» » Тормош һынауҙарын еңеп

Тормош һынауҙарын еңеп15.09.2017

Тормош һынауҙарын еңепУчалы яҙыусылар ойошмаһының аҡһаҡалы Байгилде Янбулатов үҙенең 80 йәшлек олпат юбилейын билдәләй.
Ул Ейәнсура районының Аҡдәүләт ауылында ярлы крәҫ-тиән ғаиләһендә донъяға килә. Йәш ярым ғына булғанында - әсәһе, биш йәше тулыуға атаһы мәрхүм булып ҡуялар. Үкһеҙ етем ҡалған балаға ағай-энеләренең, ауылдаштарының тупһаларын тилмереп байтаҡ тапарға тура килә, аслығын да, яланғаслығын да кисерә. Һөйәктәре лә нығынып бөтмәгән үҫмер колхоздың төрлө эштәрендә эшләй, ялан аяҡ колхоз көтөүен дә көтә.

Миһырбанлы кешеләрҙең ты-рышлығы менән 1946 йылда ул балалар йортона эләгә. Һуғыштан һуңғы йылдарҙа унда ла еңелдән булмай. Туғыҙ йәше тулғанда Байгилдегә мәктәпкә йөрөп белем алыу бәхете тейә. 1951 йылдың көҙ көнөндә була был хәл. «Минең бер кемем дә юҡ», тип уйлап йөрөгән балаға бер ҡатын килеп: «Башбармаҡ ауылында бер туған апайың йәшәй бит», - тип әйткәс, иртәгәһе көнөнә үк ул балалар йортонан ҡасып, апаһын эҙләп барып таба.
Ауылда башланғыс ҡына мәктәп булыу сәбәпле, ул йылда уҡыуын дауам итә алмай. Күреп кенә китергә уйлаған уйҙары ла барып сыҡмай. Үпкә ауырыуы менән яфаланған еҙнәһе үлеп китеү сәбәпле, ауырлы апаһына ярҙам ҡулы кәрәк була. Күп тә үтмәй ул игеҙ балалар таба, тик уларҙың һыңары мәрхүм була. Тормош, бәлки, еңеләйер, тип ғаилә Аҡдәүләт ауылына күсеп ҡайта.
Әммә унда ла бәләкәй генә ҡу-мыртайҙа көн күрергә тура килә. Үҫмер йәй буйы колхоз эшендә йөрөй. Һуңынан ул Байыш урта мәк-тәбенә йөрөп уҡыуын дауам итә. Ял көндәрендә балыҡ тотоп, йә берәйһенә утын ярып тамаҡ аҫрай. Апаһы күсеп киткәс, Яныбай мәк-тәбендә уҡый. 1955 йылда ете йыл-лыҡ мәктәпте яҡшы ғына билдәләргә тамамлай. «Мәрхәмәтле кешеләр осрамаһа, Хоҙай үҙе ярлыҡамаһа, мин был көнгә тиклем килеп етә алмаҫ инем», - тип хәтерләй ул үҙенең ауыр бала сағын.
Үҫмергә Өфөләге 9-сы һанлы мәк-тәп-интернатҡа йүнәлтмә бирәләр, бындағы өс йыл уға ожмах булып тойола. 1958 йылда өлгөргәнлек аттестаты алғас та Башҡорт дәүләт университетына уҡырға инә. Тик бер ҡайҙан да, бер ниндәй ҙә матди ярҙам булмағас, бында ла тормош еңелдән булмай. Бирелеп, күңел һалып белем серҙәрен өйрәнеү урынына күберәк тамаҡ тураһында уйларға тура килә. Тимер юл станцияһында вагондар бушата, йә магазиндарға тауар ташып, аҡса таба. Йәйге каникулдарҙы ла эшләп үткәрә.
Шулай итеп ҙур тырышлыҡ менән егет 1963 йылда университетты та-мамлай һәм Күгәрсен районының Мораҡ ауылына уҡытыусы итеп эшкә ебәрелә. Бында ике йыл рус теленән белем биргәс, райондың «Хеҙмәткә дан» гәзитенә эшкә күсә, тәүҙә тәржемәсе, һуңынан яуаплы сәркәтип, тәржемә буйынса мө-хәррир урынбаҫары булып эшләй.
1975 йылда Байгилде Йәнтүрә улы ғаиләһе менән Учалы ҡалаһына күсеп килә. Әйткәндәй, ул Учалы кейәүе. Ҡатыны Мәрйәм Мөхәмәт ҡыҙы Йәндек ауылы ҡыҙы. Уның менән икенсе курста уҡығанында таныша. Бер көн шулай гел үҙе менән йөрөткән мандолинаһында бейеү көйөн уйнап ебәрә. Шул мәл осоп-ҡунып, өйөрөлөп-сөйөрөлөп, саҡырыуҙы ла көтмәй, күҙҙәре янып торған бер сибәр ҡыҙ бейергә төшә. Беренсе курс ҡыҙына тәү күреүҙән ғашиҡ була егет. Өс йыл дуҫлашып йөрөгәндән һуң, 1962 йылда йәштәр сәстәрен сәскә бәйләй. Илле биш йыл бергә, иңгә-иң терәшеп йәшәй Янбулатовтар. «Мөхәббәт һәм тоғролоҡ» миҙалы юҡҡа тапшырылмаған уларға. Мөхәббәт емештәре - өс бала донъяға килә. Ҡыҙҙары Рәйлә ата-әсәһенең һөнәрен дауам итеп, Когалымда балаларға белем бирә, Руслан улдары Себерҙә водитель булып эшләй. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Ринаттарының ғына ғүмере ҡыҫҡа булды.
Мәрйәм Мөхәмәт ҡыҙы 45 йыл ғүмерен йәш быуынды уҡытыуға бағышланы, шуның 33 йылын 3-сө гимназияла эшләне. Юғары ка-тегориялы уҡытыусы, мәғариф от-личнигы ул. Оҫта хужабикә, тормош иптәшенең таянысы ғына түгел, уның сығарған йырҙарын сәхнәлә башҡарыусы ла.
«Ураҡ һәм Сүкеш» гәзитендә эш-ләгәнендә Байгилде Янбулатов тәржемә эшен яйға һалыу, редакция эргәһендә әҙәби түңәрәк эшен йәнләндереү өсөн күп көс һала. Учалыла яҙыусылар ойошмаһының барлыҡҡа килеүендә, айырым баш-ҡорт гәзитенең сыға башлауында уның хеҙмәт өлөшө бик ҙур. «Яйыҡ» гәзитендә яуаплы секретарь булып эшләп хаҡлы ялға сыға ул. Байгилде Йәнтүрә улы Учалы яҙыусылар ойошмаһының әүҙем ағзаһы. Әлеге ваҡытта ла ойошмаға килгән барлыҡ ҡулъяҙмалар уның ҡулынан үтә һәм уның фатихаһын алмайынса баҫмаға бирелмәй. Үҙе студент йылдарынан алып шиғырҙар, хикәйәләр ижад итә. Уның «Йырғанаҡ» исемле шиғырҙар йыйынтығы Өфө «Китап» нәшриәтендә «Көҙгө ташҡын» китабына индерелеп, 1997 йылда донъя күрҙе. Бынан тыш, үҙнәшер менән «Күңел-даръя», «Тыуған яҡ-та», «Бағышлауҙар», «Килде заман», «Йырғанаҡ» исемле китаптары сыҡ-ты. Әйткәндәй, һуңғыһы шағирә Рәмзилә Хисаметдинова исемендәге премияға лайыҡ булды. Байгилде Янбулатовтың шиғырҙары күңелгә ятышлы, күбеһе йырға тартым. Ул көйҙәр ҙә сығара, үҙе уларҙы мандолинала уйнап, халыҡҡа йырлап ишеттерә. Хаҡлы ялға сыҡҡас, «Хазина» фольклор төркөмөнөң иң актив ағзаһына әйләнде. Уға ҡала-район башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты ҡарары менән «Йырау Байгилде» исеме бирелде.
Тормоштоң бар ауырлыҡтарын еңеп, абруй яулаған шәхесте олпат юбилейы һәм хәләле менән матур тормош ҡороуҙарына 55 йыл тулыу айҡанлы ҡайнар ҡотлап, һаулыҡ, яңы ижади үрҙәр теләйбеҙ.
Әҡлимә САФИНА,
Учалы яҙыусылар ойошмаһының яуаплы секретары.

 
  • Оҡшаш яңылыҡтар
  • Комментарийҙар
Тормошо - һүнмәҫ усаҡТормошо - һүнмәҫ усаҡ
Ураҙ мәктәбендә 38 йыл ғүмерен мәғариф системаһына бәйләгән ябай ауыл уҡытыусыһы, «Яйыҡ» гәзите ойошторған Х. Юлдыбаева исемендәге премия лауреаты... Тотош уҡырға
УрмансыУрмансы
Сафин Мөхәммәт Ғәлиулла улы 1935 йылдың 11 мартында Учалы районының Ҡалҡан ауылында колхозсы ғаиләһендә өсөнсө бала булып донъяға килә. Үҫмер... Тотош уҡырға
Ижад нурҙары һоҡландыраИжад нурҙары һоҡландыра
Туған халҡыңа хеҙмәт ит, көсөң бар саҡта ҡулда. Был тормоштоң шатлығы ла, матурлығы ла шунда. М. Сөндөклө. Тап шулай шиғыр юлдарындағыса ғүмере... Тотош уҡырға
Рәмзиләнең ғүмер мәлдәре…Рәмзиләнең ғүмер мәлдәре…
Ваҡытында башҡорт шиғриәтенә йәшнәп, аҫылташтай балҡып, башын ғорур күтәреп, ышаныслы аҙымдар менән атылып килеп ингән Рәмзилә Миңлеғәли ҡыҙы... Тотош уҡырға
Быуындар аманатыБыуындар аманаты
Һәр замандың бөйөк шәхестәре, үрнәк алырҙай кешеләре бар. Беҙҙең Ураҙ ауылында ла улар етәрлек. Ябай эшсенән алып профессорға тиклем үҫеп сыҡҡандар.... Тотош уҡырға


Материал ебәрергә

Рубрикалар


Яңылыҡтар архивы




Номерҙар архивы

Яңылыҡтар календары

«    Апрель 2018    »
ДшШшШршКйЙмШбЙкш
 1
2345678
9101112131415
16171819202122
23242526272829
30 

Популяр яңылыҡтар


Башҡорт матрешкалары - милли кейемдәБашҡорт матрешкалары - милли кейемдә
Быға тиклем рустарҙың матрешкаларын ғына күргәнем...

«Халыҡ» исеменә тап төшөрмәнеләр«Халыҡ» исеменә тап төшөрмәнеләр
Районыбыҙҙа 43 халыҡ һәм өлгөлө үҙешмәкәр...

Был донъяла ниҙәр бар?Был донъяла ниҙәр бар?
РФ Президенты Владимир Путин Мөрә-жәғәтнамә менән...

Иң тәмле икмәк -  ПоляковкалаИң тәмле икмәк - Поляковкала
Районыбыҙҙың төньяҡ зонаһына юл төшкәс, бер...

«Киләсәккә белем - 2018» форумы үтте«Киләсәккә белем - 2018» форумы үтте
Ҡала-район мәктәптәрендә йыл да ойошторола килгән...


Бөтә хоҡуҡтар ҙа яҡланған. Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда һәм уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Яйык» («Яик»)
гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет сайттарында тура актив гиперһылтанма ҡуйырға.