» » Күбек майын татыныҡ, буҙаһын да эстек...

Күбек майын татыныҡ, буҙаһын да эстек...20.10.2017

Күбек майын татыныҡ,  буҙаһын да эстек...Район ағинәйҙәр ҡоро Ҡунаҡбай мәҙәниәт йортонда «Һөт байрамы» үткәрҙе. Йөкмәтке һәм киң масштаб буйынса республика фестивалдәренә тиң сараға «Көҙгө ҡатыҡ, көмөш ҡашыҡ» тигән исем биргәндәр. Эйе, яҙғы ҡатыҡ ҡоро бесән көйшәгән һыйырҙың шыйыҡ һөтөнән яһалһа, көҙгө ҡатыҡ йәшел туғайҙарҙың һуттарын, тәбиғәттең бар сихәтен үҙенә ала бит. Был хаҡта сетерекле әйтем дә бар бит инде: «Көҙгө ҡатыҡ, көмөш 
ҡашыҡ - ҡыҙым менән кейәүемә, яҙғы ҡатыҡ, ярыҡ ҡашыҡ - улым менән киленемә». Көҙгө ҡатыҡ татлыраҡ булыуҙан тыш, тағы ла бер әтнәкәһе бар: тап көҙгө мәл халыҡ иркен йәйләүҙәрҙән ҡышлау урындарына ҡайтҡан һәм ошо әһәмиәтле дәүергә күп халыҡ йолалары бәйле.

- Беҙ төбәктең йәмәғәт тормошонда актив ҡатнашабыҙ, башҡорт милли мәҙәниәтен, көнкүреш йолаларын һаҡлауға, таратыуға күп көс һалабыҙ, - ти район ағинәйҙәр берекмәһе рәйесе Мәрзиә Солтанбаева. - Миндәктә, мәҫәлән, «Буҙа байрамы» үткәргәйнек. Килмәктә «Өләсәйем һандығы» сараһы ойошторолдо, Мансур-ға йыйылғанда халыҡ медицинаһы серҙәре менән уртаҡлаштыҡ. Ә әлеге байрам һөткә бағышланыуы ла осраҡлы түгел - халҡыбыҙҙың бик күп йолалары, туҡланыу алымдары фәҡәт «аҡ»ҡа бәйле.

Эйе, ата-бабаларыбыҙ һөттө шул тиклем ихтирам иткән, хатта, табу системаһы ла барлыҡҡа килә бит: ҡото китмәһен өсөн ысын исемен йыш ҡабатламай «аҡ» тип кенә атайҙар, һатырға, түгергә рөхсәт ителмәй һәм башҡа.
- Бик тә файҙалы сара, - тип иҫәпләй Ҡунаҡбай ауыл ултырағы башлығы Фазила Шаймарҙанова. - Ҡунаҡбайҙың үҙендә генә 2 көтөү йыйыла, 350-400 баш тирәһе мал. Шулай ҙа мал тотоусылар кәмей бара инде, ҡалаға яҡын урынлашҡас, йәштәрҙең бер өлөшө «ҡалалағыса» мал-тыуар аҫрамай йәшәргә күнеккән. Ә был байрамда һөттән нисәмә төрлө ризыҡ әҙерләгә мөмкин икәнлеген күрһәләр, малсылыҡҡа ҡыҙыҡһыныу һәм ынтылыш артыр.
Эйе, йолаларҙы күрһәтеүҙән, йыр-бейеүҙәрҙән тыш, ағинәйҙәр һөт ризыҡтарын да килтергәндәр, ауыҙ итергә ирек бирелде, рецептар менән йомарт бүлештеләр. Нимә генә юҡ ине! Айран, бөрлөгән, көртмәле майҙары, еләкле май, ҡаймаҡ, майға баҫылған талҡан, ҡорот, эремсек, әжегәй һәм башҡа. Үҙебеҙҙең оҫтабикәләр яһаған сыр менән сағыштырғанда Швейцарияныҡы ла ары торһон! Ә магазиндарҙа һатылған, пальма майынан әтмәләнгән «сыр» шәрәмәте менән сағыштырыу бөтөнләй килешмәҫ.
Күбек майы тураһында күпме ишетеп тә, тәмләп ҡарарға тура килгәне юҡ ине. Бында иһә форсат тейҙе. Гөлйемеш апай Рәҡипова ауыҙ иттерҙе - ихлас күңелдән бик ҙур рәхмәт! Оҫтабикә хаҡлы ялға сыҡҡансы оҙаҡ йылдар Миндәк балалар баҡсаһында ашнаҡсы булып эшләгән. «Өләсәйемдән өйрәнеп ҡалдым, күбек майы яһауҙан туҡтаған юҡ. Күбек майында холестерин булмай, яҡшы һаҡлана», - ти. Һәм бик тә үҙенсәлекле тәмгә эйә. Бик-бик һирәк тәтегән деликатес инде.
Гәзит уҡыусыларға файҙаһы тейер тип, ағинәйҙәр сараһында тәҡдим ителгән бер рецепты (төрлө варианттар булыуы мөмкин) күсереп тә алдыҡ:
- 500 гр ауыл ҡаймағына 2 литр айыртылған һөт, 2 литр ойоған һөт (ҡатыҡ йә кефир ҙа ярай) кәрәк. Бик сөсө булмаһын өсөн 1-1,5 стакан әсе ҡатыҡ та ҡушырға мөмкин. Барыһын бергә ҡушып батманға ҡояһың да, ҡымыҙ бешкән кеүек туғыйһың. Байтаҡ ваҡыт туғығандан һуң күбекле май бөрсөктәре бүленеп сығып өҫкә ҡалҡа һәм бер-беренә уҡмаша башлай. Ҡалаҡ менән йыйып алабыҙ. Икмәккә һылап ашарға, бутҡаға һалырға мөмкин. Күңелгә теймәй. Батманда ҡалған айраны ла тәмле. Шул килеш эсергә йә ҡоймаҡ ҡойғанда, йыуасаға, сөсө икмәккә ҡамыр баҫҡанда ҡулланырға ярай.
Ә һөҙмә - һарҡытылған ҡуйы ҡатыҡ. Сорамандан Зөбәйҙә Ҡәләмова беҙгә күрһәткән һөҙмә шул тиклем еләк-емеш менән биҙәлгән, башта ни икәнен аңламай аптырап та ҡалдыҡ. Үҙ хәйләһе бар икән - ошолай матурланһа, сабыйҙар ҡыҙығып туя алмай ашай, ә һөт продукцияһы үҫкән организмдар өсөн күберәк кәрәк.
Ҡунаҡбайҙан Хәлимә апай Ғатауллина коктейль менән һыйланы. Эремсек, һөт һәм банан күперткәнсе блендерҙа туғылһа, һәләк тә тәмле эсемлек килеп сыға икән. Хәлимә ханым Ҡунаҡбай ағинәйҙәре етәксеһе, ҡунаҡтарҙы (үҙебеҙҙең ауылдарҙан тыш, Әбйәлил, Белорет райондарынан да килделәр) ҡаршы алыусы яҡ булараҡ, уларға айырыуса күп көс түгергә тура килгән. Һәм тырышлыҡ зая китмәне - байрам бигерәк тә матур үтте.
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе урынбаҫары, Башҡортостандың «Ағинәй» ҡоро рәйесе, «Киске Өфө» гәзите мөхәррире Гөлфиә Янбаева ҡунаҡ булып саҡырылғайны.
- Бөтә райондарыбыҙҙа тиерлек ағинәйҙәр ҡорҙары эшләй. Милли мәҙәниәтте, халыҡ йолаларын, милли ғөрөф-ғәҙәттәрҙе һаҡлау, йәш быуынды тәрбиәләү буйынса баһалап бөткәһөҙ мөһим эш башҡарыла, - тип билдәләне ул. - Ә Учалы берекмәһе - иң әүҙем, дәрт-дармандары ташып барған ҡорҙарҙың береһе. Рәхәтләнеп киләбеҙ, гел генә бик ҡәнәғәт ҡайтабыҙ, барыһына ла рәхмәт!
Илфат ЯНБАЕВ.

 
  • Оҡшаш яңылыҡтар
  • Комментарийҙар
Мансурға сәфәр ҡылдыҡМансурға сәфәр ҡылдыҡ
Районда йәшәһәм дә, Мансур ауылын күргәнем юҡ ине. Учалы районының ағинәйҙәр ҡоро рәйесе Мәрзиә Солтанбаева Мансур ауыл биләмәһенә «Үҙ һаулығың... Тотош уҡырға
Туҡланыуың дөрөҫмө?Туҡланыуың дөрөҫмө?
Һуңғы осорҙа туҡланыуға бик ҙур иғтибар бүленә, телевидение, радио, гәзит-журналдарҙа ла һәр кем үҙенсә дөрөҫ туҡланыу серҙәрен асып, кешеләргә... Тотош уҡырға
Дәрт алып ҡайттыҡДәрт алып ҡайттыҡ
Әбйәлил районында республика кимәлендә үткәрелгән ағинәйҙәр йыйынында булып ҡайттыҡ. Районыбыҙҙағы ойошма етәксеһе Мәрзиә Солтанбаева, Ҡотой ауылынан... Тотош уҡырға
Һабантуй йәме - тирмәләрҺабантуй йәме - тирмәләр
Быйылғы һабантуйҙа ла ялан буйлап теҙелгән сағыу тирмәләр сараға байрам йәме өҫтәп, әллә ҡайҙан уҡ үҙенә саҡырып ултырҙы. Улар буйлап йөрөгәндә... Тотош уҡырға
Милләт рухы һағындаМилләт рухы һағында
Уҙған йылдың декабрендә Учалы районында «Ағинәйҙәр ҡоро» ойошторолғайны. Был идеяны ауылдар ҙа дәррәү күтәреп алды. Мәҫкәү ауылында «Ағинәйҙәр ҡоро»... Тотош уҡырға


Материал ебәрергә

Рубрикалар


Яңылыҡтар архивы




Номерҙар архивы

Яңылыҡтар календары

«    Ноябрь 2017    »
ДшШшШршКйЙмШбЙкш
 12345
6789101112
13141516171819
20212223242526
27282930 

Популяр яңылыҡтар


Агроном -  ул ер  табибыАгроном - ул ер табибы
«Кем дә кем, бер башаҡ үҫкән ерҙә тағы берҙе...

Нисек йәшәйһең, өкө?Нисек йәшәйһең, өкө?
Ҡыҙыҡ, әгәр ҙә төнгө һунарсы Өкө әфәндегә, йә,...

Намыҫ менән эшләйҙәр һәм йәшәйҙәрНамыҫ менән эшләйҙәр һәм йәшәйҙәр
Байрамғолдар ашлыҡ һуғыу, һөт һауыу буйынса элек...

Бер нөктә - УчалылаБер нөктә - Учалыла
Рус география йәмғиәтенең Башҡортостан ...

ФотофактФотофакт
Сираттағы «Аҙна һайын приз» лотерея уйынында...


Бөтә хоҡуҡтар ҙа яҡланған. Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда һәм уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Яйык» («Яик»)
гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет сайттарында тура актив гиперһылтанма ҡуйырға.