» » Үткәндәргә кире ҡайтып

Үткәндәргә кире ҡайтып16.05.2017

Бөйөк Еңеүҙең етмеш ике йыллығын да билдәләнек. Ул дәһшәтле һуғыш йылдары тарих төпкөлөндә ҡалһа ла, халыҡ хәтерендә бөгөн дә йәшәй. Миллионлаған кеше ғүмерҙәрен ҡыйған яуҙы онотоу мөмкин дә түгел, хаҡыбыҙ ҙа юҡтыр. Азатлыҡтың ниндәй ҡорбандар аша яуланғанын иҫтә тоторға, тыныс тормоштоң ҡәҙерен белеп, ветерандарыбыҙға мөмкин тиклем иғтибар бүлергә бурыслыбыҙ. Улар сафы йылдан-йыл һирәгәйә.
Ураҙ ауылында бөгөнгө көндә ике генә һуғыш ветераны йәшәй: Талха Ғиниәтуллин (92 йәш) һәм Рәис Вәлиев (90 йәш). Ураҙ ауылы Советынан барлығы 504 һалдат һуғышҡа кит-кән, шуларҙың 203-ө генә әйләнеп ҡайта алған.

Билдәһеҙ һалдат һәйкәле ауылдың ҡап уртаһында - мәҙәниәт йорто эргәһендә урынлашҡан. Уны төҙөүҙе төп сығышы менән Ураҙ ауылынан булған Юл-мөхәмәтов Жәүит Юныс улы тәҡдим иткән. Был идея халыҡ тарафынан да хупланған һәм «Урал» колхозы идара ултырышы ҡарары менән нығытыл-ған. Жәүит Юныс улы был ваҡытта Учалы районы һәм ҡалаһының ветерандар ойошмаһын етәкләгән. Ауылға скульптор Иван Темниковты ла ул алып килгән. Һәйкәл төҙөү өсөн колхозсыларҙың ике-өс көнлөк эш хаҡы сарыф ителә. Төҙөлөш эшендә скульпторға ауыл халҡы ла, мәктәп уҡыусылары ла ярҙамға килгән. Күпселеге 1953 йылғы егеттәр: Сафин Вил, Зиннуров Алик, Мөхәмәтйәров Рәмил, Ғәзәлиев Әлим һәм башҡалар даими ярҙам итәләр. Һәйкәл төҙө-лөп бөткәс, ауыл халҡы скульпторға күҙ-йәш аша оло рәхмәт һүҙҙәрен етке-рәләр. Һалдат һыны уларға һуғышта ятып ҡалған тор-мош иптәштәрен, улда-рын, туғандарын хәтер-ләткәндер инде.
Һәйкәл һәм скульптор ха-ҡында ҡыҙыҡһыныуыбыҙ беҙҙе уның ҡыҙына юлыҡ-тырҙы. Ураҙ лицейының китапханасыһы Рәмзиә Шәмиғоловаға Учалы ҡа-лаһында йәшәүсе Люба ханым һәм килендәре Люциә Темникова (Алла-ярова) менән осрашып әң-гәмәләшеү бәхете тейҙе. Уларҙың һөйләгәндәре-нән шул мәғлүм булды.
Иван Сергеевич Темников 1917 йылда Силәбе өлкәһе Березенки ҡасабаһында (ул замандарҙа казачий форпост була) земский та-биптар ғаиләһендә тыуа. Сәнғәт училищеһының ар-хитектура бүлеген тамам-лай. 1940 йылда әрмегә китә. Оҙаҡламай, Майкоп ҡалаһында авиация училищеһында уҡығандан һуң һуғышҡа алына. 1941 йылдан хәрби летчик си-фатында Берлинғаса ба-рып етә. Юғары награда-ларға лайыҡ була. Иҫән-аман, бер тапҡыр ҙа яраланмайынса, Еңеү көнөн ҡаршылай. Әммә тыуған яҡҡа тиҙ генә әйләнеп ҡай-та алмай. 1948 йылға тик-лем Германия Демократик Республикаһын төҙөк-ләндереүҙә, Трептов пар-кын төҙөүҙә ҡатнаша. Ва-ҡыт үтеү менән, Учалы ҡалаһында Дан паркын, Ураҙ ауылында һәйкәл тө-ҙөгәндә лә шул Трептов паркының проектын ҡул-лана. Тыуған яҡҡа ҡайтҡас, Учалы районы һәм ҡалаһы буйынса баш архитектор вазифаһын башҡара. Иң тәүге эше булып ҡаланың 10-сы мәктәбе алдына ҡу-йылған барабансы менән борғосо скульптураһы иҫәпләнә.
Шул мәктәптә ул хеҙмәт дәрестәрен алып барған була. Магнитогорск ҡала-һын, Белоретта кинотеатр төҙөүҙә ҡатнаша.
Биш бала атаһы (4 ҡыҙ, 1 малай) Иван Темников баянда ла, гармунда ла оҫта уйнаған. Һуғыштан трофей итеп гармун килтергән. Ул ҡомартҡыны ейәндәре һаҡлап ҡына тоталар. Дан-лыҡлы скульптор 1971 йыл-да 54 йәшендә генә вафат була.
Ә һәйкәл ошолай төҙөлә: 2x2 метр бейеклегендәге постаментҡа 2,5 метр бе-йеклегендәге һалдат һыны урынлаштырыла. Мәр-мәр плиталарға һуғыш-та ҡатнашыусыларҙың һәм тере ҡайтҡандарҙың исемлеге теркәлә. «1941-1945 йылдарҙа илебеҙ азатлығы өсөн һуғышта һәләк булған геройҙарға дан!» тигән һүҙҙәр яҙыла. Алдына Еңеү орденының барельефы эшләнә. Бил-дәһеҙ һалдатты скульптор ул саҡтағы колхоз рәйесе Әнүәр Шабан улы Хис-буллинға ҡарап эшләй. Ауылдың аҡһаҡалдары һәм ағинәйҙәре менән ос-рашып, мәҙәниәт йорто эргәһендәге китапхана етәксеһе Нәркизә Шәйәх-мәтова яҙып алған мәғл-үмәттәргә ҡарағанда, ул төҫкә матур, олпат кәүҙәле була. Һәйкәлдең гипс күсер-мәһе әҙер булғас, етәкселәр төҙәтмәләр индерә.
Халыҡ яҙыусыһы Талха Ғиниәтуллин, ауылдаш-тарының ҡыуанысы ме-нән уртаҡлашып, үҙенең «Һыҙлай иҫке яралар» хи-кәйәһендә («Һин аҡ ҡа-йын янында тора инең» китабы) был турала яҙып сыҡты: «...Бейек постамент-та һалдат тора - плащ-па-латкала, эйелеңкерәгән башы яланғас, йөҙө уйсан-ҡайғылы, һул аяғын саҡ ҡына алғараҡ баҫҡан, уң ҡулы автомат прикладында ята, ҡулы менән каскаһын тотҡан...»
Һәйкәл асылған көндә, 1967 йылдың 7 ноябрендә, тәбиғәт үҙе аяҙ, ҡояшлы, йылы көн бүләк итә. Ауыл халҡы, йәш быуын өсөн ул оло ваҡиғаға, ҙур байрам-ға әүерелә. Һәйкәлде асыу хоҡуғы һуғыш ветераны, ике Ҡыҙыл Йондоҙ ордены кавалеры 47 йәшлек Мәүлит Насировҡа бирелә. Бөтә мәктәп коллективы урам буйлап парадта үтә. Һәйкәл алдында «Мәңгелек ут» тоҡандыралар. Почетлы ҡа-рауыл ҡуйыла.
Ураҙ ауылындағы билдә-һеҙ һалдат һәйкәле Учалы районында иң беренсеһе була. Йылдар үтеү менән, бөтә нәмә лә үҙгәрештәр кисерә. Һәм бер ваҡыт һәйкәлде төҙөкләндереү мәсьәләһе тыуа. Хакимиәт башлыҡтары булып Мин-зәлә Нурмөхәмәт ҡыҙы Шөғәйепова, Алик Ғәзиз улы Зиннуров эшләгәндә лә ул яңыртыла: яугирҙар исемлеге тулыландырылып: «Ҡаһармандар ҡара гүргә түгел, йөрәктәргә беҙҙең күмелгән» тигән яҙыу өҫтәлә, постаменты кирбестәр менән уратып алына. Мәктәп уҡыусылары һәр саҡ тирә-яғын таҙартып, сәскәләр ултыртып торалар.
Һәйкәл ауылыбыҙҙың иң күркәм урындарының береһе. Урамдан үткән һа-йын фажиғәле һуғышты онотмаҫҡа саҡырып тора кеүек. Ә балаларға патриотик рух өҫтәй. Ер шарындағы бөтә халыҡтың да теләге - һуғыш булдырмауҙыр ул. Аяҙ күккә һоҡланып, йылы көнгә шатланып йәшәйһе лә йәшәйһе килә. Шағир Сәйет Исмәғилев һүҙҙәре менән әйткәндә:
Тыныс тормош ҡояшҡа тиң,
Бар нәмәнән яҡшыраҡ.
Фәриҙә СИТДИҠОВА.
Ураҙ ауылы.

 
  • Оҡшаш яңылыҡтар
  • Комментарийҙар
Данлы йылдар - шанлы йылдарДанлы йылдар - шанлы йылдар
1941 йылдың 22 июне башҡа көндәрҙән совет халҡы өсөн бер нәмә менән дә айырылмаған ябай көн булып тыуған. Кемдер колхоз эшенә ашыҡҡан, кемдер өйөндә... Тотош уҡырға
Рәхмәт һеҙгә, ветерандар!Рәхмәт һеҙгә, ветерандар!
Быйыл илебеҙ Рәсәй тарихында мөһим ваҡиғаны - Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығын билдәләй. Ошо датаға ҡарата РФ Президентының 2013 йылдың 21 декабрендәге... Тотош уҡырға
Беҙҙең ғаиләне лә урап үтмәнеБеҙҙең ғаиләне лә урап үтмәне
Бөйөк Ватан һуғышы тамамланыуға быйыл 70 йыл тула. Фашистик Германия менән дүрт йылдан ашыу барған һуғышта Совет халҡы күп ҡорбандар биреп Еңеү... Тотош уҡырға
Тормош дауам итәТормош дауам итә
Бикбулатовтар шәжәрәһен байҡаһаң, унда ниндәй генә һөнәр эйәләре юҡ. Халыҡ теле менән әйткәндә: Бикбулатовтар - уҡымышлы кешеләр. Мин Ильяс... Тотош уҡырға
Батырҙарға - һәйкәлБатырҙарға - һәйкәл
Быйыл Рәсәй һәм Европа союздаш ғәскәрҙәренең Парижды алыуына һәм Наполеондың хурлыҡлы еңелеүенә 200 йыл тулды. Билдәле булыуынса, 1812 йылда Ватан... Тотош уҡырға


Материал ебәрергә

Рубрикалар


Яңылыҡтар архивы




Номерҙар архивы

Яңылыҡтар календары

«    Апрель 2018    »
ДшШшШршКйЙмШбЙкш
 1
2345678
9101112131415
16171819202122
23242526272829
30 

Популяр яңылыҡтар


Башҡорт матрешкалары - милли кейемдәБашҡорт матрешкалары - милли кейемдә
Быға тиклем рустарҙың матрешкаларын ғына күргәнем...

«Халыҡ» исеменә тап төшөрмәнеләр«Халыҡ» исеменә тап төшөрмәнеләр
Районыбыҙҙа 43 халыҡ һәм өлгөлө үҙешмәкәр...

Был донъяла ниҙәр бар?Был донъяла ниҙәр бар?
РФ Президенты Владимир Путин Мөрә-жәғәтнамә менән...

«Киләсәккә белем - 2018» форумы үтте«Киләсәккә белем - 2018» форумы үтте
Ҡала-район мәктәптәрендә йыл да ойошторола килгән...

Иң тәмле икмәк -  ПоляковкалаИң тәмле икмәк - Поляковкала
Районыбыҙҙың төньяҡ зонаһына юл төшкәс, бер...


Бөтә хоҡуҡтар ҙа яҡланған. Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда һәм уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Яйык» («Яик»)
гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет сайттарында тура актив гиперһылтанма ҡуйырға.