» » Урал түгел, Яйыҡ!

Урал түгел, Яйыҡ!24.10.2017

Урал түгел, Яйыҡ!«Урал батыр» эпосының аҙағын хәтерләйһегеҙме? Ошолай тип бәйән ителә:
«Дүрт батыр бер йыйылып,
Бергә ултырып уйлаған;
Яйыҡ, Нөгөш, Һаҡмарҙар,
Яңы йылға эҙләгән.
Иҙел һымаҡ, былар ҙа
Алмашлашып, бер-бере
Булат менән сапҡан ти,
- Уларҙан да өс йылға
Сылтырашып аҡҡан, ти.
Былар халыҡты йыйғандар,
Дүрт батырға бүлгәндәр;
Дүрт йылғаны буйлатып,
Торлаҡ ҡороп таралып,
Айырым донъя ҡорғандар.
Дүрт батырҙың исеме
Дүрт йылғаға ат булған,
Онотолмаҫ зат булып,
Быуын-быуын ҡалғандар».

Яйыҡ-батыр һәм Яйыҡ йылғаһы тураһында һүҙ бара! Ә беҙҙә, йылға башланған урында руссалап «Бында Урал йылғаһы баш ала» тип кенә күрһәтелгән. Учалы башҡорттарының район ҡоролтайы вәкилдәре ошо яҙыҡлыҡты ниндәйҙер мәғәнәлә төҙәтте тиергә мөмкин: тарихи-мәҙәни ҡомартҡыбыҙҙың үрҙә килтерелгән юл-дары яҙылған стендты инешкә барып урынлаштырҙылар.
- Киләсәктә саф башҡорт телендә «Бында Яйыҡ башлана» һәм «Башҡортостан Республикаһы Учалы районы» тигән яҙыуҙар ҙа ҡуйылһа, тамам яҡшы булыр. Бәлки, берәй ваҡыт, Ағиҙел башындағы һымаҡ, һыу ярып сығарған ҡылыс монументын урынлаштырыу хыялы ла тормошҡа ашыр, - тип иҫәп тота был акцияны ойоштороусыларҙың береһе, район мәҙәниәт бүлеге режиссеры, күренекле сәнғәт эшмәкәре Рәйес Низаметдинов. Яйыҡ башланғысы кәртәләнгән, әллә ни сүп-сар ҙа юҡ, шишмә һыуы саф, ти, әммә йәмәғәтселәр барыбер экологик өмә үткәрә. Ҡороған-аунаған ағас, ҡыуаҡты, сыбыҡ-сабыҡты алып ташлау ҙа артыҡ түгел бит. Ә эш тамамланғас Р. Низаметдинов ошо тирәлә ҡурай киҫеп алып, Яйыҡ башында мәшһүр «Урал» көйөнөң Тиләү вариантын башҡара.
...яҙыуы ғына тиҙ, башҡорт милләте патриоттарына былай ҙа төпкөлдә ятҡан Ҡансыра ауылынан йәнә 18 километр трактор арбаһында һелкенеп барырға тура килә. Стенд яһатыу һәм урынлаштырыу ҙа ваҡ эш түгел. Рәйес Жәүҙәт улы ихлас күңелдән һәр яҡлап ярҙам иткән крәҫтиән-фермер хужалығы башлығы Мозафар Ҡадировҡа, урмансы Нияз Сирановҡа, эшҡыуар Зөфәр Абхәлимов менән Рөстәм Яппаровтарға, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренә рәхмәт белдерҙе. Әйе, бик тә күркәм ғәмәл атҡарылды, үҙ ҡомартҡыларыбыҙҙы үҙебеҙ ҡәҙерләмәһәк, сит-яттар ҡайғыртмаҫ. Образлы әйткәндә, Экология йылында тәбиғәт экологияһы менән бер рәттән рух экологияһы ла хәстәрләнде бит!
Ирек АЗАТОВ.

 
  • Оҡшаш яңылыҡтар
  • Комментарийҙар
Шишмәләрҙең әсе яҙмышыШишмәләрҙең әсе яҙмышы
Миңә 86 йәш. Бала саҡтағы һәм бөгөнгө тәбиғәт күренештәрен сағыштырып ҡарағанда ҙур үҙгәрештәр һиҙелә. Атап әйткәндә, шишмә һәм йылға һыуҙары... Тотош уҡырға
Үҙ өлөшөбөҙҙө индерәйек!Үҙ өлөшөбөҙҙө индерәйек!
Беҙ - Урал батыр тоҡомо - Учалы районы Наурыҙ ауылы халҡынан күп милләтле Башҡортостан халҡына мөрәжәғәт. Милләттәштәр! 2017 йылдың 1 февралендә Фәиз... Тотош уҡырға
Батыр рухы ҡайтһын халыҡҡаБатыр рухы ҡайтһын халыҡҡа
Башҡорт дәүләт университетының Учалы вәкиллегендә «Урал батыр» эпосын һаҡлау, популярлаштырыу мәсьәләһе буйынса түңәрәк өҫтәл үтте. Унда мәғариф,... Тотош уҡырға
Наурыз ҡатын-ҡыҙҙарының Наурыз ҡатын-ҡыҙҙарының "Яйыҡ" гәзитенә арнап яҙған таҡмаҡтары
Табын ҡорҙоҡ, ҡунаҡсылыҡ Науырҙалар ауылы . Бөгөн беҙгә килеп төштө Ҡунаҡтарҙың асылы. Беҙҙекеләр көр күңелле Тормошҡа ҡарай айыҡ. Ниңә айыҡ... Тотош уҡырға
Матбуғат-2014Матбуғат-2014
Хөрмәтле гәзит уҡыусыларыбыҙ! «Еңеүсегә - елле бүләк!» тип аталған лотерея уйынын беҙ бер нисә йыл рәттән көҙгө яҙылыу кампанияһы ваҡытында ғына... Тотош уҡырға


Материал ебәрергә

Рубрикалар


Яңылыҡтар архивы




Номерҙар архивы

Яңылыҡтар календары

«    Ғинуар 2018    »
ДшШшШршКйЙмШбЙкш
1234567
891011121314
15161718192021
22232425262728
293031 

Популяр яңылыҡтар


Ҡайҙа ҡиммәтерәк?Ҡайҙа ҡиммәтерәк?
Яңы йыл алдынан ниндәй ҡалаларҙа Ҡыш бабайҙы...

Байрамдар тыныс үтһенБайрамдар тыныс үтһен
Тиҙҙән барыбыҙҙың да яратҡан байрамы - көтөп...

Ғаилә үтәй алмаҫлыҡ бурыс бармы икән?Ғаилә үтәй алмаҫлыҡ бурыс бармы икән?
Ҡала мәҙәниәт үҙәгендә физик мөмкинлектәре...

«Ҡанат ҡуйылғандай булды», - ти ирекмән«Ҡанат ҡуйылғандай булды», - ти ирекмән
Рәсәй Президенты В. Путин «Рәсәй ирекмәне - 2017»...

Яңы йылға өмөт-ышаныстар бағлайбыҙЯңы йылға өмөт-ышаныстар бағлайбыҙ
Ҡомаҡ (1924, 1936, 1948, 1960, 1972, 1984, 1996,...


Бөтә хоҡуҡтар ҙа яҡланған. Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда һәм уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Яйык» («Яик»)
гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет сайттарында тура актив гиперһылтанма ҡуйырға.