаша. Шәхси һәм коллектив менән яуланған еңеүҙәр, уңыштар хаҡында мәғлүмәттәр баҫмабыҙ биттәрендә даими сағылдырыла.
Элек республика ҡарамағында булған ҡаланың тарих-крайҙы өйрәнеү музейы бөгөн район ҡарамағына күсерелгән. Музейға йөрөүселәр һанын арттырыу маҡсатында төрлө саралар күрелә: күргәҙмәләр, акциялар, ярыштар, осра-шыуҙар ойошторола.
Библиобус район китапхана селтәре эшенә ыңғай яҡтан ҙур йоғоното яһай. Сөнки ул китапханалары булмаған төпкөл ауылдарға, һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән кешеләргә китаптарҙы алып барып еткереү мөмкинселеген бирә.
Балалар музыка, сәнғәт мәктәптәренең эшмәкәрлеге хаҡында 1-се музыка мәктәбе директоры Тамара Осокина сығыш яһаны. Бөтәһе өҫтәмә белем биреү учреждениеларында 1570 бала һанала. Үҙебеҙҙә сәнғәт һәм мәҙәниәт колледжы булғанға күрә мәктәптәрҙә кадрҙарға ҡытлыҡ юҡ. Остаздарҙың 18-е - 5 йылғаса, 112 хеҙмәткәр - 5 йылдан 30 йылға тиклем эш стажына эйә. 26 уҡытыусы - хаҡлы ялдағылар.
Музыка һәм сәнғәт мәктәптәрендә төрлө коллективтар уңышлы эшләп килә. Ун дүрт коллектив «өлгөлө» һәм «халыҡ» исемдәренә лайыҡ. Өҫтәмә белем биреү учреждениелары тәрбиәләнеүселәре район, республика, бөтә Рәсәй кимә-лендәге төрлө конкурстарҙа даими ҡатнаша. Был уҡыу йылында ғына 426 бала лауреат һәм дипломант исемдәрен яулағандар. Уңыштар республика кимәлендә лә баһалана, райондың йәш һәләтлеләре БР Башлығы стипендиаттары булалар, Мәскәүгә сәйәхәт ҡылалар, «Артек»ка юллама менән бүләкләнәләр.
Күптән түгел район мәҙәниәт йортон йәш директор - Юлиә Байегетова етәкләне. Ул 2020 йылда үтәсәк бөтә донъя фольк-лориадаһы һәм уға әҙерлек хаҡында һүҙ йөрөттө. Был фольклор байрамы 1996 йылдан алып дүрт йылға бер уҙғарыла килә. Әлегә тиклем ул Нидерланды, Япония, Венгрия, Төньяҡ Корея, Мексикала үткән. 2020 йылда фестивалде Рәсәй, ә теүәлерәге Башҡортостан ҡабул итәсәк. 80-дән ашыу илдән йыйылған 3 меңдән ашыу ҡунаҡҡа милли йолаларҙан башлап, традицион аш-һыуға тиклем башҡорт иленең бай мираҫын лайыҡлы күрһәтеү маҡсаты ҡуйыла. Ошо дүрт йыл эсендә фольклор коллективтарын, сәхнә өҫ-кейе-мен, сығыштар әҙерләү талап ителә.
Районда 540 кеше ҡатнашҡан 46 үҙешмәкәр фольклор коллективы бар. Ике коллектив «халыҡ» исемен йөрөтә: Комсомольск ауылының «Ирәндек» һәм ҡаланың «Хазина» фольклор кол-лективтары.
Фольклориадаға әҙерлек сиктәрендә район кимәлендә «100 йыллыҡҡа - 100 ҡурайсы», «Һандыҡ-шоу» кеүек байрамдар уҙғарыу күҙаллана.
Костюмдарҙы, музыка ҡоралдарын яңыртыу, халыҡты йәлеп итерлек мә-ҙәниәт йорттарында уңайлы шарттар тыуҙырыу, китапханаларҙы яңы баҫмалар менән тулыландырыу өсөн аҡса кәрәк. Мәсьәләне хәл итеүҙең бер юлы булараҡ Зөһрә Мәүлитбай ҡыҙы төрлө грант конкурстарында әүҙемерәк ҡатнашыуҙы тәҡдим итте.
Шулай уҡ, эшмәкәрлектәре хаҡында мәғлүмәт менән үҙәк район китапханаһы директоры Лариса Сөләймәнова, сәнғәт һәм мәҙәниәт колледжы директоры Айгөл Ғимазетдинова, филармония директоры Әлмир Мөхәмәтйәров сығыш яһанылар.
Гөлшат МОТАҺАРОВА.

 
  • Оҡшаш яңылыҡтар
  • Комментарийҙар
Моң байрамыМоң байрамы
Йыл һайын һәләтле һәм дәртле балалар өсөн бөтә Рәсәй йәш музыканттар конкурсы уҙғарыла. Күмертау, Октябрьск, Өфө ҡалаларында үтәсәк быйылғы ярыш... Тотош уҡырға
Яңы йыл байрамдары имен үтһенЯңы йыл байрамдары имен үтһен
Сираттағы аҙналыҡ кәңәшмәлә Яңы йылды ҡаршылау, ҡышҡы ялдарҙы имен уҙғарыу тураһында һүҙ барҙы. Төп доклад менән хакимиәт башлығының социаль сәйәсәт... Тотош уҡырға
Уңышлы һәм емешле үттеУңышлы һәм емешле үтте
Билдәләнгән Мәҙәниәт йылы сиктәрендә районыбыҙҙа төрлө кимәлдәге меңдән ашыу сара уҙҙы. Конкурс-фестивалдәрҙә ҡатнашыу, гранттар алыу, еңеүҙәр... Тотош уҡырға
Сәнғәткә һөйөү тәрбиәләүсеСәнғәткә һөйөү тәрбиәләүсе
Ҡунаҡбай балалар сәнғәт мәктәбе 2003 йылдан алып йәш бейеүселәргә, ҡурайсыларға, ҡумыҙсыларға, йырсыларға, гармунсыларға, баянсыларға тәүге ныҡлы... Тотош уҡырға
Ҡурай тартты егеттәрҠурай тартты егеттәр
Учалыла Мәҙәниәт йылына арналған ҡала-район ҡурайсылары конкурсы уҙҙы. Ул XIX быуатта йәшәгән мәшһүр халыҡ музыканттары Ислам Моратов менән Лоҡман... Тотош уҡырға


Материал ебәрергә

Рубрикалар


Яңылыҡтар архивы




Номерҙар архивы

Яңылыҡтар календары

«    Апрель 2018    »
ДшШшШршКйЙмШбЙкш
 1
2345678
9101112131415
16171819202122
23242526272829
30 

Популяр яңылыҡтар


Башҡорт матрешкалары - милли кейемдәБашҡорт матрешкалары - милли кейемдә
Быға тиклем рустарҙың матрешкаларын ғына күргәнем...

«Халыҡ» исеменә тап төшөрмәнеләр«Халыҡ» исеменә тап төшөрмәнеләр
Районыбыҙҙа 43 халыҡ һәм өлгөлө үҙешмәкәр...

Был донъяла ниҙәр бар?Был донъяла ниҙәр бар?
РФ Президенты Владимир Путин Мөрә-жәғәтнамә менән...

«Киләсәккә белем - 2018» форумы үтте«Киләсәккә белем - 2018» форумы үтте
Ҡала-район мәктәптәрендә йыл да ойошторола килгән...

Иң тәмле икмәк -  ПоляковкалаИң тәмле икмәк - Поляковкала
Районыбыҙҙың төньяҡ зонаһына юл төшкәс, бер...


Бөтә хоҡуҡтар ҙа яҡланған. Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда һәм уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Яйык» («Яик»)
гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет сайттарында тура актив гиперһылтанма ҡуйырға.