» » «Илһам һәм көс алдыҡ!»

«Илһам һәм көс алдыҡ!»07.11.2017

«Илһам һәм көс алдыҡ!»Сочи ҡалаһында шау-гөр килеп XIX Бөтә донъя йәштәр һәм студенттар фестивале үтте. Форумда донъяның 188 иленән 25 меңдән ашыу кеше ҡатнаша.Рәсәй исеменән 85 субъекттан 15000 ҡатнашыусы сығыш яһай.
Фестиваль йәш таланттарға уй-фекерҙәр менән уртаҡлашырға, тыныслыҡты һаҡлау һәм экологик бәләләрҙе еңеп сығыу, башҡа социаль мәсьәләләрҙе хәл итеү буйынса көстәрҙе берләштерергә мөмкинлек бирә.
Республиканан бөтәһе 1200-ҙән ашыу ғариза бирелгән. Ике йөҙ кеше һайлап алыу турын үтә. Ҡатнашыусылар араһында - коммерцияға ҡарамаған йәштәр ойошмалары лидерҙары, журналистар, ғалимдар һәм уҡытыусылар, йәштәр ойошмалары, сәйәси партиялар, студенттарҙың үҙидаралыҡ органдары, спорт клубтары лидерҙары, ижад өлкәһе вәкилдәре бар.
Республика һәм районыбыҙҙы Анна Вячеславовна Мөхәмәтйәрова ла вәкилләне. Был яҡташ ҡыҙ тураһында гәзитебеҙҙә ентекләп яҙғайныҡ инде - «Башҡортостан йәнлектәрҙе һаҡлау» төбәк йәмәғәт ойошмаһының ОВЗО («Обучение волонтеров зоозащитных организаций») волонтерҙар мәктәбе етәксеһе. Ул йәнлектәрҙе һаҡлау һәм яҡлау менән шөғөлләнгән ирекмәндәргә квалификациялы әҙерлек ойоштороу буйынса уникаль методика булдырыусы.
Санкт-Петербург ҡалаһында Бөтә Рәсәй ирекмәндәр форумында «Ирекмән-2016» конкурсында «Социаль ирекмәнлек: йәнлектәргә ярҙам» номинацияһында еңеүсе тип танылғайны, башҡа ҡаҙаныштары ла етерлек. Шул иҫәптән БР Йәмәғәт Палатаһының эксперты (Мәғариф, мәҙәниәт, спорт, йәштәр сәйәсәте, хәйриә һәм ирекмәнлек буйынса комиссия) булараҡ актив эшмәкәрлек алып бара.
- Был фестивалгә иң әүҙем, иң лайыҡлы йәштәр бар донъянан йыйылды! Улар араһына эләгә алыуыма сикһеҙ ғорурлыҡ кисерәм. Бик ҡаты конкурс үтергә ту-ра килде, - тип тәьҫораттары менән уртаҡлашты Анна. - Фестивалде РФ Президенты Владимир Путин үҙе асыуы ғына ни тора! Белем камиллаштырыу, тәжрибә уртаҡлашыу саралары баштан ашҡанса ине, һәр ҡайһыһына ваҡыт ҡына еткерерлек булмауы үкенес. РФ Сит ил эштәре министры Сергей Лавров, сәйәсмән Владимир Жириновский, данлыҡлы мәҙәниәт эшмәкәре Сергей Безруков, сит ил ҡунаҡтары, йәмәғәт эшмәкәрҙәре Ник Вуйчич, Фредерик Бегбедер, Марко Ламбертини кеүек билдәле шәхестәрҙең сығыштарын тыңлау, һорауҙар биреү форсаты бик тә фәһемле булды.
Күңел асыу саралары ла етте - көн һайын кинофильмдар, концерттар, күргәҙмәләр. Карнавал, «Дуҫлыҡ йәрминкәһе», афротоломдар үрергә өйрәнеү, шамандарҙың бағыусылыҡ тамашаһы - күңелһеҙләнергә минут та ваҡыт ҡалманы.
Фестивалде ойоштороусыларға оло рәхмәт тойғоһо менән, йәмәғәт эштәре өсөн яңы илһам һәм көс туплап ҡайттым. Килешеп һәм күмәкләп тотонғанда, йәштәрҙең бар донъяны ыңғай яҡҡа үҙгәртергә хәленән килә, беҙҙең көс - берҙәмлектә!
Фестивалдә ҡатнашыу бәхете йылмайған икенсе райондашыбыҙ - Эльза Шәрәфетдинова. Ҡаланың 5-се мәктәбенән, нисәмәлер йыл Мәскәүҙә эшләп килгәндән һуң Һаҡлыҡ банкының урындағы бүлексәһендә хеҙмәт итә. Делегацияға тап ошо банктың вәкиле итеп һайлана. Ниңә тап уға өҫтөнлөк бирелгән? Хеҙмәт бурыстарын өлгөлө үтәүҙән тыш, тормош иптәше менән спорт һәм йәмәғәт сараларында бик актив ҡатнашалар, ундайҙар тураһында «...баҫҡан урынынан осҡон сығара», - тиҙәр.
- Башҡортостан экспозицияһы шул тиклем яҡшы ойошторолғайны, кеше өҙөлмәне. Милли кейемдәге башҡорт һылыуҙары үҙебеҙҙең аш-һыу менән һыйлауҙары нисек кенә оҡшамаһын инде! - тип ғорурлыҡ менән билдәләне әңгәмәсебеҙ.
Ә иң ныҡ тулҡынландырған осрашыуы - Австралиянан килгән Ник Вуйчич әфәндене тыңлау. Был кеше тыумыштан аяҡ-ҡулһыҙ, әммә сикһеҙ рух көсө арҡаһында билдәле ораторға әйләнә, миллион-миллион кешеләрҙән (башлыса һау кешеләрҙән!) торған аудиторияһын тормоштоң тәмен һәм ҡәҙерен белеп йәшәргә өйрәтә. «Барыбыҙ ҙа үрҙәргә күтәрелә, барыбыҙ ҙа ҡолай, ҡурҡыу кисерә. Иң мөһиме - бар ҡурҡыуҙарыңды еңеп кәртәләр аша алға ынтылыу. Киләсәк нисек булыры әҙәм балаһы өсөн билдәһеҙ, әммә уны хыялланырлыҡ итеп күҙ алдына килтереү һәм ошо йүнәлештә арыу-талыу белмәйенсә атлау һәр кемебеҙҙең хәленән килә», - тигән һүҙҙәре тураһында беҙ ҙә уйланайыҡ әле, хөрмәтле яҡташтар!
Булат ЯХИН.

 
  • Оҡшаш яңылыҡтар
  • Комментарийҙар
Төбәк данын таратыпТөбәк данын таратып
Тормош шулай инде, берәүҙәр «...хәҙер барыһы ла тик аҡсаға ҡоролған, кеше мөнәсәбәттәренә урын ҡалманы. Ә йәштәр тамам аҙҙы!» - тип ләстит һата,... Тотош уҡырға
Киләсәк -  йәштәр ҡулындаКиләсәк - йәштәр ҡулында
Ял көндәрендә ҡалабыҙҙа «Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһы һәм БРИКС төркөмө илдәрендә студент спорты. Тәжрибә һәм үҙеш перспективалары» тип аталған... Тотош уҡырға
Полиция менән берлектәПолиция менән берлектә
22 июлдә Учалы районы эске эштәр бүлегендә БР буйынса Эске эштәр министрлығы эргәһендәге Йәмәғәт советының күсмә йыйылышы уҙҙы. Йыйылышты Йәмәғәт... Тотош уҡырға
«Йәштәргә ярҙам итәйек!»«Йәштәргә ярҙам итәйек!»
Һис шикһеҙ, республика хөкүмәте ултырыштарын видеоселектор режимында үткәреү - отошло алым. Беренсенән, йәшәйешебеҙгә тура ҡағылған ҡарарҙар ни... Тотош уҡырға
Таҫма таратасаҡтарТаҫма таратасаҡтар
Бөйөк Еңеү байрамы алдынан «Халыҡ фронты - Башҡортостан Республикаһында Рәсәй өсөн» Бөтә Рәсәй йәмәғәт хәрәкәтенең төбәк бүлексәһе «Георгий таҫмаһы»... Тотош уҡырға


Материал ебәрергә

Рубрикалар


Яңылыҡтар архивы




Номерҙар архивы

Яңылыҡтар календары

«    Ноябрь 2017    »
ДшШшШршКйЙмШбЙкш
 12345
6789101112
13141516171819
20212223242526
27282930 

Популяр яңылыҡтар


Агроном -  ул ер  табибыАгроном - ул ер табибы
«Кем дә кем, бер башаҡ үҫкән ерҙә тағы берҙе...

Нисек йәшәйһең, өкө?Нисек йәшәйһең, өкө?
Ҡыҙыҡ, әгәр ҙә төнгө һунарсы Өкө әфәндегә, йә,...

Намыҫ менән эшләйҙәр һәм йәшәйҙәрНамыҫ менән эшләйҙәр һәм йәшәйҙәр
Байрамғолдар ашлыҡ һуғыу, һөт һауыу буйынса элек...

Бер нөктә - УчалылаБер нөктә - Учалыла
Рус география йәмғиәтенең Башҡортостан ...

ФотофактФотофакт
Сираттағы «Аҙна һайын приз» лотерея уйынында...


Бөтә хоҡуҡтар ҙа яҡланған. Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда һәм уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Яйык» («Яик»)
гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет сайттарында тура актив гиперһылтанма ҡуйырға.